Биәт» фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Аңлатма яҙыу.
5-се класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы:
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, (29.12. 2012 й. № 273);
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, 25.05. 1991 й, № 1807-1);
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,(01.07.2013 N 696-з);
- “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы (15. 02. 1999, №216-з; 17.03.2003, № 482-з, 28.12.2009, № 192-з, 14.07.2010 № 289-з БР Закондары ред.)
- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12. 2009й.,№ УП- 730)
- Дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡытыу шарттарына гигиеник талаптар СанПиН (29.06.2011, №85);
- МБДББУ “1-се урта мәктәбе”нең уҡытыу планы нигеҙендә төҙөлдө.
Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың әһәмиәте илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ – эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.
Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп, системалы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әҙәбиәт тәрәнәйтелеп өйрәнелә. Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме, телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре индерелгән.
Программа буйынса башҡорт әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Матур әҙәбиәт текстарын форма һәм йөкмәтке берлегендә аңлап ҡабул итеү.
3. Төп әҙәби-тарихи мәғлүмәттәрҙе һәм әҙәби теоретик төшөнсәләрне белеү.
4. Балаларҙы башҡорт әҙәбиәте, халыҡ ижады, башҡорт халҡының сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүҙәренә ирешеү.
5. Уҡыусыларҙың телдән һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
6. Әҙәби әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау.
Уҡыу преметына дөйөм характеристика
“Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне “Башҡорт теле” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтене һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.
“Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунда: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.
Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора. Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы – 5-8 кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.
Илебеҙҙә дөйөм белем биреүҙең яңы быуын дәүләт стандарттарын индереү барғанда, үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте уҡытыуҙың йөкмәткеһен һәм алымдарын яңыртыу, уны өр-яңы нигеҙҙә ҡороу өсөн киң юл асты.
Яңы быуын стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.
5-8 кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәтеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Был программа яҙыусының ижады тураһында белешмә биреүҙе күҙ уңында тотмай. Әгәр программала махсус күрһәтелмәһә, уҡытыусы теге йәки был яҙыусы ижады тураһында ҡыҫҡаса әйтеп китеү менән генә сикләнә. Ә инде айырым тәҡдим ителһә, ентеклерәк мәғлүмәт бирелә
Программала әҫәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителде.
Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә.
Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.
Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә; уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырым ҙур әһәмиәткә эйә.
Программала яңы быуын стандарттары нигеҙендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағыштырыуҙар, эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотола. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла. Был бигерәк тә шиғри телмәргә ныҡ ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәр үҙенсәлектәрен, шиғыр үлсәүҙәрен, теге йәки был шиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен өсөн, эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр алып барыла.
Башҡорт әҙәбиәтенең уҡыу планындағы урыны:
5-се класта фәнде өйрәнеүгә 102 сәғәт бүленгән.
биәт» фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Төп урта мәктәбе тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
· Шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
· Танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.)
Төп урта мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
· Проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбат итеү өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
· Эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
· Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.
Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) Танып белеү сфераһында:
· Башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
· Художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
· Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
· Әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
· Әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби термидар менән эш итә белеү;
2) Ҡиммәт-ориентация сфераһында:
· Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
· Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
· Өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
· Автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3) Коммуникатив сферала:
· Төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
· Проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
· Тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
· Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
4) Эстетик сферала:
· Һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
· Әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ ҡабул итеү;
· Башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.