Атериаль – техник ҡулланмалар.

телевизор

видеомагнитофон

DVD плеер

компьютер

принтер

Башҡорт теле. 7 класы өсөн электрон дәреслек.

Предмет буйынса тематик план

Бүлектәр , темалар Уҡыусылар белеменә талаптар Дөйөм сәғәт һаны Шул иҫәптән Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшенә бүленгәняҡынса сәғ һанда
Теоретик эштәр Лаборатория,практик-ижади эштәр Контроль эштәр
Яңынан мәктәпкә 5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора. 6 сәғәт        
Ауыл тормошо Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу 6 сәғәт     Күрмәле диктант “ Көҙ уртаһы”.  
Башҡортостан буйлап сәйәхәт Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла. 7 сәғәт     Контроль диктант. “Ҡыш башы”. “Шәжәрә”.  
4. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр. Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре. 11 сәғәт     Яҙма эш. ”Шашка уйнарға өйрән”.  
5. Мин һәм беҙҙең ғаилә Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү. Грамматика:Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше. 8 сәғәт   “Йылға буйында” картина буйынса инша    
6. Әсәйҙәр байрамы. Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу. Грамматика:Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре. 5 сәғәт   “Минең әсәйем”. Телмәр үҫтереү(инша)    
  Сәнғәт оҫталары. Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү. Грамматика:Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу. 5 сәғәт        
  Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк. «Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк. Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау. 5 сәғәт        
  Борон-борон заманда...   Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк. Грамматика:Киҫәксә тураһында төшөнсә. Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы. 6 сәғәт     Контроль эш “Сәскә – тормош йәме”.  
  Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу. Грамматика: Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. 5 сәғәт   Яҙма эш. С.Әлибай. “Ҡайын һыуы”.    
  Йәмле йәй Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү. 6 сәғәт       Диктант. “Ололар ни әйтә?”  

Башҡорт теле буйынса 7 класҡа 2016-2017 уҡыу йылдарына календарь- тематик план

ытыусы:Дәүләтшина Н.Ғ..

Дәрес темаһы Сәғәттәр һаны Үткәреү ваҡыты иҫкәрмә  
 
  Яңынан мәктәпкә. 6 сәғәт        
1 сентябрь – Белем байрамы. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1-се аҙна сентябрь    
М. Кәрим. Уҡытыусыма. VI класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 2-се аҙна сентябрь    
В.Баймырҙина. Дуҫлыҡ. Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау      
З.Биишева. Башҡорт теле. Исемдең килеш ялғауҙары. 3-сө аҙна сентябрь    
Урман аптекаһында. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе      
К.Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс. 4-се аҙна сентябрь    
  Ауыл тормошо. 6 сәғәт        
Алтын башаҡтар. Һөйләм.      
Икмәк үткән юл. Сифат ҡылым. 5-се аҙна Сентябрь    
Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. 1-се аҙна октябрь    
Телмәр үҫтереү. Ҡан-ҡәрҙәш.(Әкиәт). Күрмәле диктант “ Көҙ уртаһы”. 2-се аҙна октябрь    
Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау      
Бал ҡорто. Текст төҙөлөшө. 3-сө аҙна октябрь    
  Башҡортостан буйлап сәйәхәт 7 сәғәт        
М.Кәрим. Башҡортостан. Исем.      
Башҡорт халыҡ йыры “Урал”. Яңғыҙлыҡ исемдәр 4-се аҙна октябрь    
Башҡортостан ҡалалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.      
Р.Ғарипов. Урал йөрәге. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. 5-се аҙна октябрь    
Контроль диктант. “Ҡыш башы”. “Шәжәрә”. 2-се аҙна ноябрь    
Арҡайым. Мин Уралда йәшәйем. Исем. Хаталар өҫтөндә эш.      
Тәбиғәт һәйкәлдәре. Башҡортостан байлыҡтары. Сифат ҡылым 3-сө аҙна ноябрь    
  Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары. 11 сәғәт        
Спорт – ул һаулыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.      
Беҙҙең ғаилә ярышта.Текст. 4-се аҙна    
Н.Иҙелбай. Беҙҙең катокта. Милли спорт      
Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр. 5-се аҙна ноя    
Милли уйындар. Текст. 1-се аҙна дек.    
Башҡортостан ҡалаларында спорт. Һөйләм төрҙәре. 2-се аҙна декабрь    
Башҡортостан – чемпиондар иле        
Спорт кәрәк-яраҡтары 3-сө аҙна дек.    
Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән! Ҡотлау тексын яҙыу      
Яҙма эш. ”Шашка уйнарға өйрән”. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе 4-се аҙна декабрь    
Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау        
  Мин һәм беҙҙең ғаилә. 8 сәғәт        
К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре. Ҡылым. Ҡылым төркөмсәләре 5-се аҙна декабрь    
Әсә һүҙе. Ҡылымдарға өҫтәмә мәғәнә биреүсе һүҙҙәр.      
Ҡошҡа әйләнгән әбей. Ҡылымдарҙы заман формаһы.   3-сө аҙна ғинуар    
Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө. Ҡылым тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.      
Шәжәрә. Кластан тыш уҡыу. 4-се аҙна ғинуар    
Туғанлыҡты белдереүсе һүҙҙәр. Исем.      
Ф.Исмәғилевтең “Йылға буйында” картинаһы буйынса инша яҙыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе 5-се аҙна ғинуар    
“Мин һәм беҙҙең ғаилә” темаһы буйынса ҡабатлау. 1-се аҙна февраль    
  “Әсәй, әсәкәйем” – 5 сәғәт        
Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр. 2-се аҙна февраль    
Воскресенская “Әсә”.      
“Етегән йондоҙ” (әкиәт) 3-сө аҙна фев.    
Й.Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе. Теҙеү теркәүестәре      
“Илемдең данлыҡлы ҡыҙҙары”, “Минең әсәйем”. Телмәр үҫтереү(инша) 4-се аҙна февраль    
  Сәнғәт оҫталары. 5 сәғәт        
Х.Әхмәтов. Тыуған ауылым. Эйәртеү теркәүестәре.      
Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Мәшһүр бейеүсе Р. Туйсина. Теҙеү теркәүестәре. 5-се аҙна февраль    
  Р.Туйсина – бейеүсе. Һүҙбәйләнеш 1-се аҙнамарт    
47- 48   Салауат Юлаев – шағир, яугир Теркәүес тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау. 2-се аҙнамарт    
  Исемең матур, кемдәр ҡуйған? 5 сәғәт        
  Исемдәрҙең мәғәнәһе. Исемдең матур икән. Бәйләүес      
  Исемдәрҙә – ил тарихы. Бәйләүестәр. М.Шайморатов.   3-сө аҙнамарт    
  Боронғо башҡорт исемдәре. Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы..      
Ер-һыу атамалары. Бәйләүестәр. 4-се аҙнамарт    
Исемдәрҙә - ил тарихы темаһы буйынса үтелгәнде ҡабатлау.      
  Борон-борон заманда. 6 сәғәт        
54,   “Ирәндек” әкиәте. Яңғыҙлыҡ исемдәр. 2-се аҙна апрель    
  Контроль эш “Сәскә – тормош йәме”. 3-сө аҙна.апр    
Хаталар өҫтөндә эш      
Ф.Туғыҙбаева.Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы? Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы 4-се аҙна апрель    
«Борон-борон заманда” темаһын ҡабат.      
  Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ 5 сәғәт        
  Ш.Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы. 1-се аҙнамай    
К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.      
Р.Мөхәммәтов. “Тауышһыҙ Талип”. Мөнәсәбәт һүҙҙәр 2-се аҙнамай    
Яҙма эш. С.Әлибай. “Ҡайын һыуы”.      
Яҙ сәскәләре. Ымлыҡтар. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 3-сө аҙнамай    
  Йәмле йәй. 6 сәғәт        
З.Ҡотлогилдина. Йәй. Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.      
Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. 4-се аҙнамай    
Йәмле йәй. Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау      
Диктант. “Ололар ни әйтә?” 5-се аҙнамай    
Милли уйындар, ғөрөф - ғәҙәттәр өйрәнеү.      
Башҡорт милли халыҡ уйындары. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,йомғаҡлау.      

Диктант – 3, күсереп яҙыу – 2, изложение -1, инша -1, картина буйынса эш - 1

Көҙ уртаһы.

Октябрьҙә ағастар яланғаслана, көн һыуыта башлай. Ямғырҙар йыш яуа. Шуға, халыҡ календары буйынса, уны бысраҡ ай, тип тә йөрөтәләр. Һуңғы күсмә ҡоштар көньяҡҡа осоп бөтә. Ҡышлаусылар аҙыҡ эҙләп, ауыл тирәһенә яҡын килә.

Хайуандар, ҡоштар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Туҙбаш, ҡара йыландар һәм тәлмәрйендәр аулаҡ урындарға йәшеренеп, ҡышҡы йоҡоға тала. Айыуҙар, бурһыҡтар көҙ көнө шул тиклем һимерә, уларҙың майы ҡыш буйы үҙҙәренең өңдәрендә тыныс йоҡларға етә.

Октябрь айында тәбиғәт һаҡсылары - умартасыларға эш арта. Улар йәш ағас ултырта, төрлө орлоҡтар йыя.

Баҡсасылар ҙаҡыҙыу эш менән мәшғүл: емеш ағастарын бәйләй, олондарын ағарта, төптәрен ҡаҙый.

Шашка уйнарға өйрән.

Шашканы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып уйнай. Әммә күптәр был уйын төрөнөң нескәлектәрен белеп, аңлап бөтмәй.

Ғәҙәттә, шашка уйыны оҫталарының күбеһе теүәл фәндәргә маһир була.

Интеллктуаль уйындар араһында шахмат беренсе урында тор һа, шашка ла унан ҡалышмай.

Эйе, шашка – кешелек тарафынан тыуҙырылған бик тә мауыҡтырғыс, тәрән аҡыл уйыны. Уның ҡағиҙәләре быуаттар һуҙымында шымартылған, яңыртылған. Ә ҡарап тороуға ябай булып күренеүе – алдатҡыс.

Шашка уйынының тыуған ере – Мысыр. Ғалимдар иҫбатлауынса, ул был илдән Греция, Рим империяһы аша Европаға үтеп инә.

«Сәскә – тормош йәме».

Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе булып үгәй инә үләне сәскәләнә. Унан умырзая беҙҙе ҡыуандыра.

Яҙҙың тәүге сәскәләре бик күп: баллыҡай, күк умырзая, кәкүк емеше, кәзә һаҡалы, сибәркәй, ҡарлуғас үләне, ҡаҙ йыуаһы, һары умырзая. Был сәскәләр йылдан-йыл аҙая бара. Сәскә атҡанда кешеләр уларҙы самаһыҙ күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.

Сәскә – тормош йәме. Бөтәбеҙ ҙә уға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ. (76 һүҙ)

Шәжәрә

Шәжәрә - ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон – борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел – ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек ете быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата – бабаларын 10 – 12 быуынға тиклем белеүселәр бар.

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур.

1. Ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға.

2. 1 – 2 һөйләмдәрҙе тәржемә итергә.

3. Һин нисә быуын шәжәрәңде беләһең?

Наши рекомендации