Күңел тыуған яҡҡа ашҡына

Шул уҡ аэродромда хеҙмәтебеҙ дауам итә. Беҙҙе көнсығышҡа ебәрәләр тигән имеш-мимеш һүҙҙәр йөрөй. Июнь айының матур көндәренең береһендә беҙҙе - технярҙарҙы өс машинаға ултыртып, Австрияға ебәрҙеләр. Был юлы ла беҙҙең начальник майор Мулюков булды. Чехословакия аша үттек. Матур Татра тауҙары беҙҙең Урал тауҙарына оҡшап ҡуя. Һуғыш үтһә лә, бик йәмле яҡ икән. Юл буйҙарына емеш ағастары - алмалар ултыртылған. Машинала барған ерҙән ынтылып алмаларҙы өҙөп алып була, тик иртәрәк әле, бешеп өлгөрмәгәндәр.

Праганы үтеп, бер бәләкәйерәк ҡалала туҡтап йоҡлап киттек. Иртәгеһенә Вена ҡалаһына яҡынлап унан өҫтәрәк бер ҡаласыҡта туҡтаныҡ. Көнө буйы йонсоп килгән һалдаттар Дунайға төшөп ял итергә булдыҡ. Мин дә сисенеп һыуға һикерҙем. Тик ярҙан алыҫ китергә ҡурҡыңҡырайым, шулай ҙа батырайып алыҫҡараҡ йөҙгәйнем, һыу ағымы алып китеп бер өйрөлтмәккә һуҡты ла, өйрөлдөрөп тик йөрөтә. Мин ярға ынтылам, ә һыу артҡа тарта. Ә яр башында торған иптәштәр, ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, Ғәниев артҡа йөҙә белә, тип көлөшәләр. Ә миндә көлкө ҡайғыһы юҡ, арый башланым, өйрөлтмәктән нисек ысҡынырға белмәйем. Ҡапыл һыуҙың ыңғайына йөҙөп өйрөлтмәктән ысҡындым да һыу ағышы менән барып ярға йөҙөп сыҡтым. Майор Мулюков команданы киске барлауға теҙҙе. Ике кешебеҙ етмәй сыҡты: бер летчик, Севастополдән ине, Дунайҙы аша йөҙөп сығам ти ине, тағы бер һалдатыбыҙ юҡ булды. Һуғыш бөткәс иптәштәрҙе юғалтыу бик ауыр ине, бөтәбеҙ ҙә ҡайғырыштыҡ. Майор Мулюков әйткәнде тыңламауыбыҙ тураһында зарланып алды. Һуғыш бөткәс, ике һалдатты юғалтыу бик ҙур фажиғә икәнен аңлатты ла таралырға ҡушты. Ә беҙ таралмай тик торабыҙ. Арабыҙҙан берәү стройҙан сыҡты ла, янып ятҡан костер яғына китте. Юғалғандарҙың берәүһе уның дуҫы ине. Ҡараңғы төшә башлаған ваҡыт, костер яғына киткән баяғы һалдатыбыҙ кемделер туҡмай башланы. Барып ҡараһаҡ, Дунайҙы йөҙөп сыҡҡан лейтенант дуҫын бәргесләй булып сыҡты. Улары, арып килеп, костерҙа йылынып торғандар икән. Ярай әле, икеһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайттылар. Дунайҙың уртаһында һай ере булған, шунда тороп бер аҙ ял итеп ҡабат йөҙөп сыҡтыҡ, тип һөйләнеләр.

Беҙ Австрияның көнъяғына Болгарияға яҡын Балатон күленән өс-дүрт км алыҫлыҡта бик матур урынға барып урынлаштыҡ. Самолеттарыбыҙ осорға әҙер булһа, артыҡ эш юҡ. Ҡайһылар самолет аҫтына инеп кәрт һуға, ҡайһылар йән-яҡ менән таныша, ял итә. Ә мин виноград плантацияһында күберәк булырға тырышам. Аэропорт эргәһендәге ауылдан Иосиф тигән ҡарт менән танышып алдым. Ул Россияла пленда булған кеше, русса һөйләшә белә икән. Ғаиләһендә әбейе, үҙе, ҡыҙы. Ҡыҙы минең менән йәштәш. Һуғыш арҡаһында кейәүгә сыға алмай ҡала инде, тип ҡайғыралар. Минең ата-әсәйҙе, туғандарымды һорашалар.

Көҙ етте. Икенсе демобилизация тураһында СССР Верховный Советының Указы сыҡты. Унда 1914 йылғылар, йәшенә ҡарамай уҡытыусы булып эшләгәндәр, өс һәм унан күберәк яраланған һалдаттар ҡайтарыла тиелгән ине. Минең өс тапҡыр яраланыуым тураһында справкаларым бар. Тоттом да штабҡа барҙым. Иптәштәрем дә, штабтағылар ҙа бер-ике йылға сверхсрочно ҡалырға өгөтләнеләр. Тылда ла яҡшы йәшәмәүҙәре хаҡында әйттеләр. Тыуған илде, туғандарҙы һағындырған, ҡайтырға булдым. Ҡайтыусыларға берәр бот он, 8 кг шәкәр, консерва һәм башҡа ризыҡтар бирҙеләр. Ондо, шәкәрҙе Иосиф ҡарттың әбейенә алып барып, юлға икмәк-печенье бешерттем. Үҙҙәре минең атай-әсәйемә тип ике ҙур шешәгә виноградтан эшләнгән вино ҡойҙолар. Юлға әҙермен. Иптәштәрем иҫән-һау ҡайтыуымды теләп тороп ҡалдылар. Барыбыҙҙы ла машинаға ултыртып Чехословакияның Братислава ҡалаһына килтерҙеләр. Унда ике-өс көн торғандан һуң вагондарға тейәлешеп ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙән алда ғына сыҡҡан ике эшелонды Көнбайыш Украинала бендеровсылар тау аҫтына тәгәрәткәндәр. Шунлыҡтан беҙҙе Румыния аша ҡайтарырға мәжбүр булдылар.

Һуңғы һүҙ

Миңә хәрби булыу, бигерәк тә командир булыу килешмәгәндер, тип уйлайым. Һалдаттарымды йәлләнем, улар өсөн күберәк үҙемә эләгә ине. Командир булғас, үҙеңә лә, һалдаттарыңа ла талапсан булырға кәрәк. Черкассы ҡалаһын алғас, Белозерный эргәһендә һуғыш тымыбыраҡ торған арала пулеметымды сепрәк булмағас, погонымды йолҡа тартып алдым да таҙалап һөртөп ултырһам, полк командиры Чертов үҙенең адъютанты менән арттан ни эшләгәнемде күҙәтеп торған. "Ни эшләп погоның менән пулемет таҙартаһың?" тип һорай. Сепрәк юҡ, иптәш полковник, ҡул тейгән арала ҡоралымды тәртипкә килтерәйем тигәйнем, тинем.

- Фамилияң?

- Ғәниев.

- Ҡайҙан?

- Башҡортостандан.

Адъютантына яҙып ал әле тип бойорҙо. Баҡһаң, наградаға тәҡдим итеүҙәре шул булған икән. Шул турала кискә табан ишеттем. Шул уҡ төндә яраландым. Миңә артыҡ шатланыу ҙа килешмәй, награда бирергә булһалар, яралана ла ҡуям. Черкассыла минең ярҙамсым Микола менән ротаға өлкән йәштәрҙәге һалдат килгән ине. Ике көн һуғышты ла яраланды. Санчаста мин үҙемде һалдат тип яҙҙырҙым, ә ул лейтенант тип яҙылды. Украинецтар һәйбәт халыҡ, тик аҙ ғына булһа ла хужа булырға яратыу ғәҙәттәрен өнәп етмәнем. Һуғыш бөтөр алдынан тағы ла сержант званиеһы бирҙеләр. Наградаларҙың иң аҙаҡҡыһын - "За боевые заслуги" миҙалын иң тәүҙә, ҡалған икәүһен "За отвагу" миҙалын - 15 йыл һәм 17 йыл үткәс алдым. Тағып йөрөргә ояла торғайным. Өлкәнәйә төшкәс кенә юлда йөрөгәндә кәрәк булғас, тағып йөрөй башланым.

Ғәниев Ғәйнулла Сәйетғәле улы.

1996 йыл, апрель-октябрь.

Автобиографик белешмә

Был юлдарҙың авторы Ғәниев Ғәйнулла Сәйетғәле улы 1924 йылда Йылайыр районының Һаҡтау (Ҡәнзәфәр) ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Мәктәп тамамлағандан һуң Темәс педагогия училищеһында белем ала. 1942 йылда, ун туғыҙ йәше лә тулмаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышына китә.

- Улым, һин немец фашистарына ҡаршы һуғышҡа китәһең, унда, бәлки, бер туған ике ағайың менән атышырға тура килер. Түрәләр үҙ-ара килешә алмаһа, бөтә ауырлыҡ ябай халыҡ иңенә төшә ул. Был һуғышта ла беҙҙең илдең дә, Германия халҡының да донъялары ҡыйраласаҡ. Бер туған Сәйфулла ағайың утыҙын да тултырмаған көйө һуғыш башланыу менән, 1941 йылда, башын һалды. Мин һиңә доға яҙып бетеү өшкөрөп бирәм, үҙеңдән ҡалдырма, һаҡла. Аллаһы Тәғәлә һине һаҡлаясаҡ, - тип оҙата уны атаһы Сәйетғәле Мөхәмәтхаким улы.

1877 йылда тыуған ҡартатайыбыҙ Ғәниев Сәйетғәле Мөхәмәтхаким улы уҡымышлы, диндар кеше ине, ҡартәсәйебеҙ Бибифатима менән көндәлек биш намаҙҙы теүәл атҡарҙылар, ураҙаларын да ҡалдырманылар. Ҡартатайыбыҙ 1904-05 йылдарҙағы рус-япон һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн исем-шәрифе яҙылған көмөш сәғәт һәм алтын Георгиевск тәреһе менән бүләкләнә. Уға 1917 йылғы беренсе донъя һуғышында ла ҡатнашырға тура килә һәм тағы ла алтын Георгиевск тәреһенә лайыҡ була. Бер алышта контузия алып, пленға эләгә. Яралары уңала төшкәс, уны Австрияға фермер хужалығына эшкә ебәрәләр. Эшкә талымһыҙ ауыл егетен хужалар бик тиҙ үҙ итә, ә Ирма исемле ҡыҙҙары уға ғашиҡ була. Йәштәр бергә йәшәй башлай, ике улдары донъяға килә. Ҡыҙғаныс, уларҙың исемдәре лә, йәшәгән урындары ла беҙгә билдәле түгел. Беренсе донъя һуғышы тамамланғас, ҡартатайыбыҙ тыуған төйәген ҡайтып күрергә ашҡына. Немка ҡатыны Ирма нисек кенә илап-ялбармаһын, ҡайтып яҡындарымды күрәм дә, һиңә, уландарыма кире килермен, тип һүҙ биреп, юлға сыға. Башҡортостанын, туғандарын күреү бәхете насип була, тик Рәсәй хөкүмәте тарафынан ҡартатайыбыҙға Германияға, балалары янына ҡайтыр юл ябыла...

Беҙҙең атайыбыҙ Ғәйнулла Сәйетғәле улы Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарын үтеп, имен-һау ҡайта. Әсәйебеҙ Мәфтуха Салихйән ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ун бер балаға, биш улға һәм алты ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Дүрт тиҫтә йылға яҡын башланғыс синыф балаларына белем бирҙе. Үҙебеҙҙә һәм күрше райондарҙа, республикала, шулай уҡ Өфө, Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙа сәхнәләрҙе дер һелкетеп, тамашасыларҙы аһәңле башҡорт көй-моңдары менән арбаған оҫта ҡурайсы ла ине ул. Үҙ ғүмерендә бик күп малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтте. Атайыбыҙҙы филармонияларға саҡырып ҡарайҙар, әммә ул үҙенең тыуған ауылында, ата-бабалары тир түккән ерҙә ҡалыуҙы хуп күрә.

Үкенескә ҡаршы, ғүмере ҡыҫҡа булды, үҙенең "Һуғыш хәтирәләрен" яҙып бөткәндән һуң бер ай ҙа үтмәй, 1996 йылдың ноябрендә 72 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы. Ябайлығы, ихласлығы, тәбиғәттән бирелгән һөйкөмлө фиғеле һәм тормошто яратыуы менән беҙҙең күңелдәрҙә яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы. Уның үҙ йөрәге аша үткәреп, һыҙланып яҙған һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә йәшәйештә көнүҙәк булып ҡала килә.

Баҫмаға әҙерләне Лилиә һәм Ғилман Ғәниевтар.

Баймаҡ ҡалаһы.

Адресыбыҙ:

453630, Баймаҡ ҡалаһы,

З. Биишева урамы, 2.

Тел. 89093451168, өй: 8(34751) 3-27-46.

Наши рекомендации