Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 1 страница

Петр беренсенең кинйә ҡыҙы Елизавета Петровна 1741 йылдың 25 ноябрендә, һарай түңкәлеше арҡаһында, Рәсәй тәхетенә батшабикә булып ултырҙы һәм бына тиҫтәләгән йыл дауамында ошо эште башҡара килә. Тәхеткә ултырған сағында батшабикәгә ни бары 34 йәш ине, хәҙер ул иң бәхетле итеп үҙен тойоп тантана иткән ваҡытҡа 11 йыл да үтеп өлгөргән. Ай - һай, ҡайһылай ваҡыт тиҙ үтә. Ошо ваҡыт эсендә батшабикә үҙен кеселекле һәм кешелекле итеп күрһәтергә тырышты. Ярандарына ҡарата йомшаҡ мөғәмәлә булды; ил әсәһе, ғәҙел ил хужаһы, тип әйтһендәр өсөн бөтә көсөн һалды. Фавориттары менән генә түгел, шулай уҡ вельможалары менән, хатта батша Һарайын һаҡлаусы һалдаттар менән дә ябай итеп һөйләшә белә. Ләкин дәүләт эшен яратмай, шуға күрә шөғөлләнмәй ҙә. Эш рәтен дә белмәй, белергә лә теләмәй. Аудиенцияға яҙылһаң - аҙналар буйына көтәһең, унан һуң да ҡабул итмәүе мөмкин. Бөтә дәүләт эштәрен министрҙары йәки фавориттары алып бара. Фавориттары араһынан Алексей Разумовский иң яҡыны, батшабикә уға тулыһынса ышана. Разумовский ярлы украин казагының улы. Ил хужаһына ярай белеү һәм һәр саҡ юха булыуы арҡаһында батша Һарайында үҙен хужа итеп тоя һәм хужаларса тота үҙен. Граф титулын алды, дары еҫен еҫкәмәһә лә фельдмаршал булып китте. Елизавета Петровна ике яратҡан шөғөлө бар: беренесеһе, төн буйына күңелле бал үткәреп ял итеү, кареталарҙа саптырыу, көндөҙ төш ауғансы йоҡлау. Икенсеһе: көн дә яңы наряд тектереп кейеү, яңы күлдәкте бүлмәләргә инеп осраған һәр вельможаға күрһәтеп маҡтаныу. Яҡынса бына ошолай үтә батшабикәнең көндәре.

Әйткәндәй, престолға ултырғас та үлем язаһын бөтөрөү тураһында закон ҡабул итергә вәғәҙә бирҙе һәм һүҙендә торҙо. Үлем язаһын биреүҙе ғәмәлдән алып ташланылар, тик туҡмап әйттереү, тән язалары биреү, Себергә һөрөү, ғүмерлеккә төрмәгә ябыу - элекке көйөнсә ҡалды. Атаһы, Петр Беренсе, бөтә дәүләт эштәрен үҙе башлап эшләй торғайны, ә Лиза - Елизавета киреһенсә дәүләт эштәрен бар тип тә белмәй. Шулай ҙа батшалыҡ иткән осоронда Йәшерен канцелярия менән Сенаттың ролен Бөйөк Петр ваҡытындағы кеүек итеп юғары күтәрҙе. Юғары дәрәжәле немецтәр дәүләт органдарынан ҡыуылды. Армия һәм флотҡа Петр ваҡытындағы штаттар кире ҡайтарылды. Яңынан кораблдәр төҙөү эше аяҡҡа баҫтырылды. Ләкин илдең дөйөм политик хәле бик хөрт, насар хәлдә. Бигерәк тә Рәсәйҙең тышҡы сәйәси хәлдәре шәптән түгел. Яңы ғына булып үткән Польша һуғышы арҡаһында дәүләт һигеҙ мең һалдатын, ике йөҙ офицерен юғалтты. Төрөктәр менән йәнә һуғыш булды. Һөҙөмтәлә Азов ҡәлғәһе кире Рәсәй ҡулына күсте. Ә 1741 авгусында башланған Швеция Рәсәй һуғышында урыҫ дәүләте еңелеүгә дусар ителде, сөнки һуғышҡа әҙерләнеү бик түбән кимәлдә булды. Тағы Пруссия менән һуғыш сыҡты. Пруссияға был һуғышта Анлия ярҙамлашты, ә Австрия менән Франция Рәсәйҙең союзниктары булды. Ете йыл буйы барған был һуғыш рус ғәскәре тарафынан Берлинды алыу менән тамамланды.

Эске сәйәси эштәр ағымы Петр Шувалов һәм Александр Бестужев шәхестәре менән ныҡ бәйле, сөнки ошо ике вельможа, батша исеменән, үҙҙәре нисек теләй, шулай етәкселек итәләр. Ыңғай яҡтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, дворян балалары өсөн Диңгеҙ кадет корпусы, тағы Артиллерия һәм инженерия корпустары асылды. Тағы бер шатлыҡлы ваҡиға булды: Михайло Ломоносовтың Мәскәүҙә университет асыу тураһындағы хыялы тормошҡа ашты. Бында латинса түгел, ә рус телен дә уҡыта башланылар. Ломоносовтың әрһеҙлеге арҡаһында был уҡыу йортонда уҡырға дәүләт крҫтиәндәренең балалары ла тулы хоҡуҡ алды. Ләкин тормош гел генә бер көйөнсә бармай икән!

Бер көнө Сенатҡа һәм батшабикәгә тәғәйен булған ике адресҡа ике хат килеп төштө. Батшабикә уҡып сыҡты: Ырымбурҙан генерал - губернаторы Неплюев башҡорттарҙа ихтилал башланды,тип оран һала. “ Оло яу ҡупҡандай бигерәк ныҡ “ яр” һала был Неплюев,”- тип уйлап алды батшабикә. - Йөҙ мең ғәскәр һорай, аптырап бара микән әллә ? Ул тиклем ғәскәрҙе тота килеп ҡайҙан алаһың ? Бер кешене һалдат итер өсөн егерме йылдан ашыуыраҡ ғүмер кәрәк. Губернаторға бөгөн сығар ҙа йөҙ мең һалдатты тоттороп ҡуй! Генерал - губернаторҙың үҙен бында саҡыртып һөйләшеп, кәңәшләшеп алмайынса булмаҫ, ахрыһы. Батшабикә ошо уйын фарманға әйләндереп әмерҙе Сенатҡа тапшырырға ҡушты, Сенат генерал - губернаторҙы саҡыртып һөйләшеү эшен Хәрби коллегияға йөкмәтте. Хәрби коллегияға саҡырылған Неплюев хөкүмәт ағзалары алдында башҡорттарҙың болғанышын ныҡ ҡабартып, ҡурҡыныс итеп һөйләп ташланы, ғәскәр талап итә был. Ә Хәрби коллегияға ла, Сенатҡа ла генерал - губернатор ҡарамағында 24 меңлек регуляр һәм иррегуляр полктар бар икәнлеге бик яҡшы билдәле. Хәрби коллегия башлығы граф Иван Иванович Шувалов, генерал - губернаторҙың саманан тыш хәлде шыттырып ебәреүен һиҙемләп, тегенең сығышын өҙөп һорау бирҙе:

- Иван Иванович, хөрмәтлем! Беҙгә асыҡтан - асыҡ әйт әле: үҙегеҙҙәге егерме дүрт меңлек ғәскәр менән генә бунтты баҫтырып булмаймы ни ?

- Юҡ, булмай, хөрмәтле ғәли йәнәптәре! Беҙгә өҫтәмә көс кисекмәҫтән кәрәк, сөнки унда бөтә губерния тиерлек бунтҡа күтәрелгән.

- Ярай, бөтәһен дә яҡшы аңлап торабыҙ, хөрмәтле генерал - губернатор! Яйыҡ һәм Дон казактарын, тағы шуларға ҡушып Ставрополь ҡалмыҡтарын ярҙамға ебәрербеҙ. Шулар етәме ? Һеҙ һорағандың ҡап яртыһы була.

- Юҡ, етмәй шул, Кәмендә етмеш мең өҫтәмә ғәскәр кәрәк буласаҡ. Шул ваҡытта ғына ғәскәрҙең дөйөм һаны йөҙ меңгә яҡынлаясаҡ. Капитан Шкаповскийҙың отрядын ҡыйратыуҙа ғына ике меңдән ашыу башҡорт ҡатнашҡан.

Был юлы генерал - губернатор ысынбарлыҡ һанды тап ун тапҡырға арттырып әйтте.

Һүҙгә, Йәшерен комиссия башлығы, Иван Шуваловтың бер туған ҡустыһы, Александр Иванович Шувалов ҡушылды:

- Хөрмәтле генерал - губернатор ғәли йәнәптәре! Һеҙ бунтты тик хәрби юл менән генә баҫтырырға уйлайһығыҙмы ?

- Әлбиттә, шулай уйлайым. Был ҡырығый халыҡ башҡа күтәрелә алмаһын өсөн тамырҙарын ҡырҡырға, тоҡомон ҡороторға, үҙәрен һуйырға кәрәк. Ҡатындарын, балаларын хәрбиҙәргә таратып биреп христианға әйләндереү беҙгә ҙур файҙа бирер ине, хөрмәтле Александр Иванович.

Минеңсә дипломатияны ла ҡулланыу урынлы булыр ине,- тип һүҙҙе дауам итте Александр Шувалов,- тоҡомон ҡоротам тип киреһенсә уларҙың асыуын ярһытып ебәрергә мөмкин. Ярһыған кеше үлемдән ҡурҡмай. Шуға күрә күп вәғәҙәләр биреп, бүләктәр, аҡсалар биреп бунтовщиктарҙы икегә бүлергә лә онотмаҫҡа кәрәк. Әйҙә, үҙ - ара һуғышһындар. Тағы шуны иҫтә тотоғоҙ: ғәйепһеҙҙәрҙе язаламағыҙ, ҡаралтыларын таламағыҙ, бунтта ҡатнашмаған ауылдарҙы яндырмағыҙ! Мишәрҙәрҙе, ҡаҙаҡтарҙы, татарҙарҙы, тоғро башҡорттарҙы боласыларға ҡаршы ҡуйырға кәрәк. Күберәк үҙҙәре бер - береһен бөтөрһөндәр. Ә рус һалдаттары башҡа яҡтарҙа кәрәк буласаҡ. Беҙҙән мөмкинлегебеҙҙән артыҡ хәрби көс һорамағыҙ! Күберәк халыҡ араһына сығып, батшабыҙҙың миһырбанлы булыуын, яңылышҡандарҙы ярлыҡарға әҙер тороуын туҡтауһыҙ ҡабатлағыҙ!

Тап бына ошо һүҙ юҫығында егерменсе июндә Сенаттың указы ҡабул ителде. Һуңыраҡ, беренсе сентябрь көнө, батша манифесы рус һәм төрки телдәрендә баҫылып сыҡты. Манифеста былай тип әйтелә: “ ...Әгәр бунтта ҡатнашҡандар баш эйеп килһә, ҡасып киткәндәр кире үҙ иленә ҡайтһа - язаға тарттырылмаясаҡ. Ә кем баш һалмай - шуның мөлкәте, байлығы, мал - тыуары тартып алынасаҡ, үҙе - хөкөмгә тарттыласаҡ.”

Шулай итеп, батша хөкүмәте Башҡортостанда эште төрлө йүнәлештәрҙә йәйелдереп ебәргән. Батша хөкүмәте ҡарарҙарын үтәп Неплюев рус булмаған килмешәк халыҡты башҡорттарға ҡаршы һөсләтә башлаған. Ул мишәрҙәргә, шулай уҡ татарҙарға аҡсалата ярлыҡаш вәғәҙә итеп, уларҙы баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы сығырға өндәгән. Ырымбурҙағы Ибраһим ахун булып, шуның исеменән Неплюев үҙе “баш һалығыҙ”, тип башҡорттарға хаттар яҙып тарата бвшлаған.

Ә Елизавета Петровна Урта Волга буйы татарҙарына манифест менән мөрәжәғәт итеп, уларҙы хөкүмәткә тоғролоҡ һаҡларға саҡырған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы яуҙа ҡатнашыусыларға, башҡорттарға ҡаршы көрәш алып барыусыларға ике ай алдан эш хаҡын бирергә вәғәҙә иткән, яуҙа ҡулға килеп эләккән әсирҙәрҙе һәм уларҙың мөлкәттәрен үҙҙәрендә ҡалдырырға рөхсәт биргән. Талағыҙ, үлтерегеҙ, яндырығыҙ! - тигән һүҙҙәр батшабикә указының төп йөкмәткеһен тәшкил иткән.

Баш күтәреүселәр алдан уҡ, сығыш яһамаҫ борон, ҡаҙаҡтар менән бәйләнеш булдырғайнылар. Рус батшаһының сәйәсәтенә риза булмаған ҡаҙаҡтар башҡорттарға ярҙам итергә, кәрәк булғанда үҙҙәренә һыйындырырға вәғәҙә бирҙеләр. Шуны иҫләп, батшабикәнең манифесы килеп етмәҫ злек, бөрйәндәрҙең меңдән ашыу бер төркөмө ҡаҙаҡ далаларына ҡарай юл алды, улар артынан икенселәре ҡуҙғалды. Август айында ҡаҙаҡ далаларына күсенеү бигерәк тә йышайҙы. Бөрйәндәрҙең ҡуҙғалғанын ишетеп, түңгәүерҙәр, ҡыпсаҡтар Яйыҡ арьяғына юл алдылар. Ул яҡҡа ваҡытлыса күсенеп киткән кешеләрҙең һаны шул арала илле меңдән ашып китте.

Башҡаланан Неплюев ҡәнәғәт булып ҡайтты. Хәрби коллегия Ырымбур генерал - губернаторының һүҙҙәренә етди ҡолаҡ һалды. Башҡорт бунтын тиҙерәк баҫтырыу ниәте менән үҙәк губернияларҙан Башҡортостанға өҫтәмә хәрби көс ебәрҙе. Яҡынса 40 меңдән ашыу һалдат ҙур көс бит ул! Урындағы хәрбиҙәрҙе ҡушһаң - 70 мең тирәһе хәрбиҙәр йыйыла. Уларға баш күтәргәндәрҙе язалау бурысы ҡуйылды. Генерал - губернатор Неплюев карателдәргә баш күтәреүселәрҙе йәлләп тормайынса ҡырырға бойороҡ бирҙе. Уларға “тоғро” башҡорттар, мишәрҙәр, татарҙар ҡушылды. Рус хөкүмәтен башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙың дуҫлығы бигерәк шомландырҙы. Хәрби коллегия Неплюевҡа ҡырғыҙ - ҡаҙаҡтар менән баш күтәргәндәр араһын нисек булһа ла боҙорға ҡушты. Батшабикә ҡаҙаҡтарға илселәр ебәреп хандың үҙе менән һөйләшеп ҡарарға тәҡдим итте. Әгәр хан башҡорттарҙы ҡабул итмәһә, йәки хатта уларға ҡаршы яу асһа - ул йыл һайын Рәсәй ҡаҙнаһынан 600 һум аҡса алып торасаҡ, тип аңғартты ул.

Батша хөкүмәте Батыршаны тотҡанда ярҙам күрһәткән кешеләрен дә онотманы. Һикһән йәшлек мишәр старшинаһы Сөләймән Деваев башҡалаға саҡырылды. 1756 йылдың 24 декабрендә уны Елизавета Петровна ҡабул итте һәм бер - нисә минут ваҡытан уның менән һөйләшергә бүлде. Старшинаны ҡиммәтле кейем - һалым менән бүләкләне, тағы кафтан, ҡиммәтле бүрек, көмөш тотҡалы ҡылыс, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән ҡын эләкте Сөләймән ҡартҡа. Һәммәһе 1 117 һумға тарта был бүләктәр. Старшина Яныш Абдуллин да башҡалаға саҡыртылып көмөш ҡылыс һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр менән бүләкләнде. Мишәрҙәр Рәсүл Карамышев, Исхаҡ Яҡупов, Исмәғил Ибраев бүләккә йөҙәр һум аҡса алдылар. Сөләймән старшинаның улы Дауытҡа, писарь Муксингә иллешәр һум аҡса килеп эләкте. Тик Сөләймән Деваев менән Яныш Абдуллинға затлы бүләктәр алған өсөн оҙаҡ ҡыуанырға тура килмәй. Беренсеһе, Сөләймән ҡарт, башҡалала булғанда уҡ үлеп ҡуя, икесеһе, Яныш мырҙа - юлға сыҡҡас та. Яҙмыштан - уҙмыш юҡ, тиҙәр, бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Һәр кем үҙ маңлайына яҙылғанса йәшәп үтеп китә был доньянан. Бөтәбеҙ ҙә ваҡытлыса йәшәйбеҙ шул!

Бүлек

Юлдар далаға тарта

Ырымбур генерал - губернаторына шул мәғлүм: башҡорт иле ҡыр - ҡаҙаҡтар менән, әүәлдән күршеләш булараҡ, күрешешеп йәшәйҙәр, даими аралашалар, хатта ҡоҙа - ҡоҙағый булып туғанлашып бөткәндәре бихисап. Бер - береһенең ғөрөф - ғәҙәттәрен яҡшы беләләр. Үҙ - ара һөйләшкәндә бер - ниндәй тәржемәсе кәрәкмәй, былай ҙа бер - береһен яҡшы аңлай был ике халыҡ. Әлбиттә, барымта - ҡарымта осраҡтары ла булғылап тора, әммә ләкин ҙур ҡауғаға барып етмәй һүнә, күп ваҡыт аҡһаҡалдар үҙ - ара һөйләшеп бындай низағты яйға һалалар. Бер үк исемле ырыу - ҡәбиләләрҙең ике яҡта ла булыуы ҡасандыр был халыҡтарҙың бер төптән сығыуына ишара. Быны ла бик яҡшы белә генерал - губернатор. Ысынлап та Ҡыпсаҡ, Табын, Нуғайлы, Ҡатай, Таҙлар исеме аҫтындағы ырыуҙар ике ерлектә лә йәшәй. Был турала Рычков уға күп тапҡырҙар һөйләп аңлатҡаны бар. Тегеләрҙә иң эреләрҙән һаналған ҡырғыҙҙар, ҡырғыҙ - ҡыйсаҡтар араһы бар. Тағы эреле - ваҡлы тиҫтәләгән араларҙы һанап китергә була. Административ яҡтан өскә бүленгәндәр: Яйыҡ арьяғында Кесе Жус, шунан Урта Жус, артабан Оло Жус - һәр береһендә үҙ ханы бар. Башҡорттарҙы улар “ истәктәр,” тип атайҙар, йәғни төньяҡ халҡы була инде.

Бына ошо ҡыр - ҡаҙаҡтар иле бик ҙур даланы үҙләштереп йәшәп ята. Ерҙәре Волганан алып Каспий һәм Арал диңгеҙҙәренә, Яйыҡтан Ташкетҡаса, Уралдан Алатауға тиклем һуҙылып ятҡан, өс өлөштән торған дәү бер дәүләт. Шулай итеп, һәр Жус ( Йөҙ ) үҙ ханын һайлап ҡуя, уларға идара итеүгә солтандары ярҙам итә. Оло Жус ханына ҡалған хандар бойһонорға тейеш, ләкин ысынбарлыҡта бойһонорға тейеш ике хан бойһонмаҫҡа тырыша. Һәр Жус олоҫтарға бүленгән, унда солтандар баш һәм түш. Улар ҙа үҙ хандарына бойһоноп йәшәргә тейештәр, тик былары ла үҙ - аллы йәшәргә һәм хакимлек ҡылырға тырыша. Шуға күрә күп эштәр хандарҙың ихтибарынан ситтә ҡала.

Борондан килгән йола буйынса бында аҫыл Сыңғыҙхан тоҡомонан булғандар ғына хан итеп һайланып, аҡ балаҫҡа күтәрелеп ултыртылған. Тәүҙә - Ҡасим хан, унан һуң - Хаҡназар, артабан - Тәүәкәл хан, шунан - Тәүке хан, шунан - Әбелхәйер хан. Тәүге хандар шәжәрә ҡағыҙҙарына яҙылмаған, шулай ҙа иркен далала тыуып - үҫкән, әүәлге хандарҙың тормошо, эше тураһында ҡат - ҡат ишеткән һәр ҡаҙаҡ был турала бик яҡшы белә. Ә кем илсе булып бара, ул да ҡаҙаҡтарҙың ғөрөф - ғәҙәтен, йәшәү рәүешен белергә тейеш.

Елизавета Петровнаға шул мәғлүм булды: Ҡаҙаҡтарҙың асылын, йәшәү рәүешен Тевкелевтан да артыҡ аңлаған кеше юҡтыр, күрәһең. Шуға күрә уны ҡаҙаҡ далаларына ебәрергә булдылар. Тевкелев хөкүмәт кешеһе, бойороҡто алған ыңғайы йәһәтләп йыйынды ла, үҙенә кәрәк команда туплап, ҡаҙаҡтар яғына сәфәр тотто.

Бына ул осһоҙ - ҡырыйһыҙ дала, башы бар, аҙағы юҡ кеүек. Эйе, дала иркен, ҡайҙа ҡарама һоро төҫтәге ҡом күҙгә салына, офоҡтарға тоташҡан тигеҙлеккә күҙ һала - һала Тевкелев командаһы яй ғына дала буйлап шыуыша. Барыһын да барлап бара Тевкелев: үткән вағиғаларҙы ла, хәҙергеләрен дә. Иң беренсе шуны белгеһе килә уның: нисек ҡабул итерҙәр икән ҡаҙаҡтар ? Икенсе тапҡыр даланы тапай Алексей Иванович. Ул суҡындырылған татар, Ҡотломөхәмәт Ҡотолоәхмәт уғлы, бына нисәнсе йыл инде батшаға тоғро хеҙмәт итә. Беренсе тапҡыр ҡаҙаҡтарға килеүе иҫендә шундай ныҡ уйылып ҡалған, хатта сәғәтләп кем, ҡайҙа ни эш башҡарып йөрөгәне бөгөнгөләй хәтерендә. Туҡта, нисек башланып китте әле ул элекке сәфәр ? Эйе, уның йәшерәк ваҡыты. Батша һарайында “ дыу “ килтереп эшләп йөрөгән сағы, яңы ғына полковник чины бирҙеләр. Бер көн иртә менән шул ваҡыттағы әбей батша Анна Ивановна саҡыртты. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто батшабикә: кисекмәҫтән Өфөгә сығырға, кәрәкле инструкция алырға! Артабан етди әҙерләнеп ҡаҙаҡ далаларына юлланырға! Унда Кесе Жус ханы Әбелхәйер менән осрашып, Рәсәйгә ҡушылыуға өндәргә, шарттарын тикшереп һөйләшергә!

Өфөгә килеп еткәс, Тевкелев иң тәү нәүбәттә воевода князь Бутурлин менән осрашты, кәрәкле инструкцияларҙы, ҡағыҙҙарҙы бүләктәрҙе төкләп һалып алды. Воевода, юлда уларға Алдарбай тархан үҙ һағауылдары менән ҡушылып, артабан бергә барасаҡтары тураһында аңғартты. Эйе, осраштылар, таныштылар, уртаҡ тел таптылар. Бына шунда бөтә Рәсәйгә билдәле булған батыр, тархан, бөрйәндәрҙең старшинаһы Алдар Иҫәнов менән танышты һәм уның мөһабәт кәүҙәһенә ҡарап ғәжәпкә ҡалғайны. Эргәһендә һағауыл башлығы булған егет, Шоңҡар исемлеһе, шулай уҡ дәү кәүҙәле, һоро айыуға оҡшап торғаны, бөрйән башҡорто булып сыҡты. Артабанғы юл бергәләп дауам итте. Ҡайҙа ғына булмаһын: юлдамы, ҡаҙаҡтар араһындамы Алдарбай тархандың ярҙамы ҙур булды. Барыр юлды бик яҡшы белә, хатта ҡараңғы төндә лә яңылышмай, ориентирҙы дөрөҫ тота, ҡаҙаҡтарҙың күбеһен таный. Үҙе ҡыйыу һәм аҡыллы. Ошо баһадир Тевкелевты үлемдән алып ҡалды бер мәл.Төнгә тиклем даланы ҡыҙыра барып бына йоҡларға ятҡайнылар, ҡаҙаҡтарҙың бер төркөмө тирмәләргә баҫып инде. Тирмәнән ҡырҙараҡ һағауылда торған башҡорттар яҡлашып алышмаһа, Алдар батырҙың көр тауышы ошо орошто туҡтатмаһа - Ҡотломөхәмәт мулланың, ә әлеге мәлдә Алексей Иванович булып йөрөгән офицерҙың башы әллә ҡасан уҡ киҫелгән булыр ине. Орош ваҡытында ул кейем - һалым һандығы эсенә инеп йәшенеп өлгөрә алды, әгәр башҡорт тарханы буласаҡ орошто туҡтата алмаһа - һандыҡтан барыбер табып алырҙар ине лә язаларҙар ине, бәлки, үлтереп тә һалырҙар ине.

Наши рекомендации