Рограммала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.
рограмманың үҙенсәлекле характеристикаһы.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
- “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы;
- “ Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
- Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен 5-9 кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
- уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
- уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А.Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә).Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы: һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы:
тыңлап аңлауҙа:
- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; уҡыуҙа:
- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
- яҙыу техникаһына эйә булыу;
- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).
- башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция.
- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б.Танып белеү сфераһы:
- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
- тематик кимәлдә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
- үҙ-үҙеңде баһалай белеү;
В.Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
- балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г.Эстетик сферала:
- башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
- балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д.Хеҙмәт сфераһында:
- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
рограммала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.
1.Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби практик файҙаланырға өйрәтеү.
2.Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3.Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һәм башҡалар менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6.Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.