Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән) сүрәһе

(Мүрсәләт сүрәһе 50 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүрсәләт» — ебәрелгәндәр, күндерелгәндәр.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Изгелек таратыу өсөн берһе артынан берһе күндерелгөн (фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр исеме менән) (2) дәһшәт менән иҫә торған (нәжесте, сүп-сарҙы өйөрөп алып китеүҙе) елдәр, (3) (дөрөҫлөк һәм изгелек) таратыусылар, (4) (ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа ялғанды) айырып торғандар, (5)Аллаһтың киҫәтеүҙәрен ирештереүселәрҙең исеме менән ант итәм: (6) ярлыҡаумы ул йәки ҡурҡытып киҫәтеүме, (7) белеп тороғоҙ, вәғәҙә ителгән Көн, һис шикһеҙ, киләсәк. (8) Йондоҙҙар һүндерелеп, (9) Күк йөҙө ярылғас, (10) тауҙар ҡубарылып, туҙанға әүерелгәс, (11) пәйғәмбәрҙәргә Ҡиәмәттең ҡасан буласағы әйтелер, (12) Хөкөмдөң ҡайһы көнгәсә кисектереләсәге хәбәр ителер. (13) Хаҡ менән ялғанды айырыу көнөнә саҡлы кисектереләсәк. (14) Айырыу көнөнөң нимә икәнен (Беҙ әйтмәһәк) һин ҡайҙан белерһең? (15) Ул көндә (Ҡөръән аяттарын) ялғанға сығарған кешеләргә, ай-һай, ауыр булыр. (16) Әүүәл йәшәгән ҡәүемдәрҙе беҙ шулай һәләк итмәнекме? (17) Уларҙан һуң килгән кәферҙәрҙе лә уларҙың артына тағырбыҙ. (18) Гөнаһлыларҙы Беҙ ана шу­лай яуапҡа тартасаҡбыҙ. (19) (Аллаһтың аяттары һәм пәйғәм­бәрҙәрҙең өгөттәрен) ялғанға сығарырға маташҡандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр.

20. Беҙ һеҙҙе юҡ дәрәжәһендәге шыйыҡлыҡ тамсыһынан (орлоҡтан) яралтманыҡмы? (21) Уны ышаныслы урынға (әсә ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. (22) Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы. (23) Беҙ быны ҡөҙрәтебеҙ менән тәҡдир иттек. Беҙ шундай ҡөҙрәткә эйә.

24. (Ҡөҙрәтебеҙҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр. (25) Беҙ Ерҙе барсағыҙҙы бергә йыйыр өсөн майҙан итеп яралтманыҡмы?

(«Разве не сделали Мы так, что притягивает к себе земля. Мәүләнә Али тәфсиренән. )

(26) Тереләрҙе лә, мәйеттәрҙе лә (ерҙә бар иттек). (27) Шунда бейек ныҡ тауҙарҙы бар иттек. Һеҙгә татлы һыуҙар эсертмәнекме? (28) (Ошо ниғмәттәрҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр. (29)(Ул көндө кәферҙәргә әйтелер):

— Әйҙәгеҙ, һеҙ ялғанға һанағанға (йәһәннәмгә) керегеҙ! (30) Барығыҙ, (йәһәннәмдең) өҫкә айырыла торған күләгәһенә керегеҙ. (31) Ул күҙгә рәхәтлек бирмәҫ. Ул ялҡынынан да һаҡламаҫ. (32) Ул ут шундай ялҡындар ата, һәр ял­ҡыны ҙур һарай кеүек булыр. (33) Һәр бер осҡоно һап-һары ата дөйәләр кеүек ҙур булыр. (34) Ул көндө (йәһәннәмде) ял­ғанға һанағандарҙың хәлдәре ҡот осҡос яман булыр. (35)Был көн телдәрҙең тотлоғасаҡ көнө булыр. (36)Ғәфү һорарға теләһәләр ҙә, уларға рөхсәт бирелмәйәсәк. (37) Ялғанға һана­ғандарҙың ул көндө хәлдәре ҡот осҡос яман булыр. (38) Был көн (ямандан яҡшыны) айырыу һәм хөкөм көнө булыр. Ул көндө Беҙ һеҙҙе лә, әүүәлгеләрҙең барыһын да бергә туплаясаҡбыҙ. (39) Хәйлә ҡорорға уйлаһағыҙ, һеҙ уны Миңә ҡаршы ҡороп ҡарағыҙ. (40) (Ҡиәмәтте) ялғанға һанағандарҙың ул көндө хәле ҡот осҡос яман булыр.

41. Һис шикһеҙ, саф мосолмандар шишмә буйындағы күләгәләр аҫтында рәхәт сигәр. (42) Улар күңелдәре теләгән емештәр араһында булыр. (43) Мөьминдәргә әйтелер:

— Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсе­геҙ! (44) Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ.

45. Ялғанға һанағандарҙың ул көндәге хәле бик яман булыр. (46) (Әй, кәферҙәр, фани донъяла) ашағыҙ-эсегеҙ, рәхәтләнеп (ләззәтләнеп) ҡалығыҙ. Шик юҡтыр, һеҙ гөнаһлыларһығыҙ. (47) Ялғанға һанағандарҙың хәле ҡот осҡос яман булыр. (48) (Аллаһҡа) буйһоноғоҙ, тип әйткәс, улар буйһонма­ны. (49) (Ҡиәмәтте) инҡар иткәндәрҙең хәле ҡот осҡос яман булыр. (50) Улар иман килтерһен өсөн тағын ниндәй китап индерергә кәрәктер?

Нәбә (Хәбәр) сүрәһе

(Нәбә сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәбә» — хәбәр тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Бер-берҙәренән улар нимә тураһында һораштыра? (2) Бөйөк хәбәр (Ҡөръән менән Ҡиәмәт) тураһындамы? (3) (Ҡөръән тураһында ла, Ҡиәмәт хаҡында ла улар) уртаҡ фекергә килә алмай­мы? (4) Юҡ, оҙаҡламай аңларҙар. (5) Ысындан да, улар аңла­ясаҡ. (6) Беҙ Ерҙе һеҙҙең өсөн яҫтыҡ кеүек итеп яһама­ныҡмы ни? (7) Тауҙарҙы ла ҡаҙыҡ кеүек итеп ултыртманыҡ­мы ни? (8) Һеҙҙе пар-пар яралттыҡ. (9) Хәл алыр өсөн йоҡо бирҙек. (10) Төн ҡормаһын хасил иттек. (11) Эшләр өсөн көндө бирҙек. (12) Өҫтөгөҙгә ете ҡат тотороҡло Күкте ҡорҙоҡ. (М. Али «ете ҡат күк»те Ҡояш системаһының ете есеме, ти.) (13)Шунда балҡып яныусы бер ҡәндил (Ҡояшты) ҡуйҙыҡ. (14) Ҡуйы болоттарҙан шаулатып ямғыр ҡойҙорабыҙ. (15) Ул бөртөктәр (бойҙай, арпа, арыш), үҫемлектәр (үлән, ағастар) үҫтерә. (16) Бер-берһенә уралып үҫкән емеш баҡсаларын һуғара. (17)Шик юҡтыр, (Хаҡтан ялғанды) айыра торған хөкөм көнө инде билгеләнгән. (18) Ул көндө Сур бор­ғоһона өрөләсәк һәм һеҙ (ҡәберҙәрегеҙҙән ҡубып) төркөм-төркөм булып (хозурыма) киләсәкһегеҙ. (19) Ул көндө Күк ишектәре ҡапҡа-ҡапҡа булып асылыр. (20) Тауҙар (урындарынан ҡубарылып) туҙан бөртөгө кеүек осоп йөрөр, сағым кеүек уйнар. (21) Хаҡтыр, йәһәннәм ул — бер ҡапҡан кеүек (ҡорбанын) көтә. (22) Аҙғын халыҡтарҙың торасаҡ урыны. (23) Оҙаҡ ваҡыттар буйына улар шунда ҡаласаҡ.

(24) Шунда бер генә күләгә лә, эсер өсөн һалҡынса шыйыҡлыҡ та булмаҫ. (25)Эрен ҡатыштырылған ныҡ ҡайнар һыуҙан башҡа. (26) Ҡылған ғәмәлдәренә тамам яза аласаҡтар. (27) Сөнки улар Хисап көнөнөң киләсәгенә ышанмай ине. (28) Ҡөръәнебеҙҙең аяттарын ялғанға һананылар. (29) Беҙ иһә барыһын да яҙып, хисапҡа ала барҙыҡ. (30) (Уларға шулай тип әйтербеҙ):

— Бына хәҙер инде (язағыҙҙы) татығыҙ! Ғазабыбыҙҙы арттырыуҙан башҡа бер нимә лә эшләмәйбеҙ.

31. Һис шик юҡтыр, саф-паҡ мөьминдәр (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар) өсөн Сәғәдәттә ҡауышыу булыр. (32) Баҡсалар, йөҙөм бөстандары (баҡсалары). (33) Күкрәктәре тып-тығыҙ йәштәш ҡыҙҙар, (34)мөлдөрәмә тулы касалар шунда булыр. (35) Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, ялған-ғәйбәт булмаҫ. (36) (Был Сәғәдәт) Раббынан бөйөк әжер һәм ярлыҡау булараҡ мул бирелер. (37) Күктәрҙең, Ерҙең һәм икеһе араһында бул­ғандарҙың хужаһы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул — рәхимле. Ул көндө кешеләр Уға ҡаршы һүҙ әйтергә (аҡланырға йәки риза­һыҙлыҡ белдерергә) ирекле түгел. (38) Изге рух (Жәбраил) һәм фәрештәләр саф-саф булып торған ул көндө, Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һүҙ әйтелмәҫ. Рөхсәте булғанда, Хәҡиҡәт тураһында һөйләнер. (39)Бына, ҡәтғи киләсәк ҡотол­ғоһоҙ көн шул булыр. Шулай булғас, теләгән кеше Аллаһ юлына йүнәлһен. (40) Оҙаҡламай һеҙҙең өҫкә киләсәк яза менән һеҙҙе киҫәтеп ҡуйҙыҡ. Ул көндө (инҡарсы) кеше (фани донъяла) үҙ ҡулдары менән ҡылғандарына ҡарап:

— Их, нисек аяныс, тупраҡ булып ҡына ҡалған булһам ине, — тип үкенер.

Наши рекомендации