Ильяс, һин ҡармағыңды ташлағанда селәүгә төкөрөп теләк әйттеңме?

Уныһы тағы нимәгә?

Йолаһы шулай. Әгәр улайтмаһаң, балыҡтар емде урап үтәсәк. Йә шуға әйтәм бер ҙә ҡапмай. Сығар ҡармаҡты.

Фәрит яңы селәү эләктерҙе лә, эстән генә нимәлер һамаҡлап алды. Шунан йәнә ташланы.

Бер һорау бирһәм буламы? — тинем Фәриткә.

Йҙә.

Ине атайың балыҡҡа йөрөтә торғайнымы?

Фәриттең йөҙө үҙгәреп китте. Бер һүҙ ҙә әйтмәй ултыра бирҙе. Шунан һүҙ башланы:

Айҙан! Атайым минең менән уйнағаны ла булманы. Көнө буйына дуҫтары менән әллә ҡайҙа йөрөп тик ятты. Шунан кисен иҫереп ҡайта ла, һуғышырға тотона. Хатта ҡыш көнө тип тормай беҙҙе урамға ҡыып сығара ине. Бер тапҡыр шулай һуң ҡайтты ла, аш таптырырға тотондо. "Утын юҡ бит, нисек бешерәйем һуң?" — ти әсәйем. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атай тамам ҡоторондо. Йәне көйөп тышҡа атылып сыҡты ла, ҡайҙандыр йыуан ғына ағас тотоп инде. "Утын юҡ тип һылтанаһыңмы, кәнтәй!? Мә, һиңә утын!" — тип әсәйҙе туҡмарға тотондо. Беҙ әсәйебеҙҙе яҡлап ҡараныҡ та ул, атай үҙебеҙҙе осора һуҡты. Һыуыҡ тип тә уйлап бирмәне, әсәйҙе йылы кейемһеҙ ҡыуып сығарҙы. "Мин һеҙгә яҡшы әсәй алып ҡайтам", — ти үҙе. Таңға ҡарай ғына хырылдап йоҡлап китте. Беҙ һеңлем менән ишекте астыҡ. Әсәй соланда ҡалтырап ултыра ине. Шунан һуң һөйөклөм йыш ауырыны. Төндәрен туҡтауһыҙ йүткерә. Хатта тын ала алмай башланы. Бер нисә айҙан һуң әсәйебеҙ... үлде. — Ғаилә фажиғәһен бәйнә-бәйнә һөйләп ултырған дуҫым, устары менән битен ҡаплап, илап ебәрҙе. Ирендәре лә туҡтауһыҙ ҡалтырай. Фәрит илағас, миңә лә ҡыйын булып китте.

Тыныслан инде, Фәрит. Мин һине аңлайым. Балыҡтарҙы ҡурҡытып ебәрмәйек, — тинем дуҫымды йыуатып. — Ә һеңлең әле ҡайҙа? Һеҙ бер туғанмы?

Фәрит күҙ йәштәрен туҡтата алмай, һыҡтай-һыҡтай, өҙгөлө тауыш менән һөйләүен дауам итте.

Эйе, бер туған һеңлем бар ине. Тик ул кемдә икәнен үҙем дә белмәйем. Атайым Наҙгөлдө сиғандарға һатып ебәргән. Быны миңә үҙе иҫерек саҡта әйтте.

Китсе! Уйынсыҡтар ғына һатыла бит. — Ғәжәләнеүемде йәшерә алманым.

Ауылда сиғандар әйбер һатып йөрөгән. Атайым һеңлемде эйәртеп тышҡа сыҡҡан булған. Шунан тегеләр был тиклем һылыу баланы һат тигәндәр. Ә атайым, һармаҡ, Наҙгөлдө һатҡан да ебәргән. — Фәрит йәнә ҡысҡырып иларға тотондо.

Шул саҡ ҡармаҡтың ебе ныҡ итеп тартылды. Күрәһең, арыу ғына балыҡ килеп эләккән.

Фәрит, ҡаба бит, ҡаба! Тарт тиҙерәк! — Көтөлмәгән ҡыуаныстан урынымдан һикереп торҙом. Класташым да илауын онотто. Ҡармаҡты тартып ебәргәйне-е-е — ҙур балыҡ килеп сыҡмаһынмы!

О-о-о, булды былай булғас!

Суртан ашайбыҙ бөгөн, Ильяс!

Ле генә күңелһеҙләнеп, илап ултыра инек, хәҙер беҙҙән дә нығыраҡ шатланған кеше юҡтыр. Шулай булмай ни! Балыҡтың да ниндәйен эләктерҙек бит. Үәт, туясаҡбыҙ, исмаһам... Ә балыҡ ярҙан һикрәндәй, һис тә генә ҡулға бирелергә уйламай.

Ыуанысыбыҙҙан көлөшөп, һикерәнләгән арала ағас күпер янына ҙур ғына ҡара машина килеп туҡтаны. Унан матур, ҡап-ҡара костюм кейгән бер ағай сыҡты. Галстугын да таҡҡан, моғайын, ҙур кешелер. Иҙелкәй бына-бына ағыҙырға тейеш иҫке ағас күперҙе оҙаҡ ҡарап торҙо ла, беҙгә табан атланы.

Сәләм, малайҙар!

Аумыһығыҙ! — тинек бер тауыштан.

Нисәнсе класта уҡыйһығыҙ?

Алтыла.

Ташҡын мәлендә йылғаға яҡын барырға ярамай тип уҡытыусыларығыҙ әйтмәнеме?

Йттеләр ҙә ул, — тинем мин. — Тик балыҡ ашағы килә бит.

Бәй, ә ниңә ата-әсәйегеҙ һатып алмай? — Ҡара костюмлы ағай һорауҙар биреүен дауам итте.

Беҙ — детдомдан, — тип һүҙгә Фәрит тә ҡушылып китте. — Бына ниндәй балыҡ тоттоҡ! Теләйһегеҙме, һеҙҙе лә һыйлайбыҙ! Суртан барыбыҙға ла етәсәк...

Тимәк, детдомдыҡы тиһегеҙ. Әйҙәгеҙ, улай булғас машинаға ултырығыҙ. Йортоғоҙға тиклем алып барып ҡуям. Ташҡын ваҡытында йылға буйында йөрөүе хәүефле.

Машинаның артҡы ишектәрен йәш кенә водитель асып бирҙе. Беҙ ултырҙыҡ. Машина еңел генә урынынан ҡуҙғалды. Теге костюмлы ағай беҙгә берәр кәнфит тотторҙо. Шунан исемебеҙҙе һораны. Үҙе блокнотҡа барыһын да яҙып барҙы. "Һә" тигәнсе детдомға ла килеп еттек. Хушлашҡанда теге ағай, бик етди генә ҡараны ла:

Башҡаса улайтып йөрөмәгеҙ, — тип бармағы менән киҫәтеп ҡуйҙы. — Директорығыҙға минән сәләм еткерегеҙ.

Кәнфитегеҙ өсөн рәхмәт, ағай!

Ярай, һау булығыҙ, балыҡсылар, — тине лә ҡуҙғалып китте. Беҙ Фәрит менән ҡул болғап тороп ҡалдыҡ.

Теге балыҡ харап тәмле булып сыҡты. Ашхананан май һорап алдыҡ та, төркөмөбөҙҙөң аш бүлмәһендә ҡурҙыҡ. Һәр кемгә теүәл өлөш сыҡты. Хәкимә апайҙы ла һыйларға онотманыҡ. Йоҡларға ятҡанда ла, күптән танһыҡ ризыҡты ауыҙ итә алыуыбыҙға шатланып бөтә алманыҡ.

Тик бер һорау ғына тынғылыҡ бирмәй ине. Теге ҡара машиналағы ағай кем булды икән?

* * *

Өсөнсө дәрес ваҡытында класҡа мәктәп завучы килеп инде. Күҙлеген ипләй биреп, парталар буйлап күҙ йүгертеп алды ла уҡытыусыға ҡарап:

Фү итегеҙ, Ильяс менән Фәрит кәрәк ине. Срочно ғына детдом директоры саҡырта, — тине. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк жыу итеп ҡалды. Тағы ниндәй эш боҙҙоҡ икән тигән уй телеп үтте.

— Тиҙерәк булығыҙ, малайҙар! Һеҙҙе директорығыҙ түҙемһеҙләнеп көтә. — Дәресте өҙгәне өсөн завуч уҡытыусы алдында уңайһыҙланып:

Фү итегеҙ инде, детдом директорына әйтеп ҡараным, дәрес бөткәс ҡайтарырбыҙ тип. Юҡ, һис тә генә түҙмәй. Өтөп алып бара!

Бер яҡтан дәрестән иртә ҡайтыуыбыҙға эстән шатланһаҡ, детдомда нимә көтәсәге шомдо арттырҙы ғына. Әллә берәй кем нимәлер тип ошаҡлаштымы икән? Улай тиһәң, тәртип боҙғаныбыҙ булманы. Мәктәптә яҡшы уҡыйбыҙ. Ярай, нимә булһа булһын тип, ҡул һелтәнек тә, йортобоҙға киттек.

Наши рекомендации