Еҙгә төшкән өлөштө, Хоҙай дошманыма ла күрһәтмәһен...
Иҫләйһеңме, әсәй, миңә ҡаланан туфли алып ҡайтҡайның. Шул тиклем яратып кейҙем уны. Һин үлгәс тә ташларға ашыҡманым. Гелән шуны кейәһем килеп тик торҙо. Башҡаһын да алып бирҙеләр аҙаҡ, тик ниңәлер быныһы шул тиклем ҡәҙерле ине. Иҫкереп бөтһә лә, нәҡ шуны мәктәпкә кейеп йөрөнөм. Йүнлерәк нәмәң юҡмы, тиһәләр ҙә класташтарым, мин ғорурланып "быны әсәйем һатып алды" тиер булдым. Һин иҫән саҡта әсәйҙәр хаҡында йыр өйрәнгәйнем, хәтереңдәлер. Шуны 8 Март байрамында мәктәптә йырлауымды һоранылар. Сәхнәгә сыҡтым.
Quot;Әсәй, әсәй, ҡәҙерлем
Мәңге йәшә донъяла..." —
Ошо һүҙҙәргә килеп еткәс, тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Ҡаушауымдан һүҙҙәремде лә оноттом. Күҙҙәремдән йәш аға, тыңлап ултырғандар быны күргәс, ҡул сабырға тотондо. Ҡабат сәхнәгә сыҡмаҫтай иттем шунда.
Сәйһеҙ йәшәү шул тиклем ҡыйын икән. Бында беҙҙе бөтәбеҙҙе лә алкаш балалары, тиҙәр. Ә мин беләм үҙ әсәйемдең кем икәнлеген. Иҫән булһаң, ике "Әсәлек даны" миҙалын тағып килеп, күрһәтер инең тәрбиәселәрҙең уҫалына кемдең кемлеген! Бында күбеһенең атаһы-әсәһе эскәнлеге арҡаһында эләккәндәр, шуға ла бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалалар. Беҙҙең кеүек үкһеҙ етемдәр һирәк был йортта.
Яңыраҡ Әлимә исемле ҡыҙға әсәһе төрмәнән посылка ебәргән. Кәнфит-печеньелар һалған. Улары ла юлда килгәнсе ҡатып бөткән. Әлимә һәр кемгә берәр таш кеүек ҡаты күстәнәсен өләшеп сыҡты. Уның әсәһе кеше үлтергән икән, ә ҡыҙы уны маҡтап тик йөрөй. Әсәйем посылка ебәрҙе, тип теше ҡойолғансы һөйләр хәҙер. Бөтәһенә лә маҡтанып бөттө.
Кисен йоҡларға ятһаҡ, киләсәк хаҡында һөйләшәбеҙ. Фәнил исемле малайҙың ата-әсәһе айырылышҡан. Шунан әсәһе эскелеккә бирелеп, Фәнилде һеңлеһе менән детдомға тапшырған. Ул әсәйем алкашка тип һис әйтмәй. Бына ул бер аҙ йөрөр ҙә, эшкә урынлашҡас, беҙҙе килеп ала, ти. Һеңлем менән икебеҙгә зоопаркты күрһәтәсәк тип эсте һыҙҙыра. Көнләшәм мин уларҙан.
Ауыл үҙәгендә баҙар бар. Малайҙар шунда мәктәптән һуң кәнфит-фәлән урлашырға йөрөй. Мине лә бер көн саҡырҙылар. "Әсәйем көйәсәк, бармайым" тинем дә ҡуйҙым. Был һүҙҙе ишеткәс, тегеләр аптырашта ҡалды. Барыбер һин беҙҙе күреп тораһың кеүек. Һине ҡайғыртаһы килмәне. Әйтерҙәр, Гөлнурҙың балаһы ас ҡарға кеүек урлашып йөрөй, тип. Бына шулай, беҙҙең хәлдәр, әсәкәйем. Үҙең яныбыҙҙа булмаһаң да, йылыңды тоябыҙ кеүек. Насар ҡылыҡтарға юл ҡуймабыҙ.
Дөрөҫ эшләйһең, балам. Мин һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалармын...
Көндәлегемдәге яҡшы билдәләремде күрһәңсе, әсәй. Бында ни тиклем беҙҙе күберәк йәберһетәләр, шул тиклем йүнле кеше булыу теләге лә арта. Шуға яҡшы уҡырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәргә өйгә эшен дә эшләшәм. Улар миңә шуның өсөн ҡайсаҡ алма бирә. Тик барыбер һин булмағас, бик ҡыйын. Әгәр яңынан терелһәң, көн һайын һиңә йырҙар йырлар инем. Болондағы иң матур сәскәләрҙе лә, әсәкәйем, һиңә бүләк итер инем. Карауаттан тормай ятҡан сағыңда һыу бирә торғайным бит һиңә. Теләһәң, һыуҙы туҡтауһыҙ ташырға әҙермен. Ҡайтсы, әсәй! Зинһар! Бирмә беҙҙе башҡаларҙан туҡматырға!..
Был донъянан кире ҡайтып булмай шул. Түҙегеҙ инде, күгәрсенкәйҙәрем...
Апыл кемдеңдер күкрәгемә ауыр сумка ташлауына тертләп уянып киттем. Тәрбиәсе Рәйфә апай ине.
Нимә һаман йоҡлап ятаһың?! Аш бүлмәһендә дежур икәнеңде оноттоңмо әллә. Һеҙҙең өсөн һауыт-һаба йыуырға — әсәйегеҙҙер шул мин.
Алдырма әсәй! - 3 Новости » Слово автору
Лмәҫһең әле!
Лтерә инде был теш мине, үлтерә! Һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғы юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.
Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.
Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.
Аумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул мине күреү менән йылмайып.
Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.
Й-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин, әйҙә, кабинетҡа.
Емдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.
Шунан:
Ана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнең икән? "А-а-а" тиген...
Туташ оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.
Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла, уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла машина таба алмаған булалар. Берҙән-бер "Жигули"йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.
Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге "Жигули" ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй ҡалаға бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоуҙан файҙа юҡ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк.
— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы: