Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 4 страница
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Һ-а-а-й, афариндар! Истәктең йырламаған әҙәме бармы ? Юҡтыр, ғой! - тип Аблай солтан башҡорттарҙы оҙаҡ ҡына маҡтап алды. - Ә бына беҙҙең яҡтарҙа үләң әйтергә яратабыҙ, ҡаҙаҡ йыры була инде истәктәрсә. Арабыҙҙа киң билдәле булған аҡыныбыҙ Бүкәй әкәбеҙ ултыра. Йә әле, Бүкәй әкә, теге ваҡытта башҡарған Бисенбай аҡындың үләңен йырлап күрһәт әле! Думбраһын алып тоттороғоҙ әле!
Бүкәй аҡын думбраһын йәтешләп тотоп алды, бер - ике аккорд биргәндән һуң һүҙ башланы:
- Ағай - эне! Был үләңдә ҡаҙаҡтарҙың башҡорттарға туйға барғаны, унда Ҡобағош сәсән менән Бисенбай аҡындың әйтеше һүрәтләнә. Ярыш аҙағында Бисенбай әкә еңелә. Ләкин башҡорттар уны барыбер юғары күтәрәләр. Оҫта аҡын булғаны өсөн бүләккә ат бирәләр. Башҡорттар араһында ла билдәле шәхескә әйләнеп ҡайта ул. Тыңлағыҙ! Үләң ошо турала:
Йәсемдән майдан тинем, бер ҡуймадым,
Думбра чиртеп үләң әйтеп бер туймадым.
Алдыма басҡан аҡынларды сарсатмайса -
Думбрамды алға салып бер ҡуймадым.
Алтмысҡа житкәнемдә,сул туйымда,
Аҡын булып дан аласы бар уйымда,
Истек аҡыны Ҡобағосҡа юлығыптын -
Кисер булдым әйтескән сул уйында.
Жауға бардым, басым жырылды, ул уңалды,
Асау жығып, ҡулым сынды,ул төзәлде,
Жаҡамдан ажал алып, ул жибәрде -
Ҡодайдан вабал күргәнем жоҡ, һис бер мәлде.
Ҡобағос та килеп басҡан бер жыйында,
Ҡурайын бер гөжләтеп ул оран салды,
Ай - хайлап үз үләңен жарып салды,
Әйтескәндә Бисенбайың сарсап ҡалды,
Өнө тығылып Ҡобағостан “ үлеп ” ҡалды.
- Афарин, Бүкәй әкә, афарин! Мең йәшә! - тигән тауыштар ишетелде.
Шулай итеп, йыр - моң, уйын - көлкө менән мәжлес дауам итте. Эңергә ҡарай тирмәләрҙән тышҡа күсте. Йәшерәктәр төрлө уйындар ойоштороп ярышалар. Кемдер таҡмаҡҡа бейене, йә ҡурайға ҡушылып йыр һуҙҙы.
Эңер әкренләп кискә ауышты. Тулы һары ай йыртыҡ болоттар араһынан сығып, үҙенең арыуыҡ яҡтылыҡ таратҡан нурҙарын далаға йәлләмәй һипте. Барыһы ла арыны , буғай, ял итергә булдылар. Даланың был мөйөшөндә лә тыныслыҡ урынлашты.
Иртәгәһе көнө ат сабыштары, уҡтан атыш, аттан тартып ҡолатып төшөрөү кеүек ярыштар булып үтте.
Бына хушлашыу ваҡыт ла килеп етте. Аҡ тирмә эсенә аҡһаҡалдар, бейҙәр, солтандар яңынан инеп урынлаштылар. Бер аҙ ашап - эсеп алғас, Илекәй тархан һүҙ дилбегәһен үҙенә алды:
- Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бында күп тапҡырҙар телгә алынһа ла тағы ҡабатлайым: беҙ - ҡәрҙәш ырыуҙарбыҙ. Шуғамы, әллә ғүмер баҡый бер тирәлә күршеләш булып йәшәгәнгәме, борон - борондан килгән уртаҡ ғөрөф - ғәҙәттәребеҙ бихисап бар. Шуларҙың береһе - йыйын йыйып кәңәшләшеп алыу, фекерҙәрҙе уртаға һалыу, уй - теләктәрҙе бер йомғаҡҡа йыйыу. Эйе, уйын - көлкөһө лә кәрәк, сөнки уныһы аһ - зарҙы баҫа, ҡайғы - һағыштарҙы еңеләйтә. Уйында ҡатнашып йәштәр таныша, үҙенә дуҫ таба, ҡыҙҙар күҙләй, шул арҡала туғанлашып та ҡуялар. Был әйткәндәрҙең барыһы ла һеҙгә бик яҡшы мәғлүм. Мин әйтәһе һүҙ икенсерәк йүнәлештә: Һеҙ беҙҙе үҙ ерегеҙгә ҡабул итеп, һеҙ әйтмешләй, тауышҡандарығыҙҙы күбәйттегеҙ. Һеҙ әйткән теләктәр беҙҙең күңелдәргә һары майҙай һылашып һеңде. Һеҙгә мең рәхмәттән башҡа әйтерлек һүҙебеҙ юҡ. Тағы шул: боронғоларҙан ҡалған йола эсендә бүләк бирешеү ғәҙәттәре лә һаҡланып ҡалған һәм һаҡланып килә. Аллаға шөкөр! Әйҙәгеҙ, шул матур йоланы атҡарып алайыҡ әле!
Серкә батырға, Бүкәй әкәгә, Аблай һәм Айсыуаҡ солтанға берәр арғымаҡ эләкте. Сәйетбай, Бикбаулы, Сәйетмәмәтҡол батырҙарға еләндәр таратып бирҙеләр. Ҡалғандыры ла буш ҡалманы: затлы баш кейемдәре, түбәтәй, сарыҡ, ситек кеүек әйберҙәр алдарына барып ятты.
Затлы бүләктәрҙе таратыу тантанаһы бөрйәндәрҙең мәжлесенә тағы бер йәм өҫтәне.
Бүләк таратылғандан һуң ҡунаҡтар һәм истәктәр тышҡа, тирмәләр алдына, һауа һулар өсөн сыҡтылар.
Бына Сәйетмәмбәтҡол думбраһын ҡулына алып ҡотанға - тирмәләр уртаһындағы майҙансыҡҡа - барып баҫты. Башҡалар ҙа шул тирәгә яҡынланы. Батыр думбраһына һуғып алды ла, яңы ғына сығарған үләңен әйтә башланы:
Истәктәрҙә Яғылбай, ҡырғызларда - Жағылбай,
Без - бер тыуысҡан баламыз, уртаҡ булсын даламыз.
Орош түгел, дуслык буса - тыныс булыр жиремез,
Далада мал - тыуар түлләп, бергә жәйләп жөрөрмез.
Жортымызға баңк ҡунсын, батырларға даңк ҡунсын,
Истәк безгә, барымызға - жаҡын туйысҡан болсын!
Ошонан һуң ҡунаҡтар хушлашып берәм - һәрәм таралыша башланылар. Аҡ тирмәлә тик Серкә батыр менән Бүкәй әкә ҡалды. Ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс улар янына Илекәй тархан менән Хоҙайбирҙе мулла керҙе. Дүрт затлы ир - ат аулаҡлап кәңәшләшергә ултырҙылар. Бик күп ваҡ - төйәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк ине: кем ҡайҙа йәйләй, уның сиктәре, бәхәс - фәлән килеп сыҡһа - кем, нисек хәл итә ? Был бер. Икенсенән, Турғай далаһы кешеләре башҡорт күтәрелешенә нисек ярҙам итә ала ? Әгәр хан, урыҫтар ҡотҡоһон тыңлап, нөгөрҙәре менән башҡорттарҙы килеп баҫһа - нишләргә ? Әгәр һөйләшеп - килешеп эште яйға һалып булмаһа - башҡорттарҙы яҡлашып ханға ҡаршы көрәш асырғамы, әллә юҡмы ? Хан армайҙарына ҡаршы торорлоҡ ниндәй көс бар ? Әгәр был ерҙәр көрәш майҙанына әүерелеп китһә - башҡорттар ҡайһы яҡҡа янтайып урынлашырға тейеш ? Шик - шөбһәләр күп, һанап бөтөрөрлөк түгел. Шулай ҙа хәл ителергә тейешле мәсьәләләр буйынса уртаҡ тел һәм уртаҡ юлдар таптылар. Шунан һуң, йәштәр ыңғайына, далаға һунарға тип сыҡтылар. Төп маҡсат - фекер алышыуҙы дауам итеү.
- Урмандар бармы был яҡтарҙа ? Булһа - нимәләр үҫә ? - тип ҡыҙыҡһынды Илекәй тархан Бүкәйгә ҡарашын ташлап.
Бар, әлбиттә, - тип яуапланы Бүкәй әкә, - әммә бик аҙ. Бына беҙ йөрөгән ерҙәрҙе урманлы дала, тибеҙ, сөнки өйкөм - өйкөм урмандары, сауҡалыҡтары бар. Ысын ҡомлоҡ артабаныраҡ: Каспий диңгеҙенән алып Алакүл һәм Балхаш күленә тиклем һуҙыла. Хәҙер даланың матур сағы, йәшеллек! Күрәһегеҙме, ҡайһылай матур сәскәләр беҙҙе ҡаршылап тора ?
- Эйе, күрәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушылды Хоҙайбирҙе мулла, - мәшәҡәтләнеп йөрөп иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ икән. Көҙгә тиклем ошолай булалыр ул тәбиғәт, Серкә әкә ?
- Юҡ, булмай шул. Саратан ( июнь ) айы үтеп китһә - дала ҡорой, йәшеллек тик туғайлаҡтарҙа, йылға күл буйҙарында ғына ҡала. Ә көҙ етһә - йәшеллек кире ҡайта, һеҙҙәге һымаҡ түгел.
- Ниндәй ағастар был яҡтарҙы үҙ иткән ?
- Шул һеҙҙәге һымаҡ инде. Ҡарағай, ҡарағас Яйыҡ йылғаһы буйлап үҫә. Тубыл, Турғай йылғалары буйлап ҡайынлыҡтар таралған. Иртыш, Ишем йылғалары буйын имән урмандары ҡаплаған. Артабан - таҡырҙар ята, улар арьяғында сүллек башлана. Унда саксауыл ғына үҫә.
- Урман кейектәренән ҡайһылары бында күренә ?
- Ҡырмыҫҡа айыуы бар. Сүл бүреләре, ҡыҙыл төлкө таралған. Илеккә һунарға йөрөйбеҙ. Асыҡ урындарҙа үр ҡуяны, ялан көҙәне, ялман осрай, кимереүселәр күп. Тауҙарҙа аҡ юлбарыҫ үрсегән, ә урман булған урындарҙа ҡыр бесәйе күпләп осрай. Әйткәндәй, был яҡтарҙа ҡара ҡорт таралған, унан һаҡ булығыҙ. Саҡһа - һирәк йән эйәһе тере ҡала. Йыл һайын уның ағыуынан дөйә, ат, һыйыр малы үлеп тора. Тик һарыҡтар ғына уларға бирешмәй, ағыуға ҡаршы торорлоҡ берәй көсө барҙыр, моғайын.
- Бүкәй тыуысҡан, минең дә бер һорау бар әле, - тип һүҙгә инде Илекәй тархан, - Ҡараһаҡалды иҫләйһегеҙме ? Ҡырҡынсы йылдағы күтәрелеште башлап йөрөгән беҙҙең хан. Ошо яҡҡа килеп йәшәгәйне түгелме ?
- Минең белгәндәр ярты - йорто ғына инде, шулай ҙа уның үлеме тураһында йыртыҡ - бортоҡ хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғайны. Ысын исем - шәрифтәре кем ине уның, Илекәй тархан ?
Миндеғол Юлаев. Диндар ине, Мәккә, Мәҙинәлә булып ҡайтып, хажи исемен алды. Сая һуғышсы ла, намыҫлы һәм башлы юлбашсы ла ине.
- Беҙ ҙә ишеттек уның батырлыҡтары тураһында. Белгәндәрем шул: Ҡараһаҡал, һеҙҙең ханығыҙ, Ҡыҙыл йылғаһына ҡарай сигенә барып, һуңғы тапҡыр алыша һәм еңелә. Яралы көйө иллеләгән ҡалдыҡ һуғышсыһы менән йылғаны аша сыға а беҙҙең дала киңлектәрендә юғала. Әйтеүҙәренсә, Әбелхәйер ханға барып ҡолай, шунда йәшәй һәм кәрәк ваҡытта уға үҙ армвайҙары менән ярҙам итә. Был дуҫлыҡ Урта Урҙа солтаны Баракҡа оҡшамай. Тәүҙә ул Әбелхәйер ханды хаиндарса үлтерә. Ҡараһаҡал Бараҡҡа ҡаршы яу асып, үс алырға самалап, хәрби көс йыя башлаған булған. Ошо хәлде һиҙеп ҡалып, үҙ кешеһен ебәреп, Бараҡ һеҙҙең ханды ағыулатҡан тигән хәбәр таралды. Ысынмы - бушмы - уныһы миңә ҡараңғы. Шуныһы мәғлүм: Ҡараһаҡал миләди буйынса 1749 йылдың яҙында донья ҡуйған. - Бүкәй әкә бер аҙ тынып барҙы ла һүҙен дауам итте. - Тауарихҡа күҙ ташлаһаң, беҙ - төрлө халыҡ булһаҡ та - бер төптән сыҡҡанбыҙ. Жағылбайҙарҙы алайыҡ: уларҙың бер өлөшө ошонда төпләнеп ғүмер һөрә, ә икенсе өлөшө Урал тауҙарына күсеп китеп, башҡортҡа әйләнеп, бөрйәндәр араһында донья көтә.
- Иң эре ырыуҙарығыҙ ниндәй ? - тип һорау бирҙе Илекәй тархан.
- Ҡырғыҙ - ҡайсаҡтар ике эре ырыуҙан тора. Ҡайсаҡтар - саҡтарҙан сыҡҡан ырыу, уларҙы һеҙ “ ҡаҙаҡ “ тип атайһығыҙ, ә ҡырғыҙҙар - ҡыр оғуз ырыуы. Был ике ырыуҙан башҡа Үсән, Ҡангюй, Ҡарлуҡ, Тюргеш ырыуҙары бар. Монголдар менән бергә килеп, улар баҫып алғандан һуң, бында Нуғай, Найман, Кәрәй ырыуҙары урынлашты. Ә беҙҙең күршеләребеҙ: үзбәктәр, төркмәндәр, ҡалмыҡтар, ҡарағалпаҡтар, зөнгәрҙәр элек - электән бында йәшәйҙәр. Барыһы ла - мосолман халҡы.
- Был тиклем мосолман халҡы булғас, муллаһы, мәсете кәрәк, улары менән эш нисек, етәме ? - тип ҡыҙыҡһынды Хоҙайбирҙе мулла.
- Мәсеттәр төҙөү үзбәктәрҙә алға киткән. Ә беҙ күсенте халыҡ, шуға мәсеттәр төҙөп ултыртыуҙы уйламайбыҙҙыр, күрәһең. Муллалар ҙа юҡ тиерлек,- тип яуапланы Бүкәй әкә.- Шуға күрә дини яҡтан наҙаныраҡбыҙҙыр. Матур итеп Ҡөрьән аяттарын уҡыған кеше бик һирәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд тураһында ла мәғлүмәтебеҙ етерлек түгел. Шул турала иҫкә төшөрөп үтһәк, кем, Хоҙайбирҙе мулла, ҡайһылай яҡшы булыр ине.
- Белгәнде һөйләү- ауыр эш түгел. Әйҙәгеҙ, улай булғас, анау ышыҡта туҡтап, аттарға ял бирәйек. Һеҙ - ҡымыҙ эсерһегеҙ, мин - һөйләрмен. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе көн дә иҫләп торһаң да ҡырын китмәҫ, сөнки ул тырышмаһа, бәлки ислам тәғлимәте беҙҙең арала бөтөнләй таралмаҫ ине. Пәйғәмбәребеҙ Мәккә ҡалаһында тыуа. Атаһы - Ғабдулла, әсәһе - Әминә исемле. Ата - әсәһе ҡеүәтле Көрәйеш ырыуынан. “ Мөхәммәд “ һүҙе ғәрәптәрҙә “ һөйкөмлө “ тигән мәғәнәлә йөрөй. Атаһы улы тыуыр алдынан ғына вафат булып ҡуя. Мөхәммәдкә биш йәш тулып үтеүгә донья ҡуя. Баланы олатаһы Әбделмоталлип көтөргә ала, тик ике йыл үтеүгә үҙе гүр эйәһе була. Малай, атаһы мәрхүмдең бер туған ағаһы, Абуталип ҡарамағына күсә. Ошо бабаһы малайҙы сауҙагәрлеккә өйрәтә. Бергәп күп юлдар үтәләр, карауандары менән Суриә, Йәмән юлдарын ҡат - ҡат тапайҙар. Егет бик иғтибарлы булып сыға: күпте күрә, күпте ишетә. Төрлө телдә һөйләшкән, табыныуҙары, ғәҙәттәре төрлөсә булған кешеләр менән аралаша, уларҙың телен өйрәнә, зиһен йыя, белемен арттыра.
Бер саҡ улар Суриәнән алыҫ булмаған Басра ҡалаһында туҡталалар. Мөхәммәд шунда ике монах менән таныша һәм әңгәмәгә инеп китеп тораташтарға, боттарға табыныуҙы тәнҡитләй, Ибраһим пәйғәмбәрҙең тик берҙән - бер булған Аллаһы Тәғәләгә табыныуын яҡлай. Ҡыҙыу бәхәс барышында яңы дин кәрәклеге тураһында әйтеп , төп мәғәнәһен асып һала: Маҡсаты - әҙәмде тәртипкә өйрәтеү һәм берҙән - бер Аллаһты танытыу.
25 йәше тулып үткәс, 40 йәшлек Хәҙисә исемле сауҙагәр ҡатын менән таныша һәм өйләнешеп, донья ҡороп йәшәй башлайҙар. Сауҙагәрлек эшен дауам итеп харап ныҡ байығалар былар. Инде Мөхәммәд ир уртаһы булып ҡырҡҡа баҫа, етдиләнеп китә, ара - тирә мәмерйәгә барып ҡуныуҙы үҙ итә. Шундағы төндәрҙең береһендә төш күрә. Төшөндә Ябраил фәрештә уға былай ти: “ Мин Аллаһ тарафынан һиңә сәләм ҡундырырға ебәрелгәнмен. Тыңла! Бына - төргәк, шуны асып уҡы! “
Уҡый. Унда: “ Һ и н - А л л а һ р ә с ү л е итеп тәғәйенләндең. Бойорабыҙ: кешеләрҙе яңы дингә дүндер! Уй - фекерҙәреңде китапҡа теркә, китапты “ Ҡөрьән - Кәрим, “ тип ата. Ҡөрьәнде халыҡтар араһына тарат, аңлат! Шунан һуң аңлыраҡтары мөслимин булырҙар,”- тип яҙылған икән.
Был серҙе Мөхәммәд оҙаҡ ваҡыт берәүгә лә сисмәй йөрөй. Бер көнө, кәңәш һорайым, тип Хәҙисәгә асып һала. Уныһы, аҡыллы ҡатын булараҡ, иғтибар менән тыңлай һәм ире алдында тубыҡланып:
- Эй, минең р ә с ү л е м, п ә й ғ ә м б ә р е м! Беренсе мосолман ҡатыны булып, хәҙер үк ант итеп, ислам динен ҡабул итәм. Һинең уй - фекерҙәрең хаҡ, һинең пәйғәмбәрлегеңә иманым камил, - тип иренең күңелен үҫтереп ебәрә. Тәүҙә туғандары һәм дуҫтары яңы динде ҡабул итәләр. Ғибәҙәт ҡылыуҙы йәшертен генә аулаҡ өйҙә, йә мәмерйәлә, йә Хәрәғ тауында үткәрәләр, сөнки дошмандар күп.
Мосолман диненә ҡаршылар Мәхәммәд рәсүлде үлтереү уйы менән һағалайҙар, бер көнө тотоп алып туҡмай башлайҙар. Ярай әле ярҙамсыһы Әбүталип килеп сыға һәм тегеләр менән алышып ҡыуып ебәрә. Бәлә артынан бәлә килә, тигәндәй күп тә ваҡыт үтмәй һөйөклө Хәҙисәһе гүр эйәһе була, артынса Әбүталип вафат булып ҡуя.
Шулай, Мәккәлә мосолмандарҙың хәле ауырайғандан - ауырая бара. Яңы дингә инеүселәрҙең ишәйә барыуы ислам дошмандарының һарыуын ҡайната.
Бигерәк тә Әбүсуфыян бай Мөхәммәд рәсүлде үлтертеү уйы менән яна, башкиҫәрҙәр яллай. Мөхәммәд, был хәлде һиҙеп,ҡала, теге башкиҫәр өйгә ингән ыңғайы, күҙенә әҙерләп ҡуйылған ҡомдо һибеп, сығып ҡаса. Ошо хәлдән һуң, мосолмандар үҙ - ара кәңәшләшеп, Мәҙинәгә күсергә булалар. Ҡалаға инер алдынан мосолмандар, юл кейемен таҙаға алмаштырып, унда тантаналы рәүештә ингәндәр. Ҡала мосолмандары һәм халҡы уларҙы икмәк - тоҙ менән ҡаршылаған һәм бөтә ҡала менән мосолман булырға теләүҙәрен әйткәндәр. Был ваҡиға миләди буйынса 622 йылда була. Ҡала халҡы мосолман булырға ант иткәндән һуң, беренсе осрашыу урынына, пәйғәмбәрғә бағышлап, Тәҡүә мәсетен һалған. Ул Мәккә, Мәҙинә халҡының табыныу урынына әйләнеп киткән...
- Ҡолан алдыҡ! Ҡолан! - тип ҡысҡырышҡын тауыштар ишетелде яҡында.
- Тере ҡолан менән тарпанды ғүмер баҡый күргән булманы инде, - тип Илекәй Аҙнағол тауыш килгән яҡҡа ашыҡты.
Серкә батыр көлөп ебәрҙе лә әйтте:
- Ишәк ҙурлығы ат була инде, ите йомшаҡ, бешерһәң - белтерҙәп кенә тора. Ағай - эне! Беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте, һеҙгә тыныслыҡ һәм аманлыҡ теләп беҙ икәү ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалайыҡ. Осрашҡанға тиклем,хушығыҙ!
...Нурали хан жағылбайҙар яғына китергә әҙерләнеп бөткәйне башҡорттарҙан вәкилдәр төркөмө килеүен еткерҙеләр. Хан уларҙы саҡырып, үҙ янына индерергә ҡушты. Улар инеп ултырышҡас та үҙ үтенестәрен әйттеләр: ошо ерегеҙгә беҙҙе һыйындырығыҙ, үҙебеҙҙә рәтле йәшәрлек мөмкинлек ҡалманы, тинеләр. Хан бик һауалы һөйләште, әммә ҡаты ла бәрелеп барманы, йыйын ни әйтер, тип ҡабатлап ултырҙы ла оҙатып килеүсе ҡыр - ҡаҙаҡтарҙы ҡайтарып ебәреп, башҡорттарҙы аманатҡа алып ҡалды, ҡарауыл ҡуйҙы. Ҡустыһы Эрали солтанды теләүенгерҙәр эйәртеп Ырымбурға саптырҙы. Тегеләр, генерал - губернаторҙан хат алып, бик тиҙ әйләнделәр.
Неплюевтың инструкция - хатын уҡығандан һуң хан үҙгәрҙе лә китте, бер төн эсендә ен алмаштырғандыр быны, тип уйларһың. Бөтә аптыранған фиғеле юҡҡа сыҡты. Ат саптырып, төрлө тарафтарҙан үҙенең һүҙе үтерҙәй бейҙәрҙе, старшиналарҙы саҡыртып алды, ҡорҙа башҡорттарға ҡарай яу асырға уйлауын асып һалды, үҙен эре һәм һауалы тотто. Жағалбайҙар менән табындар ингән ете ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре: старшиналар, аламандар яу асыуға ҡырҡа ҡаршы сыҡтылар. Беҙ башҡорттарҙы бүлешеп алып, үҙ аймаҡтарыбыҙға урынлаштырҙыҡ, ер бирҙек һәм уларҙы яҡлашырға ант иттек, тинеләр. Яу асһағыҙ - беҙ һеҙгә ҡорал менән ҡаршы сығасаҡбыҙ, тип төкөрөктәрен сәсһәләр ҙә, эре ырыуҙарҙың береһе - алсындарбайҙар уларға ҡаршы һөйләп, башҡорттарҙы әсирлеккә алып һатырға яҫтандылар, ул һүҙҙәргә алындар ырыуы вәкилдәре ҡушылды. Талашлы- тартышлы был кәңәшмә, хан теләгәнсә, ошондай ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды: башҡорттарға барымтаға барырға; мал тыуарҙарын, байлыҡтарын таларға; ирҙәрен әсир итеп генерал - губернаторға тапшырырға; ҡатын - ҡыҙҙарын бүлешеп алырға!