У-у-ур? — Иң кескәйҙәр төркөмөнән ҡыҙыҡай аптырап һорап ҡуйҙы.

Эйе, бик ҙур кешеләр. Улар тиктомалға йөрөп ятмайҙар. Беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙҙе, тәрбиә эшенең нисек барышын тикшерәсәктәр. — Шунан тамағын ҡырып, тик кенә тороғоҙ тигәндәй бармағы менән янаны ла һүҙен дауам итте. — Хәҙер һөйләгәнемде ҡолаҡ төбөнә киртеп ҡуйығыҙ. Бөгөндән үк бөтәбеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ, бөтә бүлмәләрҙе лә аҫтын-өҫтөнә әйләндереп йыуабыҙ. Келәттән бөгөн үк яңы кейемдәр аласаҡһығыҙ. Аҙаҡ, кеше килгәндә, минең шуным юҡ, минең быным юҡ, тип мейемде серетеп йөрөмәгеҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килгән ағай-апайҙар менән әллә ни һөйләшеп бармағыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ тип һораһалар, бер үк ошаҡлаша күрмәгеҙ. Улар килер ҙә китер, ә һеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Ярай, хәҙер тәрбиәселәрҙе тағы йыйып һөйләшеп алырмын. Ә һеҙ, тиҙ генә эшкә тотоноғоҙ!..

Унаҡтар килә тигәс, бер хәл иҫкә төштө әле. Ярай әле яҙ мәле, әтеү үткән йылдағы кеүек этләнербеҙ.

Сентябрь аҙағы ине. Ҡайҙандыр ҡунаҡтар килергә тейеш. Директор ҡушҡанса, көнө-төнө әҙерләндек. Һәр мөйөш, һәр бүлмә ялтлап тора. Бына иртәгә ҡунаҡтар килә. Ә беҙ күптән әҙербеҙ. Тик кискә ҡарай көн һыуытты ла ҡуйҙы.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төнөн ҡырау төшөргә итә шикелле, — тип директорҙы хафаға һалды тәрбиәселәрҙең береһе.

Быны ишеткәс, Мәүлиҙә апайыбыҙ үҙенә урын таба алманы. Тегеләй сапты, былай йүгерҙе:

Нисек инде ҡырау булһын?! Бынау йәм биреп торған сәскәләр һулый бит улайһа...

Апай, һуң көҙ булғас һулый инде, — тинем уны-быны уйламайса. Ошо һүҙҙәр уны ҡотортоп ебәрҙе.

Кит, телеңдән алғыры. Һулыһа — ҡунаҡтарға инәң башын күрһәтәбеҙме? Ҡырау төшһә — төшһөн, әммә беҙ бынау баҡсалағы сәскәләрҙе һулытырға бирмәбеҙ! Кәңәш һорап шылтыратмаған кешеһе ҡалмаған тиҙәр. Ниһайәт, әмәлен тапты.

Балалар йорто алдында ҙур баҡса бар. Унда беҙ төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерәбеҙ. Килгән ҡунаҡтар һәр ваҡыт шуға иғтибар итә лә. Балаларға ҡалай шәп тәрбиә бирәһегеҙ, тип маҡтап та ебәрәләр икән. "Матурлыҡ аша донъяға һөйөү тыуҙырағыҙ, афарин" тип әйтеүҙәрен үҙем дә ишеткәнем булды.

Иртәгә лә ҙур кешеләр килерҙәр. Әгәр төнөн ысынлап та ҡырау һуҡһа — директорыбыҙ нимә күрһәтер? Быға Мәүлиҙә Нурғәлиевна юл ҡуймаҫ... Олораҡ кластарҙа уҡыған малайҙар был төндә йоҡламай сыҡты. Тәүҙә сәскә түтәлдәрен иҫке сепрәк-сапраҡ менән ябып сыҡтыҡ. Шунан түтәлдәрҙе уратып усаҡ яҡтыҡ. Һәр малайға үҙенә "һаҡлау" өсөн түтәл бүлеп бирелде. Сәскәләрҙе ҡырауҙан алып ҡалыу өсөн иртәнсәккә тиклем ут яғып, утын ташып бер булдыҡ.

Унаҡтарҙы ҡаршылағанда директорыбыҙҙың кәйефе шәп ине. Инде ауылда бөтәһенеке лә шиңеп бөткәндә, беҙҙең генә сәскәләр һулымаған. Ә килгәндәр, ошо һалҡын көндә лә беҙҙең сәскәләрҙең баҙлап ултырғанына һоҡланып туя алманы...

Булыр-булыр, әммә был тиклем дә әҙерлекте элек бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Шул уҡ көндә сағыу сәскәләр төшөрөлгән ҡорғандар эленде, детдомдағы ингән урындан алып директорҙың кабинетына тиклем, ашхана яғына, һәр төркөм бүлмәләрендә өр-яңы келәмдәр түшәлде. Тәҙрә төптәренә матур вазалар ҡуйҙылар, хатта ҡайһы бер урындарҙа иҫке люстралар ҙа алыштырылды. Бының менән генә бөтмәне әле яңылыҡтар. Гел генә сатнаған, йә тотҡаһы ярылған шәшкенән сәй эсә инек, ә бөгөн уныһы ла ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт менән матур ғыналарына алыштырылды. Бер булһа була икән дә ул. Һәммәбеҙгә лә яңы нәскей, күлдәк, ыштан бирҙеләр. Эй, ҡыуандыҡ, эй һикергеләнек ҡыуанысыбыҙҙан. Әллә ысынлап та ҙур кешеләр киләме икән, тип шыбырҙаштыҡ. Элек ниңә йышыраҡ килмәнеләр инде! Гел ошолай матур йәшәр инек.

Тәрбиәселәр ҙә, бүтән хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙенә урын тапмай ине. Йә тегендә, йә бында утҡа баҫҡан бесәй кеүек сабыулайҙар. Директорыбыҙ ҡабат-ҡабат төркөмөбөҙгә инеп сыҡты. Ахырҙа, тағы нимәне бында яҡшыртайым тип тамам хәле бөттө шикелле.

Тәк, Рәйфә, бынау сәскә атҡан гөлдө кеше ингән урынғараҡ ҡуйығыҙ, ә бынау кибә башлағанын ниңә һерәйтеп бында ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер үк берәй урынға йәшереп тороғоҙ! — тигән була. Аҙаҡ Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙән "имтихан" алырға тотондо.

Унаҡтар килеп инһә нимә эшләйбеҙ?

— Әллә, — тине аптырап Әмилә. Быны ишеткәс, директор ҡобараһы осҡандай булды. Кинәт туҙынды ла китте:

Нисек инде әллә?! Урында йәйелешеп ултырмайбыҙ — баҫабыҙ ҙа һаулыҡ һорашабыҙ. Йылмайырға ла онотмағыҙ. Әтеү ауыҙығыҙ ослайышып, өңрәйеп торорға тиһәң — һеҙҙе ҡуш!

Quot;Аңланыҡ" тигәндәй баш һелктек.

Бына берәй ҡунаҡ һеҙҙең эргәгеҙгә килеп хәлегеҙҙе һорашһа, нимә тиерһегеҙ? — Директорҙың был һорауына яуап ҡайтарыусы булманы. Мәүлиҙә апай тағы "тоҡанып" китте.

Ух, ошо бәрәндәр! Шуныһы насар, быныһы ҡыйын тип мыжып торһағыҙмы — үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: "Рәхмәт һеҙгә. Минең барыһы ла яҡшы. Бында миңә оҡшай, үҙемде өйҙәге кеүек тоям" тип әйтерһегеҙ! — Инде сығыу яғына ыңғайлағанда ғына, ҡарашы бер малайға төбәлде. Ул яңы ғына бирелгән ыштанын кейем алған ине. — Ах, бынау сусҡа! Ыштанын да бысратып өлгөргән! Кем һиңә әле үк кейергә ҡушты, ә? — Ен кеүек тегенең ҡулынан тотоп алды ла елтерәтә башланы. — Һыйырға септә япһаң шулай була инде. Хәҙер үк йыуып таҙарт. Әтеү башыңды серетәм. Бер ыңғайы бөтәбеҙҙе лә әрләп алды ла китте. Шунан бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡылдата баҫып, сығып китте.

Фө ҡунаҡтары килер көндә ашатыуҙары ла шәп булды. Төшкөгә билмән дә бешергәндәр! Алмаһын да, кәнфитен дә күрҙек был көндә. "Ҙур кешеләрҙе" ҡаршылап, тамаша залында улар хөрмәтенә концерт ҡуйҙыҡ. Мин дә унда йырланым. Килгән ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто.

Бындағы шарттарҙы күреп иҫем китеп йөрөйөм әле, — тисе һомғол кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәсле апай. — Бынау хәтле затлы балаҫтан кемдең балаһы атлай әле? Күп өйҙәрҙә бындай нәмә юҡ! Тағы ла ҡайһы өйҙә көн дә билмән ашайҙар? Һеҙгә ҡарайым да һоҡланып бөтә алмайым — ҡалай тәтәй кеүек кейенгәнһегеҙ! Шуға йөҙөгөҙ ҙә шат, кәйеф тә көр. Әлбиттә, Хөкүмәтебеҙ һеҙҙең көнкүрешегеҙҙе яҡшыртыу менән бихисап ҡарарҙар ҡабул итә, дәүләт аҡсаһын да йәлләмәй. Өйөгөҙ шуға ла гөл-баҡса кеүек балҡып ултыра. Был тиклем дә хөрриттә йәшәп тә, насар уҡыһағыҙ оло гонаһ булыр ул! Әйҙәгеҙ, балалар, тырышып-тырмашып белем тауына үрмәләгеҙ, үҫеп еткәс, илебеҙгә файҙалы эштәр башҡарығыҙ. — Шуның менән был апай телмәрен тамамланы.

Алдан өйрәтелеп ҡуйылғанса, беҙ һәр кемдең сығышынан һуң гөрләтеп ҡул саптыҡ. Тағы ла бер нисә бала йырлап алғандан һуң, күптән көткән ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы тамашабыҙ тамамланды. Уларҙы директор ашханаға алып китте. Өфөнән килгәндәр директор артынан эйәреп залдан сығып китте, тик ҡунаҡтарҙың берәүһе генә әллә ни ашыҡманы. Мөләйем апайҙы шунда уҡ уратып алдыҡ. Ул кеҫәһенән сығарып кәнфит өләште. Шунан сәхнәлә торған пианино артына ултырып, дәтле көйҙәрҙе лә уйнап ишеттерҙе. Был апай башҡаларға ҡарағанда бигерәк алсаҡ булып сыҡты. Һәр беребеҙҙең исемен һораша, нисек уҡыуын белешә.

Мин ситтән генә барыһын да күҙәтеп тик торҙом. Шунан теге апай балалар менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла сығыу яғына ыңғайланы. Нисектер ул апай минең яҡҡа боролғайны, ҡараштарыбыҙ тура килде лә ҡуйҙы. Теге апай минең янға килде.

Наши рекомендации