Хәҙер ошоно бөтөрәйем дә, аш эсербеҙ, йәме...
Был турала Флүрә апайға әйтергәме-юҡмы тип оҙаҡ уйлап ултырҙым. Шунан әсәләй яҡын күргән кешегә барыбер еткерергә булдым:
Беҙ бит Рәйфә апайҙан ҡастыҡ, — тинем.
Бәй! Нисек инде ҡастыҡ?
Һүҙгә Фәрит тә ҡушылды:
Бөгөн уның баҡсаһында эшләнек. Анау көндә картуфын ала башлағайныҡ. Бөгөн бөтөрөгөҙ, ти ҙә ҡуя. Былай ҙа төшкә тиклем хәл бөттө. Яңынан үҙенә ебәргәс, дүртәүбеҙ уға китте, ә беҙ Ильяс менән һеҙгә һыпырттыҡ.
Флүрә апай уйға батты.
Дә-ә-ә, улай икән. Шул Рәйфә апайығыҙ үҙенең ике балаһы булып, гел һеҙҙән эшләтә. Ҡышын уға һыу ташып йөрөгәнегеҙҙе лә беләм.
Эйе шул.
Малайҙарҙы малын ҡарарға ҡушҡанын, һарайын таҙартырға ебәргәне хаҡында ла ишеткәйнем. Ҡыҙҙарҙан өйөн йыйыштырырға, иҙәнен йыуырға ҡуша икән.
Дөрөҫ, апай...
Бына һеҙҙең мине яҡын күреүегеҙҙе өнәп етмәй Рәйфә. "Балаларҙы шаштырма, үҙеңдән алыҫ тот" тигән була. Анау тапҡыр һеҙгә йыуаса алып килеүемде лә оҡшатманы. Ҡыҙыҡ ҡатын инде ул.
Шунан апай эҫе генә аш һалды, күпереп бешергән икмәген дә өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡоротлап аш бигерәк тәмле икән! Бындай һөтлө сәйҙе лә күптән эскәнебеҙ юҡ ине. Уңған да инде беҙҙең Флүрә апайыбыҙ!
Туйып алғас, урамға сығып, күрше малайҙар менән уйнап та алдыҡ. Аҙаҡ мунса индек. Ошо мәлдә үҙемдең балалар йортонда йәшәүем хаҡында онотоп та киткәнмен. Бында бит бөтә нәмә өйҙәгесә. Шуны ярамай, быны ашарға хөкүмәт ҡушмай, тегендә бармағыҙ, унда йөрөмәгеҙ тиеүсеһе лә юҡ.
Quot;Няня"быҙ ҙа үтә яғымлы, изге күңелле. Мунсанан һуң тағы баллап сәй эстек.
Көндөң кискә ауышыуын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Флүрә апайҙа нисек кенә яҡшы булмаһын, беҙгә детдомға ҡайтыр кәрәк. Әгәр һуңлаһаҡ — Рәйфә апайыбыҙ тетмәбеҙҙе тетәсәк! Флүрә апай күп иткәнсе тәмлекәстәрҙе, бөгөнгө ҡоймағын да һалып бирҙе.
Барыһына ла минән сәләм әйтегеҙ. Иртәгә күрешербеҙ, йәме! — тип оҙатып ҡалды. Беҙ ҡыуанышып, ҡоралай кеүек һикерә-һикерә, ҡайтып киттек.
Бына үҙемә шундай матур өй төҙөйәсәкмен! — тигән була дуҫым. — Унда бөтәһенә лә урын етәсәк. Һин дә, Ильяс, шулай гел ҡунаҡҡа килеп йөрөрһөң.
Рәхмәт. Мин дә Флүрә апайҙарҙыҡы кеүек йорт һаласаҡмын.
Йҙә, Ильяс, ҡул ҡыҫып ант итәйек — балалар йортонан сыҡҡас, матур итеп үҙебеҙгә донъя ҡорабыҙ ҙа, дуҫ, татыу ғаиләбеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ...
Йҙә! Ант итәм...
Рәйфә апай беҙ бүлмәгә ингәнде һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге малайҙар арып ҡайтҡан, карауатта һуҙылышып яталар. Күстәнәс тулы пакетты күргәс, кемуҙарҙан уратып алдылар.
Бар ҡыҙҙарҙы ла саҡырығыҙ әле! Флүрә апай бөтәһенә лә теүәл бүлергә ҡушты, — ти Фәрит.
Тиҙҙән ҡыҙҙар ҙа бүлмәгә йыйылды. Һәр кемгә икешәр ҡоймаҡ, берәр ус кәнфит эләкте. Бындай бәхеттән тегеләр ҙә арығанын онотто шикелле.
Картуфты алып бөттөгөҙмө? — тинем.
Уй-й, ҡайҙан... Әле тағы бер көнлөк эш бар.
Эйе шул, ике көнлөк булмаһа.
Етмәһә, ире ҡайҙандыр ҡайтып инде лә һеҙҙе таптыра.
Еҙ нимә тинегеҙ? — Фәрит урынынан ҡалҡына бирҙе.
Бер нимә лә тимәнек. Барыбер Рәйфә апайға шылтыратып әйтәсәген беләбеҙ бит.
Шул саҡ бүлмәгә Рәйфә апай килеп инде. Йөрәк жыу итеп ҡалды.
Айҙа йөрөнөгөҙ, бездарҙар? — Тәрбиәсе тәүҙә Фәриткә килде лә, башына асҡыс менән шаҡ итеп һуғып ебәрҙе. — Кемегеҙ ҡотортто?
Яуап биреүсе булманы. Апай тапочкаһын сисеп, табаны менән минең дә башына шаҡылдата һуҡты. Башым әйләнеп китте. Бүлмәбеҙгә йыйылған малай-ҡыҙҙар сығып ҡасырға уйлағайны ла, Рәйфә апай шунда уҡ туҡтатты:
Берәү ҙә урынынан ҡуҙғалмай тинем! — Шунан беҙҙе һөҙөрҙәй итеп ҡарап алды. — Был бәндәләргә таянырға ярамай! Ҡалай сос булып сыҡтылар әле! Ничего, кәрәгегеҙҙе бирермен әле. Һеҙ булмағас — бүтәндәр эште бөтөрә алмаған. Ә иртәгә ҡар яуып ҡуйһа? Хоҙайҙан яҡшы көндө теләгеҙ, көн боҙолһа — башығыҙҙы ашайым. Шул Флүрәлә йөрөнөгөҙмө?
Бер һүҙ ҙә әйтмәнек. Рәйфә апайҙың асыуы ҡабарҙы ғына:
Еҙҙе кәнфит менән әүрәтеп үҙ эшен эшләтәлер әле.
Беҙ эшләмә... — әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне.
Шым! Ауыҙыңды аса күрмә. Йән көйгәндә йә тәҙрәнән алып ырғытырмын... — Бүтәндәр ҡоймаҡ тотҡан көйөнә ҡатҡан да ҡалған. Быны Рәйфә апай ҙа күреп ҡалды.
Хәҙер үк аш һыуы биҙрәһен алып кил әле, — тине ҡыҙҙарҙың береүһенә.
Теге ҡыҙ етеҙ генә алып килде лә, бысраҡ биҙрәне бүлмә уртаһына ултыртты.
Улығыҙҙа нимә бар — ошо биҙрәгә ташлағыҙ! — Быны ишеткәс, балалар бер-береһенә ҡарашты. Ҡоймаҡты күптәре онотҡанда бер күрә. Кемдер хатта уны берҙе тешләп, тәмен татып та өлгөргән.
Апай, тағы берҙе тешләһәм буламы? — тине кемдер арабыҙҙан.
Никаких! Хәҙер үк ташлағыҙ. Беренсенән, санэпидстанция ундай аҙыҡты ашатырға ҡушмай. Икенсенән, бүтән Флүрәнең ҡулынан берәй нәмә алып ҡарағыҙ әле!
Кемдер илап та ебәрҙе. Ашай ғына башлаған ҡоймағын да, кәнфиттәрҙе лә биҙрәгә ташлап, күңелдәре төшөп, бүлмәнән сығып киттеләр.
Ну был Флүрә теңкәмә тейҙе генә! Ул педагог түгел, белеп ҡуйығыҙ шуны, — тип апайҙы әрләргә күсте. — Балалар менән бөтөнләй эшләй белмәй. Һеҙҙең режимды боҙоп, үҙенә саҡырған кешене башы бар тип әйтеп буламы? Уның был ҡылығын мин, юғары белемле педагог, аңлай алмайым. Ошо турала Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләшергә тура киләсәк.
* * *
Флүрә апай аҙнанан ашыу күренмәне. Уға нимә булған икән тип, борсолоп бөттөк. Бәлки, ауырыйҙыр, бына төҙәлер ҙә, эшкә сығыр тип уйланыҡ. Һәм бер көндө Флүрә апай төркөмгә килеп инде. Ниңә көндөҙ эшкә килгән, тип аптырап та ҡуйҙыҡ. Яратҡан апайыбыҙҙы сыр-сыу килеп шунда уҡ һырып алдыҡ. Уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙы: