Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 5 страница

Жағалбай, Табын вәкилдәре ҡарар менән риза булмайынса талаша - талаша сығып ҡайттылар.

Бындай ҡарар тик башҡорттарға ғына ҡаршы йүнәлтелмәгәйне, ә бер ыңғайы үҙ - ара һуғышҡа ҡаҙаҡтарҙы ла аяҡландырыу ине. Берәүҙәр мал - мөлкәтле булам тип ынтылһа, икенселәре - ете алаштың аламандары ( ете ырыуҙың төп халҡы ) истәктәрҙе ҡурсылау өсөн тырыштылар, орошто башламау яғында булдылар, тик улар теләгәнсә килеп сыҡманы ла ҡуйҙы.

Ә Нурали ханға нисек тә булһа аҡ батшабикәгә ярарға кәрәк. Тәүҙә губернаторға үҙен күрһәтеп алғанда - шәп булыр ине, бының өсөн уңайлы ваҡыт сығып торған мәл. Губернатор аша урыҫ дәүләтенән мул ғына аҡса алып тора бит әле ул. Тағы мал - мөлкәте, ҡолдары күбәйер. Аҡса алып та уларҙы тыңламаһаң - йәһәт арт һабағыңды уҡытырҙар, аяҡ - ҡулыңды бәйләп зинданға ябыуҙары, йә башыңа етеүҙәре бик мөмкин, берәүҙән дә һорап тормаҫтар. Тик шуныһы күңелде ҡыра: ҡырғыҙҙарҙың ете ырыу берләшмәһе аламандары башҡорттарҙы тотоп бирергә ҡырҡа ҡаршылар икән, хатта хан армайҙарына ҡаршы орошҡа сығырға әҙерләнәләр, ти. Бына һиңә, мә! Ошо истәктәр арҡаһында үҙ - ара һуғыш сығырға тейешме ни ? Бына тағы яңы хәбәр килтерҙеләр: Алланазар бей, Серкә батыр, Бүкәй әкә, Айсыуаҡ солтан, Аблай солтан антты боҙмаҫҡа, ханға ҡаршы бергәләп сығырға, тип һөйләшкәндәр, анттарын яңыртҡандар.

Хандың ҡушыуы буйынса урдуғаға нөгәрҙәр берәм - һәрәм йыйылып бөттө. Һәммәһе меңдән ашыуыраҡ армайы булған бер алай - полк килеп сыҡты. Нуралинең иҫәбе буйынса, башҡорттарҙы һыйындырған аламандар бер алайлыҡ көс туплай ала алмаясаҡтар, күп булһа - һәммәһе 500 - 600 булыр. Шулай ҙа хан баҫҡынсыларҙың башында барырға баҙнатсылыҡ итмәне, ҡустыһы Эралины ебәрҙе. Былай тип уйланы: тегеләр ныҡ ҡарыулашып китһәләр үҙең ясыр булыуың бар. Хан тип ҡарап тормаҫтар, түгелгән ҡан өсөн башың менән яуап биререгә тура килер ахырҙа. Икенсе яҡтан, энеһе еңеп ҡайтһа - даны ханға! Генерал - губернатор алдында биргән анты үтәлгән булыр, малы эләгер, тағы байлыҡ ҡуныр.

“ Оло яу менән хан килә, “ - тигән шомло хәбәр Ете ҡырғыҙ - ҡайсаҡ ырыуҙары араһында бик тиҙ таралды. Нишләргә ? Билдәле, яуға ҡаршы көс йыйыу, буласаҡ һуғышсыларҙың рухын нығытыу - иң тәүге бурыс. Тырыша торғас, 700 - гә яҡын һыбайлы тупланды. Бөтә тупланған көс: башҡорттар, ҡырғыҙҙар Алланазар бейгә бойһондоролдо һәм ул бөтә нөгәрҙәргә башлыҡ итеп ҡуйылды. Хан - солтандарҙың сиреүен Ишем йылғаһының уң яҡ ярында, асыҡтан - асыҡ теҙелешеп, тегеләр килгән юлды ҡаплап, ҡаршылырға булдылар. Алланазарға еткерҙеләр: Эрали солтан һәм уның ярҙамсыһы Барак солтан сиреүендә алсынбайҙар ырыуы күпселеген тәшкил итә. Алсынбайҙар элек - электән Ете ҡырғыҙ ырыуы менән талашлы - тартышлы йәшәнеләр, барымта - ҡарымта ураған һайын ҡабатланып торҙо. Ер өсөн талаш ғүмер буйы барҙы. Ә Барак солтан Әбелхәйер хандың башына етеүсе асҡыр (бүре ). Нишләп Нурали хан уны үҙ араһына ҡыҫтырғандыр - аңлауы ҡыйын. Эх! Баракты тотоп алып башын ҡыйғанда - шәп булыр ине лә ул! Ул ваҡытта Ете ырыуҙың тағы бер дәү дошманы дөмөгөр ине.

Оло саң туҙҙырып хан баҫҡынсылары Ишем йылғаһы ярына яҡынлашты. Йылғаға етеп боролғас та, иң алда барған Эрали солтан күрҙе: ҡаршы яҡ теҙелешеп, тауыш - тынһыҙ ғына көтөп тора, тик баштарындағы торҡалары ғына, ҡояшҡа сағылып, ары - бире ялтлап ҡуя. Аралар яҡынайғандан - яҡыная, хатта биттәренән танырлыҡ ара ҡалды. Ә унда торғандар араһында таныштары күп Эрали солтандың, туғандары ла бар. Шулай булһа ла орошто туҡтатырлыҡ бер - ниндәй һылтау юҡ, йә ҡапыл ғына берәй төрлө сәбәп табырлыҡ та түгел.

Эрали “ туҡтарға “ тигән ишара яһап ҡулын күтәрҙе һәм атын уйнатып, ҡаршы яҡҡа яҡыныраҡ килде. Теге яҡтан да солтан кеүек хәрби кейемдә булған, ҡылыс һәм уҡ - һаҙаҡ таҡҡан Алланазар бей алға ынтылды һәм биш - алты аҙым барып етмәйенсә атын үрәпсетеп туҡтаны. Был тиклем кеше йыйылған урында бик һирәк була торған тәрән тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡтан аптыраған аттар ҙа тынысланды.

Һүҙҙе Эрали солтан башланы. Бөтәһенә лә аңлайышлы һәм ишетелерлек итергә тырышып, ҡысҡырып һөйләй башланы:

Ете ырыуҙар! Хандың бойороғон һеҙгә еткерергә ебәрелдем. Тыңлағыҙ әле мине! Истәктәрҙең ирҙәрен миңә тотоп бирегеҙ. Ҡатын - ҡыҙҙарын, малдарын алып ҡалып бүлешегеҙ! Әгәр риза булмаһағыҙ - ул эште беҙ үҙебеҙ башҡарасаҡбыҙ! Ҡабатлайым: риза булмаһағыҙ - хәҙер үк яу асабыҙ! Хандың әмере шулай.

Алланазар оҙаҡ көттөрмәне, яуапты ҡыҫҡа тотто:

- Солтан! Беҙ малға ҡыҙығырға Барак кеүек ҡасҡыр түгелбеҙ, үҙебееҙҙеке - үҙебеҙгә етә. Ә истәк бауырҙаштарға серт ( ант ) биргәнбеҙ, уны боҙоу - сатҡын ( хыянатсы ) булыу. “ Хан бар ерҙә - ҡан бар,” тиҙәр. Дөрөҫ әйтәләр, бына ул әйтем нисәнсе тапҡыр инде тап килеп тора.

- Һуңғы һүҙеңде әйт, Алланазар бей! Хан әмерен үтәйһеңме, юҡмы ? Баш һалышмы, әллә алышмы ? Әйт!

- Алыш!

- Ошо һүҙеңде өс тапҡыр ҡабатла!

- Алыш! Алыш! Алыш!

Артабан һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһе ҡалманы. Ике һыбайлы ике яҡҡа үҙ һуғышсыларына ҡарай елделәр. Ике яҡта ла ҡысҡырышыу башланды, мыжғышып алып киттеләр. Эрали солтандыҡыларҙың орандары ишетелде:

- Ҡаптағай!

- Алаш!

- Толпар!

Уларға ҡаршы яҡтағыларҙың орандары ҡушылды:

- Тоҡсаба!

- Тарауыл!

- Ҡондоҙ!

Ҡапма - ҡаршы тороусылар бер - береһенә ябырылды. Ишем йылғаһы буйында быға тиклем булмаған дәү алыш - һуйыш башланып китте. Әҙәм балалары ҡанына тәүҙә үлән, шунан йылға бурьяҡланды. Мәғәнәһеҙ һәм үлемесле һуғыш ҡыҙғандан - ҡыҙа барҙы. Аҡырышыу, һөрәнләшеү, аттар кешнәүе һәм башҡа төрлө әллә ниндәй йәмһеҙ тауыштар тотош бер ыңғыраш булып күккә артылды. Суҡмар - һуйылдарҙың тупылдауы, ҡылыстар сыңлауы, яралылырҙың ыңғырашыуы - һәммәһе күҙ ышанмаҫлыҡ мәхшәргә, тамуҡҡа әйләнде. Тиҫтәләгән алыш - салыш түңәрәктәре хасил булды. Сигенә барып, һыуға төшөп батҡандарҙы ҡотҡарыусы булманы, мөмкинлек тә юҡ ине. Ике сәғәттән ашыу барған алыш ике минуттай ғына тойолдо.

Тәүҙә беленмәһә лә көс нисбәте хан алайҙары яғында ине. Ул нисбәт Эрали хан йәшереп ҡуйған ҙур төркөмдең һөжүме башланыу менән беленде. Хан армайҙарына ҡаршы алышыусыларҙың һәр береһенә ике - өс һыбайлы дошман тап килеүе ҡаршы тороуҙы ауырлаштырҙы. Ҡасаҡ башҡорттар менән жағылбайҙар ҡыҫырыҡлана барып, яртылаш уратып алындылар. Алланазар бей сигенергә фарман бирҙе, ләкин ҡотолоу сараһы булмағандыр инде: ҡайһы аралалыр хан нөгәрҙәренә ҡаршы торған көс, ирей барып, ҡан булып аҡты, һеңде , юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, дәү аждаһа бер - нисә ынтылыуҙа йотоп ҡуйҙы.

Алыштың икенсе этабы яу яланынан аймаҡтарға күсте. Эрали солтан сапҡынсылары менән аймаҡ йәйләүҙәрен берәмләп туҙҙыра башланы. Бигерәк тә башҡорт тирмәләре аяуһыҙ рәүештә туҙҙырылды: ҡаршы торған ир - ат ҡылыс аша үткәрелде, һөңгөгә эленде, әсиргә алынды. Армайҙар ҡатын - ҡыҙҙарҙы, балаларҙы бүлешеп, ҡол итеп алдылар. Мал - тыуар тартып алынды һәм урдуғаға ҡыуылды. Кейем - һалым, өй кәрәк - яраҡтары, башҡа байлыҡ - мөлкәт таратылды.

Армайҙарының еңеү хәбәрен алғас та Нурали хан иң тәүҙә генерал - губернаторға ултырып хат яҙҙы: “ Истәкләрне туздырып, иркәкләрен ( ирҙәр ) ун бейә хаҡына, оргасыларын ( ҡатын - ҡыҙҙар ) ун биш бейә хаҡына, имчак имгән чабыйды ике бейәдән бәйәләп таратып алдыҡ. Имде Эрали Солтан энемезгә босконнарды ошбудай ҡылмаға бойороп ебәрдем. Хәзер тоздырылмаган, таланмаган боскон ҡалмады ғой. ”

Бындай иҫ киткес мәхшәрҙе ҡырғыҙ - ҡаҙаҡтар ҙа, башҡорттар ҙа күргәне юҡ ине әле. Айыуҙан ҡасҡан - бүрегә, тигәндәй, тыныслыҡ эҙләп, бәләнән ҡасып килгән башҡорттар оло ҡайғыға тарынылар.Ҡатыны - иренән, балаһы - ата -әсәһенән, ағаһы - ҡусты - һеңлеләренән айырылып, әсиргә алынды, тотҡонға әйләнде. Уларҙың бер өлөшо Урта Азия баҙарҙарына сығарып һатылды, ҡалғандары байҙар, бейҙәр ҡулында ҡалды.

Ҡайһы бер ҡырғыҙ - ҡаҙаҡ ирҙәре башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарын ҡатын йәки йәриә итеп алды, тик уларҙың нурлы ҡарашын, ҡайғы - хәсрәттәрен, шатлыҡ - ҡыуаныстарын тоймай йәшәнеләр, гел илау - һыҡтауҙарын ишеттеләр. Ҡайғынан икәмәтләнеү, үлеп китеү осраҡтары йышайҙы. Балаларын ошонда тыуҙырған ҡатындар ҙа иргә, ергә, илгә өйрәнә алманы: баштарын түбән эйеп, шәүлә кеүек өнһөҙ - тынһыҙ ғына эшләп йөрөп ғүмер һөрҙөләр. Әйтерһең улар - һынташтар.

Үҙ ғаиләһендә йәберләмәй генә, башҡорттарҙы тиң күреп, иптәштәрсә мөнәсәбәт күрһәтеп аҫраған ҡырғыҙ - ҡаҙаҡтар ҙа бихисап булды. Ундайҙар, кешелекле һәм кеселекле булараҡ, истәктәрҙең һәр теләктәрен үтәргә тырыштылар, ҡайғыларын уртаҡлаштылар, хатта уларға үҙ яҡтарына теләгән ваҡыттарында ҡайтып китерлек мөмкинлек һәм рөхсәт бирҙеләр. Ошондай йылы ҡараш арҡаһында арыуыҡ башҡорт батырҙары, уларҙың ғаилә ағзалары, туған - тумасалары үҙ иленә кире әйләнеп ҡайта алды. Ҡайта алмағандар ҙа булды. Улары, бигерәк тә йәштәр, бында ҡалып, ҡоҙалашып, туғанлашып, урындағы ғөрөф - ғәҙәттәргә өйрәнеп алдылар, яйлап тыуған яҡтарынан һыуындылар.

Әсиргә алынған бөрйәндәрҙе бығаулап, көслө ҡарауыл аҫтында Ырымбурға килтереп генерал - губернаторҙың һанаттарына тапшырҙылар.

Шуныһы ғына бер аҙ ҡыуаныс килтергәндәй булды: Нурали хан башҡаса башҡорттарға ҡаршы яҫҡынманы, орош ойошторманы. Бүлешеп алған ҡайһы бер истәктәрҙең ирекле йәшәүҙәрен ишетһә лә - өндәшмәне. Үҙ ғәскәренең ярты меңдәр ашыуын түшәп һалғаны өсөн аҡһаҡалдар ханға бәддоға уҡынылар - өндәшмәне. Үҙенең халҡына ҡаршы яу асҡаны өсөн битәрләнеләр - өндәшмәне. Хандың бындай ҡыланыштарына үҙ сәбәптәре бар ине: ҡатыраҡ ҡыланыр ине - аймаҡ халҡы хан яғында түгел. Күп кенә ҡырғыҙ батырҙары, солтандар, старшиналар бөрйәндәргә теймәү яғында. Киреһенсә истәктәр менән бергәләп Ырымбур еренә кесе яу менән инеп, урыҫтарҙы бер аҙ һелкетеп, йүгертеп алырға кәрәк, тип тәҡдим итәләр. Быныһы - урыҫ казактары ҡотормаһын өсөн, йәки ҡырғыҙ иленә баҫып инмәһендәр өсөн. Бигерәк тә Аблай солтан - урыҫтарға ҡаршы, уның уйынса, Ырымбур ерҙәре Оло Иҙел ( Волга ) ярына тиклем - ҡыр - ҡаҙаҡтар ере. Шулай булғас был ерҙәрҙе ҡасан булһа ла кире ҡайтарыу кәрәк. Тағы шуныһы бар: хан - мосолман нәҫеленән, ул Хоҙайҙы онотһа ла - Хоҙай уны онотмаясаҡ. Ҡылған гонаһтары өсөн истәк ҡулы аша йәнен ҡыйып та ҡуйыуы бар, сөнки Аллаһы Тәғәлә бер үҙе генә ике доньяның раббыһы. Ә теге доньяға ҡарағанда был донья яҡшыраҡтыр. Был доньяла ул - үҙенә - үҙе хужа. Мал - тыуары, ҡатын ҡыҙҙары ,кәнизәктәре бар, башҡа байлыҡтары баштан ашҡан. Ошо тирәләге киң далалар, аймаҡ халыҡтары - уныҡы. Тағы Аблай хан менән араны бер ҙә боҙғо килмәй. Тоҡомо - көслө ҡәүемдән; ҡулы оҙон, шымсылары күп. Армайҙары утҡа - һыуға инергә әҙер торалар.Ураған һайын Себергә сапҡын ойошторалар. Аблай солтан бөгөн - иртән Урта Урҙаның ханы буласаҡ. Хан уның һүҙенә гел ҡолаҡ һалырға тырыша. Бына тағы бер миҫал: Нурали хан һуғышсылары Үҫәргән волосы старшинаһы Ҡыуат Илекәй уғлын әсир иткәйне, губернаторға тапшырырға уйланы уны хан. Ошо ваҡыт Аблай солтан Ҡыуат Илекәйҙе ҡоллоҡтан ҡотҡар, тигәйне - ҡотҡарҙы, иреккә ебәрҙе. Ярты - йорто булһа ла таланған мал - тыуарын кире ҡайтарҙы.

Үҫәргәндәргә ваҡытлыса далала ғүмер итергә рөхсәт бирҙе. Ә улары тик ятмай икән! Ҡыр - ҡаҙаҡтар, бөрйәндәр менән бергәләшеп Яйыҡ сик һыҙығына барып етеп, сапҡын ойошторалар, казактарҙың сик һаҡсыларын үлтерәләр, йылҡы йәки һыйыр малын өйөрөп алып ҡайтып, ярлыларға, малһыҙҙарға, етемдәргә бүлеп бирәләр. Әсирҙәр алып ҡайтһалар - башҡорт әсирҙәренә алмаштыралар. Яйлап - яйлап урындағы халыҡ менән башҡорттар араһы йүнгә инде, бергәләп йәшәргә, бергәләп дошмандарына сапҡын яһарға теләктәш булдылар. Бына шулай, һәр кемдең тырышып - тырмашып йәшәп ятҡан көндәре.

Ҡараңғы төндәрҙең береһендә ҡораллы башҡорт - ҡырғыҙ төркөмө Терәкле редутын барып баҫты. Ике сик һаҡсыһын тереләй ҡулға төшөрҙөләр, өс редут һаҡсыһы уҡтан тәкмәсте. Шунан һуң , яҡында ғына утлап йөрөгән тиҫтәнә ашыу аттарҙы ҡыуып алып киттеләр. Быныһында бер тиҫтә ир- -егет ҡатнашты. Икенсе тапҡыр иллеләгән һыбайлы Ҡыҙыл нығытмаһына сапҡын яһаны. Утлап йөрөгән бер көтөү һыйыр малы, ике тиҫтә тирәһе йылҡы ҡулға килеп эләкте, унлаған казак әсирлеккә алынды. Казактар яғынан яуап - һөжүм көткәйнеләр - булманы. Шулай итеп, Яйыҡ сиге буйындағы тыныслыҡ ваҡ бәрелештәр менән алмашынды.

Елизавета Петровнаның 1- се сентябрь көнө ҡабул иткән фарманы ҡыҫҡаса ,, башҡортарҙы ҡайтарырға, “ тип исемләү мәғәнәһенә тап килеп торалыр. Фарман Урал тауҙарына ҡаҡлығып, дала киңлектәренә килеп етте. Батшабикә манифесында яңылыш юлға баҫып баш күтәргән башҡорттарҙы ярлыҡауы тураһында иғлан иткән. Ҡаҙаҡ - ҡырғыҙ далаларына юлланған баш күтәреүселәрҙең үҙҙәре һәм ғаилә ағзалары үҙ ерҙәренә кире ҡайтһындар, берәү ҙә яуапҡа тарттырылмаясаҡ, тип яҙылған. Элекке яуҙарҙа ошондай ҡағыҙға ышанған һәм баш һалған батырҙарҙарҙың ғүмере дар ағастарында, төрмәләрҙә тамамланды. Ул хәҡиҡәт һәр башҡортҡа билдәле, быныһы ла сираттағы тоҙаҡ булмағайы ? Бына ошоларҙан сығып бер ҡасаҡ та үҙ яғына ҡайтырға ашыҡманы.

Башҡорттарҙы тотоғоҙ, йыйығыҙ һәм һаҡ аҫтында Ырымбурға оҙатығыҙ! Беҙ язаға тарттырмайынса ауылдарына ҡайтарырбыҙ, тигән губернаторҙың күрһәтмәһен һәм батшабикәнең фарманын Нурали хан да үтәргә ашығып барманы. Ҡаты ҡыланыуҙан тик зыян ғына күрәһең икән ул! Элегерәк, йәш сағында, бер - нисә тапҡыр ҡаты бәрелеп, яҙмышын боҙа яҙғайны. Эйе, бынан 15 йыл элек, 1740 йылда ул Кәт нығытмаһында Хива ханы итеп иғлан ителгәйне. Борондан килгән ғөрөф - ғәҙәт буйынса аҡ балаҫға ултыртып юғарыға күтәрҙеләр. Ханлыҡта тәртип урынлаштырам, тип ҡаты ҡылана башлағайны, бының яңылышыуын көтөп кенә йөрөгән дошмандары, ханға ҡаршы бер ни тиклем халыҡты ҡотортоп, орош ойошторҙолар. Үлтерерҙәр ине - ҡасып ҡотолдо, ханлыҡтан да ҡолаҡ ҡаҡты. Ҡыуа төшкәндәрҙән саҡ ысҡынып, Әбелхәйер хандың төп йәйләүенә килеп ҡоланы. Ул ваҡиғаларҙы нисек онотаһың инде! Элек аңламай ине, хәҙер белә: халыҡ менән идара иткәндә гел генә ҡамсылау ҙа оҡшамай икән. Ҡайһы саҡ йылы һүҙ әйтеп ебәр, тәмлекәс ҡаптыр. Кәрәк ваҡытта кешене ҡосаҡлап ал, һыйларға ла онотма, бер ҡатлы булып ҡылан! Эйе, “Халыҡ - һарыҡ,” тиҙәр. Ә Нурали хан икенсерәк фекерҙә: һарыҡ көтөүен етәкләүсе табылһа, улар - бүрене лә иҙә тапап үтеүҙәре ихтимал. Юҡ, хәҙер хан элеккенән аҡыллыраҡ: истәктәргә теймәйәсәк! Шул ваҡытта ғына башың яурында оҙағыраҡ йөрөр.

Шулай итеп, ҡасаҡ башҡорттарҙы әсиргә алып Ырымбурға тапшырыу эше лә барманы, башланды һәм һүнде. Батшабикә лә был хәлде бик яҡшы белеп тора. Ярандары күпме тапҡыр уға тыҡынылар: ҡасаҡтар арҡаһында яһаҡтың ҙур ғына өлөшө түләнмәй тора, шуға күрә башҡорттарҙы кире ҡайтарыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Ысынлап та шулай икәнен Елизавета Петровна аңлап тора: Бөрйән ырыуы ерендә генә күпме ауыл һәм йәйләү юҡҡа сыҡты, күпме мал - тыуар ситкә аҡты. Был бер, икенсенән, уларҙы ҡайтарып көслө күҙәтеү аҫтына ҡуйыу мотлаҡ, шунһыҙ был боланың бөтә торғаны юҡ. Хатта, Аллам һаҡлаһын, киреһенсә, ҡаҙаҡтар менән ҡушылып алһалар - көсәйеп китеүҙәре ихтимал. Көсәйеп китерҙәр - Рәсәйҙе ҡаҡшатырҙар. Сик буйынан береһенән - береһе күңелһеҙерәк хәбәрҙәр килеп тора, унда тыныслыҡ юҡ: башҡорттар йә унда, йә бында һөжүм итеп казактарҙы үлтерәләр, һыйыр һәм йылҡы малын ҡыуып алып китәләр һәм юҡҡа сығалар! Тағы Тевкелевты шул тарафтарға ебәрмәйенсә булмаҫ, ахырыһы. Ул ғына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәй алырҙай генерал. Саҡыртып алды, һөйләште һәм киң полномочиялар биреп, Тевкелевты Ырымбур ҡалаһына оҙатты.

Көҙҙөң ямғырлы көндәре. Көҙҙөң бысраҡ юлдарында аттарҙы юрттырып ҡына барып булмай. Карета бата - сума шылыша, аттар көслөк менән, яй ғына экипажды һөйрәйҙәр. Шулай бысрағы, тупрағы әйләнеп ятҡан юлдарҙан килеп етеп, генерал ял да итеп тормайынса губерния йортона ашыҡты. Генерал - губернатор үҙ урынында икән, йүгереп йөрөп ҡаршы алды, ләкин үҙ - ара әңгәмә баштан уҡ тоҙло - боросло булып сыҡты. Ҡәҙимгесә хәл - әхеүәл һорашҡандан һуң Алексей Иванович шунда уҡ генерал - губернаторҙы ҡыҫмаҡҡа алды. Бындағылар белһендәр: ул - ябай генерал түгел, ә батша вәкиле, урындағы чиновниктарҙың барыһынан да юғары тора:

- Хөрмәтле, тайный советник Иван Иванович! Нишләп һеҙҙең яҡтан башҡорттарҙы кире ҡайтарыу тураһындағы батша ғәли йәнәптәренең рискрипты үтәлмәй ? Нурали хан менән осрашып тормайһығыҙмы ни ? - Тевкелев асыула ҡарашын генерал - губернаторға төбәне.

Наши рекомендации