Беренсе революция тулҡыны
ХIХ быуаттың 60 - сы йылдарында Рәсәйҙә ике реформа үткәрелеүе тарихи әһәмиәткә эйә булып тора. Беренсеһе - крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығарыу тураһындағы манифест, икенсеһе - кантон идараһын бөтөрөү тураһындағы указ. Икеһе лә ер мәсьәләһе менән барып тоташа. Шуға күрә уларҙың Рәсәйгә һәм Башҡортостанға ҡарата булған асылын һәм әһәмиәтен ҡарап китеү фарыздыр.
1861 йылдың 19февралендә Александр батша ике документҡа ла ҡул ҡуя: крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығарыу тураһында манифест һәм ,,Крепостной бойондороҡһоҙлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында. 1861 йыл 19 февраль крәҫтиәнде алпауытҡа ҡол итеп беркетеп ҡуйыу хоҡуғы юҡҡа сығарылған. Крәҫтиәндәр шәхси азатлыҡҡа һәм милек хоҡуғына эйә булған. Ошо положениеға ярашлы рәүештә помещиктар крепостнойҙарына ер бүлеп бирергә тейеш булған, унан ҡалған өлөшө үҙенә булған. Йорт янындағы ер крәҫтиәнгә, уның милке итеп түләүле шарттарҙа бирелгән. Крәҫтиәндең береһендә лә аҡсалата түләу мөмкинлеге булмаған, шуға күрә ул алпауытҡа бойондороҡло ҡалып, туғыҙ йыл буйы уға эшләргә тейеш булған.
Положение шарттары ил буйынса ташбаҡа йөрөшө тиҙлегендә тарала. Өфө губернияһында ,,Положение“ 15 мартта баҫылып сыҡҡан, 25 марттан ғәмәлгә индерелгән. Яңы учреждениелар барлыҡҡа килгән: Ырымбурҙа - крәҫтиән эштәре буйынса губерна ойошмаһы, ә өйәҙҙәрҙә - ауыл һәм олоҫ йәмғиәттәре ойошторолған, мировой аралашсылар һайланған, крәҫтиән идаралығы органдары булдырылған.
Ауылдарҙа реформаны үткәреүҙә крәҫтиәндәргә ер бүлеп биреү төп мәсьәлә булған. ,,19 февраль положениеһы” буйынса Башҡортостанда төрлө өйәҙҙәрендә крәҫтиәндәр 1,5 дисәтинан алып 6 дисәтинаға тиклем ер алғандар. Башҡортостан буйынса алпауыт крәҫтиәндәренә сама менән 4,6 дисәтинә, Рәсәй буйынса 3,4 дисәтинә тура килгән. Шул уҡ ваҡытта реформанан һуң һәр алпауытҡа 2 300 - ҙән ашыу дисәтинә ер ҡалған.
Тау заводтары крәҫтиәндәре лә ,, 19 февраль положение ” һындағы өҫтәмә ҡағиҙәләр нигеҙендә азат ителергә тейеш булған. Уларҙы ике категорияға бүлгәндәр:
а) ауыл эшселәре, б) һөнәр оҫталары.
Ауыл эшселәре, йәғни иген игеү эшен ташламаған завод крәҫтиәндәре, ярҙамсы эштәрҙә ҡулланылған. Уларға алпауыт крәҫтиәндәренә бүленгән кеүек ер нығытылған.
Һөнәр оҫталарына бер - нисә быуын буйы юғары квалификацияғаэйә булған һөнәр эшселәре ингән. Улар биләгән ерҙәренән баш тартҡандар, сөнки ер (надел) алһаң - мәңгелеккә заводҡа беркетеләһең тип һанағандар, ә ерҙәрен сәсеүлек өсөн түгел, күберәк көтөүлек һәм бесән сабып алыу өсөн ҡулланғандар. Йорт эргәһендәге ерҙән дә улар баш тартҡандар, сөнки уға һалым юғары булған. Шуға күрә ҡайһы бер урындарҙа, атап әйткәндә, Ҡатау - Иван, усть - Ҡатау, Минйәр, Эҫем заводтарында өй янындағы ерҙе һәм наделды бушлай биргәндәр. Эшселәрҙе ерһеҙ ҡалдырыу завод хужаларына ҡулай булмаған. Ул ваҡытта эшселәрҙе аҙыҡ - түлек менән тәьмин итеү тулыһынса заводҡа төшәсәк бит. Реформа һөҙөмтәһендә завод эшселәре үҙҙәре элек биләгән ерҙең 16%-н ғына алғандар, ул йән башына бер дисәтинә ер тәшкил иткән.
Башҡортостандағы тик ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән крәҫтиәндәр, дөйөм алғанда, тыныс ҡабул иткәндәр. Әммә завод крәҫтиәндәре ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткән - батша манифесының азатлыҡ килтерелеүенә шик белдереп эш ташлаған. Сыуалыштар Белорет, Тирлән, Әүжән - Петров заводтарында булып үткән. Улар алпауыт биләмәләренән ерҙең аҙ бүленеүенә, ҡаҙнаға төрлө һалымдар түләүгә ҡаршы сыҡҡандар.
,, 19 февраль манифесы “ кантон идаралы ғәмәлдә булыу арҡаһында башҡорттарға ҡағылмаған. ХIХ быуат уртаһында хәрби - һаҡ хеҙмәтенә ихтияж кәмей башлаған, сөнки Рәсәйгә ҡаҙаҡ - ҡырғыҙҙарҙың иле ҡушылыу сәбәпле Башҡортостан империя эсендә ҡалған. Был шарттарҙа хөкүмәт кантон идаралығын бөтөрөргә ҡарар иткән. 1863 йылдың 14 майында ҡабул ителгән положение буйынса башҡорттар ирекле ауыл кешеләренә әйләнгәндәр, аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалғандар. 1865 йылда хөкүмәт идара итеүҙең кантон системаһын тамам юҡҡа сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Хәҙер инде идара итеү Рәсәйҙең дөйөм системаһы юлына күскән.
Шулай итеп, крәҫтиәндәрҙе крепостной, йәғни помещикка беркетеп ҡуйыу системаһынан азат итеү, кантон идаралығын бөтөрөү, дөйөм алғанда, ыңғай роль уйнаған. Был реформалар Башҡортостанды капиталистик үҫеш юлына борған. Ауыл хужалығы етештереүе лә шул юлға күскән. Игенселек һәм малсылыҡтың тауарлығы, һатып ебәреү мөмкинлеге үҫә барған. Яңы шарттарҙа алпауыттар ҙа үҙҙәренең хужалыҡтарын капиталистик яйға һалып үҙгәртеп ҡора башлағандар.
Башҡортостанда капитализмдың таралыуы башҡорт ерҙәрен талауҙың көсәйеүенә килтергән.
Реформа барған осорҙа хужалыҡтың алға китеүе күҙгә эленгән. Кантондар системаһы бөткәндән һуң, башҡорттарҙың ултыраҡ тормошҡа, шул арҡала игенселеккә күсеүе һиҙелерлек йылдам тиҙлек алған. Капитализмдың үҫеше башҡорт ерҙәрен тартып алыуҙы көсәйткән. Крепостной хоҡуҡты бөтөргәндөн һуң рус байҙарын ,,ер биҙгәге“ тота башлаған. Хөкүмәт үҙе үк ерҙәрҙе талауға булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, хөкүмәттең 1869 йылдың 10 февралендәге ,,Башҡорт ерҙәренең сиктәрен ҡайтанан билдәләү“ тураһындағы законда ,,артыҡ“ башҡорт ерҙәрен ирекле һатыуға рөхсәт ителгән. Артыҡ ер тигәне - көтөүлек майҙандары була инде. Был закон Ырымбур губернаторы Крыжановский тәҡдимдәре нигеҙендә эшләнгән булған. Закон буйынса ер фонды өскә бүленгән:
а) аҫаба башҡорттарҙың 10 - сы ревизия нигеҙендә ( 1856 ) һәр ир затына 15 дисәтинәнән билдәләнгән ,, душевой наделы ”, йәғни ир йәненә бүленгән ер;
б) душевой наделдан башҡа артыҡ тип һаналған һәм иркен һатырға йәки ҡуртымға бирергә мөмкин булған ер;
в) аҙ ерле килмешәктәрҙе килтереп ултыртыу өсөн тәғәйенләнгән ,, запас “ тип аталған ер.
Иң яҡшы ерҙәр запасҡа сығарылған, Өфө һәм Ырымбур губернияларында запасҡа тип 839 553 дисәтинә ер тартып алынған һәм Крыжановский тырышлығы менән был ерҙәр отставкалағы чиновник һәм офицерҙарға арзан хаҡҡа, йәғни уртаса 1 һум 80 тингә һатылған. Яңы хужалар ерҙе алып 30 тапҡыр артыҡ хаҡҡа һатып ебәргән йәки Нижегород - Һамар банкыһына 10 - 14 тапҡыр артыҡ хаҡ менән закладҡа һалған. Был турала ,,Оренбургский листок“ (1876, 15 февраль) газетаһы: ,, Калифорниялағы алтын биҙгәге һымаҡ, ниндәйҙер ер биҙгәгенә оҡшаш нәмә килеп сыҡты,” - тип яҙған. Закон буйынса һәм ҡағиҙә булараҡ та душевой наделдан башҡа ерҙәрҙе һатыу тураһында ҡарар ауыл йыйылышында өстән ике тауыш менән ҡабул ителергә тейеш булған. Ләкин башҡорттарҙың ҡырҡа ҡаршы тороуын башҡа юл менән һындырғандар. Ер талауҙың бер ысулы былай булған: волость судьяһы менән исправник башҡортто саҡыртып ала ла недоимканы ошонда уҡ түләргә ҡуша. Башҡорттар, бирәсәкте түләргә аҡса юҡ, тиһә, исправник ерегеҙҙе һатып түләгеҙ, тип талап итә. Әгәр шулай итмәһәң - ҡамсы менән һуҡтырылаһың, ти һәм шунда уҡ судья ҡарар яҙа һала, шул ҡарар нигеҙендә недоимщик ҡамсы менән һуҡтырыла. Шулай итеп, 15 - 20 кешене һуҡтырғандан һуң, тегеләр ерҙәрен һатырға риза була. Шунда уҡ кемгә һатылғанын, хаҡын күрһәтмәйенсә приговор ( килешеү ) яҙыла.
Икенсе ысул - көслөк менән ҡултамға йыйыу. Ошо ысулға бер өлгө: бер ваҡыт генерал Крыжановскийға хөкүмәт, тоғро хеҙмәте өсөн, башҡорт еренән алып 6 мең дисәтинә ҡарағай урманын бүләк иткән. Ерҙе артабан киңәйтергә самалап, башҡорттарҙан күршеләге урманды ла биреүҙе талап итә башлаған. Көс ҡулланыу, сәбәп табып туҡмау, ауылдан ҡыуыу ярҙам итә алмағас, ул хәлһеҙ ҡарттарҙы, үҫмерҙәрҙе йыйып, ҡурҡытып ҡултамға ҡуйҙыртҡан. Ҡултамға етмәйерәк торһа - үле йәндәрҙе исемлеккә яҙып, үҙе имза ҡуйған.
Ер һатып алғанда һәр ваҡыт бына шулай мутлыҡ, алдыҡ, ялғанлыҡ, ҡурҡытыу, көс ҡулланыу, хыянатлыҡ ысулдары ҡулланылған. Был турала Н.В.Ремезов ,,Ҡырағай Башҡортостан тормошонан очерктар“ (М., 1889) тигән китабында асыҡтан - асыҡ яҙған: ,, Борон башҡорт ерен туранан - тура көс менән баҫып алғандар - ап - анһат. Был юл менән алырға ярамай башлағас, һатып ала башлағандар, ләкин һатып алыу бер һылтау ғына булған, ғәмәлдә барыбер шул көс менән алғандар; был ысул менән ер алыу мөмкинлеге бөткәс, төрлө алдыҡ һәм мутлыҡ эшләй башлағандар.“ (88 - се бит.) Ремезов ерҙе алып һатыусыларҙың исемдәрен атаған. ,,Өфө губерна земство идаралығы рәйесе Дашков һәм сауҙагәр Софронов, - тип яҙа артабан танылған рус публицисы Ремезов, - 1875 йылда Стәрелетамаҡ өйәҙенең Ҡумырыҡ - Табын олоҫо башҡорттарынан дисәтинәһен бер һумдан (ул саҡта ер дисәтинәһенең баҙар хаҡы 25 һум булған) 15 мең дисәтинә ер алғандар. Башҡорттар был хаҡҡа риза булмағас янау, ҡурҡытыу юлы менән барыбер ошо бөлдөргөс алыш - бирешкә күндергәндәр.
Ер үлсәүсене һәм аралашсыны һатып алып һөйләшкән ерҙән күберәк майҙанды үлсәтеү - башҡорттарҙы алдауҙың тағы бер ысулы булған. Мәҫәлән, Кожевников, Треумов, Уткин тигән сауҙугәрҙәр 30 мең дисәтинә ер һөйләшеп, 60 мең дисәтинә ерҙе алғандар, бер дисәтинә ер уларға ни бары 30 тингә төшкән. Һөҙөмтәлә реформа осоронда башҡорттар 2,5 млн аҫаба,йәғни ата - олатаһынан ҡалған ерҙәрен юғалтҡандар.
Һатылған ерҙәр арҡаһында көтөүлектәр кәмегән, был малсылыҡҡа кире йоғонто яһаған. Малдар бик ныҡ ҡыҫҡарған, шунлыҡтан халыҡ артабан ярлыланған.
Башҡорт ерҙәрен, бигерәк тә урманлы йәки мәғдәнле майҙандарҙы ҡуртымға (аренда) алыу халыҡты талай торған тағы бер көслө ысул булған. Былерҙәрҙе ҡуртымсы төрлө ялғанлыҡтар менән тора - бара үҙ ҡулына төшөргән. Ырымбур губернаһында, мәҫәлән, татар алтын промышленнигы Рәмиевтар тарафынан ярты млн ер ҡуртымға алына. Ҡуртым хаҡы шул тиклем бәләкәй булған, хатта ул ер яһағының яртыһын ғына ҡаплаған, ә Рәмиевтар сыҡҡан алтындан миллиондар һумлыҡ файҙа алған.
Һөрөнтө ерҙәрҙе ҡуртымға алыу көҙ аҙағында, яһаҡ түләр ваҡытта күберәк башҡарылған һәм буш ҡына хаҡҡа алынған.Мәҫәлән, Хөсәйенов фамилиялы бер татар сауҙагәре Орск өйәҙендә 74 мең дисәтинә ерҙе һәр дисәтинәһен 6,6 тингә ҡуртымға алып, яҙ еткәс лисәтинәһен икешәр һумдан яңы күскән килмешәктәргә биргән. Ошондай алыш - биреш ул ваҡытта ғәҙәти хәл булған. Күскенсе халыҡ, осһоҙ хаҡҡа киң ерҙәр алып булыу мөмкинлеген ишетеп, көслө ташҡын булып Башҡортостанға ябырылған, рус хөкүмәте үҙе үк күскенселәргә йүнәлеш биргән һәм уларҙың күсеп йәшәүен төрлө ҡарарҙар, циркулярҙар менән законлаштырған, бәхәс сыҡҡан хәлдә күскенселәрҙе яҡлаған. Башҡорт ерендә йыл һайын морлва, рус, украин, татар, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың яңы ауылдары барлыҡҡа килгән. 60 - сы йылдарҙан алып ХIХ быуатҡа тиклем аралыҡта таланған ерҙең күләме 3,5 млн дисәтинән артып киткән.
Рус хөкүмәте, шуның менән дә риза булмай, яңынан - яңы ер талау ысулдары уйлап сығарған. 1898 йылдың 20 апрелендә ул ауыл общиналар ерен межалау хаҡында закон сығарған.
Был закондың асылы шунда: беренсенән, ҡуртымға алынған башҡорт ерендә кем теләй, шул ауыл ҡороп ултыра алған. Икенсенән, Ҡуртым мөҙҙәте (срогы) үткәс, әгәр башҡорттар элекке хаҡ менән килешеүҙе яңыртырға риза булмаһа, улар ҡуртымсылар ултыртҡан бөтә йорт - ҡаралтыны, ер эшкәртеү эштәренең хаҡын ҡайтарырға ткйеш булғандар. Тик колонизаторҙарҙы ғына яҡлай торған бер яҡлы бындай оятһыҙ закон башҡа бер дәүләттә лә булмағандыр, моғайын!
Көсләп таҡҡан ошондай бөлдөргөс шарттарға ҡарамаҫтан, башҡорттар ерҙе һатмаҫҡа, нисек булһа ла ҡуртымға бирергә тырышҡан,сөнки ҡуртым ер хужаһы статусын юридик яҡтан һаҡларға мөмкинлек биргән.
Хөкүмәт үҙ нәүбәтендә ҡуртым ерен һаттырырға тырышҡан, һатырға мәжбүр итер өсөн бөтә сараһын күргән, ер яһағын арттыра барған, йән башы һалымын да арттырған. Шул һалымдарҙы йыйған саҡта власть вәкилдәре ер һатып алыусыларҙы эйәртеп йөрөткән.
Ерҙе талауҙың тағы бер ысулы - Крәҫтиән ер банктарының барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың эшмәкәрлеге. 1883 йыл Өфөлә, 1885 йыл Ырымбурҙа Крәҫтиәе ер банкыһы бүлектәре асылған. Банк ас башҡорттарға күпмелер аҡса алдан биреп тороп, арзан хаҡҡа ерен һатырға мжбүр иткән һәм 90-сы йылдарҙан башлап ул Башҡортостандаиң яман ер талаусы ,,йыртҡыстарҙың”береһенә әйләнгән.
Ерҙе талауға халыҡ риза булмаған, әлбиттә, хәле еткәнсә көрәшкән. Улар ялған ҡағыҙҙарҙы ҡабул итмәгән, ялыу яҙған, йәнәһе ,,һатып“ алынған ерҙәрҙе межалатмаған, тәғәйен кешеләрҙе межаға ебәрмәгән, землемерҙарҙы ҡыуған, боланы баҫтырырға килгән полицияға ҡаршы йоҙроҡ һуғышы асҡан. Яңы хужаларға ер менән файҙаланырға ирек бирмәгән, үҙ яйына урмандарҙы ҡырҡҡан, сабынлыҡтарҙы элеккесә сабып алған, килеп ултырған сит крәҫтиәндәрҙе туҡмап ҡыуған, утарҙарынан игендәрен ташыған, кулау йорттарына ут төрткән. Ҡораллы бәрелеш һәм үлемесле болалар һәр саҡ унда - бында ҡалҡып торған, тик килмешәктәрҙең күбәйеүе һәм көсәйеүе арҡаһында башҡорт халҡы элекке кеүек оло яуға күтәрелә алмаған.
Башҡорт халыҡ ижадында ер һатыуға бәйле бик күп бәйеттәр сығарылған. Эш шунда: кантон идаралығы һәм унан һуңыраҡ осорҙа башҡорт халҡы тамам бөлгөнлөккә төшә һәм шул халыҡ астан үлмәҫ өсөн, үҙҙәренең борондан хужа булып килгән ерҙәрен йә бөтөнләйгә, йә өлөшләтә һатып көн күрә башлай. ,,Ер һатыу“ бәйетендә шундай ваҡиғалар тулыһынса күҙ алдына баҫа:
Ер алыуға ялмауыҙҙар йүгерештеләр,
Үҙ - ара талаштылар, һүгештеләр.
Ҡәнәғәт булмай биләп алған ерҙәренә
Бәғзе ваҡыт һуғыштылар, үлештеләр.
Ниндәй хурлыҡ , туғандар, эй, дуҫ - иштәр,
Купецҡа тилмереп бары тороуҙар.
Ерле көйгә ерһеҙ булып ятыуҙар,
Ниһәйәт, ярты сәйгә ер һатыуҙар.
ХIХ - ХХ быуаттар сигендә лә Башҡортостан халҡы башлыса ауыл хужалығында шөғөлләнгән. Быуат башында Рәсәй батшалығы империализм дәүеренә аяҡ баҫҡан. Был осорҙа ла, ХХ быуат башында, ерҙе алдап һатып алыуҙар дауам иткән. Мәҫәлән, 1913 йылда Үрге һәм түбәнге Яйыҡбай ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы) ҡуштандары үҙҙәренең йәйләү ерҙәрен Эйек буйынан Бикеш ауылынан килгән урыҫтарға һатып ебәрә. Был урында Бикеш тип, элекке торған ауылдарының исемен ҡушып, урыҫтар ауылы барлыҡҡа килә. Ошо ер һатыуға ризаһыҙлыҡ белдереп, II Этҡол ауылы сәсәне Шәһәрғәзи Ғәбдиев ,,Ҡарағайүҙәк бәйете”н ижад итә, уны 1913 йылда ,,Шура” журналында баҫтырып сығара. Ул былай тип яҙа:
Бик күп ауыл ҡуштаны
Ҙур яуызлыҡ эшләне:
Йәйләүҙәрен һаттылар ҙа
Булды халыҡ дошманы.
Эх, Яйыҡбай, Яйыҡбай,
Ер һатһа ла байыҡмай.
Бикештәргә ерен һатып,
Эсеп йөрөй айыҡмай...
( Шәһәрғәзе сәсән. Өфө, 2005, 8 - се бит. Төҙөүсеһе А. Тажетдинов.)
Быуат башында ауыл хужалығы яйлап капиталистик юлға төшә башлаған. Һатыу өсөн тауарлы иген етештереү табышлыраҡҡа әйләнгән. Шул арҡала крәҫтиәндәрҙең байға, ярлыға айырылыу процессы барған. Ул ваҡытта ауыл байҙарын ,,кулак“ тип атағандар. Крәҫтиәндәрҙең 11 % кулактар төркөмөнә ингән һәм крәҫтиән сәсеүлектәренең 38 % - ын биләгән.
Башҡортостан тик ауыл хужалығынан торған тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине.
Бында ошоға тиклем эшләгән сәнәғәт предприятиеләре үҙенә күрә яңырыу кисергән, уларҙы эреләтеү эше барған, монополиялар барлыҡҡа килгән, банктарҙың роле күтәрелгән. ,, Пашковтарҙың Белорет тимер эшләү заводтары йәмғиәте,” ,, Көнъяҡ Урал металлургия йәмғиәте,” һ.б. барлыҡҡа килгән. ХХ быуат башында Башҡортостанда 236 фабрика һәм завод иҫәпләнгән. Сәнәғәт нигеҙен тау заводтары тәшкил иткән. Иң ҙур предприятиелар булып Өфө тимер юл оҫтаханалары, Богоявлен быяла заводы, Благовещенский ауыл хужалығы машиналары булған.
Яңы быуатта көрәштең яңы ысулдары барлыҡҡа килгән, Өфөлә социаль - демократик төркөмдәр, марксистик ойошмалар пәйҙә була.
1900 йылдың 6 февралендә Владимир Ильич Ленин Себер һөргөнөнән ҡайтышлай Өфөлә булып киткән һәм социаль - демократтар менән осрашҡан. Икенсе тапҡыр В. И. Ленин Өфөгә әсәһе һәм апаһы Анна менән 1900 йылдың 15 июнендә килгән һәм өс аҙна буйынса ҡала революционерҙары араһында ҙур ойоштороу һәм сәйәси эш алып барған. Шуның һөҙөмтәһендә социаль - демократик түңәрәктәр артҡандан арта бара. Ҡыҫҡаса ғына һанағанда ваҡиғалар ағышы түбәндәгенән ғибәрәт:
1901 йыл. Йылдың икенсе яртыһында социаль - демократик булған түңәрәктәр ,,Өфө эшселәр комитеты“на берләшкәндәр.
1902 йыл. Йүрүҙән, Ҡатау - Иван заводтарында социаль - демократик түңәрәктәр ойошторолған.
1903 йыл. Ғинуарҙа РСДРП-ның берҙәм Өфө комитеты ойошторолған. Ошо уҡ йылда Златоуста ҡанлы ваҡиға булып үткән. Завод эшселәре, һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеп, забастовка ойошторғандар, һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн делегаттар һайлағандар, ләкин уларҙы ҡулға алғандар. Биш меңләп кеше губернатор йорто ҡаршыһындағы майҙанға йыйылып, ҡулға алынғандарҙы сығарыуҙы талап иткән. Губернатор ғәскәр саҡырып майҙандағыларға атырға ҡушҡан. Ошо мәхшәрҙә 63 кеше атып үлтерелгән, 250 кеше яраланған. 15 мартта, ҡорбандарҙы ерләү ойошторолған саҡта протест демонстрацияһы үткәрелгән.
1904 йыл. Крәҫтиәндәр хәрәкәтенең иң юғары нөктәгә күтәрелеүе. Төп мәсьәлә - алпауыт, ҡаҙна, завод хужалары тартып алған ерҙәрҙе кире ҡайтарыу.
1905 йыл. Май айында Стәрлетамаҡ, Бәләбәй өйәҙҙәрендә ер өсөн тартҡылаш һәм крәҫтиәндәрҙең полиция менән бәрелеше. Декабрҙа Якутов, Свидерский етәкселегендәге Өфө большевиктарының ҡораллы сығышы һәм еңелеүе.
1906 йыл. Эҫем заводы боевиктары полиция менән ҡорал тотоп алышҡа инә. Илдә, революция баҫтырылғандан һуң, ҡара реакция башланған. Меңдәрсә эшсе һәм крәҫтиән төрмәләргә ябылған, каторга эштәренә һөрөлгән, язаланған һәм үлтерелгән.
1907 йыл. Батша хөкүмәте бигерәк тә большевиктарҙы ҡаты эҙәрләгән. Суд ҡарары менән Өфө Советының элекке рәйесе, большевистик ойошма етәкселәренең береһе И. С. Якутов язалап үлтерелгән. Бер йылдан һуң Эҫем большевиктарының етәксеһе М. В. Гузаков үлтерелә. Исемлекте артабан дауам иткәндә үлтерелгән йөҙләгән революционерҙы яҙып китергә булыр ине. Уның урынына архивта һаҡланған, Якутовҡа ҡарата сығарылған Өфө хәрби судының бер приговоры тексын яҙып китеү генә шул ваҡыттағы язалауҙарҙы күҙ алдына килтереүгә бер олуғ өлгө булыр.
П Р И Г О В О Р
По указу ЕГО ИМПЕРАТОРСКОГО ВЕЛИЧЕСТВА 1907 года,ноября третьего дня, Временный Военный Суд в г. Уфе, под председательством Военного Судьи - Генерал - майора ТОЛУБАЕВА,
...слушали дело о бывших мастеровых железнодорожных мастерских станции Уфа, Самаро - Златоустовской железной дороги: мещанах Иване Степановиче ЯКУТОВЕ...
Временный Военный суд в г. Уфе постановил: 1) подсудимого мещанина Ивана Стапановича Якутова 39 лет, за участие в скопище, оказавшем противодействие войскам, для чего Якутовым, вместе с другими лицами, были брошены в войска разрывные снаряды поранившие девять нижних чинов, из коих один умер от этих поражений, лишить всех прав состояния и подвергнутьсмертной казни через повешение. ( ЦГИА РБ. Ф. И. - 334 Оп. 2 л. 6 - 12 )
1905 - 1907 йылдарҙағы революция аграр мәсьәләне хәл итә алмаған.
Киреһенсә хөкүмәт үҙенә ныҡлы терәк булһын өсөн кулактарҙы, йәғни ауыл буржуазияһын көсәйтергә ҡарар иткән. Хөкүмәт ағзаһы П. А. Столыпин инициативаһы менән 1906 йылдың ноябрендә общиналарҙан бүленеп сығыу һәм хөсүси милеккә ер биреү тураһында указ баҫылып сыҡҡан. Столыпиндың аграр сәйәсәтенә крәҫтиәндәрҙең күпселеге ҡаршы булған, сөнки был башҡорт ерҙәрен тағы тартып алыуҙы көсәйтәсәген аңлаған.
Һәм шулай килеп сыҡҡан да. Столыпин реформаһы буйынса Башҡортостан күсеп ултырыусылар төйәгенә әйләнгән, башҡорт ерҙәрен тартып алыу киреһенсә көсәйгән. Шуға күрә, Столыпин аграр реформаһы Башҡортостанда уңышһыҙ тамамлана. Кулактар менән крәҫтиәндәр араһындағы ҡаршылыҡ ҡырҡыулаша бара, крәҫтиән община ерҙәрен кулакка арендаға биреп тороуға ҡаршы сыҡҡан. Былай ҙа бөтөнләй ерһеҙ ҡалған башҡорттар күбәйгәндән - күбәйә барған.
Башҡорттарҙың хәлен үтә күреп торған һәм аңлаған чиновниктар ҙа булған. Шуларҙың береһе, башҡорттар менән йәнәшә йәшәгән Плансон фамилиялы действительный статский советник, ерһеҙ ҡалған һәм аҙ ерлеләр тураһында былай тип яҙа:
... Многие из безземельных, в возрасте от 21 до 35 лет, были посланы на войну (рус - япон һуғышы) и они оставили свои семейства совершенно необеспеченными, а теперь наэлектризованные как боевой жизнью, так и известиями о событиях в других местах, они смело приступят к захвату тех земель,которые действительго нужны им, и которые были отняты уних частью по недосмотру правительства, частью Валуевым ( министр ) и Крыжановским (Ырымбур генерал - губернаторы) по соображениям, не имеющим ни юридического, ни агрономического оправдания. При этом они могут вспомнить о мифической ,, Тюбе. “
Виноваты ли башкиры, что они считают захват бывших их земель - неправильным, а возврат их себе - справедливым ,,судом Линча“ правосудием Аллаха ?
... Из изложенного выше видно, что в малоземелии и безземелии части башкирского населения виновато правительство, а потому оно само должно бы покупать земли, а затем, как и казенные, продавать местным башкирам в рассрочку, но без процентов. Для башкир это было бы большим благодеянием, а для правительства ничтожным, но справедливым пожертвованием...
Повторяю: башкиры миролюбивы, но они не ангелы. Для материальной жизни - им нужен хлеб, т.е. земля,адлядуховнойжизни - им нужны разумные руководители, т.е. благоразумное духовенство и земские начальники...
Если же не будут приняты, между прочим, и вышеуказанные меры, то весьма вероятно, что здешние добродушные башкиры, зная, что происходит в других местах, да было в Уфе, превратятся в таких диких зверей, так же, с которыми лично познакомились наши два предшественника.
Действительный статский советник А. Плансон
( ЦГИА РБ. Ф. канц.уфимс. губ., 1905 г. Д. 150. Л. 233 - 239 )
Реакция йыолдарында большевистик ойошмалар йәшәүҙән туҡтамаған, эшсе - крәҫтиән болалары дауам иткән. Мәҫәлән,1908 йылдың мартында Орск янындағы Кваркен алтын приискыһы эшселәре баш күтәргән. Улар иҡтисади талаптар, атап әйткәндә, эш хаҡын күтәреү, эш көнөн ҡыҫҡартыу талаптарын ҡуйғандар. Ырымбур губернаторы Орскиға атлы казактарын ебәргән, ләкин эшселәрҙең сыуалыштарын тиҙ генә баҫтыра алмағандар.
Революцион шартлауҙы башланып киткән беренсе донъя һуғышы ғына бер- нисә йылға кисектерә алған.
Рәсәй был һуғышҡа бөтөнләй әҙерләнмәгән көйөнсә барып ингән. Уның бөтә ауырлығы өҫтәмә йөк булып хеҙмәтсәндәр елкәһенә ятҡан. Унар меңләп эшсе - крәҫтиән һуғышҡа алынған. Һуғыш Башҡортостандың ауыл хужалығын бөлгөнлөккә алып килгән, беренсенән - эшсе ҡулдар армияға алынған, икенсенән - аттар күпләп фронтҡа оҙатылған, өсөнсөнән - сәсеүлек мыйҙаны, малдар һаны ҡыҫҡартылған. Һөҙөмтәлә халыҡ ярлыланған, ә капиталистар һуғышты байығыу өсөн файҙаланған. Мәҫәлән, 1915 йылда Белорет акционер йәмғиәтенең табышы, 1913 йыл менән сағыштырғанда, биш тапҡырға, Эҫем заводында өс тапҡырға үҫкән.
Һуғыш революцион тулҡынды бөтөрә алмаған. Төрлө формаларға инеп, крәҫтиән хәрәкәте әүҙемләшкән, улар һалым түләүҙән баш тартҡан. Йоҙроҡ һуғыштары ойошторғандар. Эшселәр стачка ойошторғандар, забастовка иғлан иткәндәр.
1917 йылдың башында Рәсәйҙә революцион ситуацияөлгөрөп етә. 27 февралдә буржуаз - демократик революция еңә, батша тәхетенән төшөрөлә, илдә ике властлылыҡ урынлаша.Бер яҡтан - Ваҡытлы хөкүмәт, икенсе яҡтан - эшсе, һалдат, крәҫтиән депутаттары Советтары.
Башҡортостанда ла ике властлылыҡ барлыҡҡа килгән.Ваҡытлы хөкүмәт күрһәтмәһен үтәп, Өфө ҡала думаһы губерна комитетын төҙөгән, был комитет үҙ сиратында Ваҡытлы хөкүмәттең өйәҙ һәм олоҫ органдарын ойошторорға тотонған. Өфө губернаһына Ваҡытлы хөкүмәттең комиссары итеп П. Ф. Коропачинский тәғәйенләнгән, ул өйәҙ комиссарҙарын ҡуйған.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ власы органдары - депутаттар Советтары төҙөлә башлай. Бишенсе март көнө Өфөлә эшсе һәм һалдат депутаттары Советы һайланған. Уның составына 162 кеше ингән. Ҡала Советы рәйесе итеп эсер Гиневский ҡуйылған. Партияның Өфө ҡала комитетына рәйес итеп меньшевик Әхмәтов һайланған.
Ваҡытлы хөкүмәт ер мәсьәләһен хәл итмәгән, һигеҙ сәғәтлек эш көнө булырыу, эш хаҡын күтәреү буйынса ла бер - ни ҙә эшләнмәгән. Шуға күрә яҙға ҡарай забастовкалар йәнә көсәйгән. Унда ҡатнашыусылар 8 сәғәтлек эш көнөн, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы талап иткәндәр. Гутман заводында, шулай уҡ ,,Ағалы- ҡустылы Нобелдәр“ ширҡәтенең нефть һаҡлағыстарында, башҡа предприятиеләрҙә был талаптар үтәлгән.
Ауыл да ҡуҙғый башлаған, крәҫтиәндәр алпауыт ерҙәрен тартып алғандар, йорт - ерҙәрен туҙҙырғандар. Яңы хөкүмәт ер һәм милли мәсьәләне хәл итергә һәләтле булмаған. Февраль революцияһы ябай халыҡ теләгәндең береһен дә бирә алмаған. Шуға күрә большевиктар социалистик революцияға боролош яһап, әҙерлек эштәрен башлағандар.
***
Сөнсө киҫәк