Рәүеш, уларҙың төркөмсәләре, синтаксик функциялары. Рәүештәрҙең яһалышы.

Эш йәки хәлдең билдәһен, уның ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр. Күп ваҡыт ҡылымға эйәреп килә. Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Күпме? Ни тиклем? яуап бирә. Ҡай выҡыт рәүештәргә, сифаттарға эйәреп килә: байтаҡ ары, балдай татлы. Һөйләмдә – хәл, һирәк кенә – хәбәр, исем ролендә килгәндә – эйә, эйәрсән киҫәк.

Төркөмсәләре: 1)Хәл (Төп) рәүеш(Нисек? Ни рәүешле?) 2)Ваҡыт р.(Ҡасан?) 3)Урын р. (ҡайҙа?) 4)Оҡшатыу-сағыштырыу р.(Нисек?) 5)Күләм-дәрәжә р.(Күпме? Ни тиклем?) 6)Сәбәп-маҡсат р.(Ниңә? Нилектән? Ни өсөн?).

Яһалышы: 1)Тамыр рәүеш – семантик һәм лексик яҡтан айырылған рәүештәр, улар хәрәкәт билдәһен йәки билдәнең билдәһен белдерә һәм шул арҡала тик ҡылым йәки сифат алдында ғына килә ала. 2)Яһалма рәүеш – морфологик юл – аффикстар – ярҙамында яһала:-са/-сә(исем, сифат, һан, алмаш, рәүеш – сағыштырыу рәү. барл. килә йә хәл рәү.), -лай/-ләй (исем, сифат, алмаш, ҡылым – хәл, ваҡыт, урын, сағыштырыу рәү. яһай), синонимы -лата/-ләтә(исем, сифат, һан, ҡылым – күләм-дәрәжә, хәл рәү.); -лап/-ләп(исем – хәл,күләм-дәрәжә рәү.),-лаш/-ләш; Морфологик нығынған рәүеш-р – Исемдәш (исем, сифат, һан, алмаш, рәүеш), модаль һүҙҙәрҙең һәм ҡылым төркөмсәләренең төбәү, сығанаҡ, урын-ваҡыт килештәрендә үҙҙәренең төп мәғәнәләрен юғалтып, рәүеш мәғәнәһен алғандар:иртәгә, күпкә, тиҙҙән, башта .3)Ҡушма рәүештәр: а)теҙмә – бер үк һүҙҙең ҡабатланыу юлы м-н, йә 2 төрлө һүҙҙең үҙ-ара ишләшеү юлы м-н яһала; б)эйәртеүле – төрлө һүҙ төркөмдәренең үҙ-ара эйәртеүле мөнәсәбәттә килеү юлы м-н яһала: был арала, бер ваҡыт, ошо тирәлә; -са, -лай ялғаулы рәүеш+башҡа һүҙ төркөмө: өй беренсә.

Теркәүестәр һәм уларҙың төрҙәре.

Ярҙамлыҡ һүҙҙәр рәтенә инә. Ябай һөйләмдә баш киҫәктәр менән эйәрсән киҫәктәрҙе бер-береһенә теркәй, бәйләй. Йәнә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙе үҙ-ара тоташтыра. Традиция буйынса 2 төргә бүленә: 1)Теҙеүсе: 2)Эйәртеүле. Төрҙәре: I. Йыйыу терк. (да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, һәм, йәнә, тағы, шулай уҡ, шул уҡ ваҡытта, шуеның менән бергә); II. Ҡаршы ҡуйыу терк. (бәлки, ә, әммә, ләкин, тик, фәҡәт, шулай ҙа, юғиһә, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә); III. Бүлеү-ҡабатлау терк. (бер, берсә, йә, йәки, ни, әле, әллә); IV. Аныҡлау терк. (йәғни); Эйәртеүсе терк-р эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә йәки тиң киҫәктәрҙе үҙ-ара теркәү өсөн ҡулланыла. Мәғәнәләре буйынса төркөмдәргә бүленә:I.Сәбәп (сөнки); II.Шарт (әгәр, әгәр ҙә); III.Һөҙөмтә (хатта, шуға ла, шуға күрә лә, шунлыҡтан, ки хатта, тимәк); IV. Оҡшатыу-сағыштырыу (гүйә).

Бәйләүестәр һәм уларҙың төрҙәре.

Һөйләмдәге эйәреүсе киҫәктәр менән эйәртеүсе киҫәктәрҙең, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмдең бәйләнешен белдереүсе ярҙамлыҡ һүҙҙәр.Сығышы яғынан төрҙәре: 1)Төп бәйләүестәр – лексик яғынан бөтөнләй мәғәнәләрен юғалтҡан бәйләүестәр (өсөн, менән, һайын, кеүек, һымаҡ, шикелле, хәтлем, ҡәҙәр һ.б.); 2)Бәйләүес функцияһын башҡарыусы һүҙҙәр-исем, сифат, рәүеш һүҙ төркөмдәренән барл. килгән (тыш, буйы, көйө, башҡа, хаҡта, саҡлы, сәбәпле, аҙаҡ, һуң һ.б.)Бәйләүес м-н үҙ аллы һүҙ араһындағы бәйләнеш башҡарыу-башҡарылыу юлы м-н белдерелә. Һөйләмдә тотҡан роленә ҡарап:1)Сәбәп(өсөн, күрә, сәбәпле), 2)Маҡсат б. (өсөн), 3)Йүнәлеш б. (табан), 4)Ваҡыт б. (бирле, тиклем, саҡлы, һуң, элек), 5)Көсәйтеү б. (һайын), 6)Рәүеш б. (аша, арҡылы) 7)Оҡшатыу б. (кеүек, төҫлө, шикелле, һымаҡ), 8)Бергәлек б. (менән). Килеш формаларында килеүенә ҡарап: 1)Төп, эйәлек к. м-н: менән, өсөн, кеүек, шикелле, һымаҡ, төҫлө, буйынса, саҡлы, хәтлем, арҡылы, аша, буйы һ.б.;2)Төбәү к. м-н: табан, була, күрә, хәтлем, саҡлы, ҡаршы, ҡарата һ.б., 3)Сығанаҡ к. м-н: һуң, аҙаҡ, элек, элгәре, бүтән, тыш, башлап, ҡала, башҡа, бирле.

Киҫәксәләр һәм уларҙың төрҙәре.

Айырым һүҙҙең, һүҙбәйләнештең йәки бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәлмә мәғәнә үҙенсәлеге биреп килгән ярҙамлыҡ һүҙҙәр. Баҫым төшмәй уларға, ялғауҙар ҡушылмай, һүҙҙәргә ҡушылып әйтелә йәки яҙыла. Препозитив: бик, үтә, сем, дөм һ.б. Постпозитив: та, уҡ, ғына, икәс, ла баһа, -дыр, -сы, иһә һ.б. Мәғәнә үҙенсәлектәренә ҡарап төрҙәре: 1)Һорау (-мы ни, икән –ме, -мы әллә, -мы һуң һ.б.) Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренән һуң килеп, һорау ҡатыш икеләнеү, ышанмау, аптырау белдерә; 2)Көсәйтеү (шаҡтай, бик, иң, үтә, айырата һ.б.) Сифат, рәүеш, ҡылым алдынан йә һуң килеп, уларр аңлатҡан мәғәнәләргә көсәйтеү төҫмөрө өҫтәй; 3)Сикләү (ғына, уҡ, хатта, бары, фәҡәт, тиерлек, иһә, тик һ.б.) Үҙҙәре бәйләнә торған һүҙҙәрҙең мәғәнәләренә сикләү, аныҡлау, аҙһытыу, көсәйтеү төҫмөрҙ!рен өҫтәй; 4)Билдәләү (тап, нәҡ, ҡап) Үҙ аллы һүҙҙәрҙең мәғәнәләренә аныҡлау, асыҡлау төҫмөрө өҫтәй; 5)Раҫлау (әле, лаһа, ла баһа, ла һ.б.) Үҙ аллы һүҙҙәрҙең аҙағында тороп, раҫлау, аныҡлау, ҡәнәғәтһеҙләнеү төҫмөрө өҫтәй; 6)Йөкмәтеү (-сы, -со) Үтенеү, һорау, ялыныу төҫмөрөн бирә; 7)Самалау, икеләнеү (әллә, ни, һуң, -тыр һ.б.) Самалау, билдәһеҙлек, ризаһыҙлыҡ төҫмөрө бирә; 8)Оҡшатыу-сағыштырыу (тас, хас) Үҙ аллы һүҙҙәр м-н килеп, оҡшатыу-сағыштырыу төҫмөрлөктәре бирә.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр, уларҙың семантик төрҙәре һәм һөйләмдәге синтаксик функциялары.

Һөйләүсенең әйтелгән фекергә мөнәсәбәтен белдереү өсөн ярҙам итә торған һүҙҙәр. Реаль мәғәнәләре булмай. Грамматик категориялар м-н дә үҙгәрмәәй, күбеһенең үҙ аллы баҫымы бар. Һөйләм эсендә айырым күтәренке интонация м-н әйтелә. Төрҙәре: 1)Һөйләмдә әйтелгән фекергә ҡарата ышанып етмәү, икеләнеү, самалап ҡарау, фараз итеү (бәлки, шикелле, моғайын, буғай, ихтимал, ахыры, булмаһа); 2) Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең ысынбарлыҡҡа тура килеүен, дөрөҫлөгөн, фекергә билдәле бер баһа биреүҙе белдерә (әлбиттә, ысынлап та, ғәҙәттә, дөрөҫ, тәбиғи, билдәле); 3)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙе йомғаҡлауҙы, һөҙөмтәләүҙе белдерә (тимәк, ғөмүмән, ҡыҫҡаһы); 4)Бер фекерҙең икенсеһенә ҡаршы ҡуйылыуын белдерә (киреһенсә); 5)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙе инҡар итеүҙе, кирелекте йәки ыңғайлыҡты белдерә (юҡ, түгел, бар); 6)Берәй нәмәне ҡапыл иҫкә төшөрөүҙе белдерә (әйткәндәй, әйтелгәнсә); 7)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең тәртибен белдерә (беренсенән, берҙән, икесенән); 8)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең кемгә булһа ла бәйләнгән булыуын, сығанағын беледрә (минеңсә, һинеңсә, имеш, ти); 9)Бер фекерҙән икенсеһенә күсеүҙең субъектив юлын, ысулын күрһәтә (мәҫәлән, айырым алғанда); 10)Эш-хәрәкәттең йәки эш-хәлдең мөмкинлеген, мөмкин түгеллеген белдерә (мөмкин, мөмкин түгел, була, булмай); 11)эш-хәрәкәттең йәки эш-хәлдең тейешлеген, кәрәклеген белдерә (тейеш, кәрәк); 12)Әйтелгән фекергә ҡарата эмоциональ мөнәсәбәтте аңлата (исмаһам, етмәһә); 13)Һөйләмдән аңлашылған фекергә иҫкәрмә яһау, яҡынса һөҙөмтәләп ҡуйыуҙы белдерә (күрәһең, хәйер); 14)Фекерҙең мөмкин булыуына һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдерә (күрәһең, ысынында).

Һөйләмгә дөйөм рәүештә бәйләнеп килгән модаль һүҙҙәр инеш һүҙ хеҙмәтен үтәй (инеш-модаль һүҙҙәр: күрәһең, ихтимал, әлбиттә, етмәһә, имеш, ғөмүмән, моғайын, ахыры, билдәле һ.б.). Икенсе төркөмө ҡуушма хәбәрҙең постпозитив компоненты функцияһын үтәй (хәбәрлек модаль һүҙҙәр: кәрәк, тейеш, мөмкин, ярай, түгел, бар, юҡ һ.б.).

Ымлыҡтар. Уларҙың фонетик һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре, синтаксик функциялары. Оҡшатыу һүҙҙәре, уларҙың синтаксик функциялары.

Кешенең хис-тойғоларын, ихтыяр-теләген, кисерештәрен белдерә торған һүҙҙәр: аба, их, уф, и-и, шш һ.б. Ымлыҡтарҙан ҡылымдар ҙа яһалырға мөмкин. Һөйләмдәрҙең үҙенсәлегенә ҡарап, ымлыҡтар һөйләм киҫәге була ала. Эмоцияны, кәйеф-тойғоно, ихтыяр теләген атамай, уларҙың күсермәһен генә бирәләр. Төркөм: 1)Эмоциональ ымл. хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе белдерә:а)шатлыҡты, һоҡланыуҙы, ҡәнәғәтләнеүҙе, хуплауҙы белдерә (ә, и, о, ай, аба, и-и, ай-ай һ.б.); б)ҡыҙғаныуҙы, үкенеүҙе, ҡайғырыуҙы, һыҙланыуҙы, ғазапланыуҙы, бошоноуҙы белдерә (и, а, ай, эй, ох, ай-яй, әттә һ.б.); в)шелтәләүҙе, ҡурҡытыуҙы, ҡәнәғәтһеҙләнеүҙе, әрләүҙе, үсләүшеүҙе, нәфрәтләнеүҙе белдерә (ә, а, ах, һәй, ҡара һин уны һ.б.); г)Күрә алмауҙы, үсәүҙе, көлөүҙе, ерәнеүҙе белдерә (ә-ә, ах, фи, фу, тфу, иһи һ.б.); д)ҡурҡыуҙы, ҡот осоуҙы белдерә (аһ, их, ай, һай, абау, эһ, аба-ба һ.б.); е)Икеләнеүҙе, аптырауҙы, ғәжәпләнеүҙе белдерә (э, ә, әй, эммм, мм, билләһи, кит һ.б.) 2)Императив ымлыҡ-р кешенең ихтыяр һәм теләк мөнәсәбәттәрен белдерә: а)Өндәшеү, саҡырыуҙы белдерә (йә, әй, әйҙә, һәй, һәйт, әү һ.б.); б)Тыйыуҙы талап итеүҙе, бойороуҙы белдерә (ссс, шшш, тссс, сеү, мә һ.б.). Хайуандарҙы, ҡоштарҙы саҡырыу, ҡыуыу өсөн ҡулланылған ымлыҡтар була.

Оҡшатыу һүҙҙәр ысынбарлыҡтағы тауыштарға, өндәргә, хәрәкәттәргә, яҡтылыҡҡа һ.б. күренештәргә оҡшатыуҙы белдерә: шаптыр, мыш-мыш, йәлп, ялт, келт. Өноҡшаш (предметтарҙан, күренештәрҙән йәки заттарҙан ишетелгән тауыштарға, ҡысҡырыҡтарға, өндәргә оҡшатыуҙы белдерә: шатыр-шотор, шаҡ-шоҡ) һәм һыноҡшаш (Предметтарҙың хәрәкәтенә, яҡтылыҡҡа һәм һиҙенеүгә һынлы оҡшатыуҙан яһалған һүҙҙәргә әйтәләр: гөлт, йәлп, кәлт, шаҡ ҡатыу, ялт, мөлдөр-мөлдөр һ.б.) һүҙҙәргә бүленә.

Һөйләмдең баш киҫәктәре һәм эйәрсән киҫәктәре хеҙмәтен үтәй. Төп һәм исемләшкән оҡш.һүҙҙәр – эйә, Күберәк хәл функцияһын үтәй.

Наши рекомендации