Моңло ғына музыка уйнай. күҙ алдынан тормошо үткәндәй була. вәғизә инә.

Вәғизә. Әйҙә, бабаҡай, ятып тор.

Исмәғәзим. Рәхмәт, күршекәйем, рәхмәт.

Вәғизә. Нисә йыл күрше булһаҡ та бер ҙә генә һорағаным булманы. Туған-тыумасаң бармы һинең, Исмәғәзим бабай?

Исмәғәзим. Туғандарым… уны ниңә иҫкә төшөрҙөң әле?

Вәғизә. Һуң йәш кеше түгелһең бит. Донъя хәлен кем белә.

Исмәғәзим. Ул турала үҙемдең дә күңелдән китмәй. Бер кемем дә юҡ минең.

Вәғизә. Шулаймы ни? Ә-ә-ә теге бала-сағаң…

Исмәғәзим. Кемде әйтәһең?

Вәғизә. Кемде булһын, һине инде Исмәғәзим ағай, һине. Бына мин ун балалы ғаиләлә үҫтем. Ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләнек. Әсәйем мәрхүмә, йәне йәннәттә булһын, ашарға бешерһә… һә тигәнсе табаны ялтырата инек. Бөтәбеҙгә бер уйынсыҡ. Талашып-һуғышып бөтә инек. Шул саҡта хыяллана инем… тик бер минутҡа яңғыҙ ҡалырға.

Исмәғәзим. Яңғыҙлыҡ – үҙе бәхетһеҙлек.

Вәғизә. Кит юҡты! Килен булып төшкән ерем – тағы ла хлеще, ғаиләһендә ун өс бала. Иремде көсләп тигәндәй ҡалаға алып килдем. Ун биш йыл буйы коммуналкала ҡайнаштыҡ. Ус төбөндәй генә бүлмәлә беҙ биш кеше.

Исмәғәзим. Дауам ит, Вәғизә.

Вәғизә. Фатир алғас шундай ҡыуандым. Инде иркенләп йәшәйбеҙ тигәндә… Бах! Донъялар үҙгәрҙе. Атаһын дә әйтер инем, бер үҙемде ҡалдырып китте лә барҙы (Күҙ йәштәрен һөртә). Уға хәҙер рәхәт. Ни ашайым, ни кейәйем, тип ҡаңғырмай. Хәҙер ана үҙең күрәһең… квартира алам тиһәң, күпме аҡса кәрәк. Исмаһам, ҡартлығымды тыныс үткәрәйем тиһәм, бер булмағас, булмай икән шул.

Исмәғәзим. Донъялар үҙгәрҙе.

Вәғизә. Квартираңды тием, приватизация эшләнеңме?

Исмәғәзим. Юҡ.

Вәғизә. Бөтә кеше приватизация яһап ята.

Исмәғәзим. Нимәгә кәрәк ул?

Вәғизә. Как нимәгә? Һуң… мәңгелек түгелбеҙ бит. Теге бер-бер хәл булһа тием…

Исмәғәзим. Миңә барыбер. Теге донъяға бер нәмә лә алып китеп булмай.

Ыңғырау шылтырай. Динара инә.

Вәғизә. Һиңә кем кәрәк?

Динара. Бында йәшәйме хеҙмәт ветераны Яҡшимбетов Исмәғәзим Исмәғил улы?

Вәғизә. Йәшәй. Шунан?

Динара. Мин социаль яҡлау бүлегенән. Бабайҙың йәшәү шарттарын белешергә килдем.

Вәғизә. Шулаймы? Үтегеҙ.

Динара. Минең аңлауымса, һеҙ беҙҙең хөрмәтле ветераныбыҙ, һаумыһығыҙ.

Исмәғәзим. Эйе, эйе. Бик арыу.

Динара. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Вәғизә. Минме? Күршеһе.

Динара. Күрше тиһегеҙ инде? Ә был нәмә? (Араҡыға күрһәтә) Килешмәй оло кешегә.

Исмәғәзим. Был ни компресс өсөн генә тигән ине, теге күрше…

Динара. Тимәк, күршеләрегеҙ… Әһә (Яҙа башлай). Исемегеҙ, фамилияғыҙ.

Вәғизә. Ни бысағыма һеҙгә минең исемем, фамилиям?

Динара. Ялыу бар.

Вәғизә. Ниндәй ялыу?

Динара. Оло кешегә ярҙам итеү урынына эскелек ойоштораһығыҙ.

Вәғизә. Мин? Һеҙ ысынлапмы?

Динара. (Ҡулына перчатка кейә) Факт күҙ алдында. Вещественное доказательство.

Вәғизә. Исмәғәзим бабай! Ниңә өндәшмәйһең? Мин бит һиңә ярҙам итәм. Бер ҡараусыһыҙ етем бабайҙы ун йыл инде ҡарайым.

Исмәғәзим. Эйе шул, һеңлем, ул насар ҡатын түгел… Миңә зыяны тейгәне юҡ.

Вәғизә. Ишеттеңме? Бер зыяным тейгәне юҡ.

Ишекте шаҡыйҙар.

Динара. Кем унда?

Ҡыям. Мин. Бейсболкам онотолоп ҡалған.

Ыям инә.

Ҡыям. Ҡара миңә әйтмәй генә… (Араҡы шешәһенә ынтыла) Һы буш икән.

Динара. Соображаем на троих!

Ҡыям. Ә был ниндәй тутыйғош? Мадамочка…

Динара. Исемегеҙ, фамилияғыҙ.

Ҡыям. Ҡыяметдин… Ә туҡта әле… нимә яҙаһығыҙ унда? Был кем? Әллә…

Динара. Тағы ҡабатлайым. Оло кешегә хеҙмәт ветеранына ҡамасаулап, ҡарт көнөндә тыныс йәшәргә ирек бирмәүсе күршеләре…

Вәғизә. Ҡыяметдин Һабырғолов, эскән һайын ошонда, күрәһегеҙме аяҡ эҙҙәрен. (Простыняны күрһәтә) Уныҡы!

Динара. (Яҙа). Тимәк…

Ҡыям. Ошаҡсы?! Изге йән эйәһе! Бабайҙың пенсияһын дүрт күҙ менән көтөп тороусы һин түгелме? Бөгөн нисәһе? Әһә, алтыһы…

Вәғизә. Мин… уға ярҙам менән! Күрмәйһегеҙме, магазиндан продуктылар алып килдем. Тыңламағыҙ уны, тыңламағыҙ…

Ҡыям. Мин аңламай тиһеңме, ни өсөн бында йөрөгәнеңде. (Ха-ха-ха)

Вәғизә. Оятһыҙ!

Динара. Туҡтағыҙ! Хөкүмәт вәкиле булараҡ, мин һеҙҙе хеҙмәт ветеранының фатирын бушатыуығыҙҙы талап итәм. Бөгөнгө көндән хөрмәтле Исмәғәзим Исмәғил улын ҡалабыҙҙың социаль яҡлау бүлексәһе үҙ ҡарамағына ала.

Вәғизә. Ней…

Динара. Хушығыҙ, хушығыҙ.

Вәғизә, Ҡыям сыға.

Динара. Беҙҙең илебеҙҙә хөкүмәт тарафынан ситтә ҡараусыһыҙ ҡалған бер генә оло кеше булмаҫҡа тейеш. Хөрмәтле Исмәғәзим Исмәғил улы, бөгөнгө көндән һеҙ минең ҡарамаҡтаһығыҙ. Таныш булайыҡ, ҡала собесеның өлкән инспекторы Ялҡынбаева Динара Мөхәмәт ҡыҙы. Бына минең документтарым. Бына мисәте, бына подписе. Күрҙегеҙме?

Исмәғәзим. Эйе, эйе… күрәм.

Динара. Күҙҙәрегеҙҙән күреп торам, бигерәк изге, бер ҡатлы бәндә икәнегеҙҙе. Шунан файҙаланып күршеләрегеҙ елкәгеҙгә атланырға ғына тора. Улар бит һеҙҙең ҡартлығығыҙҙан, яңғыҙлығығыҙҙан файҙа эҙләй.

Исмәғәзим. Һуң…

Динара. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы… Уныһы ғына аңлашыла. Ә шулай ҙа һаҡ булығыҙ! Кем генә юҡ хәҙерге заманда. Улар бит барыһы ла ҡуян тиреһе ябынған бүре булыуы ихтимал. Моғайын телевизор ҡарайһыңдыр, газета уҡыйһығыҙҙыр? Аңланығыҙмы?

Исмәғәзим. Аңланым.

Динара. Молодец. Ә хәҙер ниндәй проблемаларығыҙ бар, барыһын да йәшермәй һөйләгеҙ.

Исмәғәзим. Крандан һыу аға, слесарь саҡыртҡан инем…

Динара. Туҡтатырбыҙ, тағы?

Исмәғәзим. Аяғым…. йөрөмәй. Таш һымаҡ ҡатала ҡуя, бына…

Динара. Йөрөтөрбөҙ. Тағы?

Исмәғәзим. Яңғыҙлыҡ бәкәлгә һуға… теге…

Динара. Өйләндерербеҙ.

Исмәғәзим. Юҡ, юҡ! Кәрәкмәй.

Динара. Кәрәкмәй. Һыҙҙым.

Исмәғәзим. Квартира…

Динара. Бер кеше өсөн артыҡ иркен, бәләкәйләтербеҙ.

Исмәғәзим. Юҡ, юҡ.. теге хаҡы ҡиммәт.

Динара. Хәл итербеҙ. Бөттөмө? Бына ошонда ҡул ҡуйығыҙ.

Исмәғәзим. Күҙ… күҙ…

Динара. Күрмәйме?

Исмәғәзим. Күрмәй шул… теге күҙлегемде әйтәм. (Эҙләй).

Динара. Бабаҡай, миңә бөгөн ун бишләгән ветерандың хәлен белешер кәрәк.

Исмәғәзим. Унда нимә яҙҙың һуң?

Динара. Проблемаларҙы… шул проблемаларҙы хәл итеүҙе ышанып миңә тапшыраһың. Юҡ, миңә түгел, хөкүмәтебеҙгә.

Исмәғәзим ҡул ҡуя.

Динара. Бына шулай, молодец. Тағы ниндәй йомоштарығыҙ бар?

Исмәғәзим. Йомош тип. Ҡыйын булмаһа ошо хатты.

Динара. Бер ниндәй ҡыйынлығы юҡ. С удовольствием. Хушығыҙ. (Динара сыға)

Ут һүнә.

Икенсе күренеш

Ваҡиға Исмәғәзим бабайҙың фатирында бара. Исмәғәзим бабай тәҙрәгә ҡарап ултыра. Ипләп кенә ишек шаҡыйҙар.

Исмәғәзим. Ишек асыҡ, инегеҙ.

Вәғизә инә.

Вәғизә. Ниңә бикләнмәй ултыраһың?

Исмәғәзим. Урларлыҡ бер әйберем юҡ.

Вәғизә. Ай-һай-һай.

Исмәғәзим. Аяҡтар мәшәкәтләй.

Вәғизә. Төнө буйы йоҡлай алманым, давлением күтәрелде. Әле һаман башым ауыртып тора. Унан килеп теге балалары тынғы бирмәй. Сар-сыу киләләр. Хут ят та үл. (Илай).

Исмәғәзим. Көйөләнмә, күршекәйем. Хәлеңде аңлап торам. Бына дарыу эсеп ебәр. (Дарыу бирә)

Вәғизә. Һиңә лә үпкәләнем. Бер ят сит кеше алдында битемде йыртып…

Исмәғәзим. Һуң…

Вәғизә. Күпме ярҙам иттем, атайымдай күреп…

Исмәғәзим. Изгелегең онотолмаҫ.

Вәғизә. Онотолмаҫ… бына квитанцияларың…

Исмәғәзим. Ғинуар, февраль, март, апрель… тағы май, июнь, июль юҡ түгелме?

Вәғизә. Хәлемде аңлап тораһың бит… Тик баяғы теге… собестан килгәнгә ошаҡлама инде.. башымды ашар.

Наши рекомендации