Мүлк (Хакимиәт) сүрәһе
(Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғтрҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә. (2) Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. (3) Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ. (4) Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр. (5) Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек. (6) Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын. (7) Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан ҡайнай-ҡайнай (8) шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гөнаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға:
— (Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң? — тип һорарҙар. (9) Улар шулай яуап бирер:
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тураһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр, —тинек. — (10) Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылыбыҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек.
11.Шулай итеп, улар гөнаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йәһәннәмдең әһелдәре.
12. Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән. (13) Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар. (15) Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр.
16. Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гөнаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор. (17) Күктән (Аллаһ гөнаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды. (19) Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотҡара ала.) Кәферҙәр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты. (22)Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)? (23) (Рәсүлем) әйт:
— Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе, — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ. (24) Тағын әйт һин:
— Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип. (25)(Кәферҙәр мыҫҡыллау менән):
— Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиәмәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер? — тип әйтерҙәр. (26) Әйт һин уларға:
— Был туралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә, — тип.
27. Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға:
— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо булыр, — тип әйтерҙәр. (28)Әйт һин:
— Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора. (29) Әйт һин:
— Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым, - тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрерһегеҙ. (30)Әйт һин:
— Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр? (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡара ала.)
Ләм (Ҡәләм) сүрәһе
(Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Нун сүрәһе, тип тә йөрөтәләр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Нун. Изге ҡәләм менән яҙылған изге һүҙҙәрҙе әйтеп, ант итәм: (2) (Эй, Мөхөммәд) Раббыңдың рәхмәте менән һин һис тә тиле түгелһең. (3) Шик юҡтыр, һинең өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар. (4) Һәм һин, әлбиттә, юғары-саф әхләҡҡә эйә кеше. (5, 6) Ҡайһыларығыҙҙың тилергән икәнлеге оҙаҡламай күренер, улар ҙа күрер. (7) Хаҡтыр, Раббың тура юлдан яҙған кешене бик яҡшы белеп тора, тура юлға барғандарҙы ла белә. (8) Шулай булғас, (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарғандарға буйһонма. (9) Улар һинең күндәм булыуыңды (йомшаҡлыҡ күрһәтеүеңде) теләр, үҙҙәре лә һиңә күндәм мөғәмәләлә кеүек булыр (Улар һинең яйлағаныңды-майлағаныңды теләй, үҙҙәре лә һине яйлап-майлап, үҙ диндәренә кертергә маташыр.) (10) Тиреһенән сығырҙай булып хаттин ашҡанға һәр ант итеүсегә лә ышанма. (11) Яласыға, ғәйбәтсегә, (тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсегә) ышанма. (12) Изгелеккә ҡамасаулағанға, муйынынан гөнаһҡа батҡанға ышанма. (13) Рәхимһеҙ, нәҫелһеҙ әтрәк-әләмгә ышанма. (14) Хатта уның байлығы һәм нәҫеле үрсемле булһа ла, уға буйһонма. (15) Шул кешегә аяттарыбыҙҙы уҡығанда, ул:
— Әбей-бабай әкиәттәре был, — тип торор.
16. Оҙаҡламай Беҙ уның танауын киҫәсәкбеҙ (кикриген шиндерербеҙ).
(«Ысындан да, Бәдер һуғышында Вәлид исемле кәферҙең танауын ҡылыс менән киҫеп төшөрәләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
17. Бер ваҡыт Беҙ баҡса тотоусыларҙы (Мәккә кәферҙәренә) бәлә килтереп һынағаныбыҙ кеүек, быларҙы ла бәлә килтереп һынаныҡ. Нисек итеп улар (баҡса эйәләре): иртәнге яҡта (һис кем күрмәгәндә) емештәрҙе йыйып алырбыҙ, тип һүҙләштеләр. (18) Ләкин улар: Аллаһ бойорһа, иншаллаһ, мохтаждарға ла бирербеҙ, тип әйтмәнеләр. (19)Тик улар йоҡола сағында Раббы тарафынан ебәрелгән дәһшәтле ут өйөрмәһе баҡсаны ҡамап алды. (20) Баҡса ҡап-ҡара (көл) булып ҡалды. (21)Икенсе көндө иртән ҡәрҙәштәр бер-берһенә: (22)
— Мул уңыш йыйып алаһығыҙ килһә, баҡсаға иртүк тороп барайыҡ, — тинеләр һәм (23)үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә баҡсаға киттеләр. (24) — Баҡсабыҙға бөгөн бер генә хәйерсе лә керергә өлгөрмәһен. (25) (Фәҡирҙәргә ярҙам итерлек) көстәре булһа ла, уларҙы ярҙамдарынан мәхрүм итергә ниәтләнеләр. (26) Баҡсаға килеп ҡараһалар, шаҡ ҡаттылар (баҡсаларын таныманылар):
— Ихтимал, беҙ яңғылыш юлдан киткәнбеҙҙер, — тинеләр. (Яңғылыш түгеллеген аңлағас, улар): (27)
— Юҡ, юҡ! Беҙ ҙә мәхрүм ҡалдыҡ, — тинеләр. (28) Араларынан аҡыллырағы әйтте:
— (Мин һеҙгә, Аллаһ теләһә, иншаллаһ, тип әйтергә ҡушманыммы? — тине.) — Аллаһҡа тәсбих әйтәйек, тип әйтмәнемме? (29) -Әлхәмдүлилләһ, беҙ үҙ башыбыҙға үҙебеҙ яҙыҡ (ҡайғы) алдыҡ, — тинеләр.
30. Унан һуң улар ғәйепте бер-берһенә ауҙарырға башланылар. (31) Ниһайәт, әйттеләр:
— Ҡайғы төштө башыбыҙға, ысындан да, беҙ хаттин ашҡан аҙғындар икәнбеҙ, — тинеләр. (32) - Бәлки, Аллаһ быныһы урынына тағын да яҡшыраҡ уңыш бирер! Сөнки беҙ тәүбә иттек. Раббыға йүнәлдек.
33. Бына бынһы донъя ғазабы булды һеҙгә. Әхирәт ғазабы иһә, һис шикһеҙ, бынан да хәтәрерәк булыр. Их, әгәр ҙә улар был турала белһә ине! (34) Хаҡтыр, саф мосолмандар өсөн Раббы ҡаршыһында ниғмәттәре сикһеҙ мул булған йәннәттәр бар. (35) Аллаһҡа итәғәттә булғандар менән гөнаһлыларҙы тигеҙ күрербеҙме? (36)Һеҙгә нимә булды? Ниндәй дәрәжәлә фекер йөрөтәһегеҙ? (37) Әллә һеҙгә ҡағылышлы берәй китап бармы ҡулығыҙҙа, (гөнаһ ҡылырға) һеҙ шул китаптан өйрәнәһегеҙме? (38) Һеҙ теләгән һәр нәмә, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип яҙылғанмы шунда? (39) Ҡиәмәт көнөнә саҡлы нимә теләһәк, шуны ҡылырға хаҡыбыҙ бар, тигән килешеүегеҙ бармы Аллаһ менән? (40) Һин (Мөхөммәд) уларҙан һора:
— Шундай килешеү бар, тип ҡайһыһы раҫлай ала икән? (41)Әллә уларҙың Аллаһ кеүек ҡөҙрәтле башҡа дуҫтары бармы? Улар хаҡлы булһа, (Аллаһтан да) ҡөҙрәтле шул дуҫтарын бында килтерһендәр. (42)Ул Көн килеп еткәс, балтырҙар асылыр (йәшерен эштәрең, гөнаһтарың өҫтөнән ҡорма алыныр) һәм сәждә итергә саҡыру булыр, ләкин улар (кәферҙәр) сәждәгә бөгөлә алмаҫ.
43. Хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа төбәлгән хәлдә ҡалырҙар. Гәрсә, улар һау-сәләмәт булған хәлдә лә сәждәгә саҡырылған ине, ләкин улар сәждәгә эйелергә теләмәгән ине. (Хәҙер, теләһәләр ҙә, эйелә алмайҙар.)
44. (Эй, Мөхәммәд) һин был һүҙҙе (Ҡөръәнде) ялғанға сығарған кәферҙәрҙе Минең өлөшкә ҡалдыр. Беҙ иҫкәртмәгән яҡтан, әкрен-әкрен генә уларҙы ғазапҡа тарта барырбыҙ. (45) Беҙ уларға (бирәһе язабыҙҙы) оҙаҡҡа кисерҙек. Хәҡиҡәт шулдыр, Мин ҡорған тәдбирҙәр ҡаҡшамаҫ. (Яза барыбер бирелер.) (46)Һин уларҙан түләү хаҡы һорайһыңмы, юҡһа? Шуның арҡаһында улар бурысҡа батҡанмы? (47) Йәшерен серҙәрҙе белеү ғилеме улар ҡулындамы, юҡһа? Ул ғилем китабын улар яҙамы? (48) Һин Раббыңдың хөкөмөн түҙемлек менән көт. Балыҡ ҡарынындағы (Юныс) кеүек булма. Иҫеңдәме, нисек итеп ул (тынсыулыҡтан, тарлыҡтан зарланып) Аллаһҡа ялбарған ине. (49) Әгәр ҙә уға Раббыһынан ярҙам килеп ирешмәгән булһа, ул, һис шикһеҙ, меҫкен хәлдә, хур ителеп, ярға сығарып ташланған булыр ине. (50) Ләкин һуңынан Раббы уны һайлап алды һәм изгеләр сафына ҡуйҙы.
51. Ул инҡарсылар, Ҡөръән уҡыған ваҡытыңда ҡараштары менән булһа ла, һине яңғылыштырырға тырышыр. (Эштәре барып сыҡмағас):
— Көн кеүек асыҡтыр, ул тилергән, — тип әйтерҙәр.
52. Ҡөръән бары тик ғәләмдәргә хәбәр биреүсе вәғәздәрҙән тора.