Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
1. Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе талаптарға ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
2. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырыла. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡлана. Башҡортостандың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте өйрәнелә.
3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.Һүҙлек менән эш. Урал батыр эпосында күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләре. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының хәл ителеше. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.
Бороңғо әҙәби ҡомартҡылар.Бороңғо ҡулъяҙма китаптар. Китап күсереүсе Ғәденнасир. Эйәрсән һөйләмдәрҙең мәғәнә яғынан бүленеше. Эйәрсән һөйләмдең төрөн баш һөйләмдән сығып бирелгән һорау ярҙамында билдәләү.
Ҡол Ғәли. Ҡиссаи Йософ.Һүҙлек өҫтөндә эш. Ҡиссаның идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ата һәм бабалар мөнәсәбәте. Эйә рсән эйә һөйләм, уның баш һөйләмдең эйәһе урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән эйәне асыҡлауы, баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Рус теленә тәржемә ителеше.
Йырауҙар.Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт. Ә.Хәкимдең думбыра сыңы романынан Һабрау тураһындағы өҙөктәр. Әҫәрҙәрҙең идея-темаик йөкмәткеһен асыҡлау. Йырауҙар тураһында төшөнсә. Эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәр.
Сәсәндәр ижады. Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә. Эйәрсән тултырыусы һөйләм.
Шәжәрәләр.Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Юрматы ырыуы шәжәрәһенең Рәсәйгә ҡушылыу сәбәптәре. Баш һәм эйәрсән һөйләм.
Салауат Юлаев. Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре. Эйәрсән рәүеш һөйләмдәр. А. Лежневтың Салауатты ҡулға алыу, Салауаттан һорау алыу картиналары буйынса яҙма эштәр башҡарыу.
М. Аҡмулла.Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.
М. Өмөтбаев.М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.
Ризаитдин Фәхретдин.Р. Фәхретдиндең тормошо һәм ижады. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре.
Сафуан Яҡшығолов .Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.
Фәтхелҡадир Сөләймәнов.Ф. Сөләймәнов «Тимербай – ҡурайсы”. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.
Мәжит Ғафури.Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.
Ш.Бабич.Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.
Календарь –тематик план
IХ класс, йылына – 66 сәғәт
Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән