Рахмәән (Рахмәән) сүрәһе

(Рахмәән сүрәһе 78 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ (2) Ҡөръәнде өйрәтте. (3) Ин­санды Ул яралтты. (4) Һөйләшергә өйрәтте. (5) Ҡояш менән Ай теүәл үлсәп, хисапланғанса (Аллаһ тарафынан бил­геләнгән уаҡытҡаса, билгеләнгән юлдан) хәрәкәт итә. (6) (Күктәге) йондоҙҙар ҙа, (Ерҙәге үләндәр) ағастар ҙа Уға сәждә итә.

7. Теүәл үлсәү менән Аллаһ Күктебейек итеп яһаны. («Аллаһ Күкте күтәрҙе һәм һәр нәмәгә ғәҙеллек менән үлсәү ҡуй­ҙы». Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Күкте лә Ул юғары күтәрҙе. Бер мизан ҡуйҙы». Хәсән Чантай тәфсиренән.,)

(«Воздвиг Он небо и Весы установил. Для измерения добра и зла». Валерия Порохова тәфсиренән.)

(«Күкте юғары күтәрҙе һәм мизанды (тигеҙлекте, балансты) Ул ҡуйҙы». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(Тәфсирҙәрҙә ике төрлө мәғәнә ята. Беренсе мәғәнә: Аллаһ Күкте бейек итеп яһағандан һуң, Күктең үлсәмен ҡуя. Йәғни, Күк теүәл баланста, тигеҙлектә, теүәл вазифа үтәй. Күктәге есемдәр ҙә, фәрештәләр ҙә Аллаһ әмеренә буйһоноп, теүәл ваҡыт, теүәл билгеләнгән киңлектәрҙә, тыуғымдарҙа хәрәкәт итә. Икенсе мәғәнә тәфсирҙәрҙә йышыраҡ осрай: Аллаһ Күк йөҙө аҫтында ғәҙеллек булһын өсөн үлсәү, бизмән, мизан ҡуя. Ғәҙел­лек тә, яманлыҡ та шул бизмәнгә һалынып үлсәнә. Өсөнсө мәғәнә лә бар икән әле: алыш-биреш, сауҙа эштәрендә ҡулланыла торған үлсәү. Дөрөҫ үлсәгеҙ, кәметеп үлсәмәгеҙ, артығын да үлсәүгә һалмағыҙ, тигән кеүек өндәмәләр Ҡөръәндә әҙ түгел. Шул сәбәпле, был осраҡта беренсе мәғәнә алынды. Был мәғәнәнең Күк йөҙө, ғәләм­дең төҙөлөшөнә нығыраҡ ҡағылышлы икәнен сираттағы аяттар ҙа раҫлай кеүек.)

8. Һаҡ булығыҙ, (ғәләмдәге) тиҙлекте (үлсәмде) боҙмағыҙ.

9. Үлсәүҙе ғәҙеллек менән тотоғоҙ һәм кәметеп үлсәмәгеҙ.

10. Аллаһ Ерҙе барлыҡ йәнлеләр өсөн яралтты. (11) Шунда емештәр, тәлгәш-тәлгәш хөрмә ағастары, (12) һалам­лы (иген) орлоҡтар һәм хуш еҫле үҫемлектәр бар. (13) Шулай булғас, Раббының ҡайһы ниғмәттәрен һеҙ ялғанға сығарыр инегеҙ?

14. Аллаһ әҙәмде яндырылған сүлмәк кеүек яңғырап торған (саф) балсыҡтан яһаны.

15. Ендәрҙе Ул уттан барлыҡҡа килтерҙе.

16. Шулай булғас, Раббының ниғмәттәренән ҡайһы­һын ялғанға сығарыр инегеҙ?

17. Аллаһ ике көн сығыштың да, ике көн батыштың да Раббыһы.

(«Йәй, ҡыш фасылдарында (миҙгелдәрендә) Ҡояштың сығыш һәм батыш тараф­тары үҙгәреп тора. Шуға күрә, ике сығыш, ике батыш тип яҙыл­ған, йәғни Аллаһ бөтөн Ер шарының хужаһы». Ғәли Турғут тәфсиренән.)

18. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр инегеҙ?

19. Ул (берһе сөсө, икенсеһе тоҙло һыулы) ике диңгеҙҙе йәнәшә ағырлыҡ итте. (20) Уларҙың араһына (күренмәҫ) ҡорма ҡороп ҡуйҙы. Улар ҡушылмайынса, йәнәшә аға бирә).

(Океанда бер-берҙәренә ҡушылмайынса аға торған, берһе сөсө, икенсеһе тоҙло ағымдар барлығы океанография фәне тарафынан һуң­ғы уаҡыттарҙа ғына иҫбат ителде.)

21. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

22. (Диңгеҙҙәрҙең) икеһенән дә ынйы, мәрйендәр сыға.

23. Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған­ға сығармаҡсы булаһығыҙ? (24) Диңгеҙҙәр буйлап йөҙөп йөрөүсе бейек тау хәтле кәмәләр ҙә Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә. (25)Шулай булғас, Раббығыҙҙың ниғмәттәренән ҡайһыһын ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

26. Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ. (27) Бары тик еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, олуғ Аллаһ ҡына мәңге ҡаласаҡ. (28) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялған тип әйтә алаһығыҙ? (29) Күктәрҙә, Ерҙә булған­дарҙың барыһы ла Уға ялбара. Аллаһ һәр көн фәғәлийәттә (бер миҙгелгә лә туҡтамайынса, Ул яңы ғәмәлдәр менән мәшғүл) (30)Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (31) Әй, әҙәм, һәй, ен! Оҙаҡ­ламай Мин һеҙҙе яуапҡа тартасаҡмын. (32) Ошо хәлдә лә һеҙ Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (33) Һәй, ендәр һәм кешеләр! Күктәр һәм Ер­ҙең ситтәренән сығып китергә ҡөҙрәтегеҙ етһә, китегеҙ. Ләкин һеҙ (Аллаһтың сикһеҙ) ҡөҙрәт(е) менән генә (Ерҙең тартыу көсөнән ысҡынып) китә алырһығыҙ. (34) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (35) Өҫтөгөҙгә дөрләп торған ут ялҡыны һәм тонсоҡ­торғос төтөн ебәрербеҙ. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡотҡара алмаҫһығыҙ, ярҙам да итә алмаҫһығыҙ. (36) Шулай булғас, Раббығызҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

37. Күк ярылып, ҡыҙыл тире төҫөнә керер, (38) шул сағында Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (39) Бына шул саҡта инде ендәрҙән дә, кешеләрҙән дә гөнаһтары тураһында һорау алынмаҫ. (40) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

41. Гөнаһлыларҙы тамғаларынан танырҙар, сәстәренән һәм аяҡтарынан тотоп алырҙар. (42) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән? (43)Бына был (тамуҡ) гөнаһлыларҙың ялғанға сығарған йәһәннәме булыр. (44) Улар йәһәннәм менән ҡай­нар һыу араһында болғанып йөрөр. (45) Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (46) Раббының хозурында торорға (гөнаһтан) ҡурҡҡандар өсөн ике йәннәт бар. (47) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (48) Ике йәннәт тә төрлө-төрлө ағастар менән тулған. (49) Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ? (50) Икеһендә лә ике шишмә ағып ята. (51) Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығара алыр­һығыҙ икән? (52)Икеһендә лә һәр төрлө емештәр пар-пар бу­лып үҫә. (53) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәтт­әрен ялғанға сығара алырһығыҙ икән? (54) Мөьминдәрҙең барыһы ла атластан тегелгән яҫтыҡтарға таянып, истирәхәт ҡылыр (ял итер). Ике йәннәттә лә емештәре яҡын ғына үҫеп уты­рыр. (55) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған тип атарһығыҙ икән? (56) Шунда үҙ иренән башҡа ир затҡа күтәрелеп ҡарарға ояла торған гүзәл ҡатындар бар, уларға ен затынан да, кеше затынан да берәү ҙә ҡағылмаған. (57) Шулай булғас, раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялғанға сығарырға баҙнат итәһегеҙ? (58) Әйтерһең дә, ул ҡатындар яҡут йәки мәрйен инде. (59) Шулай булғас, Раббы­ғыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (60) Изгелек ҡылғандың әжере — изгелек. (61)Шулай булғас, Раб­бығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ? (62) Был ике йәннәттән башҡа тағын ике йәннәт бар. (63) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән? (64) Был йәннәттәр ҡуп-ҡуйы йәшеллектән генә тора. (65) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ял­ғанға сығарырһығыҙ икән? (66) Икеһендә лә мәңгелек ике шишмә ағып ята. (67) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (68)Икеһендә лә һәр төрлө еләк-емеш, хөрмә һәм нар ағастары бар. (69) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (70) Ул йәннәттең эсендә холҡо матур, йөҙө гүзәл ҡатындар бар. (71) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (72) Сатыр­ҙар эсендә ҡара күҙле хур ҡыҙҙары бар. (73) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (74) Ул ҡыҙҙарға элек бер генә кеше лә, бер генә ен дә ҡағылып ҡарамаған. (75) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (76) (Мөьминдәр) йәшел яҫтыҡтар һәм тышы сиккән матур түшәктәргә ятып истирәхәт ҡылырҙар (ял итерҙәр). (77) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (78) Бөйөк­лөк һәм абруй эйәһе Раббының исеме олуғтарҙан — олуғтыр.

Ваҡийға (Ваҡиға) сүрәһе

(Ваҡийға сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ул ваҡиға (Ҡиәмәт) уаҡытында (2) (Ҡиәмәт булмая­саҡ тип) бер кем дә ялғанлай алмаҫ. (3)Ул саҡта кемдер меҫкен, кемдер абруйлы булыр. (4) Ер дәһшәтле тетрәнеү менән ҡубарылыр. (5) Тауҙар емерелеп төшөр, (6)таралып, туҙан хәленә килер. (7)Һәм һеҙ ҙә өс ҡатламға айырылырһығыҙ (шаһидтар, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр; ғәди тәҡүәләр; йәһәннәмгә кереүсе гөнаһлылар). (8) Уң яҡтағылар — бәхет эйәләре, ни ҡәҙәр бәхетле булыр. (9)Һулдағылар — бәхетһеҙ­лек эйәләре, ни ҡөҙәр бәхетһеҙ булыр. (10) (Изгелек ҡылыуҙа) алда барғандар алдан әжерен алыр. (11, 12) Бына шулар инде Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәрендә (Аллаһҡа) иң яҡын тороусылар бу­лыр. (13) Уларҙың күбеһе әүүәлге өммәттәрҙән булыр. (14) Бер аҙы — һуңғыларынан. (15, 16) Гәүһәрҙәр менән сигелеп эшләнгән урындыҡтарҙа, ҡапма-ҡаршы, ҡырын ятып (ләззәт алырҙар). (17)Яндарында (хеҙмәт өсөн) үлемһеҙ йәш егеттәр булыр. (18) Ҡулдарында мәңге ҡоромаҫ шишмәнән һауыттар, туҫтаҡтар, касаларға тултырып алған (19) эсемлек булыр. Ул эсемлектән баш ауыртмай, ул хәлде лә (аҡылды ла) алмай. (20) Уларға үҙҙәре теләгән емештәр, (21) йәндә­ре теләгән ҡош иттәре, (22, 23) күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ынйылай, ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары (24) изгелектәренә әжер булараҡ бирелер. (25) Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, гөнаһ вәсүәсәсенә тартылыу булмаҫ. (26) Бары тик: сәләм һеҙгә (именлек теләйем) кеүек һүҙҙәр генә ишетелер. (27) Ундағылар — бәхет эйәләре ни ҡәҙәр бәхетле буласаҡ. (28) Сәнскеһеҙ, бал­лы сейә ағастары, (29) емештәр менән ҡаплаған банан ағастарынан (30) төшкән күләгәләр, (31) сылтырап ағыусы шишмәләр, (32, 33) бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм ашарға тыйылмаған еләк-емештәр араһында, (34) ҡабартылған түшәктәр өҫтөндә истирәхәт ҡылырҙар. (35) Хаҡтыр, беҙ хур ҡыҙҙарын улар өсөн махсус булдырҙыҡ. (36, 37)Уларҙы саф ҡыҙҙар итеп, ирҙәрен ярата торған йәштәштәр итеп яралттыҡ.

(38) Бына был әжер — уңдағы мөьминдәрҙең әжере. (39) Быларҙың байтағы боронғола йәшәгән өммәтләрҙәндер. (40) Байтағы иһә һуң замандарҙа йәшәгәндәрҙән

41. Һулдағыларҙың яҙмышы — һулдағыларҙыҡы кеүек ҡот осҡос яҙмыш! (42) Ҡайнар ялҡын, ҡайнар һыу эсендә, (43,44) еләҫлеге һәм рәхәтлеге булмаған ҡап-ҡара төтөндән торған күләгәлә интегерҙәр. (45) Сөнки улар бынан алда (донъяла) кәйеф-сафа ҡороп (ләззәтләнеп), зинәттә йәшәне. (46) Ҙур гөнаһтар ҡылып йәшәгәндә (47) әйтәләр ине:

— Беҙ үлгәнебеҙҙән һуң, тупраҡҡа әүерелеп, һөйәктәребеҙ серек өйөмгә әйләнгәндән һуң яңынан терелеү булмаҫ, — тип әйтәләр ине. — (48) Беҙҙән элек үлгән бабаларыбыҙ ҙа тереләсәкме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ ) (49)Әйт һин уларға:

— Әүәл үлгәндәр ҙә, һуңынан үлгәндәр ҙә (тереләсәк), — тиген. (50) — Билгеләнгән көндөң билгеләнгән сәғәтендә, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа тупланасаҡһығыҙ. (51) Ахырҙа һеҙ, хаттин ашҡандар, ялғансылар, (52) әлбиттә, бер ағастан, зәҡҡум ағасынан (ағыу, зәһәр) ашаясаҡһығыҙ. (53) Ашҡаҙандарығыҙ шуның (ағыу) менән туласаҡ. (54) Өҫтәүенә ҡайнап торған һыу эсәсәкһегеҙ. (55) Һыуһаған дөйәләр нисек һыуға йотлоҡһа, һеҙ ҙә шулай киберһегеҙ, ҡайнар һыу эсергә мәжбүр булыр­һығыҙ. (56) Бына, яза Көнөндә уларға биреләсәк «һый» шул булыр. (57) Һеҙҙе Беҙ яралттыҡ. Шулай булғас ни өсөн һеҙ (йән алып, йән индереүебеҙгә лә) ышанмайһығыҙ? (58) Улайһа, әйтеп бирегеҙ: (ҡатындарығыҙҙың аналығына) ағыҙылған енес — ул нәмә? (59) Уны һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙме? Әллә Беҙ яһаған нәмәме ул? (60) Үлемегеҙҙе һеҙгә Беҙ тәҡдир иттек. Һәм Беҙ еңелә торғандарҙан түгел. (61) Һеҙҙең урын­ға башҡа бер тоҡомдо килтерергә һәм һеҙҙең хәбәрегеҙ булма­ған башҡа ғәләмдә (Ҡиәмәттә) яңынан терелтергә, тип (һеҙгә әжәл билгеләнек). (62)Хаҡтыр, һеҙ беренсе яралтылышты белдегеҙ инде. Уйлап ғибрәт-һабаҡ алһағыҙ, яҡшы булыр ине. (63) Хәҙер инде һеҙ Миңә сәсеү орлоғоның асылын аңла­тып бирегеҙ. (64) Уны (игенде) һеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә игенде Беҙ үҫтерәбеҙме? (65) Ихтыяр итһәк, игендәрегеҙҙе (орлоҡһоҙ) ҡоп-ҡоро һалам-кибәк сүбенә әүерелдерер инек тә, һеҙ ҡатып ҡалыр инегеҙ. (66) Һәм:

— Аһ, беҙ бурысҡа баттыҡ. (67) Турыһын ғына әйткәндә, беҙ хәйер һорашырға ҡалдыҡ, — тип әйтер инегеҙ.

68. Эсә торған һыуығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ? (69) Болоттан уны һеҙ яуҙыраһығыҙмы? Әллә беҙ яуҙырабыҙмы? (70) Ихтыяр итһәк, ул ямғырҙы Беҙ (эсмәҫлек дәрәжәлә) тоҙло итер инек. Һеҙ (Аллаһҡа) шөкөр итергә тейеш түгелме икән? (71) Тағын һеҙ Миңә әйтегеҙ: файҙалана торған утты яһап, (72)утынды һеҙ үҫтерҙегеҙме, әллә уларҙы яралтыусы Беҙме? (73) Беҙ уны бер ғибрәт булһын тип, һәм сүлдән килеп киткәндәргә (юлдағыларға) файҙа булһын, тип яралттыҡ. (74) Шулай булғас, бөйөк Раббығыҙҙың исемен ололағыҙ.

75.Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм, (76) әгәр һеҙ белһәгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант — (77, 78) Ләүхел Мәхфүздә ҡәҙерләп һаҡлана торған Китап — изге Ҡөръәндер. (79) Уға бары тик паҡ, тәһәрәтле кеше генә ҡағылырға хаҡлы. (80) Ул ғәләмдәрҙең Раббыһынан индерелде. (81) Хәҙер инде һеҙ шул (изге) һүҙҙе кәмһетергә уйлайһығыҙмы!? (82) Ҡөръәндәгеләрҙе ялғанға сығараһығыҙ. Аллаһ биргән ризыҡҡа шөкөр итеүегеҙ шул булдымы?

83. (Үлем түшәгендәге кешенең) йәне боғаҙына еткәс, (84) һеҙ уға ҡарап тораһығыҙ. (85) Беҙ уға һеҙҙән дә яҡын тора­быҙ. Әммә һеҙ күрмәйһегеҙ генә. (86) Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһтың) язаһынан азат икәнһгеҙ, (87)әгәр һеҙ хаҡлы икән, (йән биреүсенең) йәнен кире ҡайтарығыҙ. (88) Ләкин (йән биргән кеше Аллаһҡа) яҡын икән, (89) уға рәхәтлек, татлы ризыҡ һәм Нәғим йәннәттәре бар.

90. Әгәр ҙә ул уң яҡтағыларҙан икән, (91)

— Әй, уң яҡтағы кеше, һиңә сәләм-именлек булһын! — тип әйтербеҙ.

92. Әммә ялғансыларҙан, хаттин ашҡандарҙан була икән, (93) бына, уға ла ҡайнар һыуҙан «һый» булыр. (94) Һәм уның өлөшө йәһәннәм. (95) Шик юҡ, был хәҡиҡәт ысынбар­лыҡ. (96) Шулай булғас, ғәләмдәрҙең бөйөк Раббыһы — Аллаһтың исемен маҡтап, тәсбих әйтегеҙ.

Хәдид (Тимер) сүрәһе

(Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид» — тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән).

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. (2) Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ — Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған да — Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә. (3) Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менән күренә лә, Үҙе йәшерен дә. Ул барыһын да белеп тороусы. (4) Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә (дәүерҙә) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан Ғәрешкә урынлашып, хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙән нимә сыға, Ергә нимә керә, Күктән нимә төшә, Күккә нимә менә — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора. (5)Күктәрҙең һәм Ерҙең милке-байлығы Уныҡы. Бөтөн эштәр бары тик Уның хозурына ҡайтыр. (6)Төндө көнгә ҡатыштырыр, көндө төнгә ҡатыштырыр. Күңе­легҙҙә нимә бар — Ул шуны белеп торор.

7. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы (Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хәйер-саҙаҡа-зәкәт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ ризалығ өсөн мал) сарыф иткән кешеләргә бөйөк әжер әҙерләнгән.

8. Пәйғәмбәр һеҙҙе: Раббығыҙға иман килтерегеҙ, тип өгөтләгәндә, ни өсөн Аллаһҡа баш эймәнегеҙ? Гәрсә, уға һүҙ бирҙегеҙ. Әгәр Уға инанасаҡ булһағыҙ.

9.Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа алып сығыр өсөн, илсеһенә ап-асыҡ аяттар индергән Аллаһ булыр. Шик юҡ­тыр, Аллаһ һеҙгә бик тә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле.

10. Һеҙгә нимә булды, эй, кешеләр! Аллаһ юлында сығым­дар тотмайһығыҙ. Гәрсә, күктәр һәм Ер — Аллаһтың мира­ҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп, (Мәккәне) алғанға ҡәҙәр (дин юлын­да мал) сарыф иткән һәм һуғышҡан кеше менән еңеүҙән һуң сарыф итеп, һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағылары­ның дәрәжәһе һуңғыларыныҡынан күпкә өҫтөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә лә бөйөк әжер вәғәҙә итә. Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһҡа мәғлүм. (11)Кем дә кем Аллаһҡа (изгелекле ғәмәлдәрен) бурысҡа биреп тора (йәғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ уға ҡат-ҡат ниғмәт бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр.

(«Бурыс»һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар. Бер кеше икенсеһенә бурыс бирә икән, ул уға рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергә тейеш. Бу­рысты биргән күлемдән арттырып алыу — гөнаһ. Рибаһыҙ бурысҡа биреп тороу — Аллаһ ризалығын ҡаҙаныу, тигән һүҙ. )

12. Ҡиәмәт көнөндә һин мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да, уңынан да (донъяла ҡылған изгелектәренең) нурҙары яҡтыртып ба­рыр.

— Бөгөн һеҙгә һөйөнсө! Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә керерһегеҙ. Һеҙ шунда мәңгегә ҡалырһығыҙ, — тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙға ирешеү ошо булыр.

13. Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындар мөьминдәргә:

— Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға:

— Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ, — тип әйтерҙәр. Ниһайәт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер яғында Сәғәдәт, икенсеһендә ғазап булыр.

14. Монафиҡтар уларҙға:

— Беҙ ҙә бит һеҙҙең менән бергә йәшәнек, (ни өсөн беҙҙе таш­лап китәһегеҙ)? — тип әйтерҙәр.

— Әлбиттә, бергә йәшәнек, ләкин һеҙ үҙ башығыҙҙы үҙегеҙ бәләгә тыҡтығыҙ. (Мосолмандарҙы харап итергә) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икеләнеп, шикләнеп ҡалдығыҙ. Шул шикләнеүҙәрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вәсүәсәләр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере килеп тотто.

15. Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийә ҡабул ителмәҫ. Бараһы ерегеҙ — ут. Һеҙгә шул хас. Ҡот осҡос ер ул — бараһы ерегеҙ.

16. Иман килтергән кешеләрҙең Аллаһты һәм Унан ингән Ҡөръәнде зикер итеп, күңелдәренең мөхәббәт менән йомшар­ған заман килде түгелме? Әүәл үҙҙәренә Китап бирелеп тә, байтаҡ ваҡыттар уҙып, күңелдәре (боҙоҡлоҡ, тәкәбберлек менән) ҡарайып бөткән кәферҙәргә оҡшамаһындар ине улар. Уларҙың байтағы фәсиҡ әҙәмдәр.

17. Шул хәҡиҡәтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткән туп­раҡҡа Аллаһ йән өрә. Хаҡтыр, Беҙ, аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек.

18. Хаҡтыр, саҙаҡа биргән ирҙәр менән саҙаҡа биргән ҡатындар һәм Аллаһҡа ысын күңелдән бурыс (ғибәҙәт, хәйер) биргәндәргә ҡат-ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн бик тә аб­руйлы тағын башҡа әжер ҙә булыр.

19. Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә иман килтергән бәндәләр — улар үҙе лә, һүҙе лә тура булғандар, Аллаһ хозу­рында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың әжере лә, нурҙары ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йәһәннәм әһелдәре булыр.

20. Шуны белеп тороғоҙ, донъя тормошо ул бары тик уйын ғына, күңел асыу, зиннәттәр-биҙәктәр эсендә йәшәү, арттыра-арттыра бер-береңде маҡтау-маҡтанышыу, та­ғын байлыҡ һәм күп балалы булырға тырышыу кеүек мәшәҡәттәрҙән тора. Нәҡ бына ямғыр кеүек инде. Ул иген­селәрҙең һушына китә (ямғыр — һөйөнөс). Һуңынан иген-үлән ҡорой, һап-һары ҡыр була. Ахырҙа кибәк-сүп булып ҡала. Әхирәттә иһә хәтәр ғазаптар бар. Шунда Аллаһтың ярлыҡа­уы ла, ризалығы ла булыр. Донъя тормошо тиҙ уҙа торған, алдаҡсы ғына, башҡа түгел.

21. Раббығыҙҙың ярлыҡауын ҡаҙанырға тырышығыҙ. Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәренә инанған кешеләр өсөн әҙерләнгән йәннәткә керергә ашығығыҙ. Ул йәннәт Күк менән Ер майҙаны саҡлы киң. Аллаһтың сәғәдәте шул­дыр. Ул уны үҙе ихтыяр иткән кешеһенә бирер. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, сикһеҙ йомарт һәм мәрхәмәтле.

22. Беҙ бар итмәҫтән элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнә һәм һеҙҙең башығыҙға һис бер ҡайғы килмәҫ. Был эштәр беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

23. Ҡулдарынан ысҡынған (малға, дан)ға ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргән ниғмәттәр (ҡаҙанған байлыҡтары) менән маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хәбәр итәбеҙ, киҫә­тәбеҙ. Аллаһ үҙ-үҙҙәрен генә яратҡан тәкәббер кешеләрҙе хуп­ламай. (24) Улар үҙҙәре һаран һәм башҡаларға ла һаран бу­лырға ҡушалар. Кем (Аллаһ юлында зәкәт биреүҙән) баш тартһа, (хафаға урын юҡ) Аллаһ үҙе бай, бер нимәгә лә мохтаж түгел, маҡтауға лайыҡ.

25. Хаҡтыр, Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе асыҡ дәлилдәр менән күндерҙек һәм кешеләр ғәҙеллек урынлаштырһын тип, Китап менән бергә (ғәҙеллек) бизмәнен дә индерҙек. Беҙ тимерҙе лә индерҙек, сөнки шунда (һуғышыр өсөн) хәтәр ҡеүәт бар һәм ул (тыныс хеҙмәттә) кешеләргә файҙалы. Был — Аллаһтың үҙен күрмәгән килеш ышанып, Уның диненә һәм пәйғәмбәрҙәренә кешегә күрһәтмәйенсә генә ярҙам иткәндәр­ҙе асыҡлау һәм һынау өсөн шулай эшләнде. Шик юҡ, Аллаһ — ҡеүәт эйәһе, еңелеү белмәҫ өҫтөн.

26. Хаҡтыр, Нухты һәм Ибраһимды күндерҙек, пәйғәм­бәрлекте лә, Китапты ла уларҙың тоҡомона бирҙек. Ҡай­һылары тура юлды һайланы. Күбеһе юлдан яҙҙы.

27. Һуңынан былар эҙенән бер-бер артлы башҡа пәйғәм­бәрҙәрҙе күндерҙек. Мәрйәм улы Ғайсаны күндерҙек, уға Инжилде бирҙек. Уға эйәргәндәрҙең күңеленә шәфҡәт һәм миһырбан индерҙек. Беҙ уларға: руһбанлыҡҡа күсегеҙ, тип бойорманыҡ. Ләкин улар (тормош мәшәҡәттәренән айырылып, артыҡ дини булып, аскетлыҡҡа, руһбанлыҡҡа, монахлыҡҡа) үҙҙәре күсте.

Беҙ уларға Аллаһ һәм Пәйғәмбәр ҡушҡанса эш ҡылырға әмер бирҙек. Әммә улар кәрәгенсә итәғәт итмәне. Беҙ ҙә уларҙың ихлас иман килтергәндәренә генә сауаптар бирҙек. Уларҙың күбеһе юлдан яҙҙы.

28. Әй, иманлы кешеләр, Аллаһтың язаһынан ҡур­ҡығыҙ һәм пәйғәмбәренә ышанығыҙ, Аллаһ һеҙгә ҡат-ҡат рәхмәт бирһен һәм һеҙҙең юлығыҙҙы нур менән яҡтыртһын. Һеҙҙе ярлыҡаһын. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле, кисереүсе.

29. Китап әһелдәре Аллаһтың ниғмәтенән һис бер нәмә ала алмаясаҡтарын белеп торһондар. Ниғмәттәрҙең барыһы ла Аллаһ хозурында, ул бары тик Үҙе ихтыяр иткәндә, теләгән бәндәһенә генә ниғмәтен бирер. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйәһе.

Мүжәдәлә (Бәхәс) сүрәһе

(Мүжәдәлә сүрәһе 22 аяттан тора. «Мүжәдәлә» — бәхәс, һүҙ көрәштереү.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ире тураһында һинең менән бәхәсләшеп торған ҡатын­ды һәм уның Аллаһҡа зарланғанын, ысындан да, Аллаһ Үҙе ишетеп торҙо. Аллаһ һеҙҙең әңгәмәгеҙҙе лә тыңлап торҙо. Хаҡтыр, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы.

(«Хәүлә исемле бер ҡатын иренең бер теләген үтәмәне. Ире Са­мат улы Әүестең асыуы сыҡты, ул ҡатынына: «Һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүек», - тине. Наҙанлыҡ заманаһындағы ғәрәптәрҙә шундай, «Зиһар» тигән бер ғәҙәт бар ине: был һүҙҙе әйткәс, ҡатын ире­нең әсәһе кеүек була, йәғни ҡатын айырылған булып иҫәпләнә башлай. Хәүлә Пәйғәмбәр янына килеп, иренең ошо ғәмәлен һөйләп бирҙе. Пәйғәмбәр иһә: «Һин иреңә харам булдың инде», — тине. Иренән айырылырға теләмәйенсә, Хәүлә ялбара башланы: «Минең бәләкәй ба­лаларым йәтим ҡала», — тине. Шунан һуң Пәйғәмбәр: «Был турала Аллаһтан әмер килмәйенсә, талаҡтан башҡа һис нимә лә әйтә алмайым», — тине. Шунан һуң Хәүлә Аллаһҡа ялбарып доға ҡыла башланы. Уға яуап итеп, аяттар иңде». Али Тургуг тәфсиренән.)

2. Зиһар ҡылып, ҡатынын талаҡ иткәндәрҙең ҡатында­ры уларға әсәләре кеүек булмаҫ. Уларҙың әсәләре бары тик уларҙы тыуҙырған ҡатындар, (зиһар ителгән ҡатын ире­нең әсәһе була алмай). Шик юҡ, улар ерәнгес һүҙ әйтә һәм ялған һөйләй. Шөбһәһеҙ, Аллаһ — ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы. (3) Ҡатынын зиһар менән талаҡ итеп, һуңынан һүҙенән кире ҡайтырға теләгән ир, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғансыға ҡәҙәр, бер ҡолдо азат итергә тейеш. Һеҙгә өгөт шул бу­лыр. Аллаһ һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙан хәбәрҙар.

4. (Ҡоло булмаһа йәки азат итергә) мөмкинселеге булмаһа, ҡатынын әсәһенә оҡшатҡан ир ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылмаҫтан, ике ай ураҙа тотор. Быңа ла көсө етмәгән кеше алтмыш фәҡирҙең тамағын туйҙырыр. Был шарттар Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ихлас ышанырға тейешлегегеҙ өсөн. Былар — Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Кәферҙәр өсөн әсе ғазап бар.

5. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килеүселәр үҙҙәренән алда язаланғандар кеүек язаланасаҡ. Беҙ аңлайышлы аяттар индерҙек. Кәферҙәрҙе меҫкен хәлгә ҡалдырырлыҡ ғазап бар.

6. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла терелтәсәк һәм ҡылған ғәмәлдәрегеҙ тураһында хәбәр итәсәк. Аллаһ улар үҙҙәре онот­ҡан ғәмәлдәрен һанап барҙы. Аллаһ — һәр нәмәнең шаһиты.

7. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһын да Аллаһ белеп торғанын күрмәйһеңме ни? Өс кеше һөйләшеп торғанда, дүртенсеһе Аллаһ булыр. Биш кеше серләшеп торғанда, әлбиттә, алтынсыһы Аллаһ булыр. Шунан әҙ йәки күберәк кеше һөйләшкәндә лә Аллаһ, һис шикһеҙ, улар янында бу­лыр. Ахырҙа Ҡиәмәт көнөндә ул был турала хәбәр итәсәк. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәне белеп тора.

8. Йәшерен һөйләшеүҙәрҙе тыйғандан һуң да, аҫтыртын эш йөрөтөүселәрҙе күрмәйһеңме ни? Улар гөнаһ эшләү, дошман­лыҡ ҡылыу һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы көрәшер өсөн йәшеренеп, фетнә әҙерләйҙәр. Һинең янға килгәс, улар Аллаһ һине сәләмләгәндән дә артыҡ сәләмләйҙәр. Үҙҙәре:

— Һөйләгән кәферлектәребеҙ өсөн Аллаһ ни өсөн һуң беҙҙе язаламай? - тип әйтәләр. Йәһәннәм уларға етер. Улар шун­да керәсәк. Ай-һай, хәтәр ҙә яман урын ул йәһәннәм.

9. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Үҙ-ара һөйләшкәндә гөнаһ ҡылыу, дошманлыҡ тураһында һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Изгелек һәм паҡлыҡ тураһында ғына һөйләшегеҙ. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. (10) Йәшертен-аҫтыртын һөйләшеүҙәр шайтандан килә, мөьминдәргә хәсрәт килтерер өсөн. Әммә шайтан Аллаһтың әме­ренән башҡа мөьминдәргә һис бер зарар килтерә алмаҫ. Мөьминдәр Аллаһҡа һыйынып ҡотолалар.

11. Әй, иманлы кешеләр! Мәжлестә һеҙгә:

— Урын бирегеҙ, — тип әйтһәләр, урын бирегеҙ. Аллаһ һеҙгә лә (йәннәттә) урын бирер.

— Баҫығыҙ, - тип әйтһәләр, баҫығыҙ. Аллаһ та иманлыларҙың, ғилем эйәләренең дәрәжәһен арттырыр. Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы белеп тора.

12. Әй, иман килтергән кешеләр! Пәйғәмбәргә йәшертен генә берәй нәмә һөйләйһе булһағыҙ, һөйләшер алдынан саҙаҡа бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк һәм паҡлыҡ булыр. Бирергә нәмәгеҙ булмаһа, һис шикһеҙ, гөнаһ булмаҫ. Аллаһ — ғәфү итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле. (13) Йәшерен әңгәмәгеҙҙән алда саҙаҡа бирергә ҡыймағанһығыҙҙыр, бәлки. Шөрләп ҡалдығыҙ, Аллаһ быныһын да ғәфү итер. Һеҙ намаҙ ҡалдырмағыҙ, зәкәт бирегеҙ, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә итәғәт ҡылығыҙ. Аллаһ ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе теүәл белеп тора.

14. Аллаһтың ләғнәте төшкән халыҡты үҙҙәренә дуҫ иткән бәндәләргә иғтибар иттеңме? Улар һеҙҙеке лә түгел, уларҙыҡы ла түгел. Анттарын боҙасаҡтарын алдан уҡ белгән көйөнсә, улар ант итәләр. (15)Улар өсөн Аллаһ хәтәр яза әҙерләп ҡуйған инде. Уларҙың ҡылған ғәмәлдәре бик тә яман. (16) Анттарын ҡалҡан итеп тоталар һәм шулай итеп, кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Уларҙы меҫкен хәлгә төшөрә торған ғазап бар. (17) Уларҙың малдары ла, улда­ры ла Аллаһтың ғазабынан ҡотолорға ярҙам итә алмаҫ. Улар йәһәннәмгә теркәләсәк һәм шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (18) Ҡиәмәт көндө уларҙы Аллаһ терелтер. (Беҙ саф мосолманбыҙ тип) һиңә ант иткәндәре кеүек, (буялған анттан файҙа күрербеҙ тип) Аллаһ алдында ла ант итәсәктәр. Белеп тороғоҙ, ысын ялғансылар шулар булыр. (19) Шайтан уларҙы үҙ яҡлауына алды ла, Аллаһты онотторҙо. Бына былар, шайтандың ғәскәре, шундай теләктәштәренән тора. Белеп тороғоҙ, ҡот осҡос һәләкәткә дусар булғандар - шайтан тарафындағылар. (20) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгәндәр иң түбән йәнлеләр араһында булыр.

21. Аллаһ яҙҙы:

— Миндә еңелмәҫлек ҡөҙрәт бар, Рәсүлдәрем дә өҫтөн сығасаҡ. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ — тағын да ҡеүәтлерәк еңеүсе.

22. Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән бер ҡәүем­дең Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгән кәферҙәр менән яҡын дуҫ булғанын күрмәҫһең. Хатта, улар яҡын ҡәрҙәш, ата һәм улдары булһа ла. Бына былар күңелдәренә иман һеңдергән һәм Аллаһтан индерелгән рух менән ҡеүәтләндерелгән шәхестәр булыр. Уларҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған мәңгелек йәннәттәргә урынлаштырыр. Бына шулар Аллаһ тарафын тотоусылар булыр. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт бу­лыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Белеп тороғоҙ, ысынлап ҡотолоуға ирешкәндәр, әлбиттә, шулар булыр.

Наши рекомендации