Икешәр, өсәр, бишәр – был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

СЕ ӨЛӨШ

А1 – А31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә «х» тамғаһын ҡуйығыҙ

A1

Ҡалын һуҙынҡылар менән генә бирелгән юлды билдәләгеҙ:

1) ҡулъяулыҡ, еләк, бөрлөгән 3) өлкә, түбә, район
2) ҡала, тирмә, йүкә 4) томбойоҡ, ҡурайсы, майҙан
A2

Текст барлыҡҡа килһен өсөн, һөйләмдәрҙе бер тәртипкә урынлаштырығыҙ:

А) Тик әбей генә ҡайһы саҡта әсенеп, зарланып ала торған булған.  
Б) Бабай иртәнән кискәсә бай алдында бил бөккән, һалабаш сереткән, йүкә ишкән, септә һуҡҡан, балыҡҡа йөрөгән; әбей еп иләгән, йөн теткән, бай ҡыҙҙарына биҙәкләп кейеҙ итек теккән, ә эшләп тапҡан икмәктәре аҙнаның өс көнөндә ашарға ғына еткән.  
В) Борон-борон заманда, ҡарға команда, һайыҫҡан һалдат сағында, турғай түрә булғанда, йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай.  
Г) Уларҙың көнкүрештәре бик ауыр булған.  
Д) Ас та булмағандар, туҡ та булмағандар, өйрәнгәс, бошоноп та ҡалмағандар, башҡалар кеүек йәшәп өйрәнгәндәр.  
1) А, Б, В, Г, Д 2) В, Г, Д, А, Б 3) В, Г, Б, Д, А 4) Д, А, В, Б, Г
                 
A3

Бала-саға, күрше-күлән һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

1) ялғау ҡушылыу юлы 3) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
2) һүҙҙәрҙе парлау юлы 4) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
A4

Һөйләмдең баш киҫәктәре булған юлды табығыҙ:

1) Әсәйемдән күптән көткән хат килде.
2) Урмандың бер яғында байҙың ике ҡатлы йорто.
3) Матур башҡорт йырын йырлайым.
4) Беҙҙе бында әҙерләнеп көткәндәр.
A5

Ҡайһы биремдә һүҙҙең диалект варианттары яҙылған?

1) рецепт, аспирин, шприц
2) ағас, утын, мәктәп
3) юл башы, кеше башы, ер башы
4) ағас еләге, әберсә, торна еләге
A6

Тура һәм ситләтелгән телмәрле һөйләмдәрҙең ҡайһыһында тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылған?

1) «Бөгөн төштән һуң музейға барасаҡбыҙ», - тине уҡытыусы.
2) Фәрит, сәғәт нисәгә, килергә, кәрәклеген һораны.
3) Уҡытыусы, сәғәт дүрткә, килергә ҡушты.
4) Оратор, үҙенең яҡташы менән, сикһеҙ ғорурланыуын белдерҙе.
A7

Фразеологик берәмек бирелгән рәтте билдәләгеҙ:

1) көршәк ярыу 3) боҙ ярыу
2) баш ватыу 4) таш ватыу
А8

Уңышһыҙлыҡ һүҙенең морфемалар составын билдәләгеҙ:

1) уңыш - һыҙ - лыҡ 3) уңышһыҙ - лыҡ
2) уң - ыш – һыҙ - лыҡ 4) уңыш - һыҙлыҡ
А9

Айһы һүҙ сингармонизм законына буйһонмаған?

1) һөтсөлөк 3) төлкөнөң
2) болоттоң 4) фотоның
A10

Һүҙбәйләнештәрҙең һөйкәлеү бәйләнеше булған юлды билдәләгеҙ:

1) атлы эскадрон 3) беҙҙең ауылдың
2) һуңлағандар юҡ 4) йөҙҙәрсә күҙҙәр
A11

Йләмдән ҡылымды табып, уның һөйкәлешен билдәләгеҙ.

Аэропортта Жәлил ағай миңә бәләкәй генә бер урман хикәйәһе һөйләгәйне.

1) бойороҡ һөйкәлеше 3) хәбәр һөйкәлеше
2) шарт һөйкәлеше 4) теләк һөйкәлеше
A12

Рус теленән Октябрь революцияһына тиклем үҙләштерелгән һүҙҙе билдәләгеҙ:

1) аяҡ 3) Новелла
2) Изге 4) эшләпә
A13

Айһы яуап һөйләмдәрҙә өтөрҙөң дөрөҫ ҡуйылыуын күрһәтә?

1) Асыҡ, йәшел япраҡтары менән, тирәк ултыра, ә тирәһендә, сирень ҡыуаҡтары үҫкән.
2) Унан ары, ике яҡлап, ваҡ тирәктәр теҙелгән, ә арыраҡ ҡарағат ҡыуаҡтары, алмағастарҙың тигеҙ сафтары китә.
3) Буҙансы батыр мең аршынлы арҡандың бер осон ҡыуалға бәйләне лә, шул арҡанға тотоноп, ер аҫтына төшөп китте.
4) ?арышманы йырсы, һораған һайын, сәхнәгә сыҡты, залда береһенән береһе матурыраҡ, йырҙар яңғыраны.
A14

Бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр һүҙҙәренең ниндәй юл менән яһалғанын билдәлә:

1) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
2) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
3) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы
4) һүҙҙәрҙе парлау юлы
A15

Шарт-шорт, сылтыр-сылтыр ярҙамсы һүҙҙәр ниндәй төркөмгәҡарай?

1) теркәүес 3) киҫәксә
2) бәйләүес 4) оҡшатыу һүҙҙәре
A16

Башҡортостан Республикаһы, Мәғариф министрлығы һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

1) ялғау ҡушылыу юлы 3) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
2) һүҙҙәрҙе парлау юлы 4) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
A17

Тарҡау һөйләм бирелгән юлды күрһәтегеҙ:

1) Батыр көрәшә.
2) Матур ағастар ҡуйы япраҡтарға күмелгән.
3) Арыштар үҫәләр.
4) Болоттар таралды, ҡояш сыҡты.
A18

Ошибка! Не удается открыть файл.

A19

Дөрөҫ яҙылған вариантты күрһәтегеҙ:

1) власте 2) власты 3) властты 4) властьты
A20

Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала?

Тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй. Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр БДУ-ға уҡырға инде

1) Антонимдар 3) Омонимдар
2) Синонимдар 4) дөрөҫ яуап юҡ
A21

Айһы яуап һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйылырға тейеш урынды дөрөҫ күрһәтә?

Ҡыш (1) йылдың (2) матур (3) ләкин бик һалкын (4) осоро ул.

A22

Йләмдә сифат ниндәй дәрәжәлә бирелгән?

Ярһыма, диңгеҙ, дауыллап, уңалыр-уңалмаҫ яраларыма тоҙлотамсыңды бөркмәсе.

1) төп дәрәжә 3) артыҡлыҡ дәрәжәһе
2) аҙһытыу дәрәжәһе 4) сағыштырыу дәрәжәһе
A23

Бирелгән һүҙҙәрҙең хаталыһын табып билдәлә:

1) юнысҡы 2) юғиһә 3) юридик 4) юнәлтмә
A24

Эйәрсән һөйләмде табып, төрөн билдәләгеҙ:

Бер көндө кис командир шундай бурыс ҡуя: хәрби объектты янғындан ҡотҡарырға.

1) эйә һөйләм 3) хәл һөйләм
2) аныҡлаусы 4) хәбәр һөйләм
A25

Ситләтелгән телмәр булған юлды билдәләгеҙ:

1) Ят кеше уларҙың ҡайҙа йәшәүен һораны.
2) «Һағыныу менәнме ни, - Морат ҡуйы ҡара сәстәрен артҡа һыпырҙы. - Ҡайтырға ярамағас?».
3) «Егеттәр, алға!» - тине Салауат.
4) Урынымдан баҫып: «Мин үҙебеҙҙең телдә һөйләйем», - тинем.
A26

Бирелгән һөйләмдә ниндәй рәүеш бар?

Инһә, ни күрһен, Оморҙаҡов башын устарына һалған да шым ғына ултыра урынында.

1) төп рәүеш 3) оҡшатыу рәүеше
2) ваҡыт рәүеше 4) урын рәүеше
A24

Синоним һүҙҙәр бирелгән рәтте күрһәтегеҙ:

1) шатлыҡ, ҡайғы 3) күтәреү, үткәреү
2) эш, хеҙмәт 4) алтын, көмөш
А25

Икешәр, өсәр, бишәр – был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1) рәт һаны 3) сама һаны
2) бүлем һаны 4) йыйыу һаны

Наши рекомендации