Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 6 страница

- Һөйләшерһең уның менән! Сүл бүреһе - шакал бит ул, Алексей Иванович. Күпме саҡырҙым - килмәй, төрлө сәбәптәр табып тик тора ул сволочь. - Неплюев тыныс ҡына яуап бирҙе, ыңғай һөйләште, сөнки белә: был әҙәм өҫтәге хөкүмәт ағзаларына яҡыныраҡ тора. Ул нимә һөйләй, шуға ышаналар.

- Артабан ни ҡылырға уйлайһығыҙ, Иван Иванович ?

- Хәрби көс менән ҡыр - ҡаҙаҡтар еренә баҫып инәйемме икән әллә, тигән уй башта йөрөй, тик һеҙҙән яҙма рөхсәт кәрәк булыр.

- Юҡ, улай бармай. Дипломатия менән эш итергә кәрәк, дипломатия менән. Хәрби көс индереү һуғыш башлауға ҡарай бер аҙым атлау буласаҡ. Нурали ханды беҙгә ҡаршы ҡотортоусылар аҙмы ни ? Күбеһен беҙ белеп тә етмәйбеҙ. Һеҙ уйлаған уй бармай!

- Улай бармағас - тағы Ырымбурға саҡырып ҡарайыҡ ул сүл бүреһен. Тағы сәбәп табып килмәһә - барып эҙләп табып алып килербеҙ. Рөхсәт бирһәләр, мин ул Нурали ханды бөгөн үк ҡулға алып төрмәгә тығыр инем.

- Бындай уйҙан арынығыҙ! Нуралины әсир итер көн булыр, әлегә - иртәрәк. Хәҙергә ул хан һынында кәрәгерәк. Әйҙәгеҙ, булмаһа Ырымбурға түгел, ә Яйыҡ ҡалаһына саҡыртайыҡ. Уға ла , беҙгә лә урта тирә урын.

Ике генерал Яйыҡ ҡаласығында осрашырға килешеп, ултырып хат яҙып, ханға сапҡын ебәрҙеләр. Осрашыу урынына Тевкелев үҙе китте.

Был юлы Нурали хан, үҙ ярандарын эйәртеп, Яйыҡ ҡаласығына һуңламайынса килеп етте. Хан Тевкелевҡа башҡорттарҙы тиҙ арала ҡыуып сығарырға вәғәҙә биреп ҡайтып китте.

Хандың махсус ҡыуғын командалары йәйләүҙән - йәйләүгә, ауылдан - ауылға йөрөп башҡорттарҙы ҡаҙаҡ далаларынан ҡыуып сығарыу эшен башлап ебәрҙеләр. Ҡыуғын командалары урындағы халыҡҡа: әгәр йәһәтләп ҡасҡындарҙы ҡайтармаһаҡ - Урыҫстан беҙгә ҡаршы һуғыш башлаясаҡ, тип аңлаттылар. Шуғамы, әллә башҡа сәбәптәнме, дала халҡы ҡыуғынсыларға ҡамасауларға ашығып барманы. Икенсе яҡтан, ҡасҡындарҙың үҙҙәренең күпселеге лә кире ҡайтыу яғында ине. Тыуып - үҫкән һәм ғүмер иткән ер кемде генә үҙенә тартмаһын инде! Өсөнсө яҡтан, батша властары ҡайһы бер ташламалар эшләргә вәғәҙә иткән. Мәҫәлән, үҙ мохтажлыҡтары йәки ниндәйҙер ҡыйырһытыуҙар тураһында туранан - тура дәүләт башлығына мөрәжәғәт итеү хоҡуғын кире ҡайтарыу; Бөрйән олоҫонда һәм, ғөмүмән, көньяҡ - көнсығыш төбәктәрҙә почта стандарын бөтөрөү һәм уларҙы тотоу өсөн сығымдарҙы юҡҡа сығарыу; башҡорттар ҡаҙна урманын ҡырҡып Ырымбурға ташыу йөкләмәһенән азат итеү; башҡорт ерҙәрен законһыҙ тартып алыуға сик ҡуйыу.

Ҡасҡындар тағы ла ҡуҙғынылар. Был юлы киреһенсә үҙ илдәренә ҡайтыр өсөн ҡуҙғынылар һәм юлға сыҡтылар. Мөлкәтен юғалтҡан ярым ас, ярым яланғас әҙәм балалары, кем йәйәү, кем һирәк - һаяҡ ҡалған аттарға менеп, бәләкәйерәк бала - сағаларын арбаларға ултыртып, талауҙан ҡалған мөлкәт кенәһен тейәп Урал - Ирәндек буйҙарына ҡарай йүнәлделәр улар. Яйыҡ йылғаһына килеп еттеләр һәм теге яҡ ярҙағы ҡораллы казактарҙы күреп аптырап та ҡалғайнылар. Ярай әле, тегеләр мылтыҡтарын ташлап, яртылаш сисенеп, Неплюевтың әмерен үтәй барып, йылғаны кисеүҙә ярҙам итешә башланылар, ашатып эсереп алдылар, ваҡ - төйәк аҙыҡ биреп ебәрҙеләр. Сәйер ҙә, ғәжәп тә күренеш ине был! Нисек кенә булмаһын, күскенселәр бер аҙ тынысланғандай булды, сөнки насарыраҡ ҡаршы алыуға юрап киләләр ине. Артабанғы юлды бер - ниндәй мажараһыҙ үттеләр, хатта Ирәндекте артылғас та халыҡтың күңеле тулды, ҡатын - ҡыҙҙар, илгә ҡайтыу шатлығынанмы, әллә һағыныуҙанмы - күмәкләшеп илаштылар, шаулаштылар. Берәү ҙә уларҙы тыйманы, сөнки бигерәк тә бөрйәндәрҙә ҡатын - ҡыҙ культы юғары кимәлдә: батырҙарҙың - батыры өйгә ҡайтһа - ҡатынының, әсәһенең һүҙен тыңлай, улар теләгәнсә эшләй, хатта балалары, өйөндә ял иткән ваҡыттарҙа, аталарын ат итеп менеп йөрөйҙәр. Рустар әйтмешләй - шундай иҫ китерлек ябайлыҡ.

Шулай итеп, ихтилал баҫтырылыуға ете йыл тигәндә 14 мең тирәһе башҡорт, яндырылып көлгә әйләнгән илдәренә ҡайтып ауҙы. Тормошто тағы өр - яңынан башларға кәрәк ине, әлбиттә. Иң беренсе нәүбәттәге эштәр теҙмәһе: яңы өйҙәр һалырға; ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырырға; мал - тыуарҙы ишәйтергә; ҡышҡылыҡҡа утын - бесән, аҙыҡ - түлек әҙерләп өлгөрөргә. Илдәренә ҡайтыусыларҙың алдында - бына ошондай бихисап эштәр тора ине.

Тыуған илеңә ҡайтыу - әлбиттә, шатлыҡлы ваҡиға. Батшабикәнең ,,Ҡайтыусылар язаланмаясаҡ, “- тигән һүҙе лә йөрәккә майҙай һеңеп тора. Әммә ҡайтып еткән бөрйәндәргә тағы шулар мәғлүм булды: Брагинды үлтереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла язаға тарттырғандар. Сенаттың бойороғо ҡаты: баш күтәргән башҡорттарҙы тоторға, хөкөм ҡарары сығарырға һәм ҡамсы менән һуҡтырып, танауҙарын ҡырҡып Рогервикка мәңгелеккә һөрөргә; хәрби хеҙмәткә ярағандайҙарын һуҡтырып һалдат йәки матрос итеп ебәрергә; Ун ике йәштән түбәнерәк балаларҙы әсәләре менән ҡушлап Мәскәү губерна канцелярияһына оҙатып, бер өлөшөн алырға теләгән кешеләргә таратырға йәки фабрикаларға эшселәр итеп ебәрергә! Шундайҙарҙың береһе - Мәхмүт Ирмәков. Ул тәүҙә ҡамсы менән һуҡтырыла, шунан һуң алыҫ Рига ҡалаһына һалдат хеҙмәтен үтәү өсөн ебәрелә. Бер көнө был һалдат ҡаса, тик күп ер китеп өлгөрмәй - тотола. Тотолған ерҙән алыҫ түгел - Кронштад гарнизоны. Шунда һалдат итеп ебәрәләр уны. Баяғы Мәхмүт, кейемен һәм ҡоралын ташлап, тағы ҡаса. 1772 йылдың йәйендә Санкт - Петербургтан - Мәскәүгә, унан - Казанға, унан Бөрйән олоҫона килеп етә. Ырыуҙаштарының ҡаҙаҡ далаларында икәнен белгәндән һуң - шул яҡҡа ҡарай ынтыла. Ләкин Яйыҡ йылғаһына барып еттем тигәндә генә - Үрге Яйыҡ крепосы дозорына тап килеп тотола. Хәле бөткәнсә ҡаршылаша, һуғыша. Конвой менән башҡалаға ебәрелә һәм үлем язаһына хөкөм ителә. Төрмәлә үлем язаһын көтөп ултырған ваҡытта: “ православияға күсһәң - язанан ҡотолаһың,“- тип ҡат - ҡат ҡыҫтайҙар, һөйләшәләр, аңлаталар. Ахырҙа был башҡорт православиегә күсергә ризалыҡ бирә һәм Михаил Леонтьев тигән яңы исем - шәриф аҫтында кире һалдат хеҙмәтенә оҙатыла.

Баш күтәреүселәрҙең икенсе өлөшө язалау командалары менән булған алыштарҙа, ҡаҙаҡ армайҙарына ҡаршы көрәштә һәләк була, Өфө, Ырымбур төрмәләрендә язаланып үлтерелә. Эҙһеҙ юғалғандарҙың осо - ҡырыйы юҡ. Тере ҡалғандары тереклек итергә тырыша.

Ихтилал баҫтырылғандан һуң уның нәтижәһен, беренсе нәүбәттә, рус хөкүмәте анализларға тырыша.Уның бөтә теләге: башҡорт болаларын булдырмау; боласыл халыҡты ныҡлы контроль аҫтына ҡуйыу.

Ә башҡорттарҙың теләге - нисек тә булһа яңынан донья ҡороп йәшәйеште, тормошто рәткә һалыу, ауылдарға йән керетеү.

Ошондай уҡ уйҙар Ҡаранай Моратовтың да башында ҡат - ҡат өйөрөлдө. Ялан Бөрйән ырыуының старшинаһы ул. Атаһы - Морат Алдар уғлы, 1740 йылғы башҡорт яуында ҡатнашҡан билдәле хәрби етәксе. Ҡартатаһы - Алдарбай Иҫәнгилде уғлы, Петр Беренсе ойошторған Азов походы батыры. Ҡараһаҡал яуы баҫтырылғандан һуң, атаһы Морат, карателдәргә тотолмаҫ өсөн, Ҡана йылғаһы буйындағы ҡышлағын ташлап юрматыларға барып һыйынды. Бына ошо ерҙә Ялан Бөрйән иләүе барлыҡҡа килде лә инде. Тулыһынса әйткәнсә, Өфө өйәҙе Нуғай юлы Ялан Бөрйән волосы.

Ҡаранай илле бишенсе йылғы ихтилалдан ситтә ҡалманы, әүҙем һәм йәшертен хәрәкәт итте. Үҙенең ҡулы аҫтына алтмышлаған һыбайлыны бер йоҙроҡҡа тупланы ул. Уның төркөмө ҡыр - ҡаҙаҡтар яғына юлланманы - илендә ҡалып һуғышты дауам итте. Ә төп төйәктәре - Көнтөшмәҫ тауындағы ҡарурман эсендә булды. Шуныһы шәп һәм уңай килеп сыҡтв: карателдәр урмандағы базаны белмәнеләр, шуға күрә бында бер ваҡытта ла килеп етмәнеләр. Был ерҙе олатаһы Айытҡужа өйрәтте. Ул Таулы һәм Рәжәп йылғалары ҡушылған урынды төйәк иткәйне, шул үҙенең исемендәге Айытҡужа ауылында элеккесә йәшәп ята. Көнтөшмәҫ тауы - олатаһының сабынлыҡ ере, ауылынан 15 - 16 саҡрым тирәһе төньяҡҡа ҡарай ерҙә урынлашҡан. Ерҙәр бында иркен, Аҡтауға тиклем бәләкәй, йәки ҙурыраҡ аҡландары булған ҡарурмандар төйәге. Ҡаранай егеттәре карателдәрҙән алда уҡ бында килеп урынлашҡайны. Йәй аҙағында урманда, һәр атҡа ҡырҡар күбәнән иҫәпләп, бесән саптылар, күбәләнеләр, кәбән итеп ҡойоп ултырттылар. Бер - нисә ер аҫты өйө ҡаҙып инделәр, ҡыш буйына етәрлек аҙыҡ - түлек әҙерләнеләр, һунарсылыҡ иттеләр, аттар ышыҡланырҙай кәртәләр төҙөнөләр. Карателдәр килгәс тә тирә - яҡ ауылдарға шымсыларын ебәреп торҙолар һәм ундығы хәлде яҡшы белеп йәшәнеләр. Һирәкләп карателдәрҙең бәләкәйерәк төркөмдәрен юлда уҡ баҫтылар һәм бик тиҙ юҡҡа ла сығарҙылар. Казактарҙың әрһеҙләнеп эҙләүе бер - ниндәй файҙа бирмәне, сөнки улар ҡурҡмайынса ҡарурман төпкөлөнә инеүҙе күҙ алдына ла килтермәнеләр. Күпме тапҡыр ҡаршы яҡ менән йөҙгә - йөҙ, билгә - бил тороп һуғышты ул. Үҙе лә, егеттәре лә сая булды, күрәһең. Һуғышҡа керҙеләр - ҡасманылар, еңделәр - маҡтанманылар, еңелделәр - әсиргә эләкмәнеләр. Урыҫ офицерҙары һәм казактар был бәләкәй генә төркөм ҡайҙан килеп сыға, ҡайҙа юғала - тәки төшөнөп етмәнеләр һәм белмәнеләр.

Хәрәкәт баҫтырылғандан һуң да Ҡаранай власть органдарына ышанмауын дауам итте һәм үҙ башын һаҡлау маҡсатында йәшәгән төйәген яңыртырға уйланы. Ул ваҡытта уның эҙенә төшөүсе булмаясаҡ. Ҡустылары Ырысай, Ҡасай ( Ҡасҡын ), Мораҙым менән кәңәшләшеп, дүрт ғаилә Өршәк йылғаһы буйына барып урынлашырға һөйләштеләр. Ирҙәр үҙҙәре генә барып буласаҡ төйәк урынын билдәләп ҡайттылар яңыраҡ. Тимәк, Стәрлебаш яҡтарында тағы бер ауыл хасил буласаҡ, Ялан бөрйәндәре тоҡомдары тараласаҡ, Алла бирһә!

Шулай итеп, Урал арьяғындағы олоҫтарҙа тыныслыҡ урынлашты. Халыҡ ҡәҙимгесә йәшәүгә күсте һәм йорт - ҡураларҙы нығытыуға, мал тыуарҙарға ҡышҡа бесән әҙерләүгә кереште.

Бүлек

Наши рекомендации