Хужүрәт (Бүлмәләр) сүрәһе

Хужүрәт сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Исе­ме дүртенсе аяттағы «Хужүрәт» — бүлмәләр һүҙенән килә).

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, иманлы әҙәмдәр! (Һүҙҙә һәм ғәмәлегеҙҙә) Аллаһтың һәм Рәсүленең алдына сыҡмағыҙ. Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһ­лы булыуҙан) ҡурҡығыҙ. Шик-шөбһә юҡ, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы. (2) Әй, иманлы әҙәмдәр! Пәйғәмбәрегеҙ янында тауыш күтәрмәгеҙ. Бер-берегеҙгә ҡысҡырып баҡырған кеүек, Пәйғәмбәргә ҡаты тауыш менән өндәшмәгеҙ. Юҡһа, һеҙ үҙе­геҙ ҙә абайламаҫтан, ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығарырһығыҙ. (3)Аллаһ илсеһе янында түбән (тыныс) тауыш менән һөйләшеүселәр­ҙең, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан саф мосолман булыуы һынала. Уларға ярлыҡау һәм олуғ әжер бар.

4. (Мөхәммәд) өй бүлмәләре аша һиңә аҡырып өндәшкән бәндәләрҙең күбеһе быны (был әҙәпһеҙлеген) аңламай.

(«Етмеш кеше йыйылышып, өйлә уаҡытында Пәйғәмбәр янына килде. Пәйғәмбәр үҙ бүлмәһендә ине. Тыштағылар: «Эй, Мөхәммәд! Сыҡ беҙҙең янға-а!» — тип аҡырҙылар». Ғәли Турғут тәфсиренән.)

5. Әгәр улар һин сыҡҡансы сабыр итеп көтөп торған булһа, әлбиттә, үҙҙәре өсөн бик яҡшы булыр ине. Аллаһ — ярлы­ҡаусы һәм мәрхәмәтле кисереүсе.

6. Әй, иман килтергән кешеләр! Әгәр ҙә шикле кеше һеҙгә берәй хәбәр килтерһә, ул хәбәрҙең хаҡмы, юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Юҡһа, абайламаҫтан, бер төркөм халыҡҡа зыян килтерерһегеҙ ҙә, һуңынан үкенерһегеҙ.

7. Шуны белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала Аллаһтың илсеһе бар. Мөһим эштәрҙе ул һеҙҙең теләк менән генә башҡарһа, һеҙ ҡыйын хәлдә ҡалған булырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙең күңелдәре­геҙгә иман һеңдерҙе, иман нуры һеҙҙе биләп алды. Кәфер эштәрҙе, әшәкелекте, (Хаҡҡа ҡаршылыҡты) ғисъянды һеҙгә харам итте. Тура юлға баҫҡандар бына шулар булыр. (8) Был—Аллаһтың ниғмәте, йомартлығы. Аллаһ — ғилем эйәһе һәм хакимдыр.

9. Мосолмандар ике төркөмгә айырылып, һуғыша башлаһалар, уларҙы татыулаштырығыҙ. Береһе башлап ғәҙелһеҙ һөжүм итһә, Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡыла башлағанға саҡлы, шул яҡҡа ҡаршы һуғышығыҙ. Бойһонһалар, ғәҙеллек менән татыулаштырығыҙ. Һәм һәр эштә ғәҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғәҙел ғәмәлдәрҙе ярата. (10) Мосолмандар үҙ-ара ҡәрҙәш. Шулай булғас, ҡәрҙәштәрҙең араһын яйлаһағыҙ һәм Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡһағыҙ, ярлыҡанырһығыҙ, Уның рәхмәттәренә ирешерһегеҙ.

11. Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыл­лап көлмәһен (кәмһетмәһен). Бәлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкә яҡшыҙыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмәһен. Бәлки, улар күпкә яҡшылыр. Бер-берегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Бер­-берегеҙгә әшәке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тә, әшәкелек ҡылыу яман ғәҙәт. Тәүбәгә килмәгәндәр рәхимһеҙ залим була.

12. Әй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән ту­ғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа ба­тыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай.

13. Әй, әҙәм балалары! Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатын итеп яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләргә айырҙыҡ. Хаҡтыр, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хәбәрҙар булып тора.

14. Бәҙәүи ғәрәптәре:

— Иман килтерҙек, — тине. Әйт һин уларға:

— Һез: иман килтерҙек, тип әйтмәгеҙ; буйһондоҡ, тип әйтегеҙ. Иман һеҙҙең күңелегеҙгә кереп урынлашманы бит әле. Аллаһҡа һәм уның илсеһенә итәғәт итһәгеҙ, Аллаһ ҡаҙаныштарығыҙҙы кәметмәҫ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы, миһырбанлы кисереүсе.

15. Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтергәс, икеләнеп ҡалмаған, Аллаһ юлында малын һәм йәнен ҡыҙғанмайынса көрәшкән кеше генә хаҡ мосолман була. Бына шулар (эштә) ғәҙел, һүҙҙә тоғро кешеләр.

16. Әйт һин:

— Һеҙ (үҙегеҙ ҙә ышанып бөтмәгән) динегеҙгә Аллаһты өйрәтергә алындығыҙмы? (Йүнләп иман килтермәгән башығызҙҙан, иман килтерҙек тип, Аллаһты алдарға аҙапланаһығыҙмы?) — тип. Аллаһ күктәрҙә булғандарҙы ла, Ерҙәгеләрҙе лә белеп тора. Аллаһ бөтөн нәмәне дөрөҫө менән белеп тороусы.

17. Улар:

— Ислам динен ҡабул итеүебеҙ һинең файҙаң, мәнфәғәтең өсөн, — тип фараз ҡыла.

Әйт һин:

— Минең күңел булһын өсөн генә мосолманлыҡты ҡабул итмәгеҙ. Ғәҙел кешеләр икәнһегеҙ, шуны белеп тороғоҙ: әгәр иманығыҙҙа ныҡ торһағыҙ, һеҙҙе тура юлға йүнәлтеп, Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә мәнфәғәт ҡылыр, — тип.

18.Шөбһәһеҙ, Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең серҙә­рен белеүсе. Аллаһ — ҡылғандарығыҙҙы күреп тороусылыр.

Аф (Ҡаф) сүрәһе

Аф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Ҡаф» хәре­фе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә).

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1, 2, 3. Ҡаф. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм, үҙ араларынан Пәйғәмбәр килгәнгә улар аптырап ҡалды. Кәферҙәр әйтте:

— Был ғәжәп эш, — тинеләр. - Үлгәндән һуң, тупраҡҡа әйләнгәндән һуң (тағын тереләсәкбеҙме)? Был аҡылға һыймай торған йыраҡ бер эш.

4. Тупраҡ уларҙың тәндәрен нисек итеп ашап бөтөргәнен бик яҡшы беләбеҙ. Яныбыҙҙа бөтөн нәмә яҙылып һаҡ­ланған Китап бар.

5. Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килгәс, улар уны ялғанға сығар­ҙы. Шуға күрә лә улар ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалды ла.

6. Күккә ҡарамайҙармы һуң улар? Уны нисек итеп төҙөнөк, биҙәнек. Бер генә сатнаған урыны ла юҡ — кәмил иттек. (7) Ерҙе нисек итеп хасил иттек, өҫтөнә тауҙарҙы беркеттек һәм һәр төрлө (енестән) үҫемлектәр үҫтерҙек.

8. Аллаһҡа йүнәлгән кешеләрҙең күңел күҙе асылһын һәм ғибрәт алһындар тип, шулай ҡылдыҡ.

9. Беҙ Күктән бәрәкәтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар, бәндәләремә ризыҡ булһын тип, (урып алырлыҡ) иген үҫтер­ҙек. (10) Бейек хөрмә ағастарында теҙелеп киткән мул емештәр етештерҙек. (11) Йәнә шул ямғыр һыуы менән үле тупраҡҡа йән өрҙөк. (Терелеп) ҡәберҙән сығыу ҙа нәҡ шу­лай буласаҡ.

12, 13, 14. Уларҙан алдағылар ҙа — Нух ҡәүеме, Расс бәндәләре, Сәмүд, Ғәд, Фирғәүен, Лут һәм Әйкә халыҡтары ла, Тубба кешеләре лә — барыһы ла пәйғәмбәрҙәрҙең өгөттә­рен ялғанға сығарҙы, һәм шул сәбәпле улар Мин вәғәҙә иткән ғазапҡа дусар булды. (15) Беренсе тапҡыр (күктәрҙе, Ерҙе, Әҙәмде) юҡтан бар иткәндә мохтажлыҡ кисерҙекме, юҡһа (яңынан барлыҡҡа килтерергә лә ҡурҡып торабыҙмы)? Эйе, улар яңынан яралтылышҡа (терелеүгә) ышанмай. (16) Хаҡтыр, Әҙәмде Беҙ яралттыҡ. Нәфсенең уға ниндәй вәсүәсә бышылдағанын да беләбеҙ. Сөнки Беҙ уға муйын тамырынан да яҡын торабыҙ.

17. Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гөнаһтарын) ғәмәлдәрен яҙып барыусы ике фәрештә бар. (18) Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай. (19)Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр. (20) Сур борғоһона өрөлөр, был да кәферҙәр өсөн вәғәҙә ителгән (язаның ысынлыҡҡа ашыу) Көнөлер. (21) Бына шул Көндө һәр кеше әйҙәүсеһе һәм шәһиттары менән бергә килер. (22) Әйтелер:

— (Донъяла) һин быларҙан хәбәрһеҙ инең. Бына, өҫтөңдән ҡорманы алдыҡ. Һин хәҙер үткер ҡарашлы булдың (нимә ҡылғандарыңды асыҡ күрерһең!).(23)Уның юлдашы (фә­рештә) әйтер:

— Бына, янымда (яҙыулы китап) әҙер тора. (24, 25) (Әҙәмде алып килгән әйҙәүсе менән һаҡсыларға бойоролор):

— Кирегә әйҙәүсе бөтөн кәферҙәрҙе, бар көстәре менән изгелеккә ҡаршы торғандарҙы, залимдарҙы, (Аллаһ хөкөмдәрен) шиккә алғандарҙы, һәр аҙғынды йәһәннәмдең иң хәтәр янған уртаһына ташлағыҙ! (26) Аллаһҡа тиң (хатта Аллаһтан өҫтөн) күреп әйберҙәргә табынған мөшриктәрҙе икегеҙ ике яғынан тотоп, иң хәтәр янған утҡа ташлағыҙ. (27) Юлда­шы (шайтан) шунда телгә килер:

— Йә, Раббым, уны мин аҙҙырманым. Ул үҙе Хаҡтан йыраҡ китеп аҙашҡан ине.

28, 29, 30. Аллаһ әйтер:

— Ҡаршымда ғауға ҡуптармағыҙ! Мин һеҙгә алдан уҡ (гөнаһ ҡылмағыҙ, Әхирәттә яза алырһығыҙ тип) тәһдид (киҫәтеү) күндермәнемме? Минең янымда һүҙ көрәштерелмәҫ. Әммә Мин бәндәләремә ғәҙелһеҙ залим да түгелмен. Ул Көндө йәһәннәмдән һорарбыҙ:

— Йә, тулдыңмы инде? — тип әйтербеҙ. Ул:

— Тағын берәйһе бармы? (Булһа — керт, урыным етәр­лек), — тип яуап бирер.

31. Саф мосолмандар өсөн йәннәт йыраҡ булмаҫ, яҡынайтылыр. (32, 33, 34) Аллаһҡа юл тотҡан һәр кешегә, Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе һәм хөкөмдәрҙе уҙмағандарға, Үҙен күрмәгән килеш тә, Раббының язаһынан ҡурҡҡан әҙәмдәргә һәм ихлас күңелле кешеләргә вәғәҙә ителгән йәннәт бына ошо булыр. Шунда именлек менән керегеҙ. Был үлем янамаған мәңгелек көндәрҙең башы булыр. (35) Шунда нимә теләһәгеҙ шул бар. Хозурыбыҙҙа тағын да мулыраҡ.

36. Быларҙан алда тағын да ҡеүәтлерәк тормошло күпме кәфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Әжәлдән ҡасып ҡо­толор урын эҙләп, улар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме?

37. Бына был хикмәттәрҙә күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенә) иғтибар менән ҡолаҡ һалған кешеләр өсөн һабаҡ алыр­лыҡ ғибрәттәр бар.

38. Шуныһы ла Хәҡиҡәт ғәләмәтелер: Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағы бөтөн нәмәләрҙе алты (дәүер) көн эсендә яралттыҡ һәм был эш беҙҙең өсөн һис тә йонсоторлоҡ булманы.

(«Йәһүдтәр: Аллаһ алты көн буйына күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итә-итә хәлдән тайҙы, шуға күрә, ул етенсе көндө, шәмбелә тәхе­те өҫтөндә аяҡ бөкләп ял итте, тип ялған тараттылар. Аят­тың һуңғы йөмләһе шуларға ишара». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

39. (Эй, Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең нахаҡ) һүҙҙәренә түҙ. Ҡояш сыҡҡан уаҡыттан алып, батышына саҡлы булған арала Раббыңды хуплап, тәсбих әйт (намаҙҙарҙы ҡалдырма). (40)Төндәрен сәждәләреңдән һуң да Уны зикер ит. (41) Ул Көндө (Ҡиәмәттә) яҡын урындан ишетелгән тауышҡа (Сур борғоһона) ҡолаҡ һал. (42) Ул Көндө кешеләр Сур тауышын, һис шикһеҙ, ишетәсәк. Бына (ҡәберҙәрҙән) сығыш Көнө шул булыр. (43) Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булыр­быҙ. Ҡайтарылыш та фәҡәт Беҙҙең янға булыр. (44) Ашы­ғып өҫкә сыҡһындар өсөн, ул Көндө Ер ярылып асылыр. Барығыҙ ҙа бергә тупланыр. Был эш Беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

45. Уларҙың (кәфер) һөйләгәне Беҙгә бик яҡшы мәғлүм. Һин уларҙы (дингә) ирекһеҙләүсе түгелһең. Киҫәтеүҙәремдән ҡурҡҡандарға Ҡөръән уҡып, вәғәз һөйлә.

Наши рекомендации