Уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстары.

• уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә,йәмәғәт урындарында,хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү;

• башҡорт теленең фонетик,лексик,грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү;

• башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы,әҙәби китаптарҙы үҙ-аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү;

• үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу;

• телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы,бай мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,башҡорт йолалары,күренекле шәхестәре,тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу,уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү;

• бөтә һаналғандарға таянып,рус һәм башҡорт телдәрен,әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә,балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү,уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

1.4.Предметтың уҡыу планындағы урыны.

Туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы 7 класта база кимәлендә өйрәнелә. 7-се урта мәктәптең уҡыу планында предметҡа аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән, йылына 68 сәғәт тура килә.

Уҡыусыларҙың әҙерлегенә талаптар.

• һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

• текстың планын төҙөү;

• текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

• бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

• текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

• тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

• 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

• тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

• тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

• әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

• текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү;

• ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

• иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

Универсаль уҡыу күнекмәләре.

Уларға түбәндәгеләр инә:

• башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

• тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

• дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

• һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

• тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2.Уҡыу- тематик планы

№ п/п Бүлек исемлеге, темалар Сәғәттәр һаны Шул иҫәптән контроль эштәр
1. Халыҡ ижады тураһында. 4 сәғәт
2. Риүәйәт һәм легендалар 7 сәғәт
3. Йырҙар 3 сәғәт -
4. Таҡмаҡтар 2 сәғәт -
5. Алтын көҙ 2 сәғәт
6. Уҡыу - белем шишмәһе 3 сәғәт
7. Дуҫлыҡта – берҙәмлек 4 сәғәт
8. Хеҙмәте юҡтың- хөрмәте юҡ 4 сәғәт
9. Башҡортостан-ғәзиз ерем 4сәғәт
10. Ап-аҡ ҡарҙар яуа 5сәғәт -
11. Ил намыҫы - ир күңелендә 5 сәғәт
12. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр 4 сәғәт
13. Эх, күңелле яҙ килә! 4 сәғәт
14. Тел - тере шишмә 3 сәғәт
15. Йәмле йәй 7 сәғәт -
16. Әҙәбиәттән бөтә үтелгәнде ҡабатлау 3 сәғәт -
17. Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау 4 сәғәт
  Бөтәһе:

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Киәттәр - 4 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы.Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легөндалар - 7 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заманформалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәгебулаалыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙыңмәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреш

Йырҙар - 3 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Таҡмаҡтар - 2 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ - 2 сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы:Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури.«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Наши рекомендации