Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 4 страница
135. Һәй, иман килтергән кешеләр, ғәҙеллекте боҙмайынса, үҙегеҙгә зыян булһа ла, ата-әсәгеҙ һәм туғандарығыҙға ҡаршы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыусылар булығыҙ. (Ғәҙеллектә шаһитлыҡ иткәндәр) бай булһалар ҙа, фәҡир булһалар ҙа, Аллаһ ҡаршыһында улар тигеҙ. Хискә (нәфсегеҙгә) бирелеп, тура шаһитлыҡтан ҡасмағыҙ, дәлилдәрҙе боҙһағыҙ йәки шаһитлыҡтан баш тартһағыҙ, Аллаһ барыһын да белеп торор. (136) һәй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа, Пәйғәмбәренә, уға индерелгән Китапҡа, унан алда индерелгән китаптарға ла иман килтерегеҙ. Кем Аллаһты, Уның фәрештәләрен, китаптарын, пәйғәмбәрҙәрен һәм Ҡиәмәт көнөн инҡар итә, шул теүәл мәғәнәһендә кире сыға алмаҫлык дәрәжәлә юлдан яҙған булыр. (137) Иманға килеп тә, һуңынан (Аллаһты) инҡар итеп, унан һуң тағын иман килтереп, йәнә кәферлеккә күскәндәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ та, уларҙы тура юлға ла ҡайтармаҫ. (138) Монафиҡтарҙан «һөйөнсө ал»: уларға әсе яза ғазаптары әҙерләнгән. (139) Мосолмандарҙы ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ иткәндәр: улар янында бөйөклөк ҡаҙанырбыҙ, тип өмөтләнәләрме? Белеп торһондар, бөтөн бөйөклөктәр бары тик Аллаһ хозурында ғына. (140) Ул (Аллаһ) китапта һеҙгә шуны индергән, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп йәки уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырырға тырышып һөйләүселәрҙе ишеткәс тә, улар башҡа бер һүҙ башлағансыға саҡлы кәферҙәр менән бергә ултырмағыҙ, юҡһа, һеҙ ҙә улар кеүек булырһығыҙ. Әлбиттә, Аллаһ монафиҡтарҙың һәм кәферҙәрҙең барыһын йәһәннәмгә туплаясаҡ. (141) Һеҙҙең ҡылғандарығыҙҙы күҙәтеп тороусылар (монафиҡтар), Аллаһ һеҙгә еңеү килтерһә:
— Беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә булдыҡ бит, — тип әйтерҙәр. Әгәр ҙә кәферҙәргә еңеү килһә, улар:
— Мосолмандарҙы еңергә ярҙам иттек, мөьминдәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ түгелме? – тип әйтерҙәр.
Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ арағыҙҙағы был бәхәсте хөкөм итәсәк һәм мөьминдәргә зыян килтерерлек юлды кәферҙәргә бирмәйәсәк. (142) Шик юҡтыр, монафиҡтар хәйлә ҡороп, Аллаһты алдарға өмөтләнә, гәрсә, Аллаһ уларҙың хәйләләрен үҙ баштарына ҡаплайасаҡ. Улар намаҙға иренеп кенә торалар, кеше күрһен өсөн генә (доға) уҡыйҙар. Аллаһты бик һирәк иҫкә алалар. (143)Улар араһында аптырап икеләнеп йөрөүселәр ҙә күп. Ни өсөн быларға (мосолмандарға) эйәрмәйҙәр, ни өсөн тегеләргә (кәферҙәргә) һыйынмайҙар. Шундай аҙашҡандарға сығыр юл табылмаҫ.
144. Әй, иман килтергәндәр, мөьминдәрҙе ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Шулай эшләп, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы икәнлегегеҙгә дәлил әҙерләрһегеҙме?
145. Шик юҡ, монафиҡтар йәһәннәмдең иң аҫҡы ҡатында буласаҡ. Уларға инде һис бер ярҙамсы табалмаҫһың.
146. Бары тик тәүбә итеп, хаталарын төҙәткәндәр, тик Аллаһҡа һыйынғандар, Аллаһ өсөн генә дин тотҡандар башҡа ҡәүемдән булыр. Улар мосолмандар менән бергә булыр.
Оҙаҡламай Аллаһ мөьминдәргә оло әжер бирәсәк. (147) Әгәр һеҙ иман килтереп, шөкөрҙәр ҡылһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе ни өсөн ғазапҡа һалһын, ти! Аллаһ шөкөр итеүселәрҙе бүләкләй. Ул барыһын да белеп тора.
148. Һүгенеү һүҙен ҡысҡырып әйткәндәрҙе Аллаһ яратмаҫ. Фәҡәт ғәҙелһеҙлеккә дусар булған кешенән башҡа. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.
(«Кеше артында һүгенеү һүҙҙәре һөйләү, ғәйбәт йөрөтөү, нахаҡ яла яғыу, ялғанлашыу, кешене мыҫҡыл һүҙе — барыһы ла кәферлек ҡылыуҙыр. Әйтәһе килгән саҡта ла ул һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тыйылып ҡалыу яҡшы ғәмәл. Бары тик хаҡһыҙға рәнйеш, кәмһетеү күргән кеше генә, сыҙар әмәле ҡалмағас, үҙенең киҫкен фекерен ҡысҡырып әйтә ала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
149. Изгелекле эшегеҙҙе башҡаларға асыҡ эш итһәгеҙ ҙә, ул турала әйтмәй ҡалһағыҙ ҙа йәки яманлыҡты ла (кешегә һөйләмәйенсә) ғәфү итһәгеҙ ҙә була. Шөбһәһеҙ, Аллаһ артығы менән ғәфү итеүсе һәм ҡөҙрәт эйәһеҙер.
150. Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар иткәндәр һәм Аллаһ менән пәйғәмбәрҙәрҙе бер-берҙәренән айырырға теләгәндәр:
— Был пәйғәмбәргә инанығыҙ, быныһына инанмағыҙ, — тип әйтеүселәр, иман менән кәферлек араһындағы юлды тоторға теләүселәр юҡмы ни? (151) Бына ысын кәферҙәр шуларҙыр, һәм беҙ ул кәферҙәргә үҙәктәрҙе өҙә торған язалар әҙерләнек.
152. Аллаһҡа, пәйғәмбәрҙәргә иман килтергәндәргә һәм уларҙы бер-берһенән айырып ҡарамаған әҙәмдәргә килгәндә, бына уларға инде Аллаһ Тәғәлә көндәрҙән бер көндө олуғ бүләк тапшырасаҡ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.
153. Китаплы халыҡ үҙҙәренә Күктән Китап (белем) индерелеүен теләй. Улар Мусанан быныһынан да ҙурыраҡты талап иткәндәр ине.
— Беҙгә Аллаһты күрһәт, — тинеләр.
Шул кәферлектәре арҡаһында уларҙы йәшен һуҡты. Һуңынан асыҡ дәлилдәр килгәс тә, улар быҙау һынын тәңре иттеләр. Беҙ быны ла ғәфү иттек. Һәм Мусаға ап-асыҡ хөкөм итер өсөн дәлил (Тәүрәтты) бирҙек. (154) Уларҙы ант иттерер өсөн өҫтәренә Тур тауын ҡорҙоҡ та уларға:
— Баш эйеп ҡапҡанан уҙығыҙ. (Тыйылғанды эшләп) шәмбе көн сиктәренән сыҡмағыҙ, — тинек. Үҙҙәренән ант һүҙе алдыҡ. (155)Анттарын боҙоп, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, хаҡһыҙ рәүештә пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре өсөн һәм:
— Күңелдәребеҙ ҡаплаулы, — тигәндәренә күрә, (уларға ләғнәт ебәрҙек, башҡаларына бәләләр килтерҙек. Уларҙың күңелдәре ҡаплаулы түгел ине) кәферлектәре сәбәпле, Аллаһ ул күңелдәргә йоҙаҡ һалып ҡуйҙы, уларҙың бик әҙе генә иман килтерер. (156) Аллаһты инҡар итеп, кәфер булғандары өсөн һәм Мәрйәм тураһында әшәке ғәйбәт таратҡандары өсөн (язаланыҡ).
157. — Аллаһтың илсеһен — Мәрйәм улы Ғайсаны үлтерҙек, — тигәндәре өсөн (уларға ләғнәт ебәрҙек). Гәрсә, уны үлтермәнеләр ҙә, ҡулдарынан ҡаҙаҡлап та ҡуйманылар, фәҡәт (үлтерелгән бәндә) уларға Ғайса булып күренде.
Уның тураһында бәхәс ҡуҙғатыусылар икеләнеп ҡалдылар, шикле фаразларынан башҡа, улар ҡулында һис ниндәй ҙә дәлил юҡ, ысынында, улар уны үлтермәне.
158. Юк, уны үлтермәнеләр. Аллаһ уны үҙ хозурына алды. Аллаһ ғиззәт һәм хикмәт эйәһеҙер. (159) Китаплы халыҡтан һәр кеше үлеме алдынан, мотлаҡ, (Ғайсаға) иман килтерәсәк (ләкин уларҙың тәүбәһе ҡабул булмаҫ). Ҡиәмәт көнөндә лә ул (Ғайса пәйғәмбәр) уларға ҡаршы шаһит буласаҡ.
160. Золом иткәндәре өсөн, күп кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырғандары өсөн, йәһүдтәргә элек хәләл ителгән саф һәм затлы нәмәләрҙе харам ҡылдыҡ. (161) Аллаһ тарафынан ҡәтғи тыйылған булһа ла, риба алғандары, хәйлә менән кеше малдарын әрәм итеп, ашағандары өсөн, улар араһындағы кәферҙәргә һыҙландырғыс язалар әҙерләнек.
162. Ләкин араларында тәрән белемле булғандарға һәм мөьминдәргә: һиңә индерелгәнгә һәм һинән элек индерелгәндәргә иман килтереүселәргә, намаҙ уҡыусыларға, зәкәт биреүселәргә, Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанғандарға оҙаҡламай олуғ бүләктәр бирәсәкбеҙ.
(«Араларында тәрән белемле булғандарға» тәғбирен тәфсирселәр төрлөсә анлата. Ш. Ноғманиҙа:«белемгә ирешкән Ислам ғалимдары» тип әйтелгән. И. Крачковскийда: «твердые в знании из них», тип әйтелгән. Йәғни белемле йәһүдтәргә кинәйә итә кеүек. X. Чантай һәм А. Өҙәктәфсирҙәрендә лә улар, йәғни йәһүдтәр «мөьминдәр» һүҙе менән айырым килә. Уфа китап нәшриәтендә сыҡҡан тәржемәсенән ул тәрән белемлеләр йәһүдме, мосолмандармы икәне асыҡ күренмәй.
163. Беҙ Нухҡа һәм унан һуң килгән пәйғәмбәрҙәргә уахи ҡылған кеүек, һиңә лә уахи күндерҙек, һәм Ибраһимға, Исмәғилгә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа, быуындарына, Ғайсаға, Әйүпкә, Юнысҡа, Һарунға һәм Сөләймәнгә уахи күндерҙек. Дауытҡа ла Зәбүр бирҙек.
164. Һинән әүәл килгән байтаҡ ҡына пәйғәмбәрҙәр тураһында һиңә һөйләнек, байтаҡтары тураһында һөйләмәнек. Һәм хаҡтыр, Аллаһ Муса менән, ысынлап та, һөйләште.
165. Һөйөнөслө хәбәрҙәр ташыр өсөн, киҫәтеүсе хәбәрҙәр килтерер өсөн, пәйғәмбәрҙәр күндерҙек; бәндәләр пәйғәмбәрҙәрҙән һуң Аллаһ ҡаршыһында (беҙ быны белмәнек, беҙгә Китап индерелмәне, Рәсүлдәрҙе беҙ күрмәнек, беҙ ул эштең гөнаһ икәнен белмәнек, белгән булһаҡ, эшләмәгән булыр инек, тип) һылтау табып, аҡланырға маташмаһындар өсөн. Аллаһ бөйөк һәм хикмәт эйәһеҙер.
166. Һиңә (Ҡөръән) индергәнгә бары тик Аллаһ шаһит, уны Үҙ ғилеме менән индерҙе. Фәрештәләр ҙә шаһитлыҡ итәсәктәр. Гәрсә, шаһитлыҡта Аллаһ етәр.
167. Инҡарсылар, башҡаларҙы ла шул юлға күндереүселәр, шөһбәһеҙ, тура юлдан йыраҡҡа кереп аҙашҡандар. (168) Инҡар итеп, изгелекһеҙ ғәмәлдәр ҡылыусыларҙы Аллаһ ярлыҡамаҫ. Уларҙы башҡа бер юлға ла күндермәйәсәк. (169) Уларҙың юлы йәһәннәмгә килтереп сығарасаҡ. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ өсөн был эш бер ҙә ҡыйын түгел.
170. Әй, кешеләр, Рәсүл һеҙгә Раббығыҙҙан хаҡлыҡ килтерҙем, үҙ файҙағыҙға иман килтерегеҙ. Әгәр (Аллаһты) инҡар итһәгеҙ (ихтыярығыҙ). Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шөбһәһеҙ, барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ — сикһеҙ ғилем һәм хикмәттәр эйәһеҙер.
171. Әй, китаплы халыҡ, динегеҙҙә артығын ҡыланмағыҙ һәм Аллаһ хаҡында ысындан башҡаһын һөйләмәгеҙ. Мәрйәм улы Ғайса (Мәсих), ул бары тик Аллаһтың рәсүлеҙер, Аллаһтың Мәрйәмгә урынлаштырған һүҙе һәм Үҙенән өргән рухтыр.
Шулай булғас, Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә иман килтерегеҙ. (Тәңре) «өс», тип әйтмәгеҙ, үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн, улай әйтеүҙән ваз кисегеҙ. Аллаһ бер генә. Ул бала атаһы булыуҙан азат. Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, шулар Уныҡыҙыр. Рәхмәт эйәһе булараҡ, Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ.
(«Христиандар бер Аллаһға ышаныуға килеп етмәнеләр. Улар Аллаһ менән пәйғәмбәрҙе бутай. Хәҙрәти Муса, хәҙрәти Ғайса китап әһелдәренә тәүхид (Аллаһты бер тип таныу) килтерһә лә, ысынлыҡты ҡабул итмәнеләр. Христиандар: Хоҙай — ата, Хоҙай — ул һәм Хоҙай — Изге Рухтан торған Тәңре, — тип әйтәләр. Йәғни, уларса, Аллаһ өс Хоҙайҙың берлегенән хасил булып сыға. Улар өсөһө айырым, өсөһө бер юлы бер Аллаһ, йәнәһе». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
(«Динегеҙҙә артығын ҡыланмағыҙ» тәғбире Мәуләнә Ғәлиҙә: не нарушайте границы религии вашей; Валерия Пороховала: В религии своей излишествам не предавайтесъ; Суат Йылдырымда: динегеҙҙә хаттин ашмағыҙ, тип әйтелгән. Был тәржемәләр нигеҙҙә яҡын булһа ла, уларҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ айырмалары ла юҡ түгел. Диндә артығын ҡыланыу фанатизмға килтерһә, үҙ динеңдең сиктәрен боҙоу тағын да хәтәрерәк гөнаһҡа илтә, ике мәғәнәһе лә ғибрәтле.)
172. Мәсих тә, Аллаһҡа иң яҡын торған фәрештәләр ҙә Аллаһтың ҡолдары булыуҙан хурланмайҙар. Аллаһҡа ҡол булыуҙан баш тартып, тәкәберләнгәндәрҙең барыһын да Аллаһ оҙаҡламай үҙ хозурына туплаясаҡ.
(Мәсих - Ғайса пәйғәмбәрҙең бүтән исеме )
173. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ тейешенсә әжер бирәсәк һәм уларға үҙ хазинаһынан тағын да бүләк өҫтәйәсәк. Аллаһтан йөҙ сөйөргән һәм тәкәбберҙәргә иһә хәтәр ғазап бирер. Улар үҙҙәре өсөн Аллаһтан башҡа бер дуҫ та, бер ярҙамсы ла таба алмаҫ (174) Әй, кешеләр, шөбһәһеҙ, һеҙгә Раббығыҙҙан ҡәтғи бер дәлил килде һәм һеҙгә ап-асыҡ бер нур индерелде. (175) Аллаһҡа иман килтереп, Уға һыйынғандарҙы рәхмәтенән айырмайынса, ниғмәт дарьяһына сумдырасаҡ һәм уларҙы тура юлға кертәсәк.
176. Улар һинән күрһәтмәләр көтә. Әйт һин: — Аллаһ атаһы һәм балаһы булмаған кешенең мираҫы хаҡында былай хөкөм йөрөтә, тип. Балаһы булмаған кеше үлһә һәм уның ҡыҙ ҡәрҙәше булһа, ҡалған малдың яртыһы уныҡы булыр. Ҡыҙ ҡәрҙәш үлеп, балаһы булмаһа, унан ҡалған малға ир ҡәрҙәше вәриҫ булыр. Ир үлеп, ҡыҙ ҡәрҙәштәр икәү булһа, ҡалған малдың өстән икеһе уларға. Әгәр ҙә ирле-ҡатынлы, тағын башҡа ҡәрҙәштәре булһа, ирҙең хаҡы, ике ҡатын өлөшө ҡәҙәр булыр. Яңғылышмаһындар өсөн, Аллаһ асыҡлыҡ кертә. Аллаһ барыһын да белә.
Мәәидә (Табын) сүрәһе
(Мәәидә сүрәһе 120 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә уахиҙец һуңынан ирешкән заманда индерелде. «Мәәидә» — табын, дәстархан, тигән һүҙҙер. 112 һәм 114 нсе аяттарҙа хәҙрәти Ғайса заманында, күктән көтөлә торған ниғмәт, ашъяулыҡ, дәстархан тураһында һөйләнә, исеме шунан килә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, иман килтергәндәр, антығыҙҙа (вәғәҙәгеҙҙә) тороғоҙ. Хайуандарығыҙ һеҙгә хәләл ризыҡ ителде. Аятта һаналғандарҙан (харамдан) башҡаһы. Ихрамда булһағыҙ, аусылыҡ тыйыла. Хаҡтыр, Аллаһ Үҙе теләгәнен хөкөм итә.
(Ант, вәғәҙә өс төрлө Ҡөръәндә яҙылғанса ғына эш ҡылырмын, тип Аллаһ ҡаршыһындағы ант. Аллаһ исеме менән әйтелгән нәҙерҙәр. Кешеләрҙең үҙ-ара ҡуйышҡан вәғәҙәләре, һүҙҙәре. Ихрам, йәғни харам, хаж ваҡытында ихрам бәйләү йолаһы бар. Ихрам бәйләгән кеше махсус кейем кейә. Ихрам ваҡытында хәләл ҡылынған кейектәрҙе ауларға ярамай.)
2. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ шәриғәтенең, харам айҙарҙың, ҡорбан салыуҙың, ғәрдәнлектәрҙең (биҙәлгәндәрҙең) һәм Раббынан сауҙа файҙаһы һәм Уның ризалығын эҙләп Бәйтүл-Харамға килгәндәрҙең дәрәжәһен төшөрмәгеҙ, уларҙы рәнйетмәгеҙ. Ихрамдан сыҡҡас та ау башларға мөмкин. Харам мәсетенә керетмәгәндәре өсөн һин асыу тотоп, асыуланма. Изгелек итеүҙә, яман эш ҡылыуҙан һаҡланыуҙа бер-берегеҙгә ярҙамлашығыҙ. Гөнаһ ҡылыуҙа, дошманлыҡ эштәрендә ярҙамлашмағыҙ. Гөнаһлы булып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр булыр.
(Харам айҙар — һуғышырға ярамай торған айҙар. Бәйтүл-Харам — харамлыҡ, ярамаған эш ҡылырға ярамай торған бина. Ғәрдәнлек — дини байрамдарҙа мосолманлыҡты, хажилыҡты айырып күрһәтеп тороусы биҙәнеү әйберҙәре: муйынсаҡ, алҡа һәм башҡалар. Ҡорбанға салынырға тейешле хайуандың, муйынына матурлау-биҙәү әйберҙәре, йәғни ғәрдәнлектәр тағыла, был осраҡта, әлбиттә, ҡорбан ғәрдәнлеге тураһында һөйләнә.)
3. Үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап салынған, быуылып үлгән, (таш, күҫәк менән бәреп) үлтерелгән, бейеклектән йығылып үлгән, һөҙөп үлтерелгән, йәнлектәр ботарлаған хайуан итен — үлеп етмәгәндә салып ҡалынғандан тыш — табына торған таш һындарға бағышлап салынған иттәрҙе ашау һәм фал уҡтары (ырымланған уҡтар) менән үлсәү һеҙгә харам ителде. (Ундай иттәрҙе ашау) юлдан сығыу, тип атала. Бөгөн кәферҙәр һеҙҙе динегеҙҙән яҙҙырыу эшенән ваз кистеләр. Хәҙер уларҙан ҡурҡмағыҙ инде. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем. Кем дә кем ашарына ризыҡ таба алмайынса, аслыҡтан ашарға мәжбүр булһа, (харамды ла) ашай ала, гөнаһлы булмаҫ дәрәжәлә. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер. (4) Нәмәләр хәләл икәнлеген улар һинән һорай: Һин әйт: