Се йылдар әҙәби процесына дөйөм күҙәтеү. Ә.Вахитовтың ғилми эшмәкәрлеге. (6 том, 5 и 222 стр.).

Етмешенсе йй һәм унан һуңғы йй тулҡын-тулҡын булып Ҡ.Аралбаев, Ә.Әхмәтҡужин, И.Кинйәбулатов, Т. Килмөхәмәтов, Р. Шәкүр, Б.Ноғманов, Н.Ғәйетбаев, А.Баһуманов, С.Шәрипов, Т.Ғарипова,М.Ямалетдинов, М.Иҙелбаев, Ф.Бүләков к/к заманы м/н бергә өлгөргән талантлы йәштәр килде. 1977 й. ;.Ибраһимов, Пугачев осорона арнап, “Кинйә” исемле тәүге тарихи романын нәшер итте. 70-се й аҙағында һәм унан һуңғы йй теҙмәһенә б-т тарихының төрлө(шул иҫәптән – боронғо) осорҙарын яҡтыртҡан байтаҡ романдар – К. Мәргәндең “ Бөркөт ҡанаты”, Я.Хамматовтың “Төнъяҡ амурҙары”, Б.Рафиковтың “Ҡараһаҡал” әҫәрҙәре донъя күрҙе. Хәҙерге б-т әҙ-ң 70-се йй башынан 90-сы йй тиклемге үҫеш тенденцияларын, әҙәби хәрәкәт барышын идея-тематик йүнәлештәре, әҙәби төр бүленештәре, форма һәм йөкмәтке үҙгәрештәре йәһәтенән байҡап сығырғы мөмкин. Хәҙерге поэзиялала масштаблыҡҡа, киң фекерләү ынтылыш көслө. Йыһан, шәхес, кешелек проблемаларын поэтик үҙләштеоеүҙә ҡоро һоҡланыуҙан кешенең бөйөклөгөн, рухи азатлығын йырлауға , күренештәрҙең философик асылын поэтиклаштырыуға күсеш күҙәтелә. С.Кудаш, С.Кулибай, М.Сөндөклө, М.Тажи, Ғ.Әмири, Х.Кәрим, шиғырҙарында 70-се йй поэзияһының дөйөм күтәрелеүе, яңырыу осорона хас аҡыл тәрәнлеге, йәштәрсә ярһыулыҡ, тормошто яңыса күреү һәм баһалау, һәр хәрәкәттең эске мотивын, ерлеген тойоу үҙенсәлектәре көсәйҙе, гражданлыҡ пафосы, лиризм, образлылыҡ артты. Н.Нәжми м/н Х.Ғиләжевтың был дәүерҙә айырыуса активлыҡ күрһәтте, Ә.Атнабаев “Йылдарҙан йырҙар ҡала”, Р.Сафиндың “ Аҡ моңдар”, Р.Ғариповтың “ “Миләш-кәләш” тигән шиғри йыйынтыҡтары сыҡты. М.Кәримдың ижады күренекле урын алып тора. 70-сейй лиро-эпик жанырҙарынан Н.Нәжмиҙең “Урал” һәм “Иблес” поэмалары. Проза өс йүнәлештәге идея –тематиканы иңләне: 1)хәҙерге ысынбарлыҡты сағылдырыуға арналды. Уның йөҙө 70-се йй Ш.Янбаев, Н.Мусин романдары, М.кәрим, Р.Солтангәрәев, А.Ғирфанов, З.Ғәлимов, Н.Ҡотдосов, Д.Бүләков, Ғ.Вәлиев повестары м/н характелана.2) БВ һуғышы йәки хәрби-патриотик тнема тирәһендә берләшә: И.Абдуллин, Я.Хамматов, Ш.Биккол, Ә.Чаныш, И.Ғиззәтуллин романдары һәм повестары.3) тарихи һәм тарихи-революцион темаға арналған әҫәрҙәр. Ул 70-се йй аҙағында Ғ.Ибраһимов”Кийә”, К.Мәргәндең !Бөркөт ҡанаты”(тәүге киҫәктәре), Н.мусиндың “Мәңгелек урман”, Ф.Иҫәнғоловтың !Артылыш”, “Һәйкәлдәр тереләр өсөн”, Я.Хамматовтың “Йәшенле йәй” романдары, Ғ.Лоҡмановтың !Ҡояш сығыр алдынан” тигән повестары м/н билдәләнде. “кинйә” романы өсөн Ғ.Ибраһимов респ-ң СЮ исемендәге Дәүләт премияһы м/н бүләкләнде. Повестарҙа тикшеренеү элементы көсәйә, проблемалылыҡ күтәрелә барҙы. Б-н Яҙыусылар союзы, мәҙәниәт министрлығы, профсоюздарҙың һәм комсомолың Өлкә Комитеттары 70-се йй аҙағында эшселәр тормошона арналған пьесалар конкурс иғлан иткәйне. Унда ҡатнашҡан әҫәрҙәрен н.Асанбаевтың “Аҡ сирендәр”, Ф.Богдановтың “Иртәнге томан” драмалары ҡуйылған проблеманы ыңғай хәл итеүҙәре м/н айырылды. Х-ҡ тормошоноң төрлө дәүерҙәрен һәм тармаҡтарын сағылдырған күп кенә пьесаларҙа -“нәркәс” (И. Йомағолов), “Һалдат улы”(Ә.Мирзаһитов), “Өҙөлгән моң” (К.Мәргән), “Айгөл иле” (М.Кәрим), “Кеше бәхете”(Н.Асанбаев) юғары драматизм, психологизм һыҙаттары көслө. Комедия өлкәһендә лә 70- се йй күтәренкелек тойолдо. Водевиль характерындағы“Их, Өфө ҡыҙҙары!!, “Яратам, яратам”(И.Абдуллин), сатирик пландағы “Игеҙәктәр”(Ә.Атнабаев), “Һыу юлы”(Н.Асанбаев), лирик йылылығы, юмор нескәлеге м/н билдәләнгән “Тиле йәшлек”(И.Абдулли) комедиялары жанрҙың сиктәрен киңәйтеүгә, стиль үҙенсәлектәрен төрләндереүгә килтерҙе. М.Аҡмулланыңтыуыуына-150, М.Ғафур-ң -100 билдәләңе бөтә Союз күләмендә б-тпоэзиһы ҡаҙаныштары тантанаһына әйләнде, Б-т яҙыусыларының китаптары 1973 й СССР х-ң 25 телендә,22 сит ил телендә, шул иҫәптән Болгарияла, Венгрияла, Польшала, Чехословакияла, Румынияла, ул саҡтағы ГДР-ҙа, Төркиәлә, Аргентинала, Финляндияла, Канадала баҫылып сыҡты.

Проза жанрының үҫешен күҙәтеп, йәш таланттарға ваҡытында тейешле баһа биреп, уңыштарҙы билдәләп, етешһеҙлектәрҙе асыҡлап барыу мәсьәләһендә Ә.Вахитов хәстәрлекле һәм егәрле эшләне.Ә.Вахитов үҙе ижадының тәүге аҙымдарын шиғриәттән башлай, б-т фольклор комартколарын йыйыу эшендә ихлас ҡатнаша, хикәйәләр һәм хикәйәттәр оҫтаһы булып таныла, етди проблемалы повестар ижат итә. Б-т шағирҙары араһында ул Ғ.Сәләмде айырыуса яратып ине, !Шиғриәт шоңҡары” тигән монографияһы шиғри күңелле белгестең аҡҡош йыры булып яңғыраны.

44.Өмөтбаев МөхәмәтсәлимМөхәмәтсәлим Өмөтбаев – мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе, тиелә Башҡортостандың ҡыҫҡаса эциклопедияһында. Анығыраҡ әйткәндә, ул – ХIХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсе-демократы, ғалим һәм шағир. Уға тиклем йәшәгән бөтә ғалимдарҙан айырмалы рәүештә, ул фарсы һәм ғәрәп телдәрен яҡшы белеү менән бер рәттән, рус теленә лә камил эйә булған; донъя мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләре менән таныш кеше.Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында кантон начальнигы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә алып, 1852 йылда Ырымбур кадет корпусына уҡырға инә, унда, урыҫ, фарсы, төрки телдәрҙе, математика, география, тарих, архитектура, сәнғәт, каллиграфия һәм хәрби эште өйрәнә. Әммә офицер булмай – атаһының ҡушыуы буйынса һигеҙ йыл уҡығандан һуң кадет корпусын ҡалдырып, Йомран-Табын кантонының Башҡорт ғәскәр идаралығына тәржемәсе булып инә. 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусының мировой посреднигы, писары итеп тәғәйенләнә, ә 1869 йылдан алып 10 йыл буйына улус старшинаһы булып хеҙмәт итә.Һуңынан ике йыл тирәһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо ваҡытта ул үҙенең тәүге ҙур эшен тамамлай – фарсы-татар-урыҫ һүҙлеген төҙөй. 1880 йылда Өмөтбаев Өфөгә күсә һәм Ырымбур Диниә назаратында эшләй башлай.1883 йылда уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге ағзаһы итеп һайлана. Өфөнөң 300 йыллығын, А.С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү комиссияһында ағза була. Ул мосолман закондарын, татар теле грамматикаһын, Ырымбур дини йыйылышы тарихын өйрәнеүгә арналған китаптар баҫтыра, Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны”н тәржемә итә.Өмөтбаевтың төп китабы – “Йәдкәр”, уға шиғырҙары, тарихи һәм публицистик, тарихи очерктары, лингвистика, фольклор, этнография буйынса хеҙмәттәре ингән. Үҙ шиғырҙарында автор, ғәҙәттә, шағир-тарихсы, шағир-этнограф булараҡ сығыш яһай. Поэтик әҫәрҙәренең күпселеге тыуған яҡҡа, башҡорт халҡының тормошона һәм көнкүрешенә арналған. Ғилми хеҙмәттәрендә, публицистик мәҡәләләрендә үҙ заманының актуаль проблемаларын күтәрә: социаль, ер мәсьәләләре, башҡорт халҡының хоҡуҡи хәле, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат һәм китап баҫтырыу. Өмөтбаев башҡорттарҙың үҙ туған телендә уҡыу хоҡуғын яҡлай. Ул башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары, ғәҙәттәре, педагогикаһы һәм халыҡ медицинаһы тураһында бай материал йыя. Тарихи очерктарында ил тарихы, башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының бәйләнештәре һәм мәҙәниәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо яҡтыртыла.Лев Толстойҙың замандашы булараҡ, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең педагогик, фәлсәфәүи һәм этнографик яҙмаларында күп тапҡырҙар бөйөк гуманист мираҫына мөрәжәғәт итә.Ғөмүмән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, башҡорттар араһында белем, мәҙәнилек таратыу яҡлы булған Ризаитдин Фәхретдин һәм Мифтахетдин Аҡмулла менән бер рәттән, Башҡортостандың күренекле мәғрифәтселек вәкилдәренең береһе була.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 65 йәшендә, 1907 йылдың 28 июнендә, тыуған ауылы Ибраһимда, (Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) вафат була. Бында танылған башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы һәм яҙыусыһының мемориаль музейы урынлашҡан.

Наши рекомендации