Уң... Һыҙланы бит... Түҙерлек түгел ине.
Әмилә лә шымып ҡалманы. Үҙҙәренең ғәйебен танымай, беҙгә генә япһармаһындар тигәндәй, ҡаршылашырға тотондо:
Мәүлиҙә Нурғәлиевна, һеҙ кеше теш ауырытыуынан үлмәй тиһегеҙ. Ә бит икенсе төркөмдәге малайҙың битен ҡырҡтылар. Уны ла бит теш табибына ваҡытында алып барыусы булманы...
Жаб! — тип ҡысҡырып ебәрҙе директор. Ауыҙыңды йом тигәнде аңлата был һүҙ. — Ҡарале һин уны, минең менән телләшеп маташа, хәстрүш! Алкаш балаһы икәнеңде онотма! Директор менән ҡаршылашырға сүп кенәһең әле!
Нисек ҡыҫылырға белмәй торған Рәйфә апай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалды:
Е ҡотортҡандыр әле, атаманша! Серек баш! Үҙаллы өйгә эшеңде лә үтәй белмәйһең бит. Гел Ильяс һиңә ярҙам итә. Уны ҡалаға ҡасырып, бурысыңды ҡайтарырға иткәнһеңдер, бездарь!
Кешенән көлөргә ярамай, апай. Бөтәһе лә отличник була алмай. Теге малай кеүек Ильяс та шрамлы йөрөмәһен тип уйлағанға ғына...
О-һо, ҡалай мәрхәмәтле булып сыҡтың әле! Минең өсөн хәл итә башланың түгелме, маңҡа? Улай булғас, әйҙә, детдомға директор итеп ҡуяйыҡ. Бөтәһен дә ашат, кейендер... — тип үртәләнде Мәүлиҙә апай.
Уң, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төрөмщиктең балаһынан нимә өмөт итәһең инде. Әмиләнең ниндәй ғаиләнән килгәнен яҡшы беләһегеҙ бит. — Тәрбиәсебеҙ ҙә директорҙан ҡалышмай, ауыртҡан ерҙән "семетергә" тырышты.
Минең әсәйемә ҡағылмағыҙ! — Ҡыҙарған класташымдың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре бәреп сыҡты. — Бөгөн үк уға хат яҙасаҡмын. Беҙҙән нисек көлгәнегеҙҙе вис һөйләйем!
Арале, Рәйфә, бынау ҡасҡалаҡ етмәһә беҙҙе ҡурҡытып маташа. Шулай инде: бүре балаһын күпме ашатма, ә ул урманға ҡарай. Әсәйең йүнле бисә булһа, кеше үлтермәҫ ине. Һине барып алғанда, өйөгөҙҙә бер тәғәм дә икмәк булмаған. Бар байлыҡ — буш шешәләр. Башың бетле икәнен дә берүк онотма! Ә кейгән кейемең ҡортлап бөткәнен хәтерләмәйһеңме? Ошолар һиңә еткәнме? Әллә тағы ла иҫеңә төшөрәйемме.
Алдашмағыҙ. Бетле түгел инем...
Был ҡасыуыбыҙ шул хәтлемгә килтерер тип уйламағайным. Директор үҙенә саҡырып ҡына әрләр ҙә, берәй төрлө шелтәһен бирер, тип иҫәп тотҡайным. Ә бына бөгөн бөтәһе алдында ла оятҡа ҡалдырҙылар. Әмиләнең, ана ҡалай, йөҙөн йырттылар. Уның әсәһе кеше үлтергәне хаҡында белмәгәйнем бит. Бәлки, балалар йортона алып килгәндә бете лә булғандыр. Тик ниңә һуң әле был хаҡта сәхнәнән һөйләргә кәрәк булды. Үҙем өсөн дә, Әмилә өсөн дә ҡыҙғаныс ине был хәл. Ярай, әле халыҡ алдында рисуай иттеләр, ти. Язаны ла икебеҙгә бирәсәктәр — быныһы көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә минең арҡала башланды.
Мин бөтәһе алдында ла ғәфү үтенәм, — тинем ғәйепте үҙемдә танып. — Бүтән бер ҡасан да ҡасмаясаҡмын. Был эштә үҙем генә ғәйеплемен. Зинһар, Әмиләгә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
Рыцарь булып ҡыланма, икегеҙҙең дә ғәйебе бар! Нимә, әллә һине беренсе көн беләмме? Мине директор итеп ҡуйыр алдынан ҡалала һеҙҙең кеүектәр менән эш иткәйнем. Шуға ла балаларҙың ниңә бында эләгеүҙәрен белеп торам. Әсәйегеҙ йүнле булһа ҡырҡ йәшендә үлмәҫ ине. Моғайын, араҡы менән дуҫ булғандыр. Артынса атайығыҙ ҙа вафат булды. Йүнле кеше оҙаҡ йәшәй ул. Етмәһә, күп итеп бала тапҡандар бит — хөкүмәткә тамаҡ яуы итеп ҡалдырырғалыр...
Беҙҙең әсәйебеҙ улай булманы! — тип асыуланып берәү ҡысҡырғанға, әрләүҙән эйелә барған башымды күтәрҙем. Әлиә апайым ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ата-әсәйебеҙҙең ниңә үлеүен һөйләргә тотондо. Кесе йәштәге төркөм балалары араһында ултырған Зөлфирәбеҙ ҙә иларға тотондо. — Белгегеҙ килһә, әсәйебеҙҙең миҙалы ла бар ине. Әгәр иҫән булһа...
Директор Әлиәгә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
Етә-әр! Бында һеҙҙе ата-әсәйегеҙҙе маҡтатырға йыйманым. Кем балаһы икәнегеҙҙе күптән беләбеҙ. Балалар! Белеп ҡуйығыҙ: кем дә кем ҡаса, йәиһә эш боҙа — башынан һыйпамаясаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм — ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Әмилә менән Ильясты буш ҡалдырмабыҙ: бөгөндән алып тышҡа сыҡмаясаҡтар. Бер ай дауамында. Мәктәпкә генә барырға рөхсәт ителә. Әлегә был уларға үтә йомшаҡ яза.
Күңелгә бер аҙ еңел булып китте. Тимәк, директор беҙҙе колонияға ебәрмәйәсәк. Ҡурҡмаҫ та инем был әйткәненә. Былтыр берәүҙе ебәрҙеләр бит. Мәүлиҙә Нурғәлиевна һүҙен дауам итте:
Уңғы арала бигерәк шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. — Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...
Ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә ҙурыраҡ. Шулай булһа ла, беҙҙән бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡый. Тәрбиәселәр ҙә, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә уның менән еңел уртаҡ тел таба. Башҡаларға сәс үҫтерергә ҡушмаһалар ҙа, уға ғына — аҡ юл. Берәй нәмә булһа, гелән Даян да Даян тип тораларсы. Директор ҙа Даяндың һәр теләген иҫәпкә алып тора. Уның өсөн кейемде лә махсус алалар. Шулай булмай ни, детдомда бит ул беҙҙең "вышка". Тәрбиәселәр ҙә тыңлата алмаған баланы ул шунда уҡ урынына ултырта. Уның алдында бөтәһе лә "Даян ағай" тип кенә йөрөй.