Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында мәктәпкә бармайынса!

Апай, теш һыҙлай бит...

Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?

Алдашмайым, бына кисә...

Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:

Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен әле. Бына һинең дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!

Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул тешең серей башлаған, тине.

Минең бөгөн ронола мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...

Уң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...

Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле бер кем дә тештән үлмәгән! Марш мәктәпкә!

Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам, бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.

Ара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.

Эй, ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.

Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө "няня" беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.

Көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы тынғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, "ауыртыу бына бөтәсәк" тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:

Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк дауалау хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.

Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша.

Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.

Ыҙлаймы һаман?

Баҫылырға уйламай ҙа...

Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологҡа алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.

Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙланған теш менән төн үткәреү — йыл ваҡыт үткәндәй һуҙыла бит.

Кисен тешем тағы ла нығыраҡ үлтереп һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, "няня" Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.

Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата һул яҡ тешем ауыртҡанға күрә, шул яҡ ҡулыма туралған һарымһаҡты һалды. — Дауаһы тейә ул. Тик артыҡ тегендә-бында йөрөмә, тик кенә ят. Шунда бөтөр ул. Ул теш һыҙлауҙан да этлерәк нәмә юҡ бит...

Шулай, апай...

Ытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләйҙәр икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.

Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫа икәнлеген белдем. Тик таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...

Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үргән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.

Аумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.

Аубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә күптән ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде һытып йүгерәһең дә уға бараһың...

Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...

Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барһам, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.

Түҙеп булмай бит, апай!

Ике көн көткәндә, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, тештән әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.

* * *

Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултырам.

Наши рекомендации