I.Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы төп белем биреү мәктәбе Иҫке Собханғол ауылы Бөрйән районы муниципаль районы Башҡортостан Республикаһы

I.Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре - student2.ru

Килешелгән: Раҫлайым Уҡытыу- тәрбиә эштәре мәктәп директоры Буйынса урынбаҫары _____/ Хоҙайғолов Г.М. / ____________/Искужина С. К./ Приказ № «01.09.2016”

Башҡорт теленән

эшпрограммаһы

2016-2017 се йылдарга ҡаралған

Башҡорт лицейҙары, гимназиялары һәм мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн “Әлифба” һәм “Әсә теле “буйынса программа/ төҙ.; Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева.-Өфө: Китап. 2010.

« Башҡорт теле» дәреслеге (автор Ф.Ш.Сынбулатова),

« Башҡорт теле» дәреслегенә эш дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова),

«Тикшереү эштәре» дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

2-секласс

Арағолова Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы

Уҡыу йылы

I.Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

- шәхси үҫеш кимәле;

- метапредмет кимәле;

- предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һатҡаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсалһ эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ

аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм моралһ нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә-тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауһы үҙ эсенә ала. Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәһмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Шәхси үҫеш кимәле

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоционалһ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы .).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-планлаштырыу;

-һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

-дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фараз менән уртаҡлашыу;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

-тикшереү;

- төҙәтмәләр индереү;

- баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙец айышына төшөнөү (йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, таблицаларҙан, схемаларҙан, иллюстрацияларҙан

һорауға яуап табыу;

-күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

-ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү;

-бер төрлө информацияны икенсе төрлө формаға үҙгәртеү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен

билдәләү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы

үтәү, аралашыу тураһында килешеү;

-парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү (башҡарыусы йәки лидер).

Предмет үҙләштереү кимәле

-уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

-текстың исемен (атамаһын) аңлау, текста исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

-тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу (план төҙөү);

-ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

-тексты ентекле һөйләй белеү;
-ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын

билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу,

телдән өн-хәреф анализы яһау;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, яҙылғанды өлгө менән сағыштырып

тикшереү;

-һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 30-40 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

-һүҙҙәрҙең ауыр яҙылышлы урындарын күреү һәм дөрөҫ яҙыу;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын, географик атамаларҙы, хайуан ҡушаматтарын баш хәреф менән яҙыу; нәҙеклек (һ) һәм ҡалынлыҡ (ъ)

билдәләрен, йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу;

-өйрәнелгән ҡағиҙәләргә хаталарҙы табып төҙәтеү;

-тамырҙаш һүҙҙәрзец тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

-һүҙҙәргә һорау ҡуйыу; кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе күреү, һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барыуын асыҡлау;

-бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-картина йәки бирелгән тема буйынса ҙур булмаған текст теҙеү, уҡытыусы ярҙамында 4-5 һөйләмдән торған тексты дәфтәргә яҙыу.

“Башҡорт теле” уҡыу предметының йөкмәткеһе

1. Графика, өн һәм хәреф. Хәреф һәм өн. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: я, е, ё, ю. У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. В хәрефенең үҙенсәлеге. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙһң ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү, абзац. Башҡорт теле орфографияһыныц нигеҙҙәре. Һүҙҙәге өндәрҙе тикшереү тәртибе. Һүҙҙең өн моделе.

2. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы баш хәреф менән яҙыу.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. ни эшләй? ни эшләне? ни эшләр? йәки ни эшләйәсәк? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте һәм урыны.

Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың аңлатҡан мәғәнәһе, әһәмиәте. Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәрере булған һүҙбәйләнештәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән, -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, тә, -ла, -лә, ғына, генә, ҡына, кенә. Уларҙың айырым яҙылышы, айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы, баҫымһыҙ булыуы һәм телмәрҙә ҡулланылышы.

3. Һүҙяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, төркөмләү (термин бирелмәй).

4. Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. әйтеу маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. һорау һөйләм. Өндәү Һөйләм. Һөйләмдең баш Һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.

5. Орфография Һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү Һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы Һуҙҙәр. Һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е, ё, ю хәрефтәре. Һүҙ башында [уы], [уэ] өндәре, в хәрефе. Һөйләмдең баш хәреф менән яҙылышы. Кешенең фамилияҺы Һәм исеменең хайуан ҡушаматтарының ер-Һыу атамаларының баш хәреф менән яҙылышы. Хәбәр, Һорау, өндәү Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һаналып киткән Һуҙҙәр араҺында тыныш билдәләре.

6. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияҺы. Уға ярашлы Һөйләшеү (диалог) төҙөү. Текст. Тексты таныу. Текстың атамаҺы. Текстағы Һөйләмдәрҙең мәғәнәүи әҙмә-әҙлеклеге. Текст төҙөү. Монолог (сығыш яҺау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, Һорау менән мөрәжәғәт итеү, рәхмәт белдереү).

7. Универсаль укыу эш төрҙәре. Уҙ аллы белем алыуҙың башланғыс алымдарын өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге буйынса башланғыс күнекмәләр алыу (маҡсат ҡуйыу, укыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, белем алыу буйынса мәсьәләне хәл итеү, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль, баҺа). Аралашыу мәҙәниәт

III. Календарь-тематик план

Бөтәһе 105 сәғәт

Дәрес темаһы Сәғет.һаны Яҡ.үткәреү ваҡыты Факт.үтк. ваҡыты Иҫкәрмә
Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? 1.09.    
Ҙур хәреф.Һөйләм 4.09.    
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡыу. 5.09.    
Һөйләмде күсереп яҙыу. 8.09.    
Кеше исемдәре. 11.09.    
Кеше исемдәренең яҙылышы. 12.09.    
Кеше фамилиялары 15.09.    
Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар. 18.09.    
Кеше исемдәре һәм фамилиялары. 19.09.    
Ер-һыу атамалары. 22.09.    
Ер-һыу атамалары. 25.09.    
Хайуан ҡушаматтары. 26.09.    
Ҙур хәреф.Хайуан ҡушаматтары. 29.09.    
Ҙур хәреф.Хайуан ҡушаматтары. 2.10.    
Диктант.Юлай. 3.10.    
Хаталар өҫтөндә эш.Үҙ-ара һөйләшеү. 6.10.    
Үҙ-ара һөйләшеү.Диалог. 9.10.    
Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. 10.10.    
Йәмғиәт урындарында осрашыу. 13.10.    
Йәмғиәт урындарында осрашыу.Диалог. 16.10.    
Яҡын кешеләрҙе ҡотлау,тәбрикләү. 17.10.    
Яҡын кешеләрҙе тәбрикләү. 20.10.    
Әкиәт геройҙары. 23.10.    
Минең тиҫтәрҙәрем.Аралашыу этикеты. 24.10.    
Диктант.Көҙгө япраҡтар. (с. 59) 27.10.    
Хаталар өҫтөндә эш.Мәғлүмәт,белешмә эҙләү. 30.10.    
. Мәғлүмәт,белешмә эҙләү. 6.11.    
Мәғлүмәт,белешмә эҙләү. 7.11.    
Диалог ҡороу. Әйтем.Һынамыш. 10.11.    
Диалог ҡороу. Әйтем.Һынамыш. 13.11.    
Диалог ҡороу. Әйтем.Һынамыш. 14.11.    
Иғлан,Белдереү. 17.11.    
Иғлан,Белдереү. 20.11.    
Диктант.Көҙгө ямғыр. ( с.64) 21.11.    
Хаталар өҫтөндә эш. Иғлан.Белдереү. 24.11.    
Һөйләм. 27.11.    
Һөйләм. 28.11.    
Һөйләмдең баш киҫәктәре. 1.12.    
Һөйләмдең баш киҫәктәре .Эйә,хәбәр. 4.12.    
Һөйләмдең баш киҫәктәре. 5.12.    
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. «Торналы күл» 8.12.    
Хаталар өҫтөндә эш.Хәбәр һөйләм. 11.12.    
Хәбәр һөйләм. 12.12.    
Өндәү һөйләм. 15.12.    
Өндәү һөйләм. 18.12.    
Һорау һөйләм. 19.12.    
Һорау һөйләм. 22.12.    
Диктант.Уңған ҡыҙ.( с.71) 25.12.    
Хаталар өҫтөндә эш.Текст.Һөйләм.. 26.12.    
Текст. 15.01.    
Текст,Һөйләм. 16.01.    
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. 19.01.    
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр 22.01.    
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр 23.01.    
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. 26.01.    
Һүрәт буйынса инша. «Елдерәләр саналар» 29.01.    
Эшкә анализ Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр 30.01.    
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. 2.02.    
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. 5.02.    
Диктант.Ҡыш көнө.(75) 6.02.    
Хаталар өҫтөндә эш. У-ү хәрефе. 9.02.    
У-ү хәрефе. 12.02.    
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. «Шырлауыҡ янында» 13.02.    
Хаталар өҫтөндә эш.О-ө хәрефле һүҙҙәр. 16.02.    
О-ө хәрефле һүҙҙәр. 19.02.    
Изложение. «Терпе ҡыҙына күстәнәс». 20.02.    
Хаталар өҫтөндә эш. Ээ хәрефле һүҙҙәр. 26.02.    
Ээ хәрефле һүҙҙәр. 27.02.    
(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында 1.03.    
Ыы хәрефле һүҙҙәр. 4.03.    
Ыы хәрефле һүҙҙәр. 5.03.    
Диктант.Ҡайын ағасы.(73) 11.03.    
Хаталар өҫтөндә эш.Йй хәрефле һүҙҙәр. 12.03.    
Йй хәрефле һүҙҙәр.Уларҙың яҙылышы. 15.03.    
Йй хәрефле һүҙҙәр. 18.03.    
Йй хәрефле һүҙҙәрҙең яҙылышы 19.03.    
Йй хәрефле һүҙҙәр. 22.03.    
Инша.Минен дусым. 5.04.    
Эшкә анализ. (йа)өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 8.04.    
Диктант.Юл япрағы.(с. 80) 9.04.    
(йү) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 12.04.    
(йү) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 15.04.    
(йэ)өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 16.04.    
(йэ)өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 19.04.    
(й,о) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? 22.04.    
Диктант.Яҙ башы. (с.83) 23.04.    
Һүҙ төркөмдәре. 26.04.    
Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр. 29.04.    
Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр. 30.04.    
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. 3.05.    
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. 6.05.    
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. 7.04.    
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. 10.05.    
Һөйләмдең тиң киҫәктәре 13.05.    
Һөйләмдең тиң киҫәктәре 14.05.    
Ярҙамсы һүҙҙр. 17.05.    
Ярҙамсы һүҙҙр. 20.05.    
Ярҙамсы һүҙҙр. 21.05.    
Үтелгәндерҙе ҡабатлау.Ҙур хәреф. 24.05.    
Үтелгәндерҙе ҡабатлау.Һөйләмдә баш һәмэйәрсән киҫәктер. 27.05.    
Диктант.Миләүшә. (с. 96) 28.05.    
Хаталар өҫтөндә эш.Үиелгәндәрҙе ҡабатлау. 31.05.    
Һөйләмдең тиң киҫәктәре      
Һүҙ төркөмдәре.      
Һүҙ төркөмдәре.      
           

Наши рекомендации