Рәхмәт, апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.

Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.

Асҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...

Тамаҡ ялғап алғас, шым ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.

Төштән һуң бөтәбеҙгә лә тамаша залына йыйылырға ҡуштылар. Биш төркөмдән дә балалар этешә-төртөшә шунда ашҡынды. Бер-береһен уҙышып, күңелле итеп һөйләшәләр:

Тамаша була, тамаша!

Тиҙерәк урын алып өлгөрәйек!

Ниҙәр булыр икән?

Ллә, бөгөн байрам түгел шикелле...

Минең генә аяҡтар тартмай. Унда нимә буласағын күҙаллайым инде. Әмилә лә үҙ бүлмәһенән сыҡмай ултыра. Мәктәптә булғанда Әлиә апайыма нисек ҡасыуыбыҙҙы, ҡайҙа юғалып йөрөүебеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем. Ул бының өсөн мине әрләмәне. Нисек теш менән ыҙалағанымды күрҙе бит.

Яуап бирергә тура килә инде. Киттек залға, — тип алға ымланы апайым.

Бармайым. Ҡасҡаныбыҙ өсөн бөтәһе алдында әрләйҙәр, ә минең унда ҡыҙарып торғом килмәй.

Уң һеҙ инмәйенсә башламаясаҡтар бит. — Әлиә мине күндерергә тырышты. — Киттек, әтеү икебеҙгә лә эләгәсәк.

Ыҙыҡ ҡынаһың, апай! Бер туған ҡустыңды тота килеп шунда барырға көсләйһең. Аңламайым бер ҙә һине. Бармайым, тинем бит! — Йәнем көйҙө лә китте. Былай ҙа бөтәһе лә иртәнән бирле Әмилә менән беҙгә әллә нисек ҡарай. Көлмәгән кешеһе ҡалманы. Ҡасҡалаҡ та, ҡасҡалаҡ тип үсектерәләр.

Шул саҡ бүлмәгә атылып Рәйфә апай килеп инде.

Бына ҡайҙа йәшенеп ултыралар, ҡәбәхәттәр. Тиҙ булығыҙ залға! — "Зал"ға тип ҡысҡырғанда ауыҙынан төкөрөктәре сәсрәп китте. Апайыма ҡарап әрләшеүен дауам итте. — Һин дә ҡустыңды яҡлайым тип ултыраһың инде. Ничего, аҡылға ултыртырмын әле. Күҙҙәрегеҙҙе таҫрайтып ҡарамағыҙ миңә! Воо-н!

Тағы ла әллә ниндәй асыулы һүҙҙәр менән ҡысҡыра-ҡысҡыра Әмиләнең бүлмәһенә инеп китте. Унда инеүе булды, шау-шыу ҡупты. Шунан класташымдың башын төйә-төйә уны алып сыҡты.

Апайым, мин һәм Әмилә Рәйфә апайҙың артынан эйәрҙек. Тамаша залына барып еткәнсе башыма ниндәй генә уйҙар килмәне. Ниндәйерәк яза бирәсәктәр, тип борсолдом. Башҡа инмәгән уй ҡалманы.

Зал тулы. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә тамашаның башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ингәс тә буш урын табайым тип йән-яҡҡа ҡараштырҙым.

Ана, өс кешелек урын бар — шунда ултырайыҡ, — тинем апайыма.

Айҙа киттең! Һеҙҙең урын түрҙә! — Рәйфә апай ҡулымдан елтерәтеп алды ла, сәхнәгә һөйрәп тигәндәй алып китте. Әмилә лә минең арттан атланы. Ә апайым иһә мин ултырырға ниәтләгән ерҙән урын алды.

Балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна беренсе рәттә ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә уның йөҙө кинәт үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡан дошманын осратҡан. Икебеҙҙе лә сәхнәгә баҫтырғас, Рәйфә апай ләззәтләнеп китте. Мөһим эш башҡарғанмы ни!

Бына! — тине ул көлөңкөрәп. — Господин ҡасҡалаҡтар килде. Башҡалар кеүек ябай түгел улар — махсус саҡырыуҙы көтөп ултырғандар.

Бөтәһе лә көлөргә тотондо. Бары тик апайымдың ғына ҡыҙарып ултырыуын, әллә иламаҫҡа тырышып иренен ҡымтыуын күрҙем.

Йә, һөйләгеҙ! Кемегеҙ ҡотортто? Нимәгә ҡалаға барҙығыҙ? Беҙ тыңлайбыҙ. — Тәрбиәсебеҙ туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙы.

Әммә беребеҙ ҙә яуап бирергә ашыҡманы. Бының менән Рәйфә апайыбыҙҙың йәнен көйҙөрҙөк кенә. Ул түҙмәне, килеп минең ҡолағымдан эләктереп алды:

— Һөйлә тинем, нимә тораһың шымып, һарыҡ?! — Ныҡ иткәнсе ҡолағымдан тартһа ла, ауыртыуын белгертмәнем. Шунан ул Әмиләне елтерәтергә тотондо:

Ин — шайтан алғыры, нимә ауыҙыңды йомоп тораһың? Ваҡытты алма, тинем, һөйлә! — Рәйфә апай нисек кенә "һынап" ҡарамаһын, беҙ — ләм-мим.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла урынында ултырып түҙмәне. Бына хәҙер минең сират етте, эргәләренә барыуым ғына көс, шунда уҡ һөйләп бирәсәктәр, тигәндәй ҡыйыу ғына аҙымдары менән сәхнәгә күтәрелде.

Ндәшмәҫкә һүҙ ҡуйыштығыҙмы? — Директор берсә миңә, берсә Әмиләгә уҫал ғына ҡарап алды. — Бик яҡшы! Һеҙҙең кеүектәрҙе тәүгегә осратмайым. Ундай ҡылыҡтарығыҙ өсөн колонияға ебәрһәм, әллә нимәләр һөйләрҙәй булырһығыҙ ҙа ул...

Колония һүҙен ишеткәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Юҡ, былар беҙҙән һөйләтмәйенсә тынысланмаясаҡтар. Тик кемебеҙ һүҙ башлар? Уйлап ҡараһаң, Әмиләнең бер ниндәй ғәйебе юҡ. Ул бары миңә ярҙам итте бит. Ә хәҙер шуның өсөн Әмиләгә лә эләгәсәк. Нимә булһа ла булһын, үҙем һөйләп бирергә тейешмен, тигән уйға килдем.

Арағыҙ әле был оятһыҙҙарға! Директорҙы ла һанға һуҡмайҙар ҙаһа. — Рәйфә апай утҡа май ҡойорға тырышҡандай, "тамашасыларға" ҡарап өндәште.

Тимәк, колонияға ебәреүҙе һорайһығыҙ... — Мәүлиҙә Нурғәлиевна әкиәттәге уҫал һәм хәйләкәр йылан кеүек, һөйләтергә тырышты. Детдом етәксеһенең был һүҙҙәре тәнемде өшөтөп алды, ни сәбәпле ҡасыуыбыҙҙы аңлатырға мәжбүр итте.

Апай, беҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ. Үҙем һөйләп бирәм... — Ҡалтыраулы тауыш ҡына ҡурҡыуҙы белгертте.

Бик яҡшы. Әйҙә, һөйләп бир. — Директор әйткәнемде ишетеп, ҡәнәғәтләнгәндәй итте.

Теш һыҙлауына түҙә алмайынса, үҙем ҡалаға барырға булдым. Ә бит мин ул яҡты белмәйем. Шунан Әмиләгә әйткәйнем — ул ризалашты. Тешемде һурҙырғас, ҡайтырға тип автовокзалға киттек. Тик яңылыш икенсе автобусҡа ултырып киткәнбеҙ. Әллә ниндәй ауылға барып сыҡтыҡ. Аҙаҡ бер бабай беҙҙе бында тиклем алып килде...

Тота ла ошо теш тип һылтана! Шунан, әгәр бер-ике көн көтһәң — үлер инеңме? Шул хәтлем шаштырҙым һеҙҙе — һәр кемегеҙгә нимәлер кәрәк. Яман ауырыуға һалыштығыҙ түгелме? Һеҙ йөҙәү — ә мин бер үҙем! — Мәүлиҙә апай ҙа ҡыҙа төштө. — Һинән һорайым, Ильяс, үлер инеңме?!

Наши рекомендации