Ишек асыла. Динара, Алик инә. Вәғизә ишек артына йәшенә.
Динара. Шулмы һинең оло кешегә ихтирамың?
Алик. Ул бит үҙе ғәйепле.
Динара. Олоғайған көндә кеше көнлө булған өсөнме?
Алик. Ул бит квартира хаҡын түләмәгән, беҙҙә инструкция …
Динара. Инструкция? Әгәр ошо кран бөтөнләй ысҡынып китеп, бөтә йортто һыу баҫһа, һыуҙа оло кеше тонсоғоп үлһә… Егет кеше, һеҙгә нисек оят түгел, ә? Ул сағында һеҙ хөкөмгә тарттырылыр инегеҙ. Ҡарағыҙ уның аяҡтарына һәм үҙегеҙҙең аяҡтарығыҙға. Һеҙ бит илектәй сабып йөрөйһөгөҙ, ә ул… Ҡартайып бөткән ташбаҡалай…
Алик. Ғәфү итегеҙ, мин хәҙер.
Динара. Биш минутлыҡ эш, ә күпме нервы ашанығыҙ. Бабаҡай,әйҙә кранды асып ҡара әле, үҙ ҡулдарың менән.
Исмәғәзим. Аяҡтарым… (Динара таяҡ бирә)
Динара. Бына, бабай, аяҡлы ла булдың.
Исмәғәзим. Рәхмәт, балаҡайым.
Алик. Миңә китергә мөмкинме?
Динара. Мөмкин. Тик бел. Әгәр ошо бабай менән бер-бер хәл була икән, башың менән яуап бирәһең.
Алик. Ҡулығыҙҙы ҡуйығыҙ.
Динара. Нимә? Нимә ул?
Алик. Наряд.
Динара. Ниндәй наряд?
Алик. Кран йүнәтелде бит.
Динара. Ә-ә-ә. Фатир бит минеке түгел. Бабайҙыҡы.
Исмәғәзим. Миңә?
Динара. Бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Ҡултамғаңды ҡуй.
Алик. Хушығыҙ.
(Алик сыға)
Динара. Бына бабаҡайым, ике пунктты һыҙабыҙ. Кран йүнәтелде, аяҡ килтерелде. Ә хәҙер инде теге яңғыҙлыҡ мәсьәләһе.
Вәғизә ҡапыл сөскөрөп ебәрә.
Динара. Аңлашылды… Һеҙ Исмәғәзим бабай, әллә социаль бүлеге хеҙмәткәрҙәрен инҡар итәһегеҙме?
Исмәғәзим. Юҡ, юҡ, балаҡай…
Динара. Мин… көсләшмәйем, тик бына ошо ғаризаға ғына ҡултамғаңды ҡуй.
Исмәғәзим. Күҙемде әйтер инем…
Вәғизә. (Уҡый) “Социаль хеҙмәтсегә мохтаж түгелмен”. Исмәғәзим бабай, ҡуй ҡулыңды, үҙем генә һине ҡарармын, быға хәтлем ҡарағанды…
Исмәғәзим. Һуң… Вәғизә… Уны бит хөкүмәтебеҙ ебәргән, ә һин…
Вәғизә. Бөгөн бар, иртәгә юҡ тип әйтергә уйлайһыңмы? Ярай, киттем.
Исмәғәзим. Туҡта әле, Вәғизә.
Вәғизә китә, уның артынан Исмәғәзим сыға.
Динара йырлай-йырлай өйҙө байҡай. Китап кәштәһенән бер нисә китап-дәфтәр иҙәнгә төшә. Динара бер дәфтәрҙе асып оҙаҡ ҡарай.
Исмәғәзим инә.
Динара уның ингәнен күрмәй, ҡапыл таяҡ тауышына тертләй, дәфтәре төшә.
Исмәғәзим. Был мин, балам.
Динара. Китап күрһәм, иҫем китә минең, ә был бик һирәк осрай торған китап, ғәфү ит, бабаҡай.
Исмәғәзим. Зарар юҡ. Оҡшай икән ал, балам, уҡы.
Динара. Рәхмәт, бабаҡай (Дәфтәрҙе сумкаһына һала).
Ыям инә.
Ҡыям. Иҫәнлекме, һаулыҡмы? О! Кемде күрәм! Ну сибәркәй, сирттең бит теге оҙон томшоҡтоң танауына.
Динара. Ниндәй оҙон томшоҡ?
Ҡыям. Күрше Вәғизәне әйтәм. Көндән-көн ошонан сығышмай ине, бик шәп иттең. Әле яңы подъезд алдында ғәйбәт һатып тора.
Динара. Ниндәй ғәйбәт?
Ҡыям. Ул тиктәҫтән йөрөмәй, тей.
Динара. Нимә?
Ҡыям. Беләбеҙ тей, ундайҙарҙы, газета уҡыйбыҙ, телевизор ҡарайбыҙ бит. Ә һин сибәркәй, борсолма.
Динара. Миңә ни өсөн борсолорға? Кеше таларға килмәгәнмен, Аллаға шөкөр. Ярай, бабаҡай, хушығыҙ.
Динара китә.
Ҡыям. Һөйөнсө, ҡартлас!
Исмәғәзим. Тағы нимә уйлап сығарҙың?
Ҡыям. Бейемәйенсә бирмәйем.
Исмәғәзим. Һай, көләһеңме әллә?
Ҡыям. Улайһа йырла.
Исмәғәзим. Ярай инде ыҙалатма, әйт инде.
Ҡыям. Улайһа…
Исмәғәзим. Бер…секушкә.
Ҡыям.Мә! (Хат һуҙа)
Исмәғәзим. Хат? Яңылышманығыҙмы?
Ҡыям. Наҙан түгелмендә ул.
Исмәғәзим. Күҙелдерек тигәнем де…
Ҡыям. Бир, үҙем уҡыйым. (Уҡый) “Хөрмәтле Исмәғәзим Исмәғил улы! Һеҙгә хәбәр итәбеҙ, һеҙҙең ҡыҙығыҙ Зөлхәбирә Исмәғәзим ҡыҙы табылды.”
Исмәғәзим. Яңылыш уҡыманыңмы? Ҡайҙа?
Ҡыям. Ул хәҙерге көндә…
Исмәғәзим. Балам, балаҡайым. (Йығыла)
Ҡыям. Исмәғәзим бабай! Нимә булды һинең менән. (Ишекте аса, ҡысҡыра) Кем унда бар! Ярҙам итегеҙ!
Вәғизә йүгереп инә.
Вәғизә. Ай, аллаҡайым (Йөрәген тыңлап ҡарай) Харап ҡына булған.
Ҡыям. Нимә тейһең?
Вәғизә бабайға яһалма һулыш эшләй.
Вәғизә. Һыу! Һыу илтер!
Ыям һыу килтерә, бабайҙың битенә бөркә.
Исмәғәзим. Ниңәлер күҙ алдарым ҡараңғыланып китте.
Вәғизә. Ай, ҡурҡыттың бит. Әлдә үҙем килеп өлгөрҙөм. Дөрөҫөн генә әйт әле, күршем, теге сибәркәй әллә һиңә берәй дарыу эсерҙеме?
Исмәғәзим. Юҡ, юҡ.
Вәғизә. Булмаҫ тимә… Бына нимә… Үҙем күсеп киләм! Бер үҙеңде ҡарауһыҙ ятҡырып үлтерәсәгем юҡ!
Ҡыям. Һуңланың... Мә, уҡы. (Хат бирә)
Вәғизә. (Уҡый) “Хәҙерге көндә Силәбе өлкәһендә йәшәй”.
Ауыр тынлыҡ. Ут һүнә.
Сөнсө күренеш
Шул уҡ картина.
Исмәғәзим бабай аллы-артлы йөрөй, ул бик тулҡынлана.
Вәғизә инә.
Вәғизә. Тағы ней булды?
Исмәғәзим. Йөрәк сығып бара, күңел урынында түгел.
Вәғизә. Тиҙ ярҙам саҡыртайыммы?
Исмәғәзим. Кәрәкмәй, Вәғизә. Шатлыҡтан бит ул, шатлыҡтан.
Вәғизә. Шатлыҡтан?
Исмәғәзим. Балаҡайым килә.
Вәғизә. Килә?
Исмәғәзим. Бына телеграммаһы. Ҡыям поезд ҡаршыларға китте.
Вәғизә. Бына нисек!
Исмәғәзим. Бик күп йылдар үтте. Улар мине танырҙар микән?
Ишек шаҡыйҙар.
Исмәғәзим. Килделәр.
Ыям, Сәриә инә.
Исмәғәзим. Йән киҫәгем…
Ҡыям. Ҡаршыла ейәнсәреңде, ҡартлас!
Вәғизә. Ейәнсәре? Ә ҡайҙа ҡалғандары? Әсәйең ҡайҙа?
Ҡыям. Вәғизә апай, кешегә тын алырға ирек бир.
Исмәғәзим. Бәпкәйем… һин бөтөнләй үҙгәрмәгәнһең.
Вәғизә. Әллә һаташа инде. Бабаҡай, иҫеңә кил…
Исмәғәзим. Уның йәш сағы… Шул уҡ күҙҙәр, шул уҡ толомдар.
Ҡыям. Йә, сибәркәй, ҡыйыуыраҡ…
Сәриә. Олатай, ҡәҙерлем минең (Ҡосаҡлай)
Вәғизә. Туҡта әле, сибәркәй. Ҡайҙа документтарың?
Ҡыям. Вәғизә апай, ни эш был, ә?
Вәғизә. Ҡамасаулама. Унан ҡалһа, әллә нисә претендент табылыр, шулай түгелме, Исмәғәзим бабай.
Сәриә. Бына ҡарағыҙ.
Вәғизә. Аттестатың кәрәкмәй. Әһә… тимәк Сәриә Ғәлиева. Ниндәй дәлилдәрегеҙ бар Исмәғәзим бабайҙың именно һеҙҙең олатайығыҙ икәненә ышандырырға?
Ҡыям. Ниңә балаға ябырылаһың?
Вәғизә. Атаҡ! Һорарға ла ярамай инде.
Сәриә. (Сумкаһын аҡтара). Бына ошо фотолар…
Исмәғәзим. Үҙе, үҙе… быныһы мин… ә был бәләкәсем.
Ҡыям. Ҡара әле, был балаҡай бигерәк өләсәһенә оҡшаған.
Вәғизә. Оҡшамай ни… бер ҙә генә оҡшамаған.
Исмәғәзим. Балаҡайым…
Вәғизә. Ә ни өсөн бер үҙең килдең?
Сәриә. Әсәйем ышанып етмәне олатайымдың иҫән булыуына.
Вәғизә. Ә һин?
Сәриә. Мин уҡырға тип килгән инем, әгәр һеҙ ышанмай икәнһегеҙ икән, мин китәм…
Исмәғәзим. Балаҡайым, китмә.
Вәғизә. Уҡырға тиһең инде? Бигерәк уңайлы, бушлай ятырға фатиры ла әҙер.
Ҡыям. Исмәғәзим, бабай, был ни эш? Кем бында хужа?
Исмәғәзим. Үт балаҡайым, үт.
Ҡыям. Әйҙә, сибәркәй, үҙ өйөңдә кеүек бул. Бына шулай.
Сәриә. Әй, онотҡанмын. Әсәйем күстәнәс һалған ине.