Тема 8. Рәүеш hүҙ төркөмө hәм уларҙың тарихы
(2 сәғәт)
Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе.Рәүеш hүҙ төркөмө тураhында Ж.F.Кейекбаев hәм Н.А.Баскаков.
Yтә, иң, бигерәк, бик, ғәжәп, ғәйәт, биҙа, нәҡ, тап, тас, уғата, шаҡтай, байтаҡ, ифрат, бойтом (буйтым) hүҙҙәренең үҙ аллы мәғәнәләрен юғалтып рәүеш яhаусы hүҙҙәргә әүерелеүе.
Боронғо яҙма ҡомартҡылар телендә рәүештәрҙең ҡулланылыуы.
Яhалма рүештәрҙең ҡылым формаларынан, килеш аффикстарынан барлыҡҡа килеүе.
Төрки телдәрендә иң йыш ҡулланылған рәүештәр hәм уларҙың яhалышы. Ары, бире, кире рәүештәрендә (-ры//-ре) боронғо төрки телендә төбәү-йүнәлеш килешенең сағылышы. Кискәре, тышҡары, эскәре, төшкәрә, таңғары, төнгәрә, кисә hүҙҙәрендә -а,-e элементтарының ваҡыт hәм урын төшөнсәhен биреүе. Рәүеш яhаусы -ын//-ен аффикстарының эйәлек категорияhы III зат формаhы менән төшөм килеш формаларына барып тоташыуы (ҡыш-ы-н, яҙ-ы-н, йәй-е-н, көҙ-ө-н, төн-ө-н, кис-е-н йәки ҡышҡы-hы-н, яҙғы-hы-н, көҙгө-hө-н, йәйге-hе-н). Рәүеш яhаусы -са//-әe (минең-сә, элекке-сә, ҡала-са, бала-са) аффикстарының боронғо төрки телендәге сағыштырыу аффиксына барып тоташыуы (субча – как вода, тағча – как гора, отча – как огонь.)
Тема 9. Бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләрҙең hәм ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе.Ярҙамсы hүҙ төркөмдәренең үҙ аллы hүҙ төркөмдәренән барлыҡҡа килеүе. Уға Б.С.Сәйeрғәлиевтың ҡарашы.
Бәйләүестәр. Менән бәйләүесенең яhалышы (берлeн // берлан // илeн, бирлан // бирла). Хәҙерге башҡорт телендә ла // лә формаhының ҡайhы бер hүҙҙәрҙә hаҡланып ҡалыуы (иртәле - кисле). Өсөн, кеүек, hымаҡ, шикеллебәйләүестәренең барлыҡҡа килеүе. Тиклем, саҡлы, ҡәҙәр // ҡәҙәрле бәйләүестәренең сығышы.
Теркәүестәр. Уларңҙың үҫеше. Хәҙерге башҡорт телендә hәм халыҡ ижады әҫәрҙәрендә теркәүестәрҙең ҡулланылышы. А.К.Боровковтың ҡарашы. Ғәрәп hәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән теркәүестәр. Төрки сығанаҡлы теркәүестәр.
Киҫәксәләр. Хәҙерге башҡорт телендә иң үҫешкән ярҙамсы hүҙ төркөмө.
Ымлыҡтар. Ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихы.
Тема 10. Синтаксис. Ябай hәм ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше тураhында дөйөм мәғлүмәттәр
(2 сәғәт)
Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе.Һүҙбәйләнеш. Атрибутив hүҙбәйләнештәр: hан-исем, алмаш-исем, сифат-исем, сифат ҡылым-исем.
Ябай hәм ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше тураhында дөйөм мәғлүмәттәр. Исем hөйләм (хәбәре исем hүҙ төркөмдәренeң – исемдән, сифаттан, hандан, алмаштан – булған hөйләмдәр). Боронғо төрки телендә исем hөйләмдең булыуы. Ҡылым hөйләм (хәбәре ҡылым булған hөйләм).
Теҙмә ҡушма hөйләмдәр.
Башҡорт hәм башҡа төрки телдәрендә эйәртеүле ҡушма hөйләмдәрҙең тарихи үҫеше. Теркәүесле hәм теркәүесhеҙ ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше. Башҡорт hәм башҡа төрки телдәрендә эйәрсән hөйләмдәрҙең тарихи үҫеше, уларҙың баш hөйләм менән бәйләнеү саралары.
Теҙемдәр. Теҙмә hәм эйәртеүле ҡушма hөйләмдәрҙең, шулай уҡ ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың барлыҡҡа килеү тарихы.
3. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»
КУРСЫНЫҢ ПРАКТИК ДӘРЕСТӘРЕНӘ СЕМИНАР ҺОРАУҘАРЫ
СЕМИНАР № 1.
Тема 1. Курстың маҡсаттары, өйрәнеү предметы. Тарихи
Грамматиканы өйрәнеүҙә билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы
(2 сәғәт)
1. Тарихи фонетика, тарихи грамматика, башҡорт теленең диалекттары, ҡәрҙәш телдәр.
2. Телде өйрәнеүҙә синхроник hәм диахроник план.
3. Ж.F.Кейекбаевтың билдәлелек hәм билдәhеҙлек теорияhы (теория ОПНО).
4.
СЕМИНАР № 2.
Тема 2. Фонетика. Һуҙынҡылар hәм тартынҡылар системаhы, уларҙың тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
- Һуҙынҡылар системаhы (вокализм).
- Сингармонизм.Сингармоник параллелизмдар hәм уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре.
- Дифтонгылар мәсьәләhе.
- Тартынҡылар системаhы (консонантизм).
СЕМИНАР № 3.
Тема 3. Морфология. Исем hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Исемдәрҙең hан категорияhы.
2. Исемдәрҙең килеш категорияhы. Төбәү-йүнәлеш, урын-ваҡыт килештәрҙең аффикстары. Сығанаҡ килеш, уның тарихы.
3. Билдәле hәм билдәhеҙ төшөм килеш. Уларҙың тарихы.
4. Эйәлек килеш, уның билдәле hәм билдәhеҙ формалары.
СЕМИНАР № 4.
Тема 4. Алмаш hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Зат алмаштары, уларҙың тарихи үҫеше. Килеш менән үҙгәреш үҙенсәлеге.
2. Кем?, нимә?, ҡайhы?, ҡасан?, ҡайҙа?, ҡайҙан? hорау алмаштары.
3. Билдәләү, билдәhеҙлек hәм юҡлыҡ алмаштарының тарихи үҫеше.
4. Эйәлек алмаштары hәм уларҙың башҡа ҡәрҙәш төрки телдәрендә бирелеше.
5. Күрһәтеү алмашы, уларҙың тарихи нигеҙе.
СЕМИНАР № 5.
Тема 5. Сифат. Уның грамматик категориялары
Hәм тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Төп сифаттар hәм уларҙың боронғо төрки телендә, ҡәрҙәш төрки телдәрендә бирелеше.
2. Сифат дәрәжәләренең тарихи үҫеше. Сағыштырыу дәрәжәһенең тарихи үҫеше.
3. Аҙhытыу дәрәжәһенең тарихи үҫеше.
4. Артыҡлыҡ дәрәжәһенең тарихи үҫеше.
СЕМИНАР № 6.