Шатлығымды йәшерә алмай, ҡартласты ҡосаҡлап алдым.
Олатайың да, атайың да һәйбәт кешеләр булды! Уларҙы тотош ауыл халҡы хөрмәт итте. Һин дә, ошо бетеүгә тоғро ҡалып, яҡшы йәшә, игелекле бул йәме. Һинең ҡылыҡтарың өсөн ата-бабаң рухына рәнйергә тура килмәһен.
Эйе, бабай, аңланым. — Рамаҙан ҡарт өгөт-нәсихәттәрен әйтә бирҙе.
Увенисерға, әй әттәгенәһе, дөрөҫ әйтә алмайым шуны.
Университетҡа, — тинем төҙәтеп.
Эйе, эйе. — Бабай үҙе лә йылмайып ҡуйҙы. — Үәт шунда уҡырға инергә тырыш. Былай ҙа һеҙҙең турала район гәзитенән уҡып, ҡыуанып торҙоҡ. Детдомда үҫеп, тыуған йортоңа килеүең бик хуп. Һинең тормошоңда былай ҙа имтихандар күп булғанын, уныһын белеп торам. Шөкөр, һынауҙарға бирешмәгәнһең. Өфөлә лә имтиханыңды уңышлы бирерһең тип ышанам...
Рамаҙан бабай шыжлатып сәй ҡайнатып ебәрҙе. Кескәйҙән таныш ине шишмәбеҙҙең тәмле һыуы. Сәй эскәндә мин бала сағыма урап килгәндәй булдым. Бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, юлға сыҡтым.
Улым, бетеүгә тап төшөрмә! — тип киҫәтеп, ҡул болғап ҡалды бабай.
Имтихан
Алыҫ юлға кистән үк әҙерләндем. Келәттән аҙыҡ-түлеген дә алдым. Икешәр кило дөгө, ҡарабойҙай, макарон үлсәп бирҙеләр. Берәр кило шәкәрем, кәнфитем дә бар. Аҙаҡ яңы нәски, яҙып-һыҙырға дәфтәр, ҡәләмен дә тотторҙолар. Элек мәктәпкә кейеп йөрөгән ҡыҫҡа еңле костюмды, күлдәгемде лә алдан уҡ йыуып ҡуйғайным. Тик барлыҡ ошо ашамлыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һалып алырға юл сумкаһы табылманы.
Ана, шәкәрҙән ҡалған тоҡтар донъя беҙҙә, — тинеләр. Башҡаһы булмағас, бар "мөлкәтемде" шул тоҡҡа һалып алдым.
Тыуған ауылым булмаһа ла, был ерҙәр миңә шул тиклем ғәзиз. Ошо төбәктә үҙемә яҡшы дуҫтар таптым, мәктәбендә үҙем өсөн донъяның күп серҙәрен астым. Уҡытыусыларыма айырыуса рәхмәт! Кеше айырыу тигән күренеш бында ят. Ябай ғаиләнән булһынмы, әллә детдомданмы — улар өсөн тип-тиң. Барыһына ла талаптар бер. Бәлки, шуғалыр ҙа унда уҡыуы еңел бирелде. Шуға улар алдында баш эйәм.
Мин хәҙер элекке Ильяс түгел. Үҙемдең һәр ҡылығыма яуап бирә алам. Ә бит балалар йортона килгәндә күҙе асылмаған бесәй кеүек инем. Рәйфә апай ҙа, "няня"быҙ Флүрә лә, дуҫ-иштәрем дә — барыһы ла күҙемде асырға ярҙам итте. Уларҙың һәр ҡылығына ҡарап һығымта яһаным, кәрәк икән фәһем алдым.
Quot;Хөкүмәт әйберен кире ҡайтар", "хөкүмәт ашын ашайһың" тип элек ишетһәм, аптырашта ҡала инем. Кем һуң ул хөкүмәт? Әле генә шуны аңланым, хөкүмәт иҫәбе — ул барлыҡ халыҡтан йыйылған ҡаҙна икән. Ә мин уны берәй бай кеше икән тип уйлап йөрөнөм. Оҙонмо, ҡыҫҡамы, йоҡамы кейгән әйберҙәр өсөн мин хөкүмәткә рәхмәтлемен. Хөкүмәткә, тимәк, халыҡҡа. Атай-әсәйем үлеп киткәс, ошо халыҡ беҙҙе урамда ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн мин бөтәһенә лә бурыслымын.
Фөгә килеп еткәнсе ошо хаҡта уйланып барҙым. Был уйҙар әллә ҡайҙан килә ул?! Йәнемә яҡын ауылдан алыҫлашҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ кеүек.
Баш ҡалаға директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла барҙы. Юл буйына ул миңә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Өфөгә етеү менән тәүҙә ниндәйҙер ҙур бина алдына барып туҡтаныҡ.
Ошоно ал әле, — тине лә директор ҡулыма ауыр ғына йәшникте тотторҙо. Быны юлға сығыр саҡта детдом келәтенән алғайнылар. Эсендә берәй төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙ ятһа, еңел генә булыр ине. Үҙе лә ике пакет тотоп алды. Әммә ул пакеттарҙа тәмлекәстәр икәнлеген шундуҡ күреп ҡалдым.
Директор ҡушҡанса уның артынан эйәрҙем. Ҙур ишекте асып, эскә индек. Был бинаның эсе ғәләмәт матур икән дәһә. Аҙым һайын кабинеттар. Моғайын, бында етәкселәр ултыраларҙыр. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп тормайынса, һул яҡҡа боролдоҡ. Коридорҙың осона барып еткәс, тимер ишек алдында Мәүлиҙә Нурғәлиевна туҡтап ҡалды. Әле генә ауыҙы остайып барған директорыбыҙҙың кабинетҡа еткәс, йөҙөндә йылмайыу күренде. Ул бүлмәлә оло йәштәге апай ултыра ине.
Хәйерле көн, остазыбыҙ, — тине инеү менән Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Бә-әй, беҙҙең директорыбыҙ матур итеп иҫәнләшә лә белә икән! Тәүгегә ишетеп торам.
Аумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, — тине күҙлеген сисеп теге ханым.
Матурҙарҙан-матур, аҡыллыларҙан-аҡыллы, педагогтарҙың-педагогына таулы райондан ҡайнар сәләм алып килдем әле. — Директорыбыҙҙың был хәтлем һөйләшә белеүенә хайран ҡалдым. — Бына һеҙгә кескәй генә күстәнәсебеҙ ҙә бар.
Тәл артында ғына эре ултырған апайҙың күҙҙәре ялтлап китте.
Рәхмәт инде һеҙгә, — тине ул берсә йәшниккә, берсә миңә ҡарап. — Бына һеҙҙе һәр ваҡыт бүтән балалар йорто директорҙарына үрнәк итеп ҡуям. Алыҫ ара тип тормайһығыҙ, Өфөгә йыш киләһегеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү юлындаһығыҙ.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна оялғандай, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Тырышҡан булабыҙ шунда...
Йткәндәй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна һеҙҙе кисекмәҫтән дәүләт наградаһына тәҡдим итер кәрәк. Был мәсьәләне үҙем хәстәрләйәсәкмен. — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, директорыбыҙ иреп төшкәндәй булды. Балаларса ҡыуанып, уның алдында мине лә һөйөп ебәрҙе. Мәүлиҙә апайыбыҙ балаларҙы ярата ла белә икән! — Әле ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды оло йәштәге апай.