Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар менән проект эшмәкәрлеген ойоштороу

Бөгөнгө көндә педагогикала һәм мәктәп практикаһында “тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “тикшеренеү методы”, “проектлау методы”, “проект технологияһы” кеүек төшөнсәләр киң ҡулланыла. Был иһә, бер яҡтан, хәҙерге заман белем биреү системаһында һәр баланың шәхси потенциалын үҫтереүгә шарттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, мәктәп фәндәрен эҙләнеү-тикшеренеү йүнәлешендә өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләй.

Уҡыу-уҡытыу барышында уҡыусылар рефераттар яҙа, доклад менән сығыш яһай, рецензия, аннотация яҙыу күнекмәләре ала, фәнни мәҡәлә яҙғандары ла бар, уҡыусыларҙың ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡандарының сығыштары йыйынтыҡтарҙа донъя күрә. Быларҙың барыһы ла уҡытыуҙың яңы технологияһы – ғилми-тикшеренеү эшенең – белем биреү процесына киңерәк үтеп инеүен дәлилләй. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстар, ижади бәйгеләр, фәнни-ғәмәли конференциялар уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да заман менән бергә атлауын талап итә. Был йүнәлештең актуаллеге асыҡ һәм бәхәсһеҙ.

Мәктәптә фәнни-тикшеренеү эштәре уҡыусыларҙы үҫтереү маҡсатынан сығып башҡарыла. Был ижади эш төплө белем алыу менән үрелеп барырға тейеш.

Уҡыусылар мәктәптә фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеү нигеҙҙәрен үҙләштерһә, юғары уҡыу йорттарында уларға курс эше, диплом эше яҙыу ҡыйын булмаясаҡ, иң мөһиме – шәхестең логик фекерләүе, үҙ ҡарашын яҡлай белеү ҡеүәһе үҫешәсәк.

Билдәле булыуынса, уҡыусыларҙы фәнни методтар менән таныштырыу кәрәклеге норматив документтарҙа ла күрһәтелгән: белем биреү стандарттарында предметты өйрәнеүҙең маҡсаттарының береһе булып уҡыусыларҙың теге йәки был методтарҙы үҙләштереүе тора. Уҡыусыларҙың методологик компетентлығы уларҙың фәнни методтарҙы белеүе, үҙ аллы тикшеренеүҙәр алып бара, планлаштыра һәм эксперименттар үткәрә белеүе, төрлө гипотезалар тәҡдим итә алыуын үҙ эсенә ала. Уҡыусыларҙың тикшеренеү һәләттәрен дәрестәрҙә, дәрестән тыш сараларҙа, электив курстарҙа үҫтереү мөмкинлеге бик ҙур.

Уҡыусыларҙың тикшеренеү һәләттәре фәнни-тикшеренеү, проект

һәм проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге процесында формалаша. Фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге йәмғиәткә кәрәкле яңы белем, мәғлүмәт уйлап табыуға йүнәлтелгән. Проект эшмәкәрлеге – уҡыусыларҙың ижади, танып белеү һәм уйын эшмәкәрлеге, алдан уҡ билдәле һөҙөмтәгә йүнәлтелгән булыуы менән айырылып тора. Проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге иһә үҙ аллы тикшеренеүеңде ойоштороу менән бәйле эшмәкәрлек.

Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәренең төп маҡсаты – уҡыусының әүҙем ҡатнашлығы нигеҙендә билдәле бер этаптарға бүленгән танып белеү процесы. Иң мөһиме – уҡыусының үҙаллылығы. Уҡытыусы был осраҡта консультант ролендә сығыш яһарға тейеш.

Бынан сығып, ФТЭ-нең бурыстарын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

- Үҙаллылыҡтың үҫеше. Уҡыусы үҙ аллы яңы мәғлүмәттәрҙе, белемде өйрәнеп, үҙендә үҙаллылыҡ тәрбиәләй. Был уның дөрөҫ социаль адаптацияһы өсөн мөһим фактор.

- Уҡыусы шәхесенең үҙ аллы формалашыуы. ФТЭ уҡыусыға үҙен табырға, һәләттәрен асыҡларға ярҙам итә. Был йәһәттән һәр уҡыусының мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаларға, тейешле йүнәлештә ҡулланыуҙың мөһимлеген билдәләр кәрәк.

- Коммуникатив һәләттәрҙең үҫеше. ФТЭ образлы фекер йөрөтөүгә, хәтерҙе, логиканы үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусыны үҙ фекерен, ҡарашын асыҡ, аңлайышлы итеп бирә алыуға өйрәтә.

- Коммуникабель һәләттәрҙең формалашыуы. ФТЭ барышында уҡыусы асыҡ, социаль әүҙем була, аралашырға өйрәнә.

Ғалимдарҙың билдәләүенсә, уҡыусыларҙың тик 16% ғына ФТЭ менән шөғөлләнә ала. Шуға күрә уҡытыусыға ФТЭ алып бара алырлыҡ уҡыусыларҙы һайлап алыуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Уҡыусының дөйөм өлгәше тулы тикшеренеү эштәре алып бара алыуын күрһәтмәй әле. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар был класта эшләүсе уҡытыусы еңел генә теге йәки был уҡыусыны ФТЭ йәлеп итә ала. Ә инде яңы, таныш булмаған аудиторияла иһә был хәл ҡатмарлыраҡ. Уҡыусыларҙың ФТЭ менән шөғөлләнерлек һәләттәрен асыҡлау өсөн түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итергә мөмкин:

- 1-2 минут эсендә ниндәйҙер йәнлек тураһында хикәйә төҙөргә һәм 5 минут дауамында телдән һөйләп бирергә;

- Фломастерҙар ярҙамында ҡағыҙ битендә биш минут эсендә картина эшләргә;

- Мәҡәл йәки әйтемдәргә комментарийҙар бирергә;

- Тыштағы берәй күренеште 3-5 һөйләм менән һүрәтләп бирергә;

- Теге йәки был һүҙ менән бәйле ассоциацияларҙы билдәләргә.

Был һорау һәм эштәрҙе анализлағанда, уҡытыусы тиҙлеккә, оригиналь хәл итеүҙәргә, бай фантазияға, яуаптарҙың тулылығына, тәрәнлегенә иғтибар итергә тейеш.

ФТЭ башлар алдынан уҡытыусы уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Быны бер нисә юл менән булдырырға мөмкин:

- Перспективаға баҫым. Тикшеренеү барышында формалашасаҡ һәләттәр киләсәктә лә кәрәгәсәгенә акцент яһала. Мәҫәлән, вузда уҡығанда.

- Үҙеңдең кәрәклегеңә, мөһимлегеңә баҫым. ФТЭ алып барыу уҡыусыла уның үҙ аллы, үҙенсәлекле булыуына, башҡаларға оҡшамауына ышаныуына булышылыҡ итә. Үҫмерлек осоронда был бик мөһим.

- Еңеүгә ынтылыш. Төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулау стимул була ала.

- Тема менән ҡыҙыҡһындырыу. Уҡыусы үҙе уны ҡыҙыһындырған теманы һайларға тейеш. Уҡытыусы уға бары тик темалар исемлеген йәки актуаль, уҡыусының ҡыҙыҡһыныуҙары менән бәйле теманы тәҡдим итә ала.

- Уҡыусы менән бәйләнеш. Яҡшы уҡыусы һәм уҡытыусы мөнәсәбәттәре бөтә төр эшмәкәрлектәрҙең һөҙөмтәлелегенә нигеҙ булып тора.

Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн уның төп структур элементтарын яҡшы белергә кәрәк. Теге йәки был үҙенсәлектәре буйынса уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрен билдәләргә мөмкин:

1. Маҡсаты буйынса:

- яңы материалды өйрәнеү

- үтелгәндәрҙе ҡабатлау

- үтелгәндәрҙе системалаштырыу

- уҡыусыларҙың тикшеренеү һәләтен үҫтереү

- уҡыусыларҙың белемен тикшереү

2. Талап ителгән ваҡыт буйынса:

- ҡыҫҡа ваҡытлы

- бер нисә сәғәткә тәғәйенләнгән

- оҙайлы ваҡытҡа

3. Ойошторолоу маҡсаты буйынса:

- фронталь

- төркөмдәр менән эш

- индивидуаль

4. Тикшеренеү төрө буйынса:

- теоретик

- практик (эксперименталь)

5. Тикшеренеү йөкмәткеһе буйынса:

- дәрестә эш (дөйөм план менән эш, дәреслек менән эш)

- дәрестән тыш эш

Әлбиттә, был классификацияла был элементтар айырым ғына ҡулланыла, тип әйтеп булмай, улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге фронталь йәки индивидуаль эш тип планлаштырылһа ла, был эш төрҙәре эшмәкәрлек дауамында берҙәй ҡулланылырға мөмкин. Әйтәйек, уҡытыусы дәрес барышында бөтә класҡа дөйөм бер эш бирә, артабан уҡыусылар төркөмдәргә бүленә, ә эштең ниндәйҙер бер этабында уҡыусылар үҙ аллы эшләргә лә мөмкин.

Шулай уҡ бер дәрестә бер нисә маҡсат ҡуйылырға мөмкин, мәҫәлән, үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙың белемен баһалау, тикшеренеү эшен ойоштороу һ.б.

Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа дәрестәр ҙур мөмкинселектәр аса. Сөнки уҡытыусылар дәрестәрҙә төрлө проблемалы уҡытыу методтарын ҡулланалар: проблемаы һорау, эҙләнеү методы, тикшеренеү методы. Һуңғыһы иһә уҡыусыларҙың тулыһынса үҙаллылығын талап итә.

Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа дәрестән тыш эшмәкәрлек тә ҙур роль уйнай:

- уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү йәмғиәте.

- Олимпиадалар, конкурстар, конференциялар.

- Проект эшмәкәрлеге (проект аҙналыҡтары, тикшеренеү проекттары, йыл дауамында эшләнгән проекттар).

- Факультативтар.

- Түңәрәктәр.

- Белем биреү маҡсатында ойошторолған экспедициялар (походтар, экскурсиялар һ.б.).

Проект эшмәкәрлеге

Уҡыусыларҙың ижади, тикшеренеү һәләттәрен үҫтереүҙә шулай уҡ проект эштәре лә мөһим роль уйнай.

Проект эшмәкәрлеге ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереүҙе күҙ алдында тота. Был эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусыларҙың танып-белеү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуы, информацион киңлектә эшләй белеүе, төрлө йәһәттән компетентлылыҡтарын үҫтереүҙәре, фекерләү һәләттәре алғы планға сыға.

Проектлау методы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар: уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк.

Проектлау төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект методы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

· Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм

теманы өйрәнеүгә теләк уята.

· Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади

эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

· Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар

үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

· Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның

ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

· Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә

индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

· Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына

тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә:

Проектлау методы донъя педагогикаһында яңы асыш түгел. 20-се быуат башында Америкала педагогик мәсьәләләрҙе хәл иткән осорҙа килеп тыуған проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән алымдарҙың береһе – ул проектлау методы.

Проектлау методына нигеҙ һалыусы тип Америка ғалимы Дж.Дьюи иҫәпләнә. Ул уҡыу процесын уҡыусының ҡыҙыҡһыныусанлығына һәм танып белеү әүҙемлегенә нигеҙләнеп ойошторорға тәҡдим итә. Уның билдәләүенсә, уҡыусылар белем һәм тәжрибәне төрлө проблемаларҙы хәл итеү, ниндәйҙер продукттар етештереү, тәжрибә туплау нигеҙендә алырға тейеш. Был идеяны артабан Дж.Дьюиҙың уҡыусыһы У.Килпатрик дауам итә. Ул да уҡыусы эшмәкәрлегенең мотивацияһын тәшкил иткән теләк һәм ҡыҙыҡһыныуҙар уҡыу процесын ойоштороуға нигеҙ булырға тейеш тип иҫәпләй. Улар уйын проекттары, проект-экскурсиялар, хикәйәләү проекттары, конструктив проекттар кеүек эш төрҙәрен тәҡдим итәләр.

Ә беҙҙең илдә проектлау методы 20-се быуаттың 30-сы йылдарында төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙә иң универсал алымдарҙың береһе тип ҡабул ителә. Тик теоретик яҡтан ныҡлы өйрәнелеп бөтмәү, уҡыу процесына комплекслы ҡараш булмау сәбәпле, был метод билдәле бер ваҡытҡа ҡулланылыштан туҡталып тора.

Бөгөнгө көндә был метод бик әүҙем рәүештә ҡулланылған методтарҙың береһе тип әйтергә мөмкин. Хәҙерге заман уҡыусыһы түбәндәге һыҙаттарға эйә булырға тейеш:

- үҙгәреп торған тормош шарттарына яраҡлаша белергә;

- үҙ аллы белем алырға, практик рәүештә уларҙы ҡуллана белергә;

- фекер йөрөтөргә, проблемаларҙы күрергә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын таба белергә;

- ижади фекерләргә, яңы идеялар тәҡдим итергә;

- мәғлүмәттәр менән грамоталы эшләй белергә (йыйырға, анализларға, проблемаларҙы хәл итеү гипотезаларын тәҡдим итергә, һығымталар яһарға, дөйөмләштерергә, варианттарҙы сағыштыра белергә);

- төрлө социаль төркөмдәрҙә аралаша алырға, коммуникабель булырға;

- төркөмдәрҙә эшләй белергә, конфликтлы ситауцияларҙан сыға белергә;

- рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни кимәл үҫеше өҫтөндә үҙ аллы эшләй белергә.

Традицион белем биреү системаһында уҡыусының әҙер белемдәрҙе үҙләштереүенә баҫым яһалһа, әлеге ваҡытта мәғарифта яңы йүнәлештәр – шәхси эшмәкәрлек, компетентлылыҡ һәм мәҙәни – уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүенә, шәхсән кимәлдә белем алыуҙарына, мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҙләштереүенә иғтибар итә.

Шуға күрә бөгөнгө көндә уҡытыусының төп маҡсаттарының береһе – уҡыусы шәхесенең тәбиғи үҫешенә булышлыҡ итеүсе, уның эшмәкәрлеген әүҙемләштереүсе педагогик шарттар булдырыу. Тирә-яҡ мөхитте танып белеү уҡытыусы һәм уҡыусының тығыҙ бәйләнешенә нигеҙләнгән булырға тейеш.

Проект методының актуаллеге, тимәк, түбәндәгеләргә бәйле:

- уҡыу, ятлау, хәтерҙә ҡалдырыу урынына – үҫеш мәктәбе;

- гуманитар белемдең мөһимлеген аңлау – талап ителгән, практик йүнәлешле, шәхсән әһәмиәтле белем кәрәк;

- уҡыусы шәхесен, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын өҫтөн ҡуйыу;

- уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлеген диалог формаһында ойоштороу.

Проект төрҙәре:

1) өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө буйынса: информацион, ижади, социаль, практик йүнәлешле, инновацион, уйын(ролле), тикшеренеү һ.б.

- Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуацияны уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәтергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

- Эҙләнеү йәки тикшеренеү проекты. Был проект ныҡлы уйланылған структура талап итә: проекттың маҡсаты, актуаллеге, тикшеренеү предметын һүрәтләү, уның тураһында мәғлүмәтте анализлау, алдан билдәле факттар менән сағыштырыу, алынған һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереү кәрәклеге, нигеҙләнгән һығымталар. Результат мәҡәлә, реферат, доклад, видеосюжет, конференцияла фекер алышыу формаһында тәҡдим ителергә мөмкин.

- Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, «Ҡыҙыҡлы грамматика» китапсығын әҙерләү.

- Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.

- Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаталарҙа төйөндәр менән билдәләнә. ЛММ- кодлаштырылған конспект ул.

2) уҡыусыларҙың һаны буйынса: индивидуаль (персональ), парлы, бәләкәй төркөмдәрҙә эш (биш уҡыусыға тиклем), төркөмдәрҙә эш (ун биш уҡыусы), класс, мәктәп, муниципаль, ҡала, республика кимәлендә;

3) ваҡыты йәки дауамлылығы буйынса: мини-проекттан алып оҙайлы проектҡа тиклем.

4) Йөкмәткеһе буйынса: монопредмет, метапредмет. Мәҫәлән, әҙәби-ижади, тәбиғи-фәнни, экологик, лингвистик, мәҙәни, спорт, географик, тарихи, музыкаль һ.б.

Проект типологияһы шулай уҡ маҡсатҡа һәм методологияға лә бәйле булырға мөмкин. Иң киң таралған төрҙәренән уҡыу, социаль һәм театр проекттарын атап үтергә мөмкин.

Уҡыу проекты – уҡыу программаһы сиктәрендә алып барылған тикшеренеү. Был проект эше уҡыу процесында була, һәр уҡыусының ҡатнашыуын талап итә. Уҡыу проектының төп маҡсаты – конкрет белемдәрҙе практик ҡулланыу кимәлендә үҙләштереү. Белем йөкмәткеһенә түгел, ә был белемдәрҙе ҡуллана белеү һәләттәрен формалаштырыуға акцент яһала. Уҡыу проекты уҡытыусынан ныҡлы уйланылған, конкрет билдәләнгән эште планлаштырыуҙы талап итә. Һәр дәрестә нимәләр эшләнәсәк, нимәләргә иғтибар итергә кәрәк алдан билдәләнә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүенә тейешле ваҡыт бүленә: уҡыусылар үҙҙәре төркөмдәрҙә кем нимә эшләйәсәк, ниндәй формала презентация әҙерләнәсәк һайлайҙар.

Социаль проект – индивидуаль йәки коллектив эшмәкәрлек, уның маҡсаты - уҡыусылар булдыра алған тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр. Йәғни социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү нигеҙендә уҡыусыларҙың гражданлыҡ әүҙемлеген формалаштырыу. Социаль проектты башҡарыу барышында уҡыусылар тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт тураһында белемдәрен киңәйтәләр, проблемаларҙы күрергә өйрәнәләр, йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнәләр.

Социаль проекттарҙы баһалағанда нимәләргә иғтибар ителә һуң?

- һайланған проблеманың социаль әһәмиәте һәм актуаллеге;

- информацион тулылыҡ;

- идея оригиналлеге;

- проектты үҙ аллы башҡарыу;

- проблеманы хәл итеү нигеҙләнгән;

- логик эҙмә-эҙлелек;

- экономлы, реаль, эффектив;

- перспективалы, һөҙөмтәле булыуы;

- презентация.

Театр проекты – театр-уйын методтарын ҡулланыу нигеҙендә ниндәйҙер проблеманы хәл итеү.

Наши рекомендации