Сәриә менән Динара инә.
Сәриә. Олатай, беҙ ҡайттыҡ.
Исмәғәзим. Балаҡайым (Сәриәне ҡосаҡлай).
Ыям менән Динараның ҡараштары осраша.
Ҡыям. Ярай олатай, мин китәйем әле (Ҡыям сыға).
Динара. Бабаҡай, Сәриәгә эш таптым.
Исмәғәзим. Бына яҡшы булған, бигерәк ярҙамсылһың инде, һиңә көн-төн рәхмәт уҡыйым.
Динара. Мин дә шулай тием, ауылға ҡайтып навозға батып йөрөгәнсе, шулай бит Сәриә?
Исмәғәзим. Рәхмәт инде, рәхмәт.
Динара. Һинең ярҙамың кәрәк, бабаҡай.
Исмәғәзим. Минән генә торһа…
Динара. Пропискаһыҙ эшкә алмайҙар, шулай бит, Сәриә.
Исмәғәзим. Прописка?
Динара. Ана шул пропискаһы эште тотҡарлап ҡуймаһын тием, мин дөрөҫ һөйләйемме, Сәриә?
Исмәғәзим. Һуң уны…
Динара. Бәлки ейәнсәреңде пропискаға ҡуйырһың, олатай. Ваҡытлыса ғына…
Исмәғәзим. Ни эшләп ваҡытлыса булһын, бөтөнләйгә ҡуям, ҡуям.
Динара. Ә һин ҡурҡҡан инең, ниндәй изге күңелле һинең олатайың. Рәхмәт бабаҡай, бына шулай, Сәриә. Әйтергә онотоп та торам, Сәриә ауылға хат яҙып ебәрҙе.
Исмәғәзим. Хат? Ауылға?
Динара. Эйе, бабаҡай. Оҙаҡламай яуап хаты ла килеп төшөр.
Исмәғәзим. Йә, Хоҙайым…
Динара. Да ты дедуля не переживай.
Исмәғәзим. Шулай тейһеңме?
Динара. Улар тик шатланасаҡтар ғына.
Исмәғәзим. Шатланасаҡтар?
Динара. Улар бит һине үлгәнгә иҫәпләй, ә һин тере! Шулай түгелме, Сәриә?
Исмәғәзим. Мин бит…
Динара. Ярай бабаҡай, хуш. Ә һин Сәриә, борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Шулай бит, бабаҡай? Пока!
Динара сыға.
Исмәғәзим. Ҡыҙым был хат тураһында… ысынды һөйләнеме шул?
Сәриә. Эйе, олатай.
Исмәғәзим. Йә Хоҙай!
Бишенсе күренеш
Бабайҙың фатиры. Диванға сумаҙан ҡуйылған.
Бабай сумаҙанға әйберҙәрен йыя. Шкаф алдына килә, ниндәй күлмәген кейергә белмәй. Вәғизә инә.
Вәғизә. Мөмкинме?
Исмәғәзим. Үт, үт Вәғизә.
Вәғизә. Ейәнсәреңде тапҡас, эреләндең ҡартлас. Тәҙерә аша күреп торам, иномаркаларға ғына ултырып йөрөйһөң.
Исмәғәзим. Мәшәҡәттәр килеп сыҡҡайны шул. Балаларым хәлемде аңлап тора, бер ҙә генә йәйәү йөрөтмәйҙәр.
Вәғизә. Әллә тағы берәй ергә йыйынаһыңмы?
Исмәғәзим. Йыйынам шул, йыйынам. Ҡайһы күлдәгем килешер икән?
Вәғизә. Бына быныһын. Бөтөнләй йәшәреп киткәнһең дә… Сер булмаһа, ҡайҙа йыйындың, яңы күлдәктәр кейеп.
Исмәғәзим. Ауылға.
Вәғизә. Ауылға?
Исмәғәзим. Бына хат алдым. Ҡыҙым мине саҡырып яҙған.
Вәғизә. Кит юҡты!
Исмәғәзим. Ышанмайһыңмы? Бына үҙең уҡы (Хат бирә).
Вәғизә. Әйкәйем, хас та кинолағы кеүек.
Исмәғәзим. Бына шулай күршекәйем.
Вәғизә. Бөтөнләйгә китәһеңме?
Исмәғәзим. Уныһы инде Хоҙай ҡулында.
Вәғизә. Ә фатирыңды…
Исмәғәзим. Фатирға приватизация эшләнем.
Вәғизә. Аҡсаны ҡайҙан алып еткерҙең һуң?
Исмәғәзим. Динара тигәне киң күңелле булып сыҡты. Барыһын да үҙ өҫтөнә алды. Ҡайҙа барма, белмәгән кешеһе юҡ. Мин ни ҡултамғамды ғына ҡуйҙым.
Вәғизә. Шулай икән…
Исмәғәзим. Донъя хәлен белеп булмай, көндән-көн йәшәрмәйбеҙ. Бәлки, ҡыҙымды әйтәм, ҡалаға килеп йәшәргә риза булыр.
Вәғизә. Булмаҫ, булмаҫ. Ғүмер баҡый ауылда йәшәгән кешене ҡуҙғатыуҙары…
Исмәғәзим. Үҙем дә шулай уйлайым. Эй, нимәлер оноттом… Вәт инәңде! Хәтереңде! Мин бит уға бүләк алып алманым бит. Вәғизә, әйҙә минең менән магазинға.
Вәғизә, Исмәғәзим сығалар. Сәриә менән Алик инәләр.
Алик. Туҡта әле, Сәриә.
Сәриә. Нимә кәрәк һиңә?
Алик. Һөйләшергә ине.
Сәриә. Нимә һөйләшергә? Ниңә мине эҙәрләйһең?
Алик. Беҙ бит сит кешеләр түгел.
Сәриә. Һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ.
Алик. Нимә булды һинең менән Сәриә? Һин нәмәнәндер ҡурҡаһың.
Сәриә. Мин? Ҡурҡам?
Алик. Һин нәмәлер йәшерәһең. Бергә йөрөгән теге ҡатын да оҡшап етмәй миңә.
Сәриә. Мин хәҙер бала-саға түгел.
Алик. Сәриә… мин һиңә тик яҡшылыҡ теләйем. Һине күргән көндән алып минең тыныслығым юғалды.
Сәриә. Нимә кәрәк һинән миңә?
Алик. Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Һин үҙең кәрәк миңә.
Сәриә. Мин?
Алик. Эйе, һин.
Сәриә. Аңламайым.
Алик. Эх, Сәриә, Сәриәкәй… Мин һине…
Динара инә.
Динара. Привет! Әҙерһегеҙме? Ә бабай ҡайҙа?
Сәриә. Ҡайҙалыр киткән.
Динара. (Сәғәтенә ҡарай) Ярты сәғәттән машина була. Һин уға әйтмәнеңме ни? Немедленно табырға!
Алик. Нимә булды, Сәриә? Төҫөң ҡасҡан.
Динара. Унда һинең эшең юҡ! Дуй бынан.
Алик. Что за командирша?
Динара. Ә һин кем ул? Ана, юлыңда бул!
Алик. Сәриә миңә сит кеше түгел.
Динара. Быны нисек аңларға?
Алик. Нисек теләйһең шулай аңла. Минең өсөн ул….
Сәриә. Алик!
Динара. Ә-ә-ә… ухожер, яңылышманыммы? Бына нәмә егет киҫәге, Сәриәгә танауыңды һуҙма, йәме!
Сәриә. Динара апай….
Динара. Ҡыҙҙар күҙләр алдынан үҙеңде көҙгөнән ҡара!
Алик. Нимә?
Динара. Кем икәнеңде белмәй тип уйлайһыңмы? Буҡ таҙартҡыс – бына һин кем!
Алик. Ах, мин буҡ таҙартҡыс инде? Эштең ояты юҡ. Ә һеҙ кем?
Динара. Ал ҡулыңды!
Алик. Бәхетең, ҡатын-ҡыҙ затынанһың…
Динара. Нимә эшләтерһең? Хөрәсән!
Алик. Сәриә, барыһын да яҡшылап уйла, үтенеп һорайым. Аҙаҡтан һуң булыр, үкенерһең!
Алик сыға.
Динара. Һин уға берәй нәмә ысҡындырҙыңмы?
Сәриә. Юҡ.
Динара. Ҡара уны! Әгәр телеңде тыймаһаң… үҙең беләһең..
Сәриә. Динара апай, бәлки…
Динара. Һуң инде! Хәҙер Эдик машина менән килеп етәсәк. Ә был бабайы һаман юҡ. Ә Аликкә килгәндә не связывайся с ним. Тьфу… буҡ таҙартҡыс!
Сәриә. Алик яҡшы егет.
Динара. Яҡшы? Нимәһе яҡшы? Ни фатиры, ни аҡсаһы юҡ. Мин һине бына тигән егеттәр менән таныштырырмын. Үҙемдең Эдигым һымаҡ. Исмаһам, бына ул мужик! Дачаһы, иномаркаһы…
Сәриә. Уның ҡатыны ла бар тиҙәр…
Динара. Унда һинең эшең юҡ!
Сәриә. Һеҙ уны шул хәтлем яратаһығыҙмы?
Динара. Нимә? Нимә аңлайһың һин был тормошта?
Сәриә. Әгәр яратмай икәнһегеҙ…
Динара. Мөхәббәт ул китаптарҙа ғына, уныһы ла яҙыусының фантазияһы…
Сәриә. Әгәр мөхәббәт юҡ икән, был донъяла ниңә йәшәргә?
Динара. Башың йәш шул… Мөхәббәт тип башыңды ҡатырма. Ғүмер бер генә. Типтереп йәшәп ҡалыр кәрәк!
Сәриә. Ә бабай?
Динара. Нәмә бабай?
Сәриә. Ул бит һаман ярата, уны ғүмере буйы күңел түрендә йөрөткән.
Динара. Диуана, диуана бит ул… яңғыҙлыҡтан тилереп үҙенә-үҙе уйлап сығарған хыялы… Эйе, хыялый!
Сәриә. Хыялый… Бөтә кешеләр ҙә хыялый булһа икән.
Вәғизә, Исмәғәзим инә.
Динара. Ҡайҙа йөрөйһөң һин, бабаҡай?
Исмәғәзим. Бүләк эҙләнем, көскә эҙләп таптым! Бына ул!
Сәриә. Беләҙек. Көмөш беләҙек… ниндәй матур.
Исмәғәзим. Нисек уйлайһың ҡыҙым, оҡшар микән бүләгем?
Динара. Оҡшар, оҡшар…