Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Аңлатма яҙыу
Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 1-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы (Мәғариф Министерствоһы һәм Ғилми Рәсәй Федерацияһы бойороғо №373, 06.10.2009 й., №1241, 26.11.2010й.); яҡынса башланғыс белем биреү программаһы( Федераль уҡытыу- методик бүлеге менән хупланған, протокол №1/15, 08.04.2015й.; 2015-2016 уҡыу йылының аҙналыҡбашланғыс дөйөм уҡыу планының өсөнсө варианты; Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары” буйынса төҙөлдө. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф.– Өфө: Китап,2011.
Дәреслек:Х.А.Толомбаев , М.С. Дәүләтшина “Бүләк: урыҫ мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн әлифба - Өфө Китап. 2014 й.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Дәрестәрҙә яңы технологиялар (үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла.
Федераль уҡыу планы буйынса 99 сәғәт бүленгән, аҙнаһына 3 сәғәт ,Мәсәғүт лицейының уҡыу планы буйынса ла 99 сәғәткә бүленгән, аҙнаһына 3 сәғәт.
1-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы дөйөм бер документты тәшкил итә һәм биш бүлектән тора: аңлатма;уҡытыу предметына дөйөм характеристика;уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе; уҡыусыларҙың белем күнекмәләренәталаптар; календарь - тематик план.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы
Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Донъяны танып белеү маҡсатары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- «Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
1 класта башҡорт телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:
1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.
2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
-Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-Башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренкле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтәөндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.
5. Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.
6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.
7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.
8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.