Шәжәрә байрамын үткәреүгә әҙерлек
Хөрмәтле коллегалар!
Бер әсәнең хаты мине ошо мәҡәләне яҙырға мәжбүр итте. Ул хәл уҡытыусының һаҡ эш итмәүенән килеп сыҡҡан. Ғаиләлә әле бала үҫеп етмәйенсә һөйләп булмай торған хәлдәр була. Мәҫәлән, атаһының тәүге ҡатыны, уның балалары…
Был мәҡәлә беренсенән, ошондай хаталар башҡаларҙа ҡабатланмаһын өсөн; икенсенән, мәктәптә шәжәрә төҙөү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу ҙа, методик кәңәш тә булыр ине.
Хөрмәт менән Яңылбикә Бакиевна.
Баймаҡ ҡалаһы.
__________________________________
Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..
Ҡәҙим Аралбай
Шәжәрә байрамын үткәреүгә әҙерлек
Башҡорттарҙа шәжәрә ҡиммәтле тарихи документ булып тора. Элек-электән кешене шәжәрәһен, ырыуын, тамғаһын, ағасын, ҡошон, оранын белеүе ырыуының тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп танытҡан. Был нәҫелеңдең ғөрөф-ғәҙәттәрен, эшен-шөғөлөн лайыҡлы дауам итеүгә әйҙәгән. Ырыуын, тамырҙарын, нәҫел-нәсәбен, ғөмүмән, үҙ килеп сығышын белмәгән кеше йәмғиәттә үҙен ышанысһыҙ тота. Ғәҙәттә, ундайҙар сит йоғонтоға тиҙ бирелә, әрһеҙгә, әпкәләйгә әйләнеүсән була.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2006 йылда быуындар бәйләнешен һаҡлау, ғаилә һәм ҡан-ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыу маҡсатында “Шәжәрә байрамы”н үткәреү тураһында Ҡарар ҡабул иткәйне. Хөкүмәт Ҡарарына ярашлы байрамды үткәреүҙең Положениеһы ла эшләнде, маҡсаттар һәм бурыстар асыҡланды. Ул беренсе нәүбәттә, ырыуыңдың, халҡыңдың тарихын өйрәнеүҙе, башҡорт халҡының милли традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ижад һөйөүсе ғаиләләрҙе асыҡлау, йәш быуынға юғары эстетик- әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреүгә иғтибарҙы көсәйтеү ҙә күҙ уңында тотолдо.
Баймаҡ районында шәжәрә байрамдары Хөкүмәт Ҡарары ҡабул ителгәнсә үк үткәрелеп килде. Ә инде был мөһим документ сараны рәсми үткәреүгә ҙур этәргес бирҙе. 2008 йылда Баймаҡ районында үткән Бөрйән ырыуы йыйынында шәжәрәләр аллеяһы булдырыу халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унан һуңғы йылдарҙа төҙөлгән Мерәҫ ауылына нигеҙ һалыусы ”Мерәҫ Биктимеров шәжәрәһе” ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Ишмырҙа ауылынан Сапаровтар шәжәрәһе 14 быуын вәкилен “Репрессияға эләгеүсе Сапаровтар”ҙы, “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Сапаровтар”ҙы, “Сапаровтар ырыуынан сыҡҡан күренекле шәхестәр”ҙе айырып күрһәтеүҙәре менән иғтибарға лайыҡ булды. Бикмәтовтар архив материалдарын өйрәнеп, 2 меңдән ашыу үҙ ырыуы вәкиле ингән шәжәрә төҙөнө. Уларҙың йәшәйешен, шөғөлөн, йәмғиәттә тотҡан урынын асыҡлаған “Бикмәтовтар шәжәрәһе” китабын сығарҙы. Район буйынса ошондай миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин.
Әлбиттә, мәктәптәр был эштең уртаһында ҡайнаны. Район мәғариф бүлеге тарафынан мәктәптә шәжәрә төҙөүгә методик ҡулланма эшләнде. Был ҡулланмаға ингән методик кәңәштәрҙе журнал уҡыусылар иғтибарына еткереү ҙә урынлы эш булыр, моғайын.
Мәктәптә Шәжәрә байрамына әҙерлек Ойоштороу комитеты төҙөүҙән башлана. Ойоштороу комитетына мәктәп директоры, йәки директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары рәйеслек итә. Комитет ағзалары итеп класс етәкселәре, тарих уҡытыусыһы, музей етәксеһе, уҡыусылар, ата-әсәләр һайланырға мөмкин. Ойоштороу комитетының һәр ағзаһына аныҡ эш бүлеп бирелә. Ләкин башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: кластан тыш үткәрелгән саралар уҡыу процессына кире йоғонто яһарға тейеш түгел. Төп эштән айырылып буталыш тыуҙырырға ярамай. Шәжәрә байрамын үткәреү мәктәптең йыллыҡ тәрбиәүи эш планына индерелә. Уҡыу программаһына ярашлы “Шәжәрә” темаһы әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелә. Бынан тыш фольклор, әҙәби, драма түңәрәктәренең календарь-тематик планына индерелә, класс сәғәттәрендә уны өйрәнеүгә ваҡыт бүленә.
“Шәжәрә” темаһын үткәндә уҡытыусыға бигерәк тә теүәл, аныҡ һәм иғтибарлы булыу талап ителә. Уҡытыусы үҙенә һәм уҡыусы алдына ла асыҡ маҡсат ҡуйып, өлгәшәсәк һөҙөмтәне асыҡ күҙалларға тейеш. Шәжәрә - ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙ. Ул ағас тигән мәғәнәгә эйә. Уҡыусыларға тамырҙарын тәрәнгә ебәреп, ҙур һәм көслө булып үҫкән ағас һүрәте күрһәтелә. Шәжәрә ошо ағас рәүешендә төҙөлә.
Башланғыс класс уҡытыусыларына киреһенсә төҙөлгән схема буйынса эшләргә тура килә. Был осраҡта, Мәғариф министрлығы сығарған плакаттарҙы ҡулланыу отошло. Башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлегенә ҡарап, үҙен шәжәрәлә төп фигура итеп алыу уңайлы: мин – атай менән әсәй – олатай менән өләсәй һ.б. Был уҡыусының ошо йәштә тирә яҡ мөхитте танып белеүе менән бәйле. Сөнки ул, тап ошо йәштә, тәүҙә үҙенең ғаиләһен һәм ундағы үҙ урынын яҡшы аңлай:
Юғары кластарҙа эш ҡатмарлана төшә. Дәрестә “шәжәрә” һүҙенә аңлатма биреп, башланғыс класта алған белемде иҫкә төшөрәләр. Уҡытыусыға шәжәрә төҙөүҙең тәрбиәүи әһәмиәтен уҡыусыларға аңлатыу мотлаҡ булып тора. Ағас тамырынан үҫә башлаған кеүек, шәжәрә лә аҫтан тамырҙан төҙөлә башлауына иғтибар итәләр. Уҡыусылар ағас рәүешендәге схема төҙөй һәм үҙе белгән тиклем туғандарын теҙеп, бер нисә быуынын күрһәтә. Ошондай эште башҡарғандан һуң, бер уҡыусының эше буйынса фекер алышыу үткәрелә һәм артабан өйгә эш бирелә. Өйгә эш биргәндә уҡытыусыға һәр ғаиләнең хәлен, ғаилә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, һаҡ эш итеү мотлаҡ булып тора. Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Был осраҡта өйгә эште һәр уҡыусының мөмкинселегенә ҡарап индивидуаль эшләү, ҡайһы бер уҡыусыға айырым консультация биреү ҙә талап ителә.
Уҡыусы юғары класҡа күскән һайын шәжәрә төҙөү ҡатмарлана бара. Ул фәнни-эҙләнеү эше төҫөн ала. Шәжәрәгә ингән һәр вәкилдең йәшәгән йылдарын, уларҙың тормош-көнкүрешен, һөнәрен, шөғөлөн, өлгәшкән уғыштарын асыҡлап күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ, урындағы архив материалдарын өйрәнеү, ололар менән осрашып һөйләшеү ярайһы яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк. Хәҙерге көндә уҡыусылар ғына түгел, был эш менән күп ғаиләләр ҙә шөғөлләнә. Уҡыусы ата-әсәһе ярҙамында тәрәндәге тамырҙарына ла төшөп китергә мөмкин. Ә инде бала бик аҙ ғына быуынын табып яҙа алған икән, бының өсөн уны шелтәләргә ярамай. Киреһенсә, шәжәрәне өҫтәмә материалдар менән байытыу юлдарын күрһәтергә кәрәк. Шәжәрәгә ингән туғандарының фотоһүрәттәрен табып ҡуйырға, уларҙың тыуған йылдарын, һөнәрҙәре, йәшәгән, эшләгән урындары, өлгәшкән уңыштары тураһында ла мәғлүмәттәр бирергә мөмкин. Араһында ҡан-ҡәрҙәшең булған боронғо коллектив фотоһүрәттәр ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең илдәге төрлө хәлдәр арҡаһында күп кенә ғаилә документтары һаҡланмаған. Әгәр ҙә ғаиләлә боронғо документ, йәки хат һаҡлана икән уларҙы шәжәрәгә ҡушымта итеп бирергә мөмкин. Уҡыусылар тапҡан бөтә мәғлүмәткә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Улар араһында музейға ҡуйырлыҡ һирәк осрай торған тарихи материалдар ҙа килеп сығыуы ихтимал.
Уҡыу йылы аҙағында мәктәптә уҡыусылар менән “Минең шәжәрәм”, “Беҙҙең неҫел шәжәрәһе” темаларына фәнни-ғәмәли конференция, иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә ҡарата конкурс үткәреүҙең тәрбиәүи әһәмиәте сикһеҙ ҙур. Ошо эштәр башҡарылып бөткәс Шәжәрә байрамы үткәрелә. Унда ата-әсәләр, ауылдың абруйлы кешеләре, берәй ырыуҙың иң оло вәкиле һ.б. саҡырылырға мөмкин. Улар алдында уҡыусылар үҙҙәре төҙөгән шәжәрә буйынса сығыш яһайҙар, ниндәйҙер ырыуға хас булған һөнәр-шөғөлдәрҙе (мәргәнлек, оҫталыҡ, сәсәнлек, йыр-бейеүгә маһирлыҡ һ.б.) сәхнәләштереп күрһәтелергә мөмкин. Һуңынан йыйылған материал мәктәп музейына тапшырыла. Әгәр ҙә ата-әсә шәжәрә ғаилә архивында һаҡланырға тейеш тип тапһа, музейға уның күсермәһе бирелә.
Дөйөм эшкә йомғаҡ яһағанда, һәр уҡыусының эшен мотлаҡ дөрөҫ баһаларға кәрәк. Мәктәп директоры бойороғо нигеҙендә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыға маҡтау грамотаһы бирергә, хатта бүләк тә бирелергә мөмкин. Уҡыусының эшенә етәкселек иткән уҡытыусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бойороҡтоң тәүге өлөшөндә йыл буйы башҡарылған эшкә анализ яһала. Унда нисә уҡыусы ҡатнашыуы, ҡайһы класс уҡыусылары әүҙем эшләүе, кемдәрҙең эштәре айырыусы иғтибарға лайыҡ булыуы билдәләнә. Икенсе өлөштә иһә, призлы урындарҙы бүлеү күрһәтелә. Һуңғы пункттарҙа еңеүсе уҡыусының етәксеһенә рәхмәт белдерелә.
Мәктәптә шәжәрә төҙөү буйынса эште ошо ерҙә туҡтатыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ул йылдан йыл яңы шәжәрәләр төҙөү, тарихи материалдар менән байытыу кеүек эҙмә-эҙлекле эшләнә торған даими эш булып тора. Артабан, район һәм республика күләмендә үткән саралрҙа ҡатнашыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.