Бирмәйем, — тип ҡысҡыра ҡартырағы. €

Бир тинем, әтеү кәрәгеңде бирәм!

Шешәне тартып алырға тырышҡан әҙәмде ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ та. Өҫтөндә бысраҡ футболка, ыштаны ла йыртылып бөткән. Күрәһең, туҡтауһыҙ эсеүҙән бите лә туп кеүек шешенгән. Күҙ төбөндә күге лә бар. Был кеше йыл буйына ҡырынмағандыр ул! Ғүмеремдә беренсе тапҡыр асарбаҡты осратам. Тик уны ҡайҙалыр күрҙем шикелле. Бәлки, танырмын тип уның яғына табан бер-ике аҙым яһаным. Бәй, был бит Даян! Эйе, эйе, ана маңлайында миңе лә бар. Мине ҡарҙан яланаяҡ йүгерттергән, Фәрит дуҫымды икенсе ҡаттан тумбочка эсенә ултыртып ташлаған Даян бит был! Ерәнгес булып китте. Танып ҡалмаһа ярар ине тип, икенсе яҡҡа боролдом. Ә ул һаман шешә өсөн талаша ине...

Ауылыма килеп төшкәс тә, зыяратҡа барҙым. Бында минең иң ҡәҙерле кешеләрем ята. Атайымдың да, әсәйемдең дә һуңғы төйәге ошонда. Уң аяғым менән зыяратҡа индем. Ниңәлер быуындарым шул хәтлем ҡалтырай. Йөрәк тә дөпөлдәп тибә. Тиҙ генә яҡындарымдың ҡәберҙәрен таптым. Атайым да үлеп киткәс, бүтән йәшәй алмаҫбыҙ тип уйлағайным. Ҡыйын булһа ла, уларһыҙ йәшәргә өйрәндек. Тик ата-әсәбеҙҙе бер минутҡа ла онотманыҡ. Улар беҙҙең менән һәр саҡ бергә кеүек тойолдо. Ғәзиздәремдең ҡәбере лә тәрбиәләнгән, сәскә лә ултыртылған. Тимәк, туғандарым килеп ҡарап торалыр.

Рәхмәт һеҙгә! — тинем эстән генә. — Атай, һин әйткәнсә, беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ. Балалар йортонда ла бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Әсәй, һине лә онотҡаным юҡ. Һинең яҡты йөҙөң һәр саҡ күҙ алдымда... — Шул саҡ әсәмдең фотоһүрәте миңә йылмайғандай булды. Йылы ғына ел иҫте. Әйтерһең дә, бала сағымдағы кеүек әсәй баштан һыйпай. Зыяратта торғанда ниндәйҙер тыныслыҡ күңелемде биләп алды. Ҡәҙерлеләрем менән эстән генә һөйләшеп алғас, сығыу яғына ыңғайланым.

Беҙ йәшәгән өйгә хәтлем һанаулы ғына аҙымдар ҡалды. Хәҙер ошо боралыҡҡа етәм дә, беҙҙең урам башлана. Ни хәлдә икән өйөбөҙ? Барыһы ла яҡшы булһа ярар ине, тип эстән теләп барҙым.

Тыуған йортобоҙҙо оҙаҡ таный алмай торҙом. Ҡапҡаның төҫө күптән уңып бөткән. Тәҙрәләр ярыҡ... Кәртәгә индем. Быны күргәс, шунда уҡ кәйефем төштө. Шулай ҙа өйҙәге әйберҙәр үҙ урында ҡалғандыр, тип уйланым. Ҡараһам — ишек шар асыҡ тора. Һаҡ ҡына өйгә индем. Индем дә, күргәнемә шаҡ ҡаттым. Өйҙә бер әйбер ҙә юҡ. Хатта мейестең йүшкәһен дә, плитәһен дә ҡутарып алғандар. Бары иҫке генә тимер карауат ҡалған. Уныһы ла күңелде бошороп, ярыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә шығырлап тора. Бә-әй! Әйтерһең дә бында бер кем дә йәшәмәгән дә, берәү ҙә донъя ҡормаған. Ғаиләбеҙ менән төшкән фотобыҙҙы ҡарап алырмын тип уйлағайным. Был хыялым да селпәрәмә килде. Өйҙә имен бер нимә лә ҡалмаған. Ҡасандыр атай миңә нимәлер бирәм тигәйне, уныһын да мәңге таба алмаҫмын инде. "Минең өсөн ғүмер буйына иң ҡәҙерле нәмәм булды", — тигәйне атай. Балалар йортонда йәшәгәндә бик ауыр саҡта ла түҙҙем. Тыуған йортома ҡайтып, шул нәмәне барыбер табырмын тип өмөтләндем. Ошо өмөт миңә яҡшы уҡырға сәм бирҙе, атай әйткәнсә, үҙемде тәртипле тоторға этәргес булды. Ә бөгөн килеп ошо хыялым юҡҡа сыҡты. Сараһыҙҙан, тупһаға ултырып иланым...

Зыярат ҡылдым, тыуған йортомдо күрҙем — хәҙер кире балалар йортона барыр кәрәк. Иртәгә мине Өфөгә алып барырға тейештәр. Шуға бөгөн һуңға ҡалмай детдомда булыр кәрәк. Урамға сығып килгәнгемде күргәс, эргәбеҙҙән китеп барған бабай туҡтап ҡалды.

Ллә күҙемә күренә инде, — тип оҙон һаҡалын һыйпап ҡуйҙы бабай. — Ғиззәттең кесе малайы тип торамсы.

Эйе. Иң кесеһе булам, — тинем янына барып.

Вай, вай, вай! — Ҡартлас ҡосағын киреп шат йылмайып ебәрҙе. — Һине лә күрер көнөм бар икән дәһә. Хоҙайға рәхмәт, Хоҙайға! — Бабай мине ҡосаҡланы ла, арҡамдан тупылдатып һөйөп алды. Күҙҙәренән йәштәре лә күренде. — Ә мине таныйһыңмы?

Уңайһыҙланып, бер ни әйтә алманым. Был бабайҙы мин танымайым шул, ә ул мине белә.

Рамаҙан бабай булам, — тине минән яуап ишетмәгәс. — Мин ауылдың иң оло кешеһе. Һеҙ бәләкәй инегеҙ бит, хәтерләмәйһеңдер ҙә. Атайыңа ясинды уҡығайным. Мәрхүмде тәрбиәләп, үҙем һуңғы юлға оҙатҡайным. Их, иртә китте шул, иртә...

Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, баш һелктем.

Йҙә әле беҙгә барайыҡ, минең һиңә бирер әйберем бар. — Бабай таяғына таянып алға атланы. Мин уның артынан эйәрҙем.

Өйгә ингәс, бабай ултырғыс бирҙе лә, үҙе һандығынан нимәлер эҙләй башланы. Үҙ алдына һөйләнә биреп ҡуя:

Эй, хәтер тигәнеңде! Ошонда ғына һалғайным шикелле, ҡайҙа ята икән, ә?

Нимәне эҙләй икән Рамаҙан бабай? Һандыҡҡа һалғас, моғайын, кәрәкле әйберҙер. Бабай оҙағыраҡ эҙләнә бирҙе, ә минең ҡыҙыҡһыныуым артты ғына.

Т-тә-тә! Таптым! Таптым!

Бабай шатланып яныма килеп ултырҙы. Теге нәмәне усына йомған да күрһәтергә ашыҡмай.

Е "алыҫтан" башланы ул.

Ле нисәнсе класта уҡыйһың әле, улым?

Ун берҙе бөттөм. Бына университетҡа инергә йөрөйөм.

О-о-о! Бик шәп, бик мәслихәт. Атайығыҙ мәрхүм булғанда, бигерәк кескәй инегеҙ шул. Ғиззәттең хәле насар икәнен ишеткәс, уға инеп сыҡҡайным. "Һаулыҡ самалы, — тигәйне ул. — Әгәр минең менән берәй хәл була ҡалһа, ошо әйберҙе кесе улыма — Ильясҡа бирерһең", тине. Күп тә үтмәй ул донъя ҡуйҙы. Ә мин уны һиңә тапшырып өлгөрмәнем — һеҙҙе детдомға алып киткәндәр. Яңғыҙым тороп ҡалғас, һине күреп өлгөрмәйенсә үлеп китермен тип борсолғайным. Бына бит Хоҙайҙың мәрхәмәтлелеге. — Бабай туп-тура күҙемә ҡараны ла, миңә ҡулын һуҙҙы. — Мә, улым, атайыңдан ҡалған ҡомартҡыны ҡабул ит.

Араһам, бабайҙың усында бетеү! Атайым ошоно миңә бирергә булған икән. Ипләп кенә, ҡалтыранып бетеүҙе ҡулыма алдым.

Бер үк ҡәҙерләй бел уны, Ильяс, — тине Рамаҙан бабай. — Был ябай әйбер түгел. Ул бик тарихи ҡомартҡы. Уның менән олатайың һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Эйе, эйе — ошо бетеү Европаны урап ҡайтҡан. Аҙаҡ донъя ҡуйыр саҡта уны атайыңа тапшырған. Бына хәҙер Ғиззәттең васыяты буйынса һиңә бирәм.

Рәхмәт һеҙгә, мең рәхмәт!

Наши рекомендации