Ниңә йоҡламайһығыҙ, балаҡайҙар? — тине шыбырлап ҡына.

— Өйөбөҙҙә йоҡлар инек тә ул, ә бында ниңәлер ҡурҡыныс төнөн. — Әлиә лә шым ғына яуапланы.

Минең шундай ғәҙәтем бар: яғымлы тауышлы, асыҡ йөҙлө кешене күрһәм, һүҙ ҡушырға әҙер торам. Был юлы ла шулайттым.

Апай, табип булыуы ауырмы?

Лләсе, улым. Табип булмағасым әйтә алмайым.

Нисек? Һеҙ бит аҡ халатта. — Төпсөнөүемде дауам иттем.

Бында бөтәһе лә аҡ халатта. Ябай ғына санитаркамын. Иҙән йыуып, палаталарҙы йыйыштырам.

Һүҙгә Әлиә ҡушылды:

Апай, ә беҙҙе ҡасан ҡайтарырҙар икән?

Й-й, балаҡайҙар. Кемгә ҡайтырға уйлайһығыҙ һуң? Яҙмыш тигәндәре лә бигерәк мәрхәмәтһеҙ икән. — Санитарка һөйләнә-һөйләнә иҙән йыуа башланы. — Хәҙер һеҙгә берҙәм булырға кәрәк. Детдомда ла бер-берегеҙҙе йәберләтергә бирмәгеҙ.

Quot;Детдом" һүҙе ҡолаҡҡа салынғас, ҡойолдом да төштөм. Элегерәк был һүҙҙе ишеткәнем бар, ундағы тормош хаҡында һөйләүҙәр буйынса ла беләм. Атай-әсәйем ауырығанда , үлеп фәлән китһәләр, детдомға ғына алып китмәһәләр ярар ине, тип эстән генә теләй инем. Ә бөгөн килеп санитарка әллә нимә һөйләп торасы.

Нимә-ә?! Ниндәй детдом? — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте, бына-бына күҙ йәштәре бәрелеп сығыр төҫлө. Үҙемде иң көсһөҙ кеше итеп тойҙом шул мәлдә. Эйе, көсһөҙ. Алдағы көндәремде, ҡайҙа йәшәйәсәгемде, кем менән аралашасағымды үҙем билдәләй алмайым бит. Ҡайҙалыр өҫтән берәү һинең менән идара итә кеүек.

Санитарка бер ни булмағандай һөйләнде.

Айһы детдомға һеҙҙе алып барыуҙарын белмәйем. Әммә табиптарҙың ауыҙынан үҙем ишеттем. Әле бына һеҙҙең һаулыҡты тикшерәләр ҙә, һуңынан шунда алып китәсәктәр.

Апайым урынынан уҡтай атылып килеп торҙо. Санитарканың ҡулына йәбеште лә иларға тотондо:

Апай, апай, һеҙ алдамайһығыҙмы? Детдомға барғыбыҙ килмәй. Әйтегеҙ әле шуларға, беҙҙе өйгә ҡайтарһындар. Ап-пай! — Әлиәнең йәшкә тулған күҙе ярҙам һорағандай, санитаркаға төбәлгәйне.

Мин дә түҙә алманым. Быны күреп иҙән йыуыусының да күңеле ҡырылды. Уның йөҙөндә йыйырсыҡтары күбәйгәндәй тойолдо. Ул бер нисек тә беҙгә ярҙам итә алмай. Шуғалыр ҙа нимә әйтергә белмәй. Ахырҙа, үҙенән дә тамсылаған йәштәрен һөртә-һөртә, палатанан сығып китте.

Лиә апайым менән һөйләшмәй генә оҙаҡ илап ултырҙыҡ. Элек күҙгә сүп инһә лә, илаһаҡ, баштан һыйпап йыуаталар ине. Ә хәҙер түгелеп илаһаң да тынысландырыусы, йылы һүҙ әйтеүсе кеше юҡ ине яныбыҙҙа. Бына шунан да ауыры юҡтыр ул...

Илап ҡына хәлде үҙгәртеп булмай. Ошо бәләнән ҡотолоу, тиҙерәк иреккә сығыу кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. "Ҡасырға, бөгөн үк ҡасырға!" — тигән уй мейемде телеп үтте.

Йҙә, апай, бөгөн ауылға ҡасайыҡ. Урманға йәшенһәк, унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Өйҙә лә һағынғандарҙыр. Атай миңә бирәм тигән әйберҙе лә эҙләп ҡарарбыҙ. Берәй тартмала яталыр...

Ллә инде... Юл алыҫ бит...

Беҙгә автовокзалға тиклем барып етергә кәрәк, ә артабанғы юлды мин беләм. Әгәр иртәрәк сыҡһаҡ, кискә тиклем ҡайтып етербеҙ.

Ильяс, беҙҙе кем тышҡа сығарһын ти. — Апайымдың ҡалтыраулы тауышы йөрәкте семетеп алғандай итте.

Бына бит көн тәртибе эленеп ҡуйылған. — Ишеккә эске яҡтан йәбештерелгән ҡағыҙға төбәп күрһәттем. — Сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем саф һауала йөрөргә рөхсәт ителә. Ә тышҡа сыҡҡан булабыҙ ҙа — һыпыртабыҙ!

Тауышыбыҙҙы ишеткәс, Зөлфирә һеңлебеҙ ҙә уянып китте. Күҙен асып та өлгөрмәне, иларға тотондо:

— Апай, әйҙәгеҙ өйгә ҡайтайыҡ. Бында насар, ҡурҡыныс... — Әлиә шул саҡ илауын онотоп, һеңлебеҙҙе йыуатырға тотондо:

Илама, бәләкәсем, илама. Бөгөн үк ҡайтабыҙ өйгә. Тик һин илама, йәме!

Ярай, иламам, тик, апай, тиҙерәк өйгә ҡайтайыҡ.

Шулай итеп, бөгөн үк сәғәт 11-ҙә табандарыбыҙҙы ялтыратырға килештек. Тәүҙә мин Алһыу менән тышҡа сығам, аҙаҡ Әлиә апайым Зөлфирәне етәкләп яныбыҙға киләсәк. Ҡасырға йөрөгәнебеҙҙе белмәһендәр өсөн еңелсә кейенергә кәрәк. Бөтә алып килгән әйберҙәребеҙ ҙә палатала ятып ҡаласаҡ. Әй, кәрәге лә юҡ ул сепрәктең! Ҡайтһаҡ ҡына ярар ине. Дүртебеҙ ҙә тышта булһаҡ, күҙебеҙ ҡайҙа ҡарай, шунда сабасаҡбыҙ. Ә инде дауахананан алыҫыраҡ китһәк, автовокзалдың ҡайҙа икәнлеген табырбыҙ әле. Бына күрерһегеҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек өйҙә сәй эсеп ултырасаҡбыҙ...

* * *

Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты. Дауахананан сыҡҡас та, күп ҡатлы йорттар араһына инеп күҙҙән юғалдыҡ. Хәҙер бына тотоп ҡараһындар! Кешеләрҙән юлды һораша торғас, автовокзалға барып сыҡтыҡ. Ул ҡаланың ситендә урынлашҡан. Был ерҙә элегерәк булғаным бар ине, шуға ла артабанғы юлды яҡшы беләм. Ауылыбыҙға тиклем яҡынса утыҙ километр ара бар. Юл да бормалы ғына, бер нисә тауҙы менеп төшөргә кәрәк.

Автовокзал янында машина туҡтатып маташыуыбыҙ юҡҡа булды. Дүртәүбеҙгә бынан ултырып китеүе еңелдән түгел шул: йә урыны юҡ, йә теләге. Аптырағас, йәйәү китергә булдыҡ.

Көндөң аяҙ тороуы кәйефте күтәреп ебәрҙе. Ҡояшҡай шул хәтлем шаян булып сыҡты. Беҙҙең менән уйнай, битте ҡытыҡлай. Машиналар елдереп үтеп тора, уларҙан һуң саң ғына туҙып ҡала. Ә беҙ, дүртәүбеҙ, татлы уй-хыялдарға сумып, ауылыбыҙ яғына табан атлайбыҙ.

Күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем. Ҡояш апай ҙа шаярыуҙан туҡтаны, беҙҙән алыҫлашты. Алға барған һайын атлауы ла ҡыйын. Арығас, юл ситенә ултырып ял итергә булдыҡ. Тауыш килгән яҡҡа ҡараһам — милиция машинаһы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Моғайын, беҙҙе генә эҙләйҙәрҙер. Ярай әле алыҫтан күреп ҡалдым. Әтеү әллә нимә эшләтерҙәр ине беҙҙе! Иң кесебеҙҙе ҡулыма алдым да, күмәкләшеп ҡуйы урман араһына инеп йәшендек. Үҙебеҙ ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Уф, ярай әле милиция беҙҙе күрмәй үтеп китте.

Наши рекомендации