Тәрбиәле киләсәк — тәрбиәле әсәйҙәр ҡулында

Милләттең киләсәге тотошо менән тиерлек әсәләрҙең тәрбиәһенә ҡайтып ҡала. Туранан-тура тәрбиәнән тыш, баланың Эске донъяһына тәьҫир итеү, миҫал-ваҡиғаларҙан күренеүенсә, әсә ғоманлы саҡта һәм имеҙгән осорҙа уҡ башлана. Артабан Әсә кеше балаһына үҙтәрбиә өсөн йүнәлеш биреү өҫтөндә эшләргә тейеш. Баланың булмышын аңлау-аңлатыу, уның күңелен өйрәнеү-өйрәтеү һәм башҡалар — әсә тәрбиәһенең төп йүнәлеше.

Үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу — тәрбиәнең тос, ышаныслы, ныҡлы бер өлөшө. Әгәр кеше бөтә нәмәне лә яҙмышҡа, мөхиткә, атай-әсәйҙең яңылыш тәрбиәләүенә һылтап, үҙтәрбиә менән шөғөлләнмәй икән — ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем зарланыуҙан башы сыҡмаясаҡ. Шуның өсөн әсәләрҙең бурысы — бала бәлиғ булғас, үҙтәрбиә менән шөғөлләнһен өсөн йүнәлеш биреү, ә бәлиғ булғанға тиклем туған тел, милли рух, мәҙәниәт, сәнғәт, традициялар нигеҙендә заман һулышында тәрбиәләү, белем биреү, аҡ менән ҡараны, уң менән һулды айырырға өйрәтеү һәм әҙәплелек ҡағиҙәләренә өйрәтеү. Ә беҙҙең кеүек аҙ һанлы милләт әсәләренең тағы бер иң мөһим бурысы — үҙ балаһының йөрәгенә телгә, халыҡҡа һөйөү, киләсәгебеҙгә өмөт тойғоһо һалыу. Шул саҡта беҙ милләт булараҡ юғалмабыҙ.

Әлбиттә, йәмғиәттәге үҙгәрештәр ҡатын-ҡыҙ булмышына ла ныҡ тәьҫир итә. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың заманса йәшәүҙе лә, тиң хоҡуҡлы булыуҙы ла, азат рухлылыҡты ла икенсе төрлө аңлауы, холоҡтарына ят ҡылыҡтарҙы тиҙ йоҡтороп алыуҙары һәм ғәҙәткә әйләндереп ебәреүҙәре борсолдора, әлбиттә. Эскелектең иң йәмһеҙ яҡтарына тиклем үҙләштереү һәм уны нормаға һанау ҙа тәрән уйға һала. Халҡыбыҙҙың милли ҡиәфәтенең үҙгәреүе, сифат яғынан ҡайтышыраҡ ҡала барыуы ғына түгел, зәғиф балаларҙың арта барыуы ла аяныслы күренеш. Тимәк, башҡорт халҡының генофонды үҙгәреш кисерә.

Милли холҡобоҙҙо, милли ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, милли шөғөлөбөҙҙө, милли традициябыҙҙы юғалтһаҡ, беҙ Ер йөҙөнәң милләт булараҡ юғаласаҡбыҙ.

Һүҙ көсөнөң, һәр ваҡыт ҡабатлап, иҫкәртеп-әйтеп тороуҙың тәьҫире көслө икән, тәрбиә эшендә был ысулды файҙалана һәм әсәләр аша халҡыбыҙ генофондын яҡшыртыуға өлгәшә аласаҡбыҙ.

Сәйем

Әсәйем, Мәрхәбә Мәхейән ҡыҙы Яҡупова, Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Яҙыу-һыҙыуға үҙ аллы өйрәнгән. Әсәһе менән атаһы бик иртә үлеп киткәс, апаһы менән еҙнәһе ҡулында үҫкән. «Бер генә лә ҡырын һүҙ нитмәнеләр, ҡыйырһытманылар», — тип хәтергә ала торғайны әсәйем уларҙы. Әсәйем зирәк һәм үткер булған. Шуға уны ауылдаштары үҙ-ара «Сталин баш» тип йөрөткәндәр. Сталинды Аллаға тиңләгән саҡтарҙа, әлбиттә, әсәйем өсөн был оло баһа булған.

Әсәйемдең бар көсөн беҙҙе уҡытыуға арнауы, башҡа бер нимәгә лә артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышып, тормошон беҙгә бағышлауы ғәжәп. Беҙ үҫкән йылдарҙа ете йыллыҡ белем алғаңдан һуң һигеҙенсе класҡа уҡырға барыу түләүле ине. Ә юғары белем алыу, ҡайҙалыр барып уҡып ҡайтыу — тормошҡа ашмаҫ хыял һымаҡ ине. Урта мәктәптә фәҡәт «урында эшләгән» кешеләрҙең генә балалары уҡый алды. Иҫемдә, бер ваҡыт апайым менән абзыйымдың уҡыуы өсөн аҡса түләй алмағас, ҡәҙимге ҙур өйөбөҙҙө һатып, бәләкәй өй алдылар ҙа хаҡтағы айырманы уҡытыу өсөн түләнеләр.

«Балаларымды уҡытам! Күҙәүе булһа, энә юғалмай» — был әсәйемдең маҡсаты ине, һәм ул бөтә балаларының да юғары уҡыу йорттарында уҡыуына сикһеҙ ғорурланды. Иҫәнғолда юғары уҡыу йортона инеүселәр ҙә ул заманда бик әҙ ине. Йылдар үткәс, Иҫәнғолда ауыл гимназияһы асыуға өлгәшеп, уның директоры итеп тәғәйенләнгәс, үҙебеҙ йәшәгәң-үҫкән йортҡа ҡарап, бала сағыбыҙҙы күҙ алдына килтереп аптыраным. Ихлас аптыраным. Атайым — ат ҡараусы, әсәйем — колхозсы. Бәләкәй генә өй. Кеше өҙөлмәй. Өйөбөҙ оло юл өҫтөндә, ауыл осонда булғас, туғаны ла, таныш-белеше лә «знакумы» ла килә. Электр уты юҡ. Шәм. Көнө-төнө эш. Һыуҙы Эйек йылғаһынан ташыйбыҙ. Йылға беҙҙең өйҙән бер саҡрымдан ашыуыраҡ алыҫлыҡта. Әсәйемдең әйтеүенә ҡарағанда, туғыҙ төрлө түләү. Һап-һары итеп май яҙып тапшырғаныбыҙ иҫтә ҡалған. Әлбиттә, һәр саҡ улай булып торманы. Иҫәнғолда канализация, электрлаштырыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү һәм башҡа шундай көнкүреш уңайлыҡтары булдырыу илебеҙ ҡаҙаныштары менән бергә барҙы. Әммә беҙ үҫкән саҡта былар хыял ғына ине. Әле уйлап ҡараһам, хатта вазифалы кешеләрҙең дә балалары юғары уҡыу йорттарында уҡый алмаған. Вузда уҡыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ заманда, абзыйым Свердловск ҡалаһына барып юридик институтҡа, апайым Ырымбур ҡалаһына педагогия институтына уҡырға инде. Әсәйемдең аңына ҡайҙан һалынғандыр, әммә ул мәлдә бик һирәктәр эшләгән батырлыҡты эшләне ул. Атайым төҫкә бик сибәр, ап-аҡ йөҙлө, ҡырлас танаулы, зәп-зәңгәр күҙле, һомғол буйлы, һөйкөмлө, мут ҡарашлы, йор һүҙле ир ине. Мандолинала иҫ китмәле оҫта уйнай, йырлай һәм ғәжәп үҙенсәлекле бейей торғайны, һабантуйҙарҙа бейергә сыҡһа, Сабирйән бейей, тип сәхнәгә табан өйкөлөшә башлай торғайнылар. «Ҡара урман», «Йәйләүлек», «Хафиза ла иркәм», «Өфө», «Төйәләҫ» тигән йырҙары әле лә ҡолаҡ төбөмдә генә яңғыраған һымаҡ. Һуғыш йылдарында утыҙ йәшлек ундай ир тирәһендә уралыусы уҙауышкалар (руссанан башҡортсалаштырылған һүҙ — вдовушка. — М. Б.) аҙ булмағандыр, әлбиттә. Атайымдың форма кейеп төшкән фотоһы бар. Бик килешеп тора. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғанлыҡтан, һуғышҡа алмағандар һәм милицияның район бүлегенә эшкә саҡыртҡандар. Һуғыштан һуң ат ҡараусы, мал көтөүсеһе булып эшләне.

Ҡунаҡ саҡырышыу көслө ине һуғыштан һуң.

Бер мәжлестән әсәйемдең бик ярһып ҡайтҡаны хәтеремдә. Ибрайҙан Камила апайым килгәйне. Уға ярһып-ярһып һөйләгәнен иҫләйем:

— Хәлимә исемле бер уҙауышка еҙнәңде бейергә төшөргән булды ла:

Зәңгәр күлдәк әрәм бит ул

Кейә белмәгәндәргә.

Матур йәрҙәр әрәм була

Һөйә белмәгәндәргә, — тип таҡмаҡ әйткән була.

— Үҙен алып төш, ни эшләп яңғыҙ бейейһең? — тинем еҙнәңә. Мин нимә тиһәм дә тыңлай бит әле үҙе, еҙнәңде әйтәм. Алып төштө Хәлимәне. Алып төшкәйне, ҡаршы таҡмаҡ әйттем:

Самауырың ҡайнамаған,

Көлгә әйләнгән күмерең.

Кеше йәренә ҡыҙығып

Үтеп бара ғүмерең, —

тинем. Бер ҡаптырырмын, тип уйлай торғайным. Ундағы тел миндә юҡмы!

— Уй, апай, бигерәк ҡаты әйткәнһең. Ни эшләне шунан?

— Барып ултырҙы ла шымтайҙы.

— Апай, ауырҙыр инде һиңә. Әллә ни эшләп Ибрайҙан күсеп киттегеҙ?

— Еңел түгел. Тик иғтибар итмәҫкә тырышам. Иғтибар итә башлаһаң, күп ул сәбәптәр. Йән көйҙөрөп, ҡан ҡарайтып ауырыуға һабышһам, балаларымды кем бағыр? Уларҙы кеше итергә кәрәк. Балаларым зирәк. Баштары үҙебеҙҙең яҡҡа — Яҡуповтарға тартҡан. Уҡытам, кеше итәм балаларымды.

Әсәйем алдына алған маҡсатынан һис кенә лә тайпылманы. Атайым ат ҡараусы булып күскәс, йәй буйы урманда ағас кырҡты йә бесәндә булды. Алтынсы класта уҡығандан алып мин атайымдан ҡалмай йөрөнөм. Ағас ҡырҡҡан саҡта ярҙамым ҙур булғандыр, сөнки атайым һалған штабелдәр башҡаларҙыҡына ҡарағанда һиҙелерлек ҙур булғанға аптырай торғайнылар. «Китсе, Сабирйән, күҙгә күренмәгән енең барҙыр. Юғиһә бер кеше был хәтлемде барыбер эшләй алмаҫ!» — ти торғайнылар. Атайым үҙе лә ағас эшенә шәп булды. Урманбатыр һымаҡ күрә торғайным. Ағасты йыға бара, эре ботаҡтарын ботап ырғыта бара, икенсеһенә тотона. Мин ваҡ ботаҡтарын ботайым, ботаҡтарҙы бер урынға өйәм, үртәп ебәрәм, атайыма бысҡы тартышам, сәй ҡайнатып алып киләм йәки айран һыулайым.

(Атайым ныҡ һыуһап киткән сағында аҙ ғына һалҡын һыу есһә лә ауырый ҙа китә торғайны, шул уҡ һалҡын һыуҙы әсе ҡатыҡ менән айран итеп бирһәң, ауырыманы. Әсе ҡатыҡтың ниндәй ғилләһе барҙыр — белмәйем.)

Урман — беҙҙең ғаиләнең кәсебе ине. Бер яҡтан, утын әҙерләгән өсөн аҡса түләһәләр, икенсе яҡтан, атайым урман ҡырҡҡан саҡта төҙ йүкәләрҙе, һайғаулыҡтарҙы, бағаналыҡ имәндәрҙе айырып һала бара ла аҙаҡ уларҙы һатып аҡса имләй ине. Ҡыш көндәре йүкәнән йыуғыс, бумала яһай юргайныҡ. Шунан әсәйем тоҡ тултырып уларҙы ялан яғына тейәп алып китер ине. Беҙҙең өсөн Баймаҡ, Һарыҡташ тигән урындар бик алыҫ һәм иҫ китмәле бай яҡ тойола торғайны, сөнки оҙаҡ көттөрөп ҡайтҡан әсәйебеҙ әллә күпме китаптар, дәфтәрҙәр, ҡара һауыттары, ҡәләмдәр тейәп ҡайтыр ине. Аҙ ғына ҙурайғас, Нәсимә һылыуым менән ҡомалаҡ, әлморон йыйып, дарыуханаға тапшыра башланыҡ. Ҙурайыуыбыҙ ҙа шул хәтлем генә инде, сөнки һылыуым беренсе класҡа уҡырға барырға аҡ алъяпҡысты үҙе эшләп алған аҡсаға һатып алды. Ҡомалаҡты йә дарыуханаға тапшырҙыҡ, йә булмаһа, ниндәйҙер апайҙар беҙгә килеп һатып ала ла Караганда яғына алып китә, шунан ул яҡтарҙан эре биҙәкле ситса тауар алып ҡайтырҙар ине. Был иҫтә ҡалған, сөнки мин туғайҙа ҡомалаҡ тиргән саҡта: «Ҡарағанда — ҡомалаҡ, әгәр йыйһаҡ күберәк, беҙгә алырҙар күлдәк», — тип йырлап йөрөй торғайным. Әлморондо киптереп, һабағын, осондағы суғын таҙартып тапшырырға кәрәк ине. Беҙ бик күп йыя инек әлморондо. Иҫәнғолдоң Ҡолтай туғайы бай була торғайны еләк-емешкә. Хәҙер ҡола яланға әйләнгән.

Әсәйем әрһеҙ булды. Абзыйым Свердловск ҡалаһында юридик институтта уҡыған саҡта, бер нисә тапҡыр аҙыҡ алып барып ҡайтты, апайым Ырымбурҙа педагогия институтында уҡығанда бер-бер артлы тыуған ике балаһын ҡарашты. Мин университетта уҡыған саҡта, Хрущевтың халыҡҡа кукуруз икмәге ашатып йонсотҡан йылдарында, миңә лә, Өфөгә, он килтергеләне.

Үҙ алдына алған бурысын үтәне әсәйем. Юғары белем бирәм барығыҙға ла, тине, — маҡсатына иреште. Донъялыҡта ниндәй генә ауырлыҡ, аңлашылмаусанлыҡ осрамаһын — төп маҡсатына ынтылды һәм үҙен бәхетле һананы.

Үҙ телен, моңон яратты әсәйем. Азат рухлы ине. «Үлһәм дә, бер үкенесемдә юҡ, уйнарын уйнаным, эшләрен эшләнем, йәшәрен йәшәнем. Маҡсатыма ирештем, балаларымды үҙем уйлағанса үҫтерҙем», — тиер ине. Дүрт балаһының да ғаиләһендә үҫкән ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәренең дә телдәре туған телдә асылып, таҙа башҡортса һөйләшеүҙәре, башҡорт мәктәптәрендә уҡыуҙары, йыр-моңға әүәҫ булыуҙары әсәйем өсөн ғорурлыҡ та, бәхет тә, шатлыҡ та ине.

Ҡандан килгән ғорурлыҡ бар ине унда. Үҙен кәмһетергә юл ҡуйманы.

Атайымдар бесән әҙерләгәндә, яланда йоҡлап йөрөй торғайнылар. Атайым ул саҡта милицияның район бүлегендә эшләй ине. Атайым аҙыҡ алырға ҡайта. Бер милиционерҙың ашамлыҡтарын оҙон арбаға тейәп килә лә, әсәйемә үҙенә тигән ризыҡты тейәргә ҡушып, ҡайҙалыр йомош менән китә. Әсәйем атайыма әҙерләгән әйберҙәрҙе һалған саҡта, шикле тойолған бер тоҡто ҡапшап ҡарай. Шиге дөрөҫкә сыға — унда гармун була. Әсәйем тиҙ генә хәйлә уйлап таба, ҡайҙандыр гармун һымаҡ посылка йәшниге алып, теге гармунды алмаштырып һала. Атайым китә. Күп тә тормай гармунсы милиционерҙың ҡатыны килә:

— Тейәнеп киттеме Сабирйәнең?

— Китте.

— Көтөп тора инде тегенеһе.

— Көтһә көтәлер инде.

— Үҙең ғәйепле һин, Мәрхәбә. Йүнһеҙ, эшлекһеҙ ҡатындарҙың ирҙәре гел шулай икенсе ҡатындар менән йөрөй ул. Рәткә күҙәткәнем бар. Сабырлығыңдан түгел, үҙ ғәйебеңде белгәнгә өндәшмәй түҙәһеңдер инде. Сабирйәндең ул тетте-реүенә бер көн йәшәмәҫ инем уның менән.

— Йәшәмәй ҡайҙа бараһың? Балаларҙы атайһыҙ иткем килмәй. Унан һуң, миңә ҡарата насар түгел бит ул. Ҡартайған көндә яңғыҙ ҡалмаһам — булды.

— Йәнең юҡтыр һинең.

— Йәнем бар, тип ни ҡылайым? Әйҙә, бөгөн бер ҡыҙыҡ эшләйек. Ярҙам итәһеңме?

— Бәй, әйҙә.

— Балаларыңды йоҡларға иртәрәк һал. Мал-тыуарыңды тиҙ генә йый ҙа әҙерлән.

Китәләр былар Үрген аръяғындағы сабынлыҡҡа. Ун саҡрымдан күпкә ашыу ара. Әсәйем юлла теге ҡатынға аңғартыбыраҡ бара икән:

— Ни күрһәң дә, өндәшмә, ҡысҡырма. Ирҙәр ундай саҡта, һөйәркәләре алдында шәп күренергә тырышып, бисәләрен ҡыйырһыта. Тауышыңды сығарма! Аңланыңмы?

— Ярай. Өндәшмәм, шым булырмын.

Ҡыуышҡа яҡын ғына кәбән төбөндә урынлашалар. Яҡында ғына табын ҡора башлайҙар. Бер саҡ һауынсылар йыйыла башлай. Әсе бал сығаралар. Ҡәҙимге ҡыҙмаса булып алғас, гармун уйнарға ҡушалар. Гармунсы милиционер гармунын сығарһа, уныһы йәшник, ти. Милиционерҙар урман яңғыратып көлә башлаған. Шул саҡ йәш кенә бер һауынсы йырлай-йырлай гармунсының алдына килеп ултырған да:

— Мин булғанда, гармун нимәгә уға? — тип ҡосаҡлап алған. Шул саҡ кәбән төбөндә ултырған ҡатыны:

— Ебәр мине, ысҡындыр ҡулымды, үлтерәм, икеһен дә үлтерәм, — тип ярһый башлаған. Тотоп торған әсәйемдең ҡулынан ысҡынмаҡсы була икән.

— Мин нимә тинем һиңә? Риза булдың бит шартыма. Хәҙер икебеҙ ҙә туҡмалабыҙ. Ҡайтҡас, аңлашырһығыҙ. Ә мин һине тап минең кеүек үк «йүнһеҙ» икәнлегеңде күрһәтеү өсөн генә килтерҙем, — тигән әсәйем.

Әсәйемдең тормошона хәҙерге күҙҙән ҡарайым да шундай һығымтаға киләм. Уның төп йәшәү принцибы — балаларын «кеше» итеү, башҡортлоҡто оноттормау, үҙе менән туған телендә һөйләшерлек ейән-бүләләр ҡалдырыу. Ошо принциптарын тормошҡа ашырыуҙа ҡамасаулаған башҡа ҡаршылыҡтарҙы, хатта атайымдың ваҡытлыса мауығыуҙарын да тормошта осрай һәм үтеп китә торған ығы-зығыға һанаған. Шуның өсөн дә маҡсатына ирешә алған.

Ейәнсура районына ғаиләм менән күсенеп килгән саҡта, үҙебеҙ менән бергә әсәйемде лә алып ҡайттыҡ. Ҡырҡ йылдан ашыу йәшәгән Иҫәнғолона ихлас ҡайтты, Эйек буйҙарына төшөп йөрөнө, элек бергә ҡатнашҡан әхирәттәренең иҫән ҡалғандарын күргеләне, улар үҙҙәре лә килгеләне. Тик Ибрайға барманы. Шул тиклем һағынған тыуған ауылы ҡырҡ саҡрым ғына алыҫлыҡта ине. Үҙе иртән таңдарын тороп Ибрай яғына ҡарап торор, әйләнгән һайын телгә алыр ине: «Э-й-й, Һүрәм һыуына етәме ни ул! Һалҡын көйө лә сәсте ебәктәй итә бит ул. Һүрәм балығына етәме ни ул! Эйек балығынан һыу тәме әйтеп тик тора. Ошо Иҫәнғолда ғүмеремдең яртыһынан күбе үтте бит инде. Барыбер үҙһенмәнем. Ибрайҙа булды күңелем. Тыуған ер менән йән бергә үреләлер ул».

— Әсәй, Хәсбиямал апай һағынған, көтә бит. Хәмдиә апайҙар ҙа килһен, тип ҡалды. Мөхлис олатай ҙа өлкәнәйгән. Мәрхәбә һылыуымды күреп ҡалыр кәрәк ине, оҙаҡ йәшәп булмаҫ, тип ултыра. Әйҙә, барайыҡ, — тип өгөтләйем. (Әсәйемдең бер тугандары юҡ ине инде, ике туғандарынан Мөхлис Яҡупов олатай ғына ҡалғайны.) Баш тарта. Ә үҙе бер аҙ йөрөй ҙә тағы Ибрайҙы һөйләй башлай: «Анау яҡтарҙа ослайып тора ул беҙҙең Осло тау. Текә генә ҡабралы ине Ҡабра тауыбыҙ», — тип ҡарап тора тыуған ауылы яғына. «Машина менән генә алып барып ҡайтам», — тием, — баш тарта. Йылмайған була ла: «Барыуын барһам, бер көндә генә әйләнеп ҡайтмайым инде мин унан», — ти үҙе. Бер тапҡыр тәрән итеп уфтанды ла: «Балам, мине Ибрайға алып ҡайтып ерләрһегеҙ. Тере саҡта бармам инде», — тине. «Ни эшләп, әсәй? Әйҙә, барайыҡ. Өфөгә ҡайтып китһәк, Ибрайға килеүҙәре алыҫ булыр. Бына торған ҡырҡ саҡрымлыҡ юлға хәҙер барып әйләнәбеҙ бит».

— Юҡ, балам. Мин Ибрайҙан киткән саҡта ут кеүек инем. Хәҙер ҡолаҡ ишетмәй, күҙ насар күрә, арҡан һымаҡ ишелеп торған толомдар юҡ. Ибрайым урамынан нисек үтеп китмәк кәрәк былайтып, — тине. Бына ниҙә булған икән ғилләһе!

Шул саҡта мин әсәйемдең баш тартыуының әрәсәһенә төшөндөм... Ғүмер буйы үҙ көсө, үҙ аҡылы менән үҙен иҫбат итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған әсәйем йәшәйеш сәхнәһенән — төп төйәгенән ғорур, матур көйө китергә уйлаған.

...Әсәйемдең васыятын үтәнек. Мәңгелек төйәгенә оҙатыр өсөн, Ибрайға алып ҡайттыҡ. Бик ҡәҙерләп ерләнеләр ауылдаштары. Оло рәхмәтлемен уларға. Әсәйемде бәләкәй саҡтан бағып үҫтергән Әсҡәпъямал инәйемдең ейәнсәре Зөлхизә апайым менән уның улы Мөхәррәм һәм килене Гөлбаныу Иҙрисовтарҙың ҡапҡалары ла, күңелдәре лә һәр саҡ асыҡ булды беҙгә. Ә бит уйлап ҡараһаң, улар беҙгә дүрт быуын айырылған туғандар. Беҙгә булған йылы мөнәсәбәттәре әсәйемә ҡарата ихтирамдан килә, әлбиттә.

Әсәйем ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Яҡуповтар нәҫеле менән ғорурланды. Минең сираттағы китабым баҫылып сыҡһа ла, башҡа туғандарымдың уңышы хаҡында ишетһә лә: «Яҡуповтар ҡаны һеҙҙә лә! Яҡуповтар башы!» — тип маҡтар ине.

Мин беренсе класҡа барған йылда, 1950 йыл ине, ни ғиллә менәндер башҡорт кластары асылды. Беренсе менән өсөнсө, икенсе менән дүртенсе кластарҙы берләштереп уҡыттылар.

Тәүҙә бөтә беренсе кластарҙы ла бергә ултырттылар. Бер ваҡыт беҙҙең буласаҡ уҡытыусыбыҙ, директор һәм тағы бер нисә кеше класҡа килеп инде.

— Рустар, ҡул күтәрегеҙ, — тине директор. Бер нисә бала ҡул күтәрҙе.

— Башҡорттар, татарҙар, мишәрҙәр, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ.

Бөтә класс тиерлек күтәрҙе.

— Баҫығыҙ.

Баҫтыҡ. Күмәк инек. Директор ултырырға ҡушты ла икенсе һорау бирҙе:

— Кем уҡый белә?

Мин ҡул күтәрҙем. Абзыйыма ла, апайыма ла беренсе рус класында уҡып китеү ҡыйынға тура килгәнлектән, мине бәләкәйҙән уҡырға өйрәттеләр һәм мин беренсе класҡа барған саҡта «Букварь» китабын уҡый, арифметиканан миҫалдар эшләй инем.

Директор алдымда ятҡан «Букварь» китабының бер битен , асты ла, уҡы, тине. Уҡыным.

— Как фамилия?

— Биктимерова.

— У тебя много братьев и сестер, да?

Иҫәнғолда күп балалы тағы Биктимеровтар бар ине. Директор уларҙы һорағандыр.

— Нет. Один брат Салават и одна сестра Марфуга.

— Понятно. Садись.

Апайым менән абзыйым кластарында иң яҡшы уҡыусылар ине, директор уларҙы белгәндер, өҫтәүенә, абзыйымды бөтә мәктәп «Салауат» тип исеме менән генә йөрөттө, яҡшы уҡыуы арҡаһында абруйы ҙур ине. Апайым да унан ҡалышманы. Шуға директор минең уҡый белеүемә аптырамағандыр. Ултырырға ҡушты. Башҡаларҙың да фамилияһын һората, уҡытыусылар менән һөйләшә, ҡайһы берҙәрен таҡта эргәһенә сығарып баҫтыра барҙылар. Таҡта эргәһенә сығарып баҫтырғандарҙы башҡорт класына алып китәләр, башҡорт класы асыла икән, тип һөйләшә башланылар. Унлаған уҡыусы йыйылғас, йәш кенә уҡытыусы минең яныма килде лә:

— Исемең кем һинең? — тип һораны, башҡортсалап.

— Мәрйәм.

— Мәрйәм һылыу, әйҙә минең класҡа. Мин һиңә бейеүҙәр, йырҙар өйрәтермен. Ана иптәштәрең бөтәһе лә миңә бара бит, — тине.

Мин бер уҡытыусыға, бер директорға ҡарап тора бирҙем. Шунан директор:

— Она остается, — тигәс, кире урыныма ултырҙым. Директор сығып китте.

Сара, Рауза, Миңнегөл, Әхмәҙулла, Фәүжәт, Хәлит исемле балалар, бергә уйнаған иптәштәрем: «Әйҙә, Мәрйәм, әйҙә», — тип саҡыра башланылар. Рауза бөтөнләй үк эргәмә килеп, әйберҙәремде йыя башланы, үҙенең күҙҙәрендә йәш күренде. «Әсәйем, һиңә Мәрйәм ярҙам итер, тигәйне. Мин хәҙер нисек уҡыйым инде? Миңә хәҙер кем ярҙам итә инде», — тип һөйләнә-һөйләнә илай ине Рауза Туҡтамышева. Үҙе минең әйберҙәремде ҡосаҡлап алған да бирмәй. Уҡыусылар аптырашып киткән. Рус уҡытыусыһы:

— Биктимерова, садись. Остальные идут в другой класс,— тигәйне, башҡа ҡыҙҙар ҙа Раузаға ҡушылып илай башланы. Шунан мин улар менән киттем дә барҙым.

Уҡытыусыбыҙ — Нурия Фазлыәхмәт ҡыҙы Сәйетова «Әлифба» бирҙе. Ҡыҙыҡһынып уҡый башланым. Башҡа хәл-ваҡиғаларҙы әллә ни хәтерләмәйем, әммә «Әлифба»ның биттәрен берәм-берәм асып уҡыған саҡта башҡортса һүҙҙәр яҙылыуы ҡыҙыҡ тойолдо. Өйҙә башҡортса китаптар юҡ ине. Атайым да, әсәйем дә «яңыса» уҡый белмәй, абзыйым менән апайым русса ғына уҡыйҙар. Уҡытыусыбыҙ миңә китапты ҡысҡырып уҡырға ҡушты ла үҙе өсөнсө кластар менән шөғөлләнә башланы. «Әлифба»ны ҡысҡырып уҡыйым. Тик бер һүҙҙе аңламайым да ҡуям. Башҡалар ҙа аңламай. Уҡытыусыбыҙ беҙҙең яҡҡа килде:

— Нурия Фазлыәхмәтовна! — тип ҡул күтәрәм.

— Ни булды ?

— Морон нимә була ул? — тип, «о» хәрефен руссалап әйтеп уҡыйым. «Букварь» уҡығанда абзыйым бик оҙаҡ итеп «о»-ны русса әйттереп өйрәткәйне. «Рус балалары хәрефтәрҙе әйтә белмәгәнгә беҙҙән көлә торғайны. Һин тәүҙән үк яҡшы итеп өйрәнеп бар», — тигәйне. «Букварь» китабын көн һайын абзыйым менән апайыма уҡып күрһәтә һәм рус хәрефтәрен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнә торғайным. Шуға морон тигән һүҙҙе рус акценты менән уҡығанмын. Уҡытыусы йылмайҙы ла, дөрөҫ уҡымайһың бит, руссалап әйтәһең, (башҡортсаһы морон була, тине. Өсөнсө класс малайҙары байтаҡ ваҡыт мине «морон» тип үсекләп маташтылар. Аҙаҡ туҡтанылар, сөнки мин уларға мәсьәлә сисеп бирә торғайным. Таҡтаға сыҡҡан балалар ялт итеп минең яҡҡа ҡарай һалалар ҙа, мин йә һүҙҙәрҙәге хаталарын төҙәтеп, йә мәсьәләнең яуабын әйтеп ебәрә инем. Беренсе класта уҡыһам да, өсөнсөләргә һәр ваҡыт ярҙам иттем. Рус телен айырыуса ауыр үҙләштерә торғайнылар. Таҡтаға яҙған һүҙҙәрен төҙәтә инем. Аҙаҡ ҡына аңланым — башҡорт класына йә уҡыуға ауыр, йә класында артта ҡалған, йәше үткән балаларҙы йыйғандар икән. Миңә улар менән уҡыу бик күңелһеҙ булды. Тик һигеҙенсе класҡа еткәс кенә тирә-яҡ ауылдарҙан уҡыусылар өҫтәлде. Улар араһында яҡшы уҡыусылар бар ине, ярышып, сәмләнеп уҡыу күңеллерәк булып китте. Уларҙың береһе — Бикбау мәктәбенән бик көслө математик Маһинур Әхмәтовна Моззафарова, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Күгәрсен урта мәктәбендә математика уҡытты.

Башҡорт класы тип һаналһа ла, предметтар рус телендә алып барылды. Башҡорт кластарын һәр саҡ иҫке мәктәптә уҡыттылар, яңы мәктәптең кластарына инеп, бер генә йыл ошо ҙур тәҙрәле яҡты кластарҙа уҡыһаҡ ине, тип хыяллана торғайныҡ. Икенсе сменала булдыҡ, фәҡәт унынсы синыфта ғына беренсе сменаға күсерҙеләр. Ботаника дәрестәрендә сәскәләрҙең, үҫемлектәрҙең атамаларын, зоология дәрестәрендә ҡоштарҙың исемдәрен башҡортса һорай торғайным уҡытыусыларҙан. «Ни эшләп башҡортса уҡытҡас, бөтә фәнде лә башҡортса ғына алып бармайһығыҙ ул?» — тип аптырап һорай торғайны әсәйем дә уҡытыусыларҙан. «Нимәгә ул? Вузда рус телендә уҡыясаҡтар».

— Ошо балалар бөтәһе лә вузға инер тиһегеҙме? Көн һайын Мәрйәм янына килеп, дәрес әҙерләйҙәр. Анау Вилдановтың улы минең Салауатым йәшендә бит. Мәрйәм менән уҡый. Венера, Рәхимәләр Мәрфуғам йәшендә. Мәрйәм көн һайын шул балаларға өйгә эш аңлата. Уларға аңлатҡан нәмәне мин ятлап бөтәм. Көн һайын бер үк нәмәне тылҡый. Килгән һайын шуны оноталар. Башҡортса булғас, башҡортса ғына уҡытһағыҙ, бәлки, бер нәмә йоғор ине үҙҙәренә.

— Шулай ҡушалар бит беҙгә, Мәрхәбә апай.

— Ҡушалар тип ни, аңламағандарына башҡортса һөйләһәң, кем нимә әйтһен инде? Үҙегеҙ башҡорт та инде.

Ысынлап та, бөтә предметтарҙан да тиерлек башҡорт уҡытыусылары уҡытты. Биологиянан — Динә Ғәзиз ҡыҙы Зәйнуллина, химиянан — Фәриҙә Мөхтәр ҡыҙы Ғәйнуллина, тарихтан — Харис Вәли улы Солтанов, математиканан — Зөфәр Бикәт улы Әҙеһәмов һәм Кәбирә Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, физиканан — Йәүҙәт Йәмлехай улы Ғәйнуллин, рәсемдән һәм һыҙманан Сәлих Сәлмән улы Аллағолов, рус теле һәм әҙәбиәтенән — Рәмзиә Лотфулла ҡыҙы Ғәзизова һәм башҡалар. Ә уҡытыу рус телендә алып барылды.

— Шул балаларҙың аңламағандарын, исмаһам, башҡортса аңлатып ебәрһәгеҙ, уҡыуы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине үҙҙәренә, — тип әсәйем һаман үҙ фекерен тылҡыны. Йәштәре үтеп, күҙле бүкән һымаҡ бер ни аңламай ултырған балаларҙы йәлләй ине ул.

— Ҡайҙа ул, тикшереп кенә торалар, — тинеләр уҡытыусылар.

— Тикшереүселәре лә һеҙҙең һымаҡ кеше бит инде. Аңлаша алмайһығыҙмы ни?..

Бөтә илдә руслаштырыу барғанда, өйҙә үҙ балалары менән рус телендә һөйләшеүҙе мәртәбәгә һанап, уҡытыусыларҙың бөтөнөһө лә, хатта беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла үҙ балаларын рус кластарында уҡытҡан саҡта, баланы туған телдә уҡытыу зарурлығын ҡайҙан аңлағандыр әсәйем — әле лә аптырайым.

Әсәйемдең өс туған апаһы йәшәне Иҫәнғолда. Ибрай ауылынан инеләр. Мин белгәндә олатай үлгәйне. Инәй бер үҙе итәк тулы бала менән ҡалғайны. Бөтә балалары ла зирәк, уҡыуға һәләтле инеләр. Инәйебеҙҙең аңына совет идеологияһы ныҡ һеңгәйне, балалары рус телле генә булып үҫтеләр, беҙҙең өйҙә башҡортса һөйләшкәнлектән, балаларын беҙгә бик ебәрмәне, күршеләрендәге рустар менән аралаштырҙы, инәй хатта үҙе лә балалары менән вата-емерә русса һөйләшеп маташты. Һөҙөмтәһе шул булды — өс улы мәрйәгә өйләнде, кесе ҡыҙҙары рус егетенә кейәүгә сыҡты. Бына тигән әзмәүерҙәй өс егет күңел бушлығын, күңел йыуанысын эсеү менән таба башланы һәм егерме алты йәшендә генә химия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә булған ағай ҙа, бик һәйбәт белгестәр булып танылған ҡустылары ла яҡты донъя менән иртә хушлашты. Фән кандидаты ағай Өфөлә саҡта беҙгә килә лә:

— Һылыу, һин ғүмер буйы әсәйеңә рәхмәтле бул. Һеҙҙе телдән айырмаҫҡа нисек аңы еткән Мәрхәбә апайҙың! Ә беҙ бит бөттөк. Бөттөк. Мин бер кем дә түгел. Башҡорттар араһында башҡорт түгелмен, рустар араһында рус түгелмен. Ә белем бар! Белем етерлек! Кандидатлыҡ яҡлаған саҡта, яуаптарыма хатта ҡул сабып ебәрҙеләр! Ә туған тел юҡ. Мәрхәбә апай, беләһеңме, нимә тине миңә? Һиңә, ҡустым, уң да юҡ, һул да юҡ, үҙең тотҡан юл да юҡ, тине. Белем менән генә йәшәп булмай икән. Кешегә йыр кәрәк, күңел йыуанысы кәрәк, туғандарың менән рәхәтләнеп һөйләшеү кәрәк. Ибрайға ҡайтам, туғандарым менән ярым-йорто һөйләшәм. Зәғиф мин, зәғиф. Күңелем зәғиф. Шул нимә була инде, ә, һылыу?! «Атай» тип әйтерлек балаң да булмаһын әле...

Йәл ине ағай. Был саҡта ул ғаиләһенән китеп эсә башлағайны. Бер туған һылыуы ауылдан килеп, апай, һеҙгә килеңкерәп йөрөһөн инде, Диҡҡәт еҙнәй бик аҡыллы бит, уның менән һөйләшеп ултырһа, бәлки, абзыйымдың да тормошонда берәй маҡсат барлыҡҡа килер, тигән булды. Килгеләп йөрөү генә түгел, бер нисә ай үҙебеҙҙә йәшәтеп ҡараныҡ, әсеүен ташлатып, эшкә урынлаштырҙыҡ, башҡортса һөйләшеп өйрәнә лә башлаған булды, әммә эҫеүгә ныҡ тартылғайны. «Туған телдә һөйләшергә аҙ-маҙ өйрәнермен дә ул. Ә йыр? Ә көй? Ә ауылдың өлкәндәре менән һөйләшеп ултырыуҙар?» — тип, тубыҡтарына һуға-һуға, ҡайғыра торғайны.

Ағай Төмән яҡтарында ла йөрөп килде, ауырып китте, шунан Иҫәнғолға ҡайтып йәшәп алды, тик әсеүе арҡаһында яҡты донъя менән хушлашты.

Әсәйем беҙҙе туған телебеҙҙә һөйләштереү өсөн, ысынлап та, ныҡ торҙо. Ә ул заманда район үҙәгендә, ҡатнаш милләтле һәм рус мәктәпле ауылда, бының өсөн ҙур ныҡышмалылыҡ, үҙеңдең хаҡлы булыуыңа оло ышаныс кәрәккән. Хатта ниндәйҙер кимәлдә мәғрифәтселек аңылыр был, тип тә баһалайым. Ул ошо фекерҙе беҙгә лә һеңдерҙе. Беҙ, уның дүрт балаһы ла, башҡорт ғаиләһе ҡороп, балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләштереп үҫтерҙек, әле инде улар ҙа өләсәйҙәре тәғлимәтенән тайпылмайҙар.

Наши рекомендации