Иртә атылған йондоҙ... Йөрәк тауышы... Башҡорт йәштәренә #оран!

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНА (ҠОРОЛТАЙҒА) МӨРӘЖӘҒӘТЕМ
Булат СОЛТАНГӘРӘЕВ
Тиҙҙән Өфөлә өсөнсө тапҡыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына ерҙең бөтә мөйөштәренән башҡорт халҡы вәкилдәре йыйыласаҡ. Был ваҡиға, әлбиттә, тарихыбыҙ йылъяҙмаһына инәсәк.

БАШҠОРТ халҡы тамырҙарын тәрән ебәргән ҡеүәтле ағасҡа оҡшаш. Ул – дәһшәтле дауылдар кисергән һәм яҙмыштың бөтә һынауҙарын сыҙамлы үткәргән боронғо халыҡ. Тарихы борон замандан башланған һәм әлеге көнгә тиклем үҙенең традицияларын, үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алған. Ошонда, башҡорт ерендә, башҡорттарҙың йөҙәрләгән быуыны тыуған, нығынған һәм өлкәнәйгән. Беҙҙе уратып алған тауҙар һәм киңлектәр – беҙҙең бишегебеҙ, мираҫыбыҙ, байлығыбыҙ. Бында ата-бабаларыбыҙ күп тапҡырҙар көрәш байрағын күтәргән. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлаған һәм һәр ваҡыт ҡаҡшамаҫ азатлыҡ һөйөүсән рухы, ныҡлығы, тыуған ергә мөхәббәте менән айырылған.
Башҡорт милләтенең ҡатмарлы тарихының бөгөнгө көнгә тиклем төп йөкмәткеһе уның азатлыҡ өсөн, үҙ халҡын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәше менән билдәләнә.

Ҡоролтай – ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына килгән колониализм баҫымы аҫтында йәшәгән, Сталин (#золомо) репрессияһы ҡорбаны булған һәм Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарыбыҙҙың изге хыялы.
Беҙгә, Аҡмулла күрһәткәнсә, бөтә етешһеҙлектәрҙән – күңелде ашаусы көнләшеүҙән, буш һүҙлек, ғәмһеҙлек, эскелектән ҡотолорға ваҡыт. Милләтебеҙҙең үҫешен тотҡарлаусы проблемалар бик күп әле. Шунлыҡтан мин ҡоролтайға ошолай тип мөрәжәғәт итәм:

1. Әлегәсә Башҡортостан сиктәрендә йәшәүсе туғандарыбыҙға ҡарата ғәмһеҙлектән ҡотолманыҡ, уларҙы ҡайһы ваҡыт сит кешеләр итеп ҡабул итәбеҙ. Ә бит Ҡурған, Силәбе, Пермь, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләре башҡорттары беҙҙең айырым милли ғорурлыҡ булып тора. Уларҙың милли традицияларға һаҡсыл ҡарашы һокланыу уята. Был төбәктәрҙә башҡорт телендә мәктәп, телевидение, радио булмауға ҡарамаҫтан, улар туған башҡорт телендә һөйләшә һәм уны балаларына ла өйрәтә. Шуларҙы күреп, Башҡортостанда йәшәүсе башҡорттарҙың үҙ туған телен белмәүе ғәжәпләндерә. Беҙ үҙебеҙҙең башҡортлоҡтан оялабыҙ кеүек. Шунлыҡтан, минеңсә, әлеге көндә телде йәштәр араһында популярлаштырырға, башҡортса һөйләшеүҙе модаға индерергә кәрәк. Бына мин, мәҫәлән, шул уҡ үҙем уҡыған мәктәптә ниндәйҙер тиҫтерем менән башҡортса һөйләшәм икән, әлбиттә, янымда торған икенсе милләт вәкиленән булған дуҫымдың да туған телемә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ.

2. Хатта был һөйләшеүҙе интернет аша ла булдырырға мөмкин. Бына үҙемә иһә сит өлкәлә йәшәгән, үҙ туған телен белгән йәштәштәрем менән интернет аша башҡортса аралашыу бик ҡыҙыҡ һәм яҡшы булыр ине.

3. Һуңғы йылдарҙың иң ҡыуаныслы ваҡиғаһы булып дүрт йыл башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың яйға һалыныуы торалыр. Уҡытыу тейешле кимәлдә алып барылһын өсөн дәреслектәрҙең дә сифатлы булыуы мөһим. Был йәһәттән мәғариф өлкәһендә эшләүселәргә уйланырға урын бар.

4. Халыҡтың «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән алтын һүҙҙәре бар. Бөгөн йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу эше мөһим эштәрҙең береһе тип һаналырға тейеш. Үҙҙәрен Башҡортостандың яҡты киләсәге тип һанаған һәр кем, мотлаҡ рәүештә кәмендә бер спорт төрө менән ҡыҙыҡһынырға һәм уның менән даими шөғөлләнергә тейеш.
Йәштәр сәләмәт тормош алып барһын өсөн уларҙы спортҡа ылыҡтырыу, бөгөнгө көн талабы булып тора. Ҡала мәктәптәренә генә түгел, ауылда ла төрлө спорт төрҙәрен пропагандалау, үҫтереү, милли кадрҙарҙы, тренерҙарҙы әҙерләү бурысы йөкмәтелергә тейеш.

5. Беҙ, урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорттар, әлбиттә, район, ҡала, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа бик әүҙем сығыш яһайбыҙ. Баланың теле бай, һутлы булһын өсөн, өйҙә ярым-йорто башҡортса һөйләшеп булмай. Балаға туған телдә шиғырҙар уҡыу, әкиәттәр һөйләү, йырлау мотлаҡ. Башҡорт теле уҡытыусылары көсө менән башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре, шағирҙары, йырсылары менән осрашыуҙар булып тора. Шулай ҙа тиңдәштәремә поп, рок стилендә йырлаған йәш йырсыларҙы тыңлатҡым килә. Сөнки башҡа милләт балалары башҡортса йырға бейеп тә була икәнлеген күҙ алдына ла килтермәй тиерлек. Ә ундай йырсылар ниңәлер мәктәптәргә килеп бармай. Ошо мәсьәләне Башҡорт йәштәре иттифағы үҙ өҫтөнә алһа, бик яҡшы булыр ине.

6. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Тик бына ошо матурлыҡты ни өсөндөр үҙ ҡулдарыбыҙ менән юҡ итергә тырышабыҙ. Йәй көндәре Ағиҙел, Дим буйҙарына сыҡһаң, сүп-сарҙың, ашап-эсеп, ял итеп алғандан һуң ҡалдырылған буш һауыттарҙың тирә-йүнде бысратып ятыуы үҙәкте әрнетә. Кешеләрҙең вайымһыҙлығы аптырата. Ә ошо бысраҡлыҡты бөтөрөргә бер ниндәй сығымдар ҙа талап ителмәй бит. Тик Ер-әсәгә ҡарата аҙ ғына булһа ла рәхимле булырға һәм ошо мәсьәләләргә яуаплы булған ойошмаларға сүп-сар һалыу өсөн ҙур бактар ғына ҡуйыу кәрәк.

7. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа һәйбәт үҙгәрештәр бара һәм билдәле ҡаҙаныштарға өлгәшелә. Иң мөһиме – беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ дуҫлыҡ һәм килешеү шарттарында йәшәй.
Һәр кеше милләтенең алға китеүенә ҡыуана һәм был тәбиғи. Әммә быға дискриминация, башҡа халыҡ вәкилдәрен һанламау иҫәбенә өлгәшергә ярамай. Һәм бында милләт-ара килешеү нигеҙе булып башҡорт халҡы, Башҡортостан исемле ҡеүәтле дәүләттең хоҡуҡ мираҫсыһы торорға тейеш.
Башҡа юл беҙҙе сикләнеүгә, яҡшы исемебеҙҙе юғалтыуға килтерәсәк. Бөгөн беҙгә аҡыл һәм рухи көсөбөҙҙө күрһәтергә кәрәк. Халыҡтар араһындағы тыныс тормошҡа ҡамасаулаусы үҙ милләтенең киләсәген бөтөрә, тигән бөйөк аҡыл эйәләре.

Был ерҙә беҙҙең бер генә Ватаныбыҙ бар. Ул – Башҡортостан һәм уны нығытыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Бының өсөн республикабыҙҙың һәр гражданы еребеҙҙең берҙәмлеген, күп милләтле төйәктең тыныслығын һәм үҙ-ара килешеп йәшәүен һаҡлауҙа үҙенең тарихи яуаплылығын аңларға бурыслы.

8. Башҡорт милләте, һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҙенең асыҡ күңелен, моңло йырҙарын, һоҡланғыс ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала алды. Артабан да шулай дауам итер тигән өмөттә ҡалырға яҙһын. Бының өсөн күп кәрәкмәй. Тик айыҡ аҡыл, үҙ илеңдең патриоты булыу, үҙ туған телеңдән оялмау, уны ҡәҙерләү һәм балаларыңа өйрәтеү генә кәрәк. Үҙемдең тиҫтерҙәремә тағы ла шуны әйтер инем: йәмәғәт эштәрендә йышыраҡ ҡатнашығыҙ. Беҙ үҙ илебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә, шунлыҡтан һәр ерҙә лә лидер булып, үҙ фекерҙәрегеҙҙе ҡурҡмайынса аҡыллы һәм дәлилдәр менән белдерергә өйрәнегеҙ (бында һүҙ кем менәндер аңһыҙ рәүештә бәхәсләшеү тураһында бармай).
Ғөмүмән, буласаҡ лидерҙарҙы балалар баҡсаһынан уҡ тәрбиәләй башлау фарыз. Бәләкәйҙән үк үҙ телендә аралашып, милләттәш тиҫтерҙәре араһында үҫмәгән балаларҙан киләсәктә милли лидерҙар сыҡмаясаҡ. Тимәк, ата-әсәләргә уйланырға кәрәк: уның балаһы киләсәктә кем була һуң? Үҙ туған телен белмәгән маңҡортмо, әллә үҙ илендә ышаныслы атлап йөрөгән милли лидермы?

Шуныһы ла ҡыуандыра: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғына түгел, ә башҡа республикаларҙа һәм өлкәләрҙә лә башҡорт кластары асыла. Күп кенә ҡалаларҙа башҡорт мәҙәниәте үҙәктәре эшләй. Республикабыҙҙан ситтә лә милли мәҙәниәт хаҡында ҡайғыртҡан, милләттәштәренең рухи тормошо хаҡында хәстәрлек күргән, милли проблемаларҙы аңлаған энтузиастар һәм өлкә етәкселәре бар.
Милләттәштәребеҙҙең юғары белем алыуға ынтылышы, Президентыбыҙ хәстәре менән сит ил, Мәскәү, Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә йүнәлеш биреп уҡырға ебәреү киләсәктә ҙур өмөттәр уята. Бындай уҡыу йорттарына ебәрелгән егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренә айырыуса яуаплылыҡ алырға тейеш. Сөнки улар киләсәктә Башҡортостаныбыҙҙың, милләтебеҙҙең таянысы буласаҡ.
Беҙ бөгөн түбән кимәлдә торабыҙ, тип әйтеп булмай. Үҙаллылыҡ яулағас, халҡыбыҙ тәү тапҡыр үҙ Президентын һайланы, Конституция ҡабул ителде, Дәүләт флагы, Гербы, Гимны раҫланды. Башҡортостанда ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бик күп. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша беҙ рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә телетапшырыуҙар ҡарай алыу мөмкинлегенә эйәбеҙ.
Ә иң мөһиме – Тыуған еребеҙ, йәшәр төйәгебеҙ бар. Тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡ. Тыуған ер – халыҡтың терәге. Халыҡ булһа, йәшәһә, уның теле лә, ҡыйыу улдары ла була. Ә беҙ, йәш быуын, Тыуған еребеҙҙең киләсәге, тимәк, киләсәк беҙҙең ҡулда, тигән һүҙ. һәм беҙ үҙ сиратыбыҙҙа халҡыбыҙҙың намыҫына һәм кешелек сифаттарына тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ. Тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға, Салауат, Батырша, Ахмулла, Бабич, Зәки Вәлиди рухына мәңге тоғро ҡалайыҡ!

Булат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияның
10-сы синыф уҡыусыһы, Ҡоролтай делегаты. («Йәшлек» газетаһы, 10 июнь 2010 йыл.)


***
ТӨРЛӨ ЯҠТАН ҺӘЛӘТЛЕ, ПАТРИОТИК РУХЛЫ...
Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһында 11 синыфта уҡыған сағында юл фәжиғәһендә кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында һәләк булған Булат Солтангәрәевтең беҙҙең аранан китеүенә 22 майҙа ике йыл. Булат 15-16 йәшендә үҡ МДУ-ның философия, математика, хоҡуҡ, тарих буйынса фәнни- ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып “Вестник МГУ” журналдарында мәҡәләләре донья күргәйне. Төрлө фәндәрҙән республика, ҡала олимпиадаларында, шул рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса, рус телле гимназияла уҡыуныа ҡарамаҫтан, йылдар буйы беренселекте бирмәне. Ҡурайсы, бейеүсе, гармунсы, рәссам ине ул. Футбол, каратэ, билъярд буйынса ҡала, Башҡортостан чемпионы. Башҡорт телдәрендә үҙе сценарий яҙып мәктәптәр араһында үткән КВН, шәжәрә, көлкө байрамдарын алып барҙы. “Марин” исемендәге грант лауреаты, РБ, РФ Президенты степендиаты, Үҙәк телевидениеың Рәсәйҙең һәләтле балалары араһында үткәргән “Умники и умницы” программаһында 2010-сы йылғы ярыш финалисы булды.
Булат Башҡортостанда, Рәсәйҙә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа, конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып «Еңеүсе”, “1 дәрәжә дипломы”, “1-се урын,” – тигән 50-нән ашыу маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ ине. “Покори Воробьевы горы!” олимпиадаһында өс турҙа еңеп, МДУ-ның юридик, тарих һәм мехмат факультеттарына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғы алғайны. Ошо һәм өлгө булырлыҡ Булаттың башҡа ҡаҙаныштары тураһында “Йәшлек” газетаһында 2011 йылдың 26 июнендә Өлфәт Ҡобағошовтың һәм 2012 йылдың 29 майында Фәнгизә Нафиҡованың ҙур күләмле мәҡәләләре баҫылып сыҡты.
“Йәшлек” гәзите редакцияһы йәш үҫмерҙең күптәргә һабаҡ булырлыҡ тағы бер ҡулъяҙмаһын ҡабатлап тәҡдим итә.


Хөрмәтле дуҫтар һәм туғандар!

Ниндәй һәләтле, зирәк аҡыллы #балалар арабыҙҙан бик иртә китә... Йөрәк әрней... #Лидер сифаттарына эйә егет бит Булат! Мотлаҡ уҡығыҙ, уйланығыҙ! Бик фәһемле фекерҙәр! Яҙманы таратығыҙ. Репост!

Наши рекомендации