А-а-а, башы-ы-ым! — Йән өҙгөс тауыш ишетелде.
Тәҙрәгә уҡталдым! Ҡараһам, Фәрит ерҙә аунап ята. Уның янына йүгереп сыҡтым. Класташым түҙә алмай тегеләй-былай тулай. Барыһы ла шунда уҡ аңлашылды: Фәритте тумбочка эсенә ултыртҡандар ҙа, икенсе ҡаттан ырғытҡандар. Ҡар иреп, боҙға әйләнгән ҡаты урынға ғына килеп төшкән. Ипләп ҡараһам, дуҫымдың башынан шабырҙап ҡан аға. Быны күреп, ҡалтыранып киттем, үҙем дә күҙ йәштәремде тыя алманым. Урамда йөрөгән башҡа малайҙар Фәритте индерешергә ярҙам итте. Медпунктҡа алып барҙыҡ, башын бинт менән уранылар. "Туйға тиклем төҙәлерһең", — тине шаяртып шәфҡәт туташы.
Шул көндә Фәрит төнө буйына йоҡлай алмай сыҡты. Берсә карауатында туланы, берсә аяғына баҫып атларға ла маташты. Ыҙалай-ыҙалай таңды аттырҙы. Уның йөҙө ап-аҡ ине. Хатта иртәнсәк ашағыһы ла килмәне.
Даян дөрөҫөн әйтмәҫкә киҫәтеп ҡуйҙы. "Әгәр берәй кемгә һөйләһәгеҙ, көн күрһәтмәйәсәкмен", — тине ул беҙгә. Шулай ҙа мин Рәйфә апайға һөйләп бирергә булдым.
Юҡты һөйләйһең. Гел шул Даян тураһында ошаҡлашалар ҙа йөрөйҙәр. Ышанмайым, — тип үҙемде пыр туҙҙырып әрләп ташланы.
Фәрит мәктәпкә барманы. "Башым әйләнә, Ильяс, тора алмайым", — тине ул йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә.
Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай уны тыңларға ла теләмәне:
Мәктәпкә бармаҫ өсөн юрамал ҡылана инде. Үҙе шалҡан кеүек. Әй, хәйләкәр ҙә ошо йолҡоштар!
Бер нисә көн үтте. Һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып йөрөгән дуҫымды алыштырҙылармы ни! Йүнләп ашамай ҙа. Бер ике ҡалаҡ ҡаба ла, тәрилкәһен ситкә этә. Баш ауырыуҙан дарыу биреп, уны көсләп мәктәпкә лә йөрөргә ҡуштылар. "Сикәм ауырта, башым гел әйләнә", — тип һаулығына зарлана бирҙе Фәрит. Тик уны тыңлаусы ғына булманы.
Ул ҡәһәрле көндән теүәл бер аҙнаға яҡын үтте. Нисек кенә көсләһәләр ҙә, дуҫым мәктәпкә ҡабат бара алманы. Көнө буйына бер кем менән һөйләшмәйенсә карауатында тик ятты. Мин уның янында ултырҙым, кәрәкһә, һыуын да килтерҙем.
Бер ваҡыт Фәрит һөйләшә башланы. Әллә төҙәлергә итә инде!
Ильяс, һин миңә ҡунаҡҡа киләһеңме?
Аптырап киттем. Быны нисек аңларға кәрәк!? Беҙ бит әле бер йортта, бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
Ана, туп-тура ҡарале, — ти ятҡан көйөнә бармағы менән күрһәтеп. — Күрәһеңме, минең матур өйөмдө. Алдында машинам да тора...
Билләһи, Фәрит хыялыйға әйләнгән шикелле. Әллә нимә һөйләгән була. Имеш, өйө тора, машинаһы бар. Тиҙ генә шәфҡәт туташын саҡырттым. Тәрбиәсебеҙ ҙә бүлмәгә атылып килеп инде. Ә Фәрит һаман да ниҙер һөйләй ҙә һөйләй. Шәфҡәт туташы тиҙ арала ҡалаға шылтыратып "ашығыс ярҙам"ды саҡырҙы. Күп тә үтмәй, класташымды дауаханаға алып киттеләр. Фәриттең йөҙө күм-күк ине...
Бер ай үтеп тә китте, тик Фәрит кенә дауахананан ҡайтманы.
Апай, дуҫым ҡасан ҡайта? — тип көн дә һорашып торҙом.
Тотаһың да һорайһың да йөрөйһөң. Уға кендегең йәбешкәнме әллә? Ҡайтмай ул! — тине ҡырт киҫеп Рәйфә апай. — Уны бүтән детдомға күсерҙеләр...
Төмә боҙло һыу һипкәндәй булды!
Нисек башҡа детдомға? Фәрит ризалашмаҫ ине ул. Балалар йортонан сыҡҡас та, дуҫ булып йәшәрбеҙ тип ант бирешкәйнек бит. Ул Флүрә апайҙыҡы кеүек йорт һалам тигәйне. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ тигәне лә хәтерҙә. Фәрит үҙ магазиным була тип хыялланды. Әгәр Рәйфә апай әйткәне дөрөҫ икән, тимәк, элекке уртаҡ хыялдар юҡҡа сығасаҡ. Ҡайҙан эҙләп табам мин уны? Тәрбиәсемдең был хәбәренән һуң оҙаҡ шаңҡып йөрөнөм. Ышанмайым. Үҙҙәре ҡотолоу өсөн әллә ҡайҙа көсләп ебәргәндәрҙер...
Уҡыу йылы тамамланыуға күп тә ҡалманы. Көн шул хәтлем аяҙ. Ҡояш битте ҡыҙҙыра ғына. Класта бындай мәлдә ултырып түҙеп булмай. Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Бөтәбеҙ ҙә инеп ултырыштыҡ. Уҡытыусы бөтәбеҙҙе лә барлайым тигәйне, журналды алырға онотҡан икән.
Мөхәмәтов, бар уҡытыусылар бүлмәһенән класс журналын алып кил әле, — тине миңә.
Уҡытыусының ошолай ышаныс белдереүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, уҡытыусылар бүлмәһенән журналды барып алдым.
Уҡыу йылы аҙағы бит инде. Кемгә сиреккә ниндәй билдә ҡуйыласағын шул тиклем белге килә. Берәү ҙә күрмәгән саҡта, тәҙрә төбөнә барып, журналды ҡарай башланым. Ниңәлер Фәриттең исеме һыҙып ташланған ине. Ҡыҙыҡһынып, һуңғы биттәрҙе ҡараштырҙым. Бәлки, ҡайһы балалар йортона күсеүе хаҡында яҙылғандыр. Барыбар дуҫымды табасағыма өмөтөм ҙур. Әһә! Таптым ул битте. Бында ваҡ итеп яҙғандар — танымаҫһың да. Шулай ҙа яҙмаға нығыраҡ тексәйҙем: "Выбыл из школы. Основание: свидетельство о смерти № ХР–10252". Был яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡаттым. Ирендәрем ҡалтырап китте. Нимә? Фәрит үлгән?! Тәнгә эҫе булып китте. Тын алыуы ҡыйынайҙы. Башым зыр әйләнеп китте лә, иҙәнгә йығылдым...
Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ
Ял көнө һайын балалар йортонда йыйылыш үтә. Бөтә төркөмдө бер рәткә теҙеп ҡуялар ҙа, үткән аҙнаға "баһа" бирәләр. Тәүҙә директорыбыҙ һөйләй. Һуңынан завуч, аҙаҡ — тәрбиәселәр... Кем мәктәптә тәртип боҙа, кем насар уҡый — ошонда тетмәһен тетәләр. Аҙнаның иң тәртипле төркөмөн дә бында атайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡырын эш эшләгәнен белә күреп, йыйылыштан ҡасып ҡалырға маташа. Кемдең шунда әрләнеп торғоһо килһен инде?! Ә был юлы берәү ҙә йыйылыштан ситтә тороп ҡалманы. Хатта кемдер бүлмәһендә йоҡлағанға һалышып, йәшенеп ҡалырға уйлағанын да саҡыртып алдылар. Ҡайһы бала ниндәй этлек ҡылған, кем үҙен тәртипһеҙ тота тип тикшереп торманылар. Күрәһең, ниндәйҙер унан да мөһимерәк яңылыҡ бар.
Балалар! Беҙҙең ваҡытыбыҙ бик ҡыҫҡа — шуға ла башҡа мәсьәләләргә бөгөн артыҡ туҡталып тормайым, — тип башланы һүҙен Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Эш шунда — иртәнән һуң Өфөнән ҙур ҡунаҡтар киләсәк.