Мәғрифәтле императрица
Әсәһе, батшабикә Елизавета Петровна вафат булғандан һуң, 1761 йылдың аҙағында Рәсәй тәхетенә сираттағы император - Петр Өсөнсө ултырҙы. Ҡатыны Екатерина Алексеевна кейәүгә сыҡҡандың беренсе көндәренән үк ҡәйнәһе Елизавета менән уртаҡ тел тапты, Һарайҙағылар менән йомшаҡ мөғәмәлә булды. Ире Петр ҡатынын бик һирәк күрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, күрергә лә теләмәне, үҙенә тиң итеп тә һанаманы. Сиркәүҙә булһын, батша Һарайындамы - үҙен бик тәртипһеҙ һәм тупаҫ тотто, кем осрай шуны эләкләне, маймыл һымаҡ ҡыланды. Балалар уйнар уйындар менән мәшғүл булды, күпме йәшәһә лә аҡылы буйынса үҫмерҙәр кимәлендә ҡатып ҡалды. Уны батша Һарайындағылар, бигерәк тә гвардеецтар өнәп етмәне.
Екатерина Алексеевна ҡәйнәһе үлеп киткәндән һуң да үҙен ысын христиандарса баҫалҡы итеп тотто, бер туҡтауһыҙ рус телен тырышып өйрәнде, сөнки ул милләте буйынса - немка. Ысын исеме: принцесса Софья - Августа - Фредерика. Атаһы - Пруссия армияһы генералы, урта хәлле хәрби етәксе.
Рәсәй тәхетенә ултырыу уйы Екатерина Алексеевнаның башында ошо илгә күсеп килгәс тә ныҡ яралды. Әлбиттә, уй - фекерен берәүгә лә аса һалмай, белһәләр - башың бик тиҙ юҡҡа сығасаҡ. Ә бынан 5 - 6 йыл элек, Пруссия короле Фридрих Ике менән осрашып әңгәмәләшкәндә, һүҙ араһында: “ Мин - Рәсәй батшаһы булып ултырасаҡмын, йәки үләсәкмен,”- тип әйтеп ысҡындырғайны, иң тәүҙә үҙе тертләп китте. Аңғармаҫтан эске уй - фекере һүҙ булып осоп сыҡты ла китте бит!
Ире Петр Федоровичтың батша булып ултырыуы тәхеткә ҡарай юлды уға арыуыҡ ҡыҫҡартты, өмөтөн яңынан уятып ебәрҙе. Оҙон һәм күңелһеҙ кистәрҙә рус грамматикаһын, бындағы ғөрөф - ғәҙәттәрҙе үҙләштерҙе. Фрейлиналарын сығарып ебәреп көндәлек яҙыуын дауам итте, күберәк сәйәси дәүләт эштәренә иғтибар бирҙе һәм анализланы. Көндәлектәге яҙыу Петр Беренсе ваҡытынан алып артабанғы булған эре ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алғайны. Екатерина Алексеевна әле яҙғандарын яңынан ҡараштырып ултыра, күбеһе батшалар тураһында яҙылған икән.
- Туҡта! Нимәләрҙе сыймаҡлағайны әле! Әһә, бына нимә тип яҙған булған: ,, Бөйөк Петрҙан һуң башланған ,,Һарай түңкәрелештәренә“ мәрхүм үҙе ғәйеплелер. Элек - электән килгән тәртип буйынса батша үлһә - ғаиләләге иң өлкән ир кешегә тәхет күсә ине. Петр Беренсе үҙ указы менән был тәртипте үҙгәртте, хәҙер император тере сағында уҡ үҙ урынына үҙе тәғәйенләп ҡалдырырға тейеш. Указы ҡабул ителде лә ул, тик Петр Алексеевич, ни сәбәптәндер, артабан кем батша - император булырын тәғәйенләп яҙып ҡалдырмайынса 1725 йылдың башында ысын доньяға күсте. Һарай аристократтары тәхеттә мәрхүмдең ейәне Петр Икенсе Алексеевич булырға тейеш, тип лаф орҙолар, ә Меньшиков үҙе яҡлы ,,яңы дворяндар“ менән: тәхеткә Бөйөк Петрҙың ҡатыны Екатерина ултырырға тейеш, ун йәшлек Петянан ниндәй батша сыҡһын, тип халыҡты ҡуҙғыттылар. Һуңғы һүҙҙе Һарай гвардияһы әйтте: Екатеринаны ултыртырға! Ултырҙы, ике йыл тәхеттә булды, тик идара итмәне. Был осорҙа Меншиков уның иң яҡын кәңәшсеһе булды һәм кәңәшсе үҙе ил менән идара итте. Уның тәҡдиме менән ,, Верховный тайный Совет “ төҙөлдө. Меншиков етәкселеге аҫтындағы ошо Верховный тайный Совет бөтә власты үҙ ҡулына тупланы. Екатерина вафатынан һуң ун ике йәшлек Петр Алексеевич - Петр Икенсе исеме менән тәхеткә ултыртылды. Тағы ла шул уҡ Меншиков идара итеүен тормошҡа ашырҙы. Батша исеменән үҙенә үҙе указ яҙып, ояты булмаған был әҙәм, генералиссимус дәрәжәһен алды. Был малай - батша йылға яҡын тәхеттә булып сәсәктән үлеп ҡуя. Унан һуң ҡыҫҡа - ҡыҫҡа ваҡыт аралығында Анна Ивановна, Иван Антонович, Анна Леопольдовна берәр йыл дауамында тронды биләйҙәр. Ә бына ҡәйнәһе Елизавета егерме йыл дауамында ( 1741 - 1761 ) империяны үҙ ҡулында тота. Ҡайһылай шәп ҡатын - ҡыҙ!”
Екатерина уҡыуын ҡуйып торҙо, уйҙары тағы Петрҙың идара итеү асылына ҡайтты. Ире Петр Өсөнсө эшкиндереп идара итә белмәй, реформалар үткәреү мотлаҡ кәрәк тиһәң, - тыңламай. Армияға пруссактар формаһын керетте, гвардеецтәр яратмайҙар бындай форманы, сөнки тап - тар был кейем бөтә тәнде һығып тора, эйелеп - бөгөлгәндә ҡамасаулай. Был батша көн дә тиерлек парад үткәрергә ярата, ошо ынтылышы менән хәрбиҙәрҙе ,,эт” итте. Улар, Һарай гвардеецтәре, хәҙер көндә маршировать итеү менән мәшғүл. Хәлдәре бөтөп ҡолағансы строевой аҙым менән атларға өйрәнәләр. Шул арҡала батшаны өнәмәйҙәр, яратмайҙар. Бигерәк тә гвардеецтар командиры полковник Григорий Орлов бөтә Һарайға ризаһыҙлығын асыҡтан - асыҡ белгертеп йөрөй.
Екатерина ҡырҡа ҡараға килде: Петрҙы тиҙ арала тәхеттән төшөрөргә! Бының өсөн гвардеецтар командиры булған Григорий Орловты үҙ яғына ауҙарырға һәм гвардеецтарҙы кинәт кенә батшаға ҡаршы күтәрергә, Петрҙы әсир итергә һәм ... юҡ итергә. Дыуамал холоҡло Григорий генә бындай ҡурҡыныс һәм ауыр эште башлап, башҡарып, еренә еткереп ҡуя ала.
Йәйге көндәрҙең бер кисендә Екатерина Алексеевна Григорий Орловты үҙенә саҡыртты һәм бик оҙаҡ ҡына әңгәмәләште. Ошо аудиенциянан һуң граф Орлов Петр батшаны битәрләүҙән туҡтаны, йыш ҡына Екатерина менән осрышыр, айырым һөйләшер булып китте.
28 июнь, 1762 йыл.
Сиркәүгә барып әйләнер өсөн батша экипажына сығып ултырҙы. Экипаж эсенә батша, уға ҡаршы яҡҡа, Григорий һәм уның бер туған ҡустыһы Алексей урын алды. Бер күсер урынына ике гвардеец ултырҙы һәм экипаж ҡуҙғалып китте. Арттарынан егермеләгән һыбайлы эйәрҙе.
Хилаф эш йәшен тиҙлегендә эшләнде: тимер таяҡ сығарып батшаға һуғыу менән ул иҫтән яҙҙы. Григорий күсер урынында ултырған гвардеецтарға:
- Быстро в Ропшу, царь неожиданно заболел и без сознания,- тип ҡысҡырыуы булды, - экипаж боролоп, юлһыҙ - ниһеҙ туранан тартып, Ропша тип исемләнгән Бәләкәй Һарайға ҡарай елде. Гвардеецтар экипажды дүрт яҡтан уратып алып сабыуҙарын дауам итте.
Григорийҙан хәбәр алғанға тиклем, Екатерина Алексеевна үҙенә - үҙе урын таба алмай Һарайҙы арҡыс - торҡос буйланы. Ниһәйәт, Орлов ебәргән һыбайлы килеп етте һәм уның ҡулы менән яҙылған яҙыуҙы тотторҙо: ,, Ул - миндә, көслө ҡарауыл аҫтында !“
Екатерина Алексеевна ҡалтыранған ҡулдары менән яҙыуҙы уҡыны һәм арт яғына үҙ ҡулы менән: ,, Башланған эште аҙағына еткерегеҙ! Тиҙ хәбәр көтәм,- тип яҙып гвардеецты кире ебәрҙе, ә үҙе киң карауатҡа ни тере, ни үле түгел көйө ауып китте. Кире тороп, стенала эленеп торған хәнйәрҙе ҡынынан һурып алды ла яҫтыҡ аҫтына тыҡты. Эш килеп сыҡмаһа, үҙен - үҙе хәнйәр менән...б-р-р-р, уйлауы ҡурҡыныс. Ашҡынып сығып барған йөрәген ике ҡуллап баҫып кире ятты. Төрлө юрауҙар башта өйөрөлдө, буталды.
- Матушка! Орлов старший аудиенция һорай! Хәҙер үк кәрәк, тип еңешә. Индерәйемме ?
Фрейлинаның тауышы Екатеринаны буталсыҡ уйҙарынан айырҙы.
- Инһен! Тиҙерәк инһен! Әллә ҡасандан бирле дүрт күҙ менән көтөп йөрөйөм!
Орлов йүгереп килеп инде:
- Екатерина Алексеевна! Эш тулыһынса башҡарылды! Хәҙер беҙгә хәүеф янамай.
- А ну - ка, асығыраҡ итеп әйт, полковник, ул ҡайҙа ?
- Гробта.
- Сволочь һин Орлов!.. Мин һиңә уны монастырға бикләргә ҡушҡайным бит!
7 июль көнө Һарай хеҙмәтселәренә, хәрбиҙәргә, вельможаларға,графтарға Петр батшаның ауырып үлеп ҡалыуы тураһында белдереү яһалды. Был хәбәрҙе халыҡ нишләптер бик тыныс ҡабул иткән кеүек булды Екатеринаға. Ошо уҡ көндө ул, Пруссия генералы ҡыҙы, принцесса Софья - Августа - Фредерика, батша Һарайы гвардеецтары ярҙамында, Екатерина Вторая исемен алып, Р ә с ә й т ә х е т е н ә менеп ултырҙы. Семеновск гвардия полкы ярҙам итмәһә - дәүләт түңкәрелешен бер ваҡытта ла башҡарып сығара алмаҫ ине ул.
Екатерина Икенсегә Елизавета Петровна менән Петр Өсөнсөнән ауыр мираҫ күсте. Батшалыҡ итә башлау менән ауыр налог һалыуға, крепостной правоға протест белдереп крәҫтиәндәр ҡуҙғыша башланы. Мәскәү, Тула, Нижний Новгород губернияһындағы крәҫтиәндәр баш күтәрҙе. Улар артынса Ҡыштым, Нижнетагил, Вознесенск заводтарындағы эшселәр бола башланы, уларға башҡалар эйәрҙе. Бибиков етәкселегендәге хәрби командалар каратель исемен аҡланылар: крәҫтиәндәрҙе, һуңыраҡ эшселәрҙе мылтыҡ, артиллерия уты менән ҡанға батырып, боланы баҫтырыуға ирештеләр.
Реформалар кәрәк, реформалар, - тип Екатерина Икенсе ярандарының ҡолаҡ итен ашаны. Рәсәйгә реформалар кәрәк, әлбиттә. Бынан тыш, реформалар законһыҙ рәүештә тронды биләгән Екатерина Алексеевнаға үҙен ошо тронда нығытыу өсөн, төрлө ҡатлам халыҡ араһында, хәрбиҙәр ҡатламында батшабикәнең абруйын күтәрер өсөн иң тәү нәүбәттә кәрәк ине.
Беренсе көндән үк ул мәрхәмәтле батша булып ҡыланды. Түңкәрелештә уның яҡлы булғандарға ҙур вазифалар, титулдар өләште, зиннәтле һарайҙар бүләк итте. Фавориттар менән үҙен уратып алды. Яҡын фавориты, ябай ғына итеп әйткәндә, һөйәре булған Григорий Орлов менән кәңәшләшеп ,, Вольное экономическое общество “ тигән йәмғиәт ҡорҙо. Йәнәһе, ул общество ер, крәҫтиән, һөнәр мәсьәләләре буйынса эштәр башҡара, килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итә. Ысынбарлыҡта, был общество тәхеткә яҡын булған эре аристократтарҙың эсеп - ашап һыйланыр һәм уйнаш итеү урынына әйләнде.
Мәғрифәтле һәм мәҙәниәтле монарх булып күренгеһе килә уның, шуға күрә Даламбер, Вольтер, Дидро кеүек философ - әҙиптәр менән хат алышыуҙы юлға һалды, унда философик әңгәмәләр аша дәүләт ҡоролошона, мәғрифәткә, ергә, крәҫтиәндәргә ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Әйҙә, бөтөн Европа, хатта бар донья уның ниндәй либерал монарх булғанын, изге, мәрхәмәтле, мәҙәниәтле императрица икәнен күрһен!
Тағы бер уй - фекер башында өйөрөлә: Рәсәй закондарын яңыртыу буйынса һүҙ ҡуҙғатҡанда - шәп башланғыс булыр ине, сөнки 1649 йылғы закондар йыйынтығы иҫкереп өлгөргән бит инде. Был турала йәмәғәтселек ваҡыт - ваҡыты менән һүҙ йөрөтөп ала һәм шуның менән вәссәләм. Оҙаҡ ҡына ваҡыт фекерен туплап йөрөнө батшабикә, ҡайһы бер фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөргеләне. Ниһәйәт, яңы Закондар проектын төҙөү буйынса комиссия ойоштороу тураһында манифест яҙҙы, тикшереп ҡабул итеү өсөн депутаттар һайлау тураһында указ ҡабул итте һәм ниндәйерәк юҫыҡта эшләргә кәрәклеген аңғартыр өсөн үҙе ,, Наказ “ яҙырға ултырҙы. Һайланған депутаттар ҙа халыҡтың теләк - тәҡдимдәрен йыйып, шуларҙы ҡыҫҡаса наказ формаһында яҙып, алып килеп тапшырырға тейештәр.
,, Наказда “ элекке үк законды кире күсереп яҙҙы императрица, тик Монтескьеның, Италия юрисы Беккерийҙың, франсуз энциклопедистарының ҡайһы бер ҡараштарын уңайлы ғына итеп ҡыҫтырып ебәрҙе. Аҙаҡ ул ,,Наказ” депутаттарға уҡылды һәм мисәтле ҙур һандыҡ эсенә йәшерелде. Шуның менән вәссәләм. Ә Европа Екатерина Икенсене - закондар әҙерләүсе, үҙ халҡы тураһында хәстәрлек күреүсе ил инәһе тип юғары сөйҙө, ҡат - ҡат маҡтаны. ,, Наказ “ менән депутаттарҙы таныштырыу планға ярашлы алып барылды.
30 июль, 1767 йыл.
Закондар сығарыу комиссияһы Мәскәү Кремленең Грановитая палатаһында саҡырылған бар халыҡты йыйҙы. Залда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған биш йөҙҙән ашыуыраҡ депутат, иң алғы бер - нисә рәттә орден - миҙалдары, уҡалы мундирҙары ялтырап торған түрәләр, вельможалар, графтар, сит ил ҡунаҡтары, Сенат, Синод, хөкүмәт ағзалары, коллегия вәкилдәре урынлашты. Бына императрица, хөкүмәт, комиссия ағзалары президиумға күтәрелделәр һәм үҙҙәренә тәғәйен булған өҫтәл артындағы урындарына ултырыштылар. Залдағылар уларҙы аяғүрә баҫып, көслө алҡыштар менән уларҙыҡаршы алды. Екатерина Алексеевна алтын төҫөндәге иркен бер креслоға ултырҙы. Ул иң затлы кейемдә. Оҙон күлдәге аҫыл таштар менән биҙәлгән, уның өҫтөнән затлы мантия кейгән, итәге аҫтынан ҡыҙыл ялтыр туфлиенең осо сағылйый. Париклы башында алмас - яҡуттарҙан торған таж.
Ултырышты Мәскәүҙән һайланған депутат, вице - канцлер генерал - аншеф кенәз Голицын асты:
- Хөрмәтлеләрҙән хөрмәтлерәк булған ил инәһе, матушка - императрица Екатерина Алексеевна! Ҡунаҡтар һәм депутаттар! Беҙҙең бында йыйылышып ултырыу бәхете олуғтарҙан олуғ булған матушка - государыня инициативаһы менән барлыҡҡа килде. Мәрхәмәтле һәм мәғрифәтле ил инәһенә меңдән - мең рәхмәт. Беҙ уның әсәләрсә ғәзиз хәстәрлеген тойоп йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндән башлап закондарҙы яңыртыу эшендә әүҙем ҡатнашып, яңы Рәсәй төҙөүгә нигеҙ һаласаҡбыҙ. Бөтә был эштәр өсөн уны башлап йөрөүсе Бөйөк Рәсәйҙең олуғ императрицаһы ил инәһе Екатерина Алексеевнаға бурыслыбыҙ...
Бына шулай батшабикәне маҡтау һүҙҙәре менән башланды был олоғара йыйын. Эште тәртип менән алып барыр өсөн, йыйылыштың маршалын һайлау кәрәк ине. Бындай юғары һәм почетлы урынға прусс һуғышы геройы, Кострома депутаты Бибиков һайланды, уға маршаллыҡ жезлы тапшырылды. Сенаттың генерал - прокуроры кенәз Вяземский президиум ағзаларын иғлан итеп сыҡты: граф Шувалов - комиссия директоры, генерал Петр Панин, генерал - аншеф Бибиков, граф Григорий Орлов, граф Алексей Орлов, кенәз Щербаков, барон Строганов, граф Чернышев һәм башҡа оло титуллы, юғары дәрәжәле вельможалар, ҡунаҡтар, Сенат, Синод, коллегия вәкилдәре.
Артабанғы сығыштар тик ҡотлауҙарҙан һәм алҡыштарҙан ғына торҙо. Киң халыҡ ҡатламдарының күңелен тибрәткән мәсьәләләргә күсеүгә берәү ҙә ашыҡманы. Бына һүҙҙе Митрополит Дмитрий алды. Ул Екатерина Алексеевнаны маҡтап күккә сөйҙө, императрицаға ,, Бөйөк һәм аҡыллы ил инәһе, “ тигән титулды биреү тәҡдимен күтәрҙе. Уның был һүҙҙәрен президиум овацияға күмде, зал ҡушылып оҙаҡ ҡына сәпәкәй һуҡты.
Екеатерина Алексеевна, урынынан ҡуҙғалмайынса ғына ҡулын күтәреп ,, алҡышты туҡтатығыҙ, “ тигән ишара яһаны ла һүҙ башланы:
- Владыка! Минең эштәремә ыңғай баһа биреүең өсөн рәхмәт һүҙе генә әйтергә ҡала. Минеңсә, тулы баһаны киләсәк быуындар бирерҙәр. Беҙ уларға хәҙергенән дә көслөрәк, бөгөнгөнән дә байыраҡ, цивилизацияһы юғары кимәлдә булған Россияны ҡалдырырға тейешбеҙ. Хөрмәтле депутаттар! Бына ошондай илде булдырыу - бөтәбеҙ өсөн дә иң төп бурыс. Бөйөк һәм аҡыллы тигән һүҙҙәр менән килешеп етмәйем, сөнки бөтәбеҙҙән дә бөйөгөрәк һәм аҡыллыраҡ тик Аллаһ ҡына. ,, Ил инәһе “ титулын ҡабул итәм, Ватаныбыҙҙың әсәһе булыу минең изге бурысым. Һеҙҙән алда уҡ Аллаһ ,, ил инәһе “ итеп юғары күтәрҙе, дәүләт эштәре менән булышыуҙы миңә йөкмәтте. Шуға күрә килешмәйенсә булмай. Икенсенән, хөрмәтле депутаттар, иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм халыҡҡа еткерегеҙ: Рәсәй өсөн иң уңайлы дәүләт ҡоролошо - монархия. Монарх - батша үҙе идара итә, үҙе үк эшләнгән эштәренә яуап бирә. Парламентаризм - туҡлыҡтан ҡыя һикергән Европа кешеләренә, дәүләттәренә генә бара. Әгәр беҙ күп партиялыҡ индерһәк, Рәсәй халҡы депутаттар икегә йәки өскә бүленеп бер - береһенә ҡаршы һәнәк һуғышы башлаясаҡтар һәм был тартҡылаш бөйөк империябыҙҙың тарҡалып юҡҡа сығыуы менән тамамланасаҡ. Алда торған бурыстарыбыҙ һанап бөткөһөҙ: тәүҙә Рәсәй халҡын туйындырырға, кейендерергә кәрәк. Бының өсөн ауыл хужалығы, промышленность йылдам үҫергә тейеш. Шунан томаналыҡтан, наҙанлыҡтан ҡотолоп, цивилизация юлына ныҡлап аяҡ баҫыу бурысы тора. Был эште тик мәғрифәтле монарх ҡына башҡарып сығара ала, сөнки монарх ҡына төрлө уҡыу йорттарын асып халыҡты уҡырға, яҙырға өйрәтә һәм артабанғы уҡыуын ойоштора ала. Бының өсөн күп аҡса кәрәк. Аҡса көслө армия, флот тотоу өсөн дә, хөкүмәт хеҙмәткәрҙәрен тотоу өсөн дә кәрәк. Тимәк, илебеҙҙе тағы ла байыраҡ итеү бурысы тора. Бөтә тармаҡта ла тырышып эшләү генә илде байыта ала. Бола күтәреүселәр Рәсәйҙе ярлыландыра ғына. Бына ошо әйткәндәрҙе һәр саҡ иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине. Ваҡытым булмау сәбәпле һеҙҙе ҡалдырып китергә мәжбүрмен, сөнки кисекмәҫтән хәл итә торған дәүләт эштәре бар. Һүҙемде йөмғаҡлап шуны әйтәм: эштәрегеҙ уң булһын, уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын! Миңә китергә ваҡыт етте, хушығыҙ!
Залдағылар һәм президиум батшабикәне геү килеп, ҡул сабып оҙатты.
Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: Депутат корпусының һәм закондар төҙөү проекты комиссияһының бер тауыштан ҡабул ителеп Сенат тарафынан раҫланған берҙән - бер ҡарары батшабикәгә ошо титулды биреү булғандыр, күрәһең.
Төрлө сословияларҙан һайланған депутаттар араһында башҡорт халҡы тарафынан һайланып ебәрелгән ике илсе Бәҙерғол Юнаев менән Туҡтамыш Ишбулатов та бар ине.
Артабан Закондар сығарыу комиссияһының ғәҙәти көндәре китте. Комиссия ваҡ подкомиссияларға бүленде: сауҙа, ауыл хужалығы, экономика,культура, мәғариф һәм башҡалар. Төрлө комиссия ултырыштары талашлы - тартышлы йүнәлеш алып әллә - нисә айҙарға һуҙылды. Тора - бара комиссия эшенә ҡыҙыҡһыныу бермә - бер кәмене, ҡоро һүҙҙәрҙән үҙ - ара талаштан депутаттар үҙәре лә ярайһы уҡ ялҡты, күпселек депутаттар йыйылыштарға бөтөнләй йөрөмәҫ булды. Йыл аҙағында комиссия эшен Санкт - Петербургҡа күсерҙеләр. Ошо арҡала төрлө һылтау табып күп депутаттар ҡайтып китте. Туҡтамыш Ишбулатов та ҡул һелтәп ҡайтҡандан һуң күренмәне. Һөҙөмтәһеҙ комиссия ултырыштары 1768 йылда ла дауам итте. Төрөк һуғышы сығып китеү сәбәпле комиссия эше туҡтатылды, депутаттар таратылды. Һыныҡҡа һылтау табылды, тип һөйләнделәр улар таралышҡан саҡта.
Императрица Закондар сығарыу комиссияһының эшен көн дә Бибиков аша белешеп торҙо. Уға депутаттарҙың артыҡ ҡыйыу сығыштары оҡшаманы, рамканан сығырға әҙер торалар, мөмкинлек кенә бир, тип һөйләнде ул Бибиков алдында һәм һөйләнсек депутаттарҙы яйлап - яйлап таратыу сараһын күрергә кәрәк, тигән теләген бер- нисә тапҡыр ҡабатланы.
Төрөктәргә ҡаршы һуғыштан был юлы ҡотолор сара юҡ ине, шикелле. Екатерина Икенсе хәрби стратег түгел, шулай ҙа ул һуғыштың төп стратегияһын һәм тактикаһын бик һәйбәт итеп аңлай алды. Ҡайһы бер ваҡиғалар ағышын көндәлегенә теркәп барҙы , һуңынан уҡып анализларға яратты. Һуғыш башланған осорҙан алып яҙғандарын асып һалып, императрица уҡып алып китте:
... В наследие от своих предшественников я получила три главных направления во внешней политике. Первое из них - северное. Шведы не теряли надежды вернуть утраченные земли, но успех им не сопутствовал. На втором, южном направлении - османы. Соотношение сил: Османская империя клонится к упадку, в то время как Россия находится на пути к славе и могуществу. Робость перед османами прошла, и на смену осторожной оборонительной тактике пришли широкие наступательные замыслы и уверенность в победе над некогда грозным неприятелем.
Третье направление: Речь Посполитая. Эта уния Польши и Литвы требует внимания. Народы Украины и Белоруссии стремятся к воссоединению с Россией. Украинские земли правобережья находятся под владычеством Речи Посполитой. В этой связи польский вопрос преобретает первостепенное значение.
Главный противник России на международной арене - Франция. Цель своей политики по отношению к России как - то выразил Людовик ХV ,, Все, что в состоянии ввергнуть эту империю в хаос и заставить ее вернуться во мрак, выгодно моим интересам.” Франсузская дипломатия дважды использовала свое влияние, чтобы толкнуть Швецию и Османскую империю в войну с Россией.
1768 г. Вторая попытка увенчалась успехом. Подстрекаемые Францией османы начали войну. Наш резидент Обрезков арестован и заключен в подземелье Семибашенного замка...
1769 г. Наши овладели Хотином, Яссами, Бухарестом, фактически изгнав османов из Молдавии и Валахии. Так же османы изгнаны из Азова и Таганрога...
1770 г. Июнь - Русский флот в составе 16 линейных кораблей и 6 фрегатов, плюс мелкие суда в Чесменской бухте полностью уничтожили турецкий флот. Русским флотом командовали адмиралы Г.А. Спиридонов и С.К. Грейг. Общее командование осуществлял А.Г.Орлов. Алексей Григорьевич получил титул Чесменского.
Июль - Отличился полководец П.А. Румянцев в сражении при Кагуле. Великий везир, узнав, что Румянцев располагал всего 27 тысячами солдат и офицеров, решил напасть на него, но потерпел сокрушительное поражение, потеряв весь обоз и артиллерию.
Несмотря на победу русского оружия мы выдвинули инициативу мирных переговоров, которая, однако, не встретила поддержки у султанского правительства, которые считают, что Пруссия и Австрия поддержат их.
Я согласна на тройственный союз с Фридрихом и Иосифом, но направленный против Османской империи, а не против Речи Посполитой. Однако ни Берлин, ни Вена не соглашались на условия мира с турками, выработанные в Петербурге: Азов и Таганрог остаются за Россией; ей предоставляется право беспрепятственного плавания по Азовскому и Черному морям; все христианские народы, боровшиеся за свое освобождение, должны быть амнистированы.; крымские татары, ровно как Молдавия и Валахия, должны обрести независимость от Стамбула; Кабарда включается в состав России...
Ишек шаҡып фрейлина килеп инде:
- Потемкин аудиенция һорай, Екатерина Алексеевна! Кисектермәй торған йомош бар,ти. Индерәйемме ?
- Инһен!
Потемкин ишек төбөнән үк һүҙен һөйләй башланы:
- Матушка Екатерина Алексеевна! Бунт! Бына ҡағыҙ килде.
- Ҡайҙан ҡағыҙ, ниндәй бунт ? Рәтлерәк итеп аңлатыр инең, хөрмәтлем! Ҡайҙа ҡабаланаһың ?
- Ғәфү үтенәм! Ырымбур крайы губернаторы Рейнсдорптан депеша. Пугачев фамилиялы ниндәйҙер бер эт үҙен мәрхүм батша Петр Федорович тип танытып, Толкачев хуторында шундағы казактарҙан команда йыйған һәм йөҙләгән ҡораллы көс менән Яйыҡ ҡаласығын алған. Шул тирәләге нығытма гарнизондарындағы казактар бунтовщикты икмәк - тоҙ менән ҡаршылап, уға ҡушылғандар. Ырымбурҙы штурмлап ала алмағас осадаға күскән. Рейнсдроп ярҙам һорай. Башҡа һүҙ юҡ.
Императрица уйға ҡалды. Ултырған урынынан тороп, бүлмә буйлап бер - нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты. Шунан таш кеүек ҡатып торған Потемкинға әйләнеп ҡараны ла ултырырға ҡушты.
- Казактар Пугачевтың ,, мин батша Петр Федорович,” тип әйткән һүҙенә ышаналармы икән ? Һин нисек уйлайһың, Григорий Александрович ?
- Ҡайҙан ғына ышанһындар инде, матушка - императрица, үҙҙәре үк шулай итеп әйтергә һәм таратырға һөйләшкәндәренә тулыһынса ышанам, әлбиттә.
- Үтеп киткән йылдарҙа Яйыҡ казактары беҙгә туҡтамаҫтан ялыуҙар яҙҙы. Бер туҡтауһыҙ тикшереү комиссиялары ебәреп тә халыҡты тынысландыра алманыҡ. Һинеңсә - сәбәбе ниҙә ?
- Матушка Екатерина Алексеевна! Казактар ирекле йәшәп өйрәнгәндәр һәм һаман да шуны көҫәйҙәр. Улар менән һөйләшеп кенә килешеп булмай, көс ҡулланыу, күрәһең, кәрәктер.
- Һуң, ике йыл элек кенә, генерал - майор Траубенбергты, көс ҡулланып, унда башланып торған боланы баҫып ҡайт, тип Яйыҡҡа ебәрҙек. Иҫләйһеңдер әле ? Киреһенсә килеп сыҡты бит! Ундағы ҡуҙғыш ҙурайған да киткән. Казактар генералды үлтергәндәр, отрядын уратып алып сапҡыслап әрәм иткәндәр. Тағы урындағы старшиналарҙы үлтереп, өйҙәрен талап һәм ут һалып боларышты киңәйтеп алып киткәндәр. Мин әсә кеше, үлтереште өнәмәйем. Бәлки, ҡатын - ҡыҙ булараҡ, нимәнелер аңлап етмәйемдер ? Шундағы боларыштың ҙурайып китеүенә кем ғәйепле ? Тура ҡарап тура яуап бир миңә!
- Траубенберг үҙе күберәк ғәйепле. Барып етеү менән казактарға ҡаршы туптан ата башлаған. Минеңсә, баштан уҡ генерал эште дөрөҫ башламаған, шуға эш боҙолған. Тәүҙә йомшаҡ һөйләшеп, шунан казактарҙың башлап йөрөүселәрен ҡулға алып, массанан айырып язалай торған урынға алып китергә кәрәк ине. Барҙа - туп менән атып һуғыш башла! Улай бармай!
- Гриша! Һинең конкрет ниндәй тәҡдимең бар ? Үлтерелгән генералды әрләүҙән бер файҙа ла юҡ. Урындағы хәрби көстәр менән казактарҙы баҫып тынысландыра алабыҙмы, әллә юҡмы ? Шуны әйт миңә! Төрөктәр менән һуғыш туҡтамайынса, армиянан полктарҙы алып Яйыҡҡа ебәреп булмай бит инде!
- Уныһы дөрөҫ, матушка Екатерина Алексеевна. Фронттан ғәскәрҙе алырға ярамай.
- Нишләп төрөктәр беҙҙең менән солох төҙөүгә бармайҙар ? Беҙҙең бер - нисә тәҡдимебеҙ булды, тегеләр - ләм - мим.
- Уларҙы аҫтыртын ғына Австрия менән Франция ҡоторта. Ҡырымдың беҙҙең ҡулға күсеүе уларҙың йәненә тейә. Төрөк эскадраһының Чесмен бухтаһында тулыһынса ҡыйратылыуы ла береһенә лә һабаҡ булмаған, шуныһы ғәжәп! Минеңсә, тора - бара төрөктәр үҙҙәре үк килешеү һораясаҡтар. Фронттағы эштәребеҙ, Аллаға шөкөр, беҙ уйлағанса уңышлы ғына бара. Румянцев менән Суворов үҙ эштәрен беләләр, ҡыйыу һуғышалар...
- Ярай, уныһы барыбыҙға ла мәғлүм, эске эштәребеҙгә күсәйек әле. Пугачев болаһына ҡаршы ни ҡылып була ?
- Резервта торған генерал Карҙы йәһәтләп ебәрһәгеҙ - бола баҫыласаҡ тип уйлайым. Тағы өҫтәмә көс ебәреүҙе лә уйларға кәрәк. Урындағы хәрби көстәргә: казактарға, башҡорттарға ышанып етеп булмай. Уларҙы генералдың полктарына бутап ҡушып ҡына файҙаланыу һөҙөмтә бирәсәк.
- Рәхмәт, Григорий Александрович! Тәҡдимдәрегеҙ урынлы, шуға күрә иғтибарға лайыҡлы. Уйлашырбыҙ һәм, бәлки, тап шундай ҡарарға килербеҙ. Хуш булып тороғоҙ!
Бер - нисә көндән һуң Екатерина Алексеевна кабинет секретары Елагинды саҡыртты һәм һораны:
- Яйыҡ яғынан ниндәй яңылыҡтар бар ? Рейнсдорп нисә команда төҙөй алған ? Ундағы болала башҡорттар ҙа ҡатнашҡанмы әллә ?
Секретарь бер ни белмәй булып сыҡты. Батшабикә уны һүгеп сығарып ебәрҙе:
- Һеҙҙең һымаҡ ялҡау әрәм тамаҡтар булған саҡта Рәсәйҙә бер ваҡытта ла тәртип булмаясаҡ һәм ил бер аҙым да алға китмәйәсәк. Эшкә килгәндән алып ашауға керешәһегеҙ, тығына - тығына тамамлайһығыҙ! Һеҙ тотҡан ҡағыҙҙар сусҡа майына буялған була. Күҙемдән юғалығыҙ!
Күп ваҡыт үтмәне кабинет секретары ярҙамсыһы Алсуфьев Ырымбурҙан ебәрелгән икенсе депешаны тотоп килеп инде. Был депеша ундағы хәл - ваҡиғаларға бер ни тиклем асыҡлыҡ индерҙе. Түбәндәгеләр билдәле булды: урындағы хәкимиәт баштараҡ был ихтилалдың көсөн һәм әһәмиәтен баһалап еткермәгән, уны сираттағы казак ,, фетнәһе “ итеп ҡабул иткән. Ырымбур губернаторы был фетнәне гарнизон ғәскәре һәм башҡорттар ярҙамында баҫтырырға иҫәп тотҡан. Властар казактарҙы баҫтырыу маҡсатында Стәрле пристане эргәһендә 2500 башҡорт - мишәрҙән торған команда йыйған, тик улар баш күтәреүселәр яғына сыҡҡандар. Исәт яғында төҙөлгән 4800 башҡорттан торған команда шулай уҡ фетнәселәр яғына ауышҡан. Батша ғәскәрҙәренә килеп ҡушылырға тейеш булған Әлибай Мырҙағоловтың 2355 башҡорттан торған командаһы Ырымбур эргәһендә Пугачевҡа ҡушылған. Генерал Кар Ырымбур эргәһендәге һуғыштарҙа пугачевсыларҙан еңелеп Казанға ҡарай табанын ялтыратҡан.
Екатерина Икенсенең йәне көйөп китте:
- Позор! Ниндәй позор! Генерал исемен йөрөтә, үҙе теләһә - кемдәрҙән йыйылған шайкаға көсө етмәгән. Карҙы кисекмәҫтән отставкаға ебәрәсәкмен. Тиҙ генә Бибиковты миңә саҡыртығыҙ! Ул ҡайҙа икән ?
- Ул һарайҙа булырға тейеш, хәҙер эҙләп табам! - Алсуфьев сығып йүгерҙе.
Бибиков керҙе, йүгереп килеп батшабикәнең ҡулын үпте:
- Ихтибар менән тыңлайым, матушка Екатерина Алексеевна!
- Яйыҡ яғынан килгән һуңғы яңылыҡтарҙы беләһеңме, хөрмәтле Александр Иванович ?
- Беләм, әлбиттә.
- Бунтовщик Пугачев тураһында нимәләр әйтә алаһың ?
- Емеля Пугачев - Дон казагы. ,, Зимовейская “ станицаһында үҫкән әҙәм аҡтығы. Хорунжий чинындағы офицер. Беренсе рус - төрөк һуғышында ла, Пруссия менән булған һуғышта ла ҡатнаша. Казактарҙы дәүләтебеҙгә ҡаршы ҡотортоп йөрөгәне өсөн төрмәгә ябыла, ләкин ҡаса һәм Яйыҡ буйында пәйҙә була. Бына ошоларҙы ғына әйтә алам.
- Ҡасҡын батша Петр Федорович булып алдап йөрөүенә халыҡ ышанамы икән ?
- Минеңсә, күбеһе ышана. Казактарҙан алда бигерәк тә башҡорттар ышаналыр тип уйлайым. Был халыҡ батшаны Алла урынына, чиновникты хәҙрәт урынына күрә. Томаналыҡ көслө. Ышанмағандары ла байтаҡтыр, әммә ләкин улар өндәшмәүҙе хуп күрәләрҙер, тип уйлайым.
- Был бола башлығының башына үҙен батша итеп күрһәтеү уйы ҡайҙан килеп сыҡҡан тип уйлайһың ?
- Был бунтовщиктан алда үҙҙәрен Петр Федорович итеп күрһәтеп йөрөүселәр берәү түгел, өсәү булып китте бит! Беренсеһе - ҡасаҡ крепостной крәҫтиән Богомолов Волга буйы казактарын ғәскәребеҙ тарафынан тар - мар ителгәнгә тиклем ҡуҙғытып йөрөнө. Әстрәхан губернияһында тағы бер Петр Өсөнсө пәйҙә булды. Уныһы Рябов фамилиялы ҡасҡын - каторжник булып сыҡты. Өсөнсө самозванец Ырымбурҙан ҡалҡты. Асыҡланыуынса, ул - урындағы гарнизон офицеры капитан Кретов булып сыҡты.
- Һеҙ заводтарға беркетелгән крәҫтиән боллаларын баҫтырып оло тәжрибә туплаған хәрби етәксе. Һеҙгә, киң полномочиялар биреп, Пугачевҡа ҡаршы ебәрһәк - был ауыр эште башҡарып сығара алыр инегеҙ, тип уйлайым. Үҙегеҙ бындай миссияға ҡаршы түгелһегеҙме ?
- Матушка Екатерина Алексеевна! Мин хәрби кеше, нимә ҡушһағыҙ, шуны үтәргә тейешмен.
- Улай булғас юлға әҙерләнә башлағыҙ! Ошо мәсьәләгә ҡағылған бөтә фекерҙәрегеҙҙе яҙып миңә тапшырығыҙ! Нисек итеп бунтовщикты еңергә уйлайһығыҙ ? Көскә ҡаршы ҙурыраҡ көс ҡулланыпмы ?
- Юҡ, матушка - императрица, хәйлә менән еңәсәкмен. Тәжрибәмдән сығып әйтәм: дошманға - ул көтмәгәндә һөжүм итһәң, йәки сигенгән булып алдан әҙерләнгән ,, тоҡҡа “ индереп ҡамап йәлләмәйенсә тар - мар итә белһәң генә еңеү һинең яҡта була. Тағы башҡа төрлө хәйләләр бихисап. Суворовтан өйрәнәбеҙ.
Бибиков сығып киткәс тә императрица һөйәре Григорий Орловты үҙенә саҡыртты. Ҡыйынһынған мәсьәлә килеп сыҡһа - государыня гел уның менән кәңәшләшә.
- Гриша, мин Генерал Карҙы отставкаға ебәрҙем, ә Пугачты туҡмарға Бибиковты ебәрергә ҡарар иттем! Шулай итһәк - дөрөҫ булырмы ?
- Әлбиттә, дөрөҫ була, ғәлиә йәнәптәре! Бибиковтың тәжрибәһе ун кешегә етәрлек, миссияһын үтәп сығырына мин тулыһынса ышанам.
- Кәңәшеңә рәхмәтлемен, ҡәҙерлем. Бына тағы бер мәсьәлә йөрәкте өйкәп тик тора бит әле. - Екатерина эргәһендәге өҫтәлдән китап алды, алдына һалды һәм һәйләшеүҙе дауам итте: -
- Бына минең ҡулда Монтескьеның ,, О духе законов “ тигән әҫәре. Ошо китабында бөйөк философ дәүләт власы тураһында яҙа, төрлөсә фекер йөрөтә. Уныңса иң уңайлы һәм ғәҙел власть өс өлөштән торорға тейеш: закондар сығарыу йыйылышы; башҡарыу органдары һәм суд, прокуратура системаһы. Һинеңсә, беҙҙең бөйөк илебеҙ Рәсәйҙә өс тармаҡлы дәүләт власы индереп буламы ?
- Булмай, - Орлов тәрән итеп тын алды ла фекерен дауам итте. - Беҙҙең халыҡ ныҡ томана һәм наҙан. Ул иң тәү нәүбәттә тамағын туйҙырыу яғын ҡайыра. Европа цивилизацияһына барып етергә беҙгә тағы бер - нисә йөҙ йыл кәрәк буласаҡ. Ул арала Европа үҙе лә артабан үҫешәсәк, нисек бер урында тик торорға тейеш ул Рәсәй ҡыуып етһен тип. Икенсенән, һөйөклөм Катюша, беҙҙең халыҡ көс ҡулланыуға, көс менән тотоуға өйрәнгән. Тыумыштан иректең нимә икәнен белмәгән крепостноойға ирек бирһәң, ул, бындай шатлыҡтан, ни эшләгәнен белмәй һикерәндәй башлаясаҡ. Тағы өсөнсө яғы бар: рус халҡы эсергә ярата. Эскелек иң һуңғы рус үлеп киткән хәлдә лә бөтмәйәсәк, сөнки уны Рәсәй эсендәге башҡа милләттәр үҙ итәсәк. Эсеп алған кеше үҙен йә герой, йә губернатор итеп тоя. Бын ошо эскелек арҡаһында төрлө болалар килеп сыға ла инде, сөнки эсергә йыйылғандар ғына тиҙ фекер төйнәйҙәр. Рәсәй халҡы ниндәй ҡалыпта йәшәргә тейеш ? Уныһын һин, государыня - матушка. үҙең яҡшы беләһең, сөнки үҙ ҡулың менән яҙған ,, Наказда “ был турала аныҡ һәм аңлайышлы итеп әйтелгән. Бөтә власть органдары тик законнигеҙендәгенәэшләргәтейеш. Кешеләрвластыяратамы - юҡмы хөрмәт итергә һәм унан ҡурҡырға тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә Рәсәйҙә монархияиң килешкән идара итеү ысулы.
- Уныһы шулай, ләкин монархия мәғрифәтле булырға тейеш. - Екатерина бер аҙ уйланып торҙо, фекерен тупланы, буғай. - Юҡ, беҙгә барыбер Европаға эйәрмәйенсә булмай. Бына мин Вольтер, Руссо, Дидро, Монтескье әҫәрҙәрен ҡат - ҡат уҡыйым, күп политик алымдарҙы уларҙан өйрәнәм. Яңыраҡ Дидроны ҡунаҡҡа саҡырҙым, ул аптырап тормаған, алыҫ араны яҡын итеп килеп тә төштө. Ҡунаҡ булды һәм оҙаҡ ҡына ваҡытҡа бында туҡталды. Күп әңгәмәләштек, һөйләштек, ҡайһы саҡ уның менән бәхәсләшеп тә киткеләнек. Дәүләт менән идара итеү ысулдары, халыҡты наҙанлыҡтан нисек сығарырға, эскелекте нисек бөтөрөп була - әңгәмәләшкәндә бына шундай темаларҙы тибрәттек. Бөгөнгө көндә Рәсәй халҡының 95 % крәҫтиәндән тора. Һуңғы иҫәп буйынса илебеҙҙә 36 млн. кеше йәшәй. Был аҙмы - күпме ? Минеңсә, бик аҙ. Цифрҙар нимә әйтергә теләй ? Улар халыҡ һанын ҡырҡа үҫтерергә кәрәк, тип әйтергә теләй. Халыҡ һаны ике - өс быуат эсендә яҡынса 5 - 6 тапҡыр артһа - беҙҙе еңерҙәй бер дәүләт тә ҡалмаясаҡ. Цифрҙар тағы промышленносты ҡырҡа үҫтерергә кәрәк тип әйтә. Шулай түгелме ни, Григорий Григорьевич ?
- Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ алтын, тулыһынса дөрөҫ, хөрмәтле императрица! Тик халыҡтың күбәйеү процессы батша указына бәйле эш түгел бит әле. Быныһы, минеңсә, Хоҙай эше. Беҙҙең илдә тыуым күрһәткесе әллә ни насар ҙа түгел кеүек, тик үлем күп. Яҡынса һәр крәҫтиән ғаиләһендә 12 - 15 бала тыуа. Шуларҙан өсәүһе, уҙа барһа, дүртәүһе генә тере ҡала һәм ҙурая. Нишләп улай килеп сыға ? Сәбәбе ябай: медицина системаһы ғәмәлдә юҡ хәлендә. Мәҫәлән, Уралда, Вога буйында бер - ниндәй ҙә дауахана юҡ. Үҙәк Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ дауалау үҙәктәре эшләй. Мин медицинанан алыҫ торған кеше, ләкин ябай күҙгә күренеп торған мәсьәләләр үҙҙәре күҙгә инеп бара: халыҡ араһында инфекцион ауырыуҙар ныҡ таралған. Ҡорһаҡ тифы, сабыртма тиф, ваба, артабан, сәсәк туберкулез - былар бөтәһе лә үлемдең ныҡ артыуына килтерә...
Екатерина Орловтың һүҙен бүлдерҙе:
- Дөрөҫ һүҙгә үпкә юҡ, әлбиттә. Иттең күпме сарыф ителгәнен ашаған түгел, тураған белә. Дауалау эшен яҡын йылдарҙа ғына ғәмәлгә ашырырлыҡ мәсьәлә түгел. Уҡыу йорттары төҙөү кәрәк, бик күп шәфҡәт туташтарын, врачтарҙы ,сестраларҙы уҡытырға кәрәк. Тағы медицинаға кәрәкле инструменттар сығарыуҙы юлға һалыу - үҙе ҙур бер эш. Тағы пропаганда эше, башҡа ваҡ - төйәк мәсьәләләр. Барыһына ла аҡса кәрәк, аҡса! Ҡаҙнабыҙҙа аҡса юҡ түгел, бар, әлбиттә. Тик беҙ уны, ҡырҡ мәртәбә һанап, һуғыш кәрәк - яраҡтарына беренсе нәүбәттә тотонабыҙ, сөнки үлемесле һуғыш алып барабыҙ. Шуға медицинаға аҡса бүлә алмайбыҙ. Ярай, Гриша, мин һине башҡаса тотмайым. Өҫтәлемә өйөлөп киткән ҡағыҙҙарымды тәртипкә килтерергә кәрәк, барыһында бүлеп, төркөмләп һалып, ҡарап сығаһы бар.
Граф кинәт кенә тороп, хушлашмайынса сығып китте.
Императрица онотмаған, бик һәйбәт иҫләй: ваҡытында граф Орлов, энекәше менән бергәләп, уға бик ныҡ ярҙам иткәйне. Улар булмаһа - тәхеткә килеп ултырыу ҙа, бәлки, килеп сыҡмаҫ ине. Эйе, граф бөтә яҡтан да килешкән ир - егет. Аҡыллы аналитик, тик ҡайһы ваҡыт үсегеп китеүсән. Шляхетский корпусты тамамлағас та һуғышҡа ебәрелде. Ошо ете йыл дауамында барған һуғышта үҙен күрһәтә алды. Гросс - Егерсдорф эргәһендәге алышта, яуып торған пуляларға ҡаршы күтәрелеп, рус һалдаттарын алға әйҙәп, дошманды сигенергә мәжбүр иткән. Ошо батырлығы арҡаһында полк командиры булып китте. Һуңыраҡ Петербургҡа саҡыртылды һәм артиллерия батальоны командиры итеп тәғәйенләнде. Бына ошо осорҙа Екатерина Григорий Орловты үҙенә ныҡ яҡынайтты, фаворит итте. Петр Өсөнсөнө тәхеттән алып ташлағандағы ярҙамы өсөн ,, Невский “ ордены менән бүләкләнде. Шунан ул камергер итеп Һарайға күсерелде һәм генерал - фельдцейхмейстер дәрәжәһен алды. Ләкин ҡайһы бер етешмәгән урындары ла бар: һуңғы ваҡытта эсеү, кәйеф - сафа ҡороуҙы әүҙем алып бара, көндәрен бер - ниндәй файҙалы эш эшләмәйенсә үткәрә. Ярай, йөрөһөн әле, ваҡыты етһә - отставкаға ла ебәрергә була. Абау! Төн уртаһы ла килеп еткән икән, әйтәгүр бик арытҡан кеүек. Йоҡлап, ял итеп алмайынса булмаҫ.
Тәбиғәттең тағы бер яҡты көнө һәм ҡараңғы төнө тамамланды.
Батшабикә ғәҙәттәгесә иртәнге сәғәт алты тирәһендә уянды, торҙо һәм ситтәрәк ятҡан әҙер ятҡан туҙҙы , йомарланған ҡағыҙ киҫәктәрен, шунан ҡыҫҡа ғына итеп бысылған утындарҙы һалып каминға яғып ебәрҙе. Камин күңелле генә итеп дөрләп янып китте һәм шунда уҡ йылы ялҡынын бөркөп тә ебәрҙе. Ике ҙур шандалдағы 20 май шәменә берәмләп ут төртөп ҡабыҙып ебәргәйне, бүлмә киңәйгәндәй булып китте. Императрица көндөң иртәнге осорон ярата: берәү ҙә ҡамасауламай, иркенләп уйҙар уйлап, пландар ҡороп, яҙынып ултыраһың. Башың да һәйбәт эшләй, күңелең дә, төрлө мәшәҡәттәр башланғансы, тыныс. Уйҙары менән бала сағына кире әйләнеп ҡайтты. Бөтмәҫ - төкәнмәҫ дәүләт эштәре, Һарай мәшәҡәттәре менән булышып, унан ҡалһа, балдан - балға, тантананан - тантанаға, сит ил вәкилдәре менән осрашыу кисәләренә йөрөп ваҡыт уҙғарған ил инәһенә бәләкәй сағын иҫләп ултырырлыҡ мөмкинлек тә лә булманы. Шулай ҙа барыһы ла иҫтә ныҡ уйылып ҡалған, хатта эргә - тирәһендә йөрөгәндәрҙең төҫтәрен, фиғелдәрен, әйткән һүҙҙәрен бөгөнгөләй хәтерләй.
Бәхетле ваҡыттары булған икән дә баһа! Иркен яландағы ҡоралай балаһындай, ырғып - һикереп уйнап туймай торғайны. Ул, бәләкәй генә останлаҡ немец ҡыҙы, боронғо рыцарҙар замогы эсендә уйнап үҫте. Замок иркен, бүлмәләре - һанап бөткөһөҙ күп, тирә - яғы бейек таш ҡойма менән уратып алынған. Бындағы тормош, иртәнән алып ҡара кискә тиклем, расписание буйынса бара. Һәр ялсы һәм хеҙмәткәр үҙ эшен, үҙ урынын белә. Тырышып эшләйҙәр, аҡсаһын да алалар, тамаҡтары ла туҡ.
Ҡояшлы иртәләрҙең береһендә ҡыҙыҡайҙы ҙур ҡыңғырау тауышы уятты. Күҙен асып ебәргәйне атаһы Алекстың ҙур сәскәләр бәйләмен һыу тултырылған вазаға һалып йөрөгәнен күрҙе ул. Фихтен йәки Фике тип өндәшә торғайнылар уға.
-Тыуған көнөң менән, Фике! Ҙур булып үҫ, аҡыллы бул, бөйөк бул! Һинән шәп етәксе сығырына ышанам, сөнки һин еңмеш һәм тырыш бала. Оҙаҡ йәшә һәм кешеләргә тик файҙа килтерергә тырыш!