Апай, әйҙә юлдан бармайыҡ. Тотоп алһалар, — тинем ҡурҡып.

Мин дә шулай уйлайым, Ильяс, — тине Әлиә. — Ярай әле ҡасып өлгөрҙөк. Тотһалар, шунда уҡ детдомға алып китерҙәр ине. Ҡыйын булһа ла, урман эсенән барайыҡ инде. — Ысынлап та, атлауы ауыр булып сыҡты. Йә ботаҡҡа эләгем йығылаһың, йә үтә алмаҫлыҡ ҡыуаҡлыҡтары осрай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын — юлға сығырға ярамай. Түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит. Бына хәҙер ошо тауҙың түбәһенә генә менеп етһәк, аҙаҡ атлауы еңел буласаҡ.

Апай, арыным! — Ошо һүҙҙәрҙе Зөлфирә илап, йыш ҡабатлай башланы. Тәүҙә мин, арыһам — Әлиә уны елкәһенә ултыртып алып бара. Текә тауға күтәрелә башлағас, үҙебеҙҙең дә хәл бөттө. Һеңлебеҙ нисек кенә мыжымаһын, уны күтәреп йөрөтөү хәлдән килмәй ине.

Леү! — тип урманды яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу. — Бүтән атлай алмайым, аяғым ауырта. — Ҡасҡанда, бүтәндәр алдында шик тыуҙырмаҫ өсөн еңелсә кейенгән инек. Алһыу аяғына сепрәк тапочка ғына эләктергән. Ул юлда таушалып, йыртылып бөттө. Ауыртһа ла, беҙгә әйтмәй түҙеп килгән икән. Ҡарап ебәрһәк — табаны ярылып бөткән, унан ҡан тамып тора. Әлиә үҙенең күлдәгенең аҫҡы өлөшөн шарт итеп йыртып алды ла, юл япрағын һалып, Алһыуҙың яраһын бәйләне.

Хәҙер инде күпкә яйыраҡ атлайбыҙ. Кесебеҙ илауҙан туҡтамай:

Атай, һин ҡайҙа? Атай, мин арыным. Килеп ал беҙҙе...

Элек атай менән урманға барырға ашҡынып тора инек. Ә бөгөн киреһенсә, ағастар шығырлауы, тумыртҡаның туҡылдауы күңелгә шул хәтлем шом һала.

Ар-р-р! Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! — Ошо йөрәкте өтөп алырҙай тауыш беҙҙән ҡалышмай. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр был ҡарға? Етмәһә, үҙе ҙур, ҡап-ҡара төҫтә. Беҙ барған ерҙә ағас башына менә лә ҡарҡылдарға тотона. Ул яҡшылыҡҡа түгел, тиҙәр ине ауылда. Шуға ла ҡарға иң ҡурҡҡан ҡошобоҙ. Ә ул беҙҙән ҡалышырға уйламай ҙа.

Ар-р-р! Ҡар-р-р! — тип баш осонан өйрөлә лә өйрөлә.

Апай, мин ҡурҡам! — ти Зөлфирә туҡтауһыҙ илауҙан ҡалтыранып. — Ул килеп күҙҙе суҡыр, аҙаҡ мине урлар. Ҡурҡам, унан ҡурҡам! Атай, ҡотҡар инде! — Беҙ уны тынысландырырға тырыштыҡ.

Тау башына менеп еткәндә генә, кинәт көн боҙолдо ла ҡуйҙы. Әллә ҡайҙан ҡара болоттар килеп сыҡты, тирә-яҡ та ҡараңғылана төштө. Тәнде өшөтөп һалҡын ел иҫте. Күк күкрәп, ямғыр яуа башланы. Ә йәшене шул хәтлем ҡотора: йә алдан, йә арттан салт-солт итеп ҡала. Уның дөбөрләүенән бөтә донъя һелкенеп ҡуя кеүек. Элек йәшен ваҡытында беҙ юрғанға төрөнөп, ҡурҡып ҡына ята инек. Ә бында бит ышыҡланырға урын да юҡ. Тиҙ арала лыс һыуға баттыҡ.

Эт көсөктәре инәһенә һырынған кеүек, беҙ ҙә йыуан ҡарағай төбөнә ышыҡландыҡ. Бер-беребеҙҙе йылытырға тырышып, дүртәүләшеп ҡосаҡлашып ултырҙыҡ. Ирендәр күгәреп бөттө, тештәр тешкә теймәй, тән туҡтауһыҙ ҡалтырай. Әлиә, Алһыу һәм мин ауыр булһа ла, иларға тырышмайбыҙ. Ә Зөлфирә һыҡтап илай ҙа илай. Шуға ла тауышы ла бөтә башланы, бахырҙың.

Тәнебеҙҙә ҡоро урын ҡалманы. Исмаһам, йәшене бер аҙға тынһасы! Ана ҡалай утлы ҡылысы менән уйнай! Беҙҙән йөҙ метр самаһы алдараҡ бер ҡайын дөбөр-шатыр итеп ергә ауҙы. Унан осҡондар сәсрәп киткәндәй булды.

Хәҙер беҙҙең ағасты ла йығасаҡ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу.

Урҡышыбыҙҙан юлға йүгереп сыҡтыҡ. Бәхетебеҙгә күрә, ошо мәлдә машина килеп туҡтаны. Эсендә ир менән ҡатын ултыра ине. Дүртәүләшеп, машина тап булыуына ышанып бөтә алмай, йәһәт кенә артҡа ултырҙыҡ. Тештәр-тешкә теймәй ҡалтыранышып ултырғанбыҙҙы күреп, тегеләр төпсөнөп торманы. Ҡайһы урамда йәшәүебеҙҙе һорап, өйөбөҙҙөң алдына уҡ килтереп ҡуйҙылар.

Ярай, башҡа улай урманда яңғыҙ йөрөмәгеҙ, — тине ағай. — Һау булып тороғоҙ.

Ауылыбыҙҙа ямғыр булмаған. Өйҙө күргәс, күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Туған йортобоҙҙан да ҡәҙерлерәк урын юҡ икән. Бүтән өйөбөҙҙән айырмаһалар ярар ине — бар теләгем ошо булды.

Йортобоҙ бикле, тимәк, туғандарыбыҙ ҡалаға уҡыуға киткән. Ҙур йоҙаҡты бер нисек тә аса алмағас, беҙҙе ҡалаға ебәрмәйем, тип ҡыр талашҡан Гөлнара апайға барҙыҡ.

Уй-й, балаҡайҙарым. Килдегеҙме? Һеҙҙең турала уйлана-уйлана йөрәгем ҡалманы, — тине күрше беҙҙе тупылдатып һөйөп. — Әйҙә, юрғанға төрәйем әле һеҙҙе. Өйрәк ите менән аш бешергәйнем. Хәҙер ашап алырһығыҙ.

Көнө буйы ризыҡ күрмәгәс, өҫтәлдәге һый-хөрмәттән ирендәремде супылдатып ялап алдым.

Беҙҙекеләр ҡайҙа ул? — тип белештем апай-ағайҙарым хаҡында.

Бөгөн иртәнсәк кенә ҡалаға уҡырға киттеләр. Уҡыу йылы тамамланырға тора бит. Имтихан бирергә кәрәк тинеләр. Улар ҡайтҡансы үҙем һеҙҙе ҡарап торормон әле. Шөкөр, ризыҡ етерлек...

Тамаҡты туйҙырып, йылынып, тәнгә бер аҙ хәл кергәс, өйгә ҡайтырға булдыҡ. Йоҙаҡты Гөлнара апай үҙе асып бирҙе. Мыҡты кәүҙәле күрше күп уйлап тормай, йоҙаҡты һурҙы ла ташланы.

Йҙөң йәне була тиҙәр, шул дөрөҫтөр. Балҡып торған йортобоҙҙо алыштырғандармы ни! Стеналар ҙа, мейес тә, карауаттар ҙа моңһоуланған кеүек. Беҙҙең сыр-сыу тауышыбыҙҙы ишетмәгәнгә әйберҙәр ҙә күңелһеҙләнәләр микән?

Элеккеләй өйҙө аҫтын-өҫтөнә әйләндереп, шарҡылдап көлөп уйнағы ла килмәне. Йорт эсендә генә түгел, күңелдә лә ҙур бушлыҡ ине.

Зөлфирә һеңлем өйҙә урынлашҡан тынлыҡты боҙҙо:

Атай, әсәй, беҙ ҡайттыҡ, — тине стеналағы уларҙың фотоһына ҡарап. Шунан башын беҙҙең яҡҡа бороп. — Әйҙәгеҙ, әсәйҙе лә, атайҙы ла алып ҡайтайыҡ. Улар ҙа беҙҙе һағынған инде. Иртәгә үк алып ҡайтайыҡ, яраймы...

Р беребеҙ үҙ урынына йоҡларға ятты. Ә иртәгә таң менән тороп, туғайға барасаҡбыҙ. Унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Детдомға алып китәм тип килгән кешеләр ул яҡты белмәй ҙә. Атай менән әсәйҙе лә ныҡ һағындырҙы, ауыл осондағы зыяратҡа ла барырбыҙ. Таң ғына атһын әле! Шул хаҡта уйланып ята торғас, татлы йоҡоға талғанмын.

* * *

Атай ниндәйҙер эш буйынса таң атмаҫ элек ҡалаға китергә булды. "Иртә бит, атай! Һуңғараҡ юлға сығырһың әле", тип тә ҡараныҡ, ә ул тыңламаны. Бәлки, шулай кәрәк булғандыр. Ҡайһы саҡта шул тиклем мөһим эштәр була бит.

Ярай, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ. Юҡҡа-барға талашмағыҙ. Һеҙҙең өсөн кеше алдында миңә оят булмаһын, йәме. — Атай һәр кемебеҙҙең башынан һыйпаны ла, тышҡа сығып китте.

Иң кесебеҙ әле йоҡлай ине, юғиһә ул атайҙы бер ҡайҙа ла ебәрмәйем тип, зыҡ ҡуптара. Мәктәпкә тиклем әле өс сәғәт самаһы ваҡыт бар. Тышта ла ҡараңғы. Тимәк, кәм тигәндә ике сәғәт серем итеп алырға була. Кинәт кенә мине йоҡо баҫты...

Quot;Туҡ-туҡ-туҡ" тигән тауышты йоҡо аралаш ишетеп ятам. Бәй, кемдер тәҙрәбеҙгә шаҡый түгелме? "Туҡ-туҡ-туҡ"... Ә-ә-й, был бит атайыбыҙ ҡайтҡан! Кире боролоп килгәндер инде. Тәҙрәгә сиртеү дауам итте. Нимәне ҡарап ятам һуң әле ишекте асмайса, — тип уйлап та өлгөрмәнем, һиҫкәнеп уянып киттем. Тәҙрәгә, ысынлап та, кемдер сиртә. Йоҡомдан һаман айный алмай тәҙрәгә уҡталдым. Ә атайыбыҙҙың үлгәне иҫемдән сыҡҡан. Ҡорғанды шәп кенә астым да, тышҡа баҡтым. Баҡсаға инеп, тәҙрә төбөндә баҫып торған милиционерҙы күреп, артҡа тәгәрәп киттем. Ул шул хәтлем ҡурҡыныс итеп туп-тура күҙемә ҡараны, шөрләүемдән ҡулдарым тартышып китте. Бөттө былай булғас!

Хәҙер үк ишекте асығыҙ! Һеҙгә әйтәм. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк дөпөлдәп тибә башланы. Тиҙ генә Әлиәне уяттым. Ни эшләргә белмәй, беҙ мейес артына йәшендек. Икәүебеҙ бер ни һиҙмәй йоҡлай ине.

Наши рекомендации