IV бүлек. Ҡәйнәле уҡытыусы ғаиләһе

Инеш

Минең тикшеренеү эшемдең темаһы: “Абруйлы уҡытыусы”.

Мин Ғатауллина Венера Наил ҡыҙы булам. Мәҫкәү урта мәктәбенең 6–сы класында белем алам.

Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә үҙемдең урамда йәшәгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе – Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы тураһында яҙыуҙы, уның бала – сағы, мәктәптә эшләгән һәм училищела уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙаныштары менән таныштырыуҙы үҙемә маҡсатитеп алдым.

Тикшеренеү эшемдең бурыстары:

Ø Уҡытыусының эшен генә түгел, ә уның бала-сағы, тормошо, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡәйнә менән йәшәүе хаҡында белешмә йыйыу;

Ø Тикшеренеү эше буйынса тәжрибә туплау;

Ø Анализдар эшләп, һығымта яһарға өйрәнеү;

Ø Уҡытыусының ауыр эшенә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;

Ошо бурыстар аша маҡсатыма ирешермен, тип улайым.

Тикшеренеү эшенең объекты булып уҡытыусы һөнәре һәм тормошо тора.

Тикшеренеү эшемдең актуаллеге:Хәҙерге ауыр заман талаптарына ҡарамай уҡытыусы эшенең иң кәрәкле, иң мөһим, иң ауыр, иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһе булғанлығын иҫбат итергә теләнем.

Тикшеренеү эшемдең гипотезаһы.Абруйлы уҡытыусымдың мәктәптә генә түгел, ҡәйнәһе алдында ла абруйлы кеше булып йәшәүе менән ғорурланып, унан үрнәк алып йәшәргә өйрәнергә кәрәклекте иҫбат итергә тырыштым.

I бүлек. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙының бала саҡ хыялы, ата-әсәһе

Ишмийәрова Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы 1958 йылдың 7 февралендә Учалы районының Байрамғол ауылында Ғәйнетдинов Әхмәҙулла Хайбулла улы һәм Зәкиә Ғиззәт ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға тыуған. Атаһы ғүмер буйы ауылда эшләгән. Тәүҙә шофер, механик эштәрен башҡарһа, аҙаҡ управляющий булып эшләй. Әсәһе лә өйҙә тик ултырмай, төрлө эштәрҙә йөрөй. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы бала сағынан уҡ бик тырыш, уңған уҡыусы, ата-әсәһенә ярҙамсыл ҡыҙ, алты бөртөк ҡустыһына апай булып үҫә. Сәхиәр, Айҙар, Ирек, Венер, Ауаз, Рөстәм исемле ҡустылары өсөн апалары һәр ҡайҙа ла өлгө булып тора. Тик бөгөнгө көндә ике ҡустыһы гүр эйәһе булыр өлгөргән.

Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы малайҙар араһында үҫкәнгәлер, бәләкәй сағында малайҙар менән бергә “малайҙар уйыны” уйнап үҫә, һуғыш уйындарын үҙ итә. Ҡустылары бәләкәйҙән уны тыңлап үҫәләр, һаман унан кәңәш алалар, йомош менән киләләр.

II бүлек. Онотолмаҫ мәктәп һәм студент йылдары

Беренсе класҡа 1965 йылда бара. Мәктәпкә уҡырға барғас та үҙенең тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Бала сағынан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана. Тәүге уҡытыусыһы Исламова Нәйлә Әхәт ҡыҙы ла уның тырышлығын күреп, уҡытыусы булырға өндәй. Математика, геометрия фәндәре буласаҡ уҡытыусыға еңел бирелә. Ә бына тарих, физика фәндәрен яратып бөтмәй. Көслө рухлы, тиктормаҫ ҡыҙ уҡыу секторы, староста, комсомол секретары эштәрен үтәй. Мәктәп тормошонда актив ҡатнашып йәшәгән уҡыусы, Яңы Байрамғол туғыҙ йыллыҡ мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлап, 1973 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға керә.

Шулай итеп, күптән хыялланған студент тормошо башлана. Студент йылдарында ла Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы үҙен тырыш, талапсан, үҙ маҡсатына ирешеүсән итеп күрһәтә. Дөйөм ятаҡтағы күңелле тормош әле һаман уның

күңелендә һаҡлана. Училищелә уҡыған дүрт йыл шаулап-гөрләп үтеп тә китә. 1977 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы танытмаһын алып, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта.

III бүлек. Мәҫкәү мәктәбендә эшләгән йылдары

Хеҙмәт юлын Учалы районы Сораман ауылы мәктәбендә башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң 1978 йылда Мәҫкәү һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп күсерәләр һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә эшләй. 1979 йылда Мәҫкәү ауылы егетенә кейәүгә сыға. Ишмияров Радик Сәғит улы менән бергә ике улға ғүмер биреп, татыу йәшәп китәләр. Дәрте ташып торған егет, ауылында шофер булып эшләй. Олоғая килә мәктәптә эшсе булып йөрөй. Аҡыллы, тыныс холоҡло ағай менән бергә 1991 йылда ҙур һәм яҡты йорт һалып керәләр.

Ауылға килгән йәш уҡытыусыны ул йылдарҙа йәмәғәт эштәрендә лә егергә генә торғандар. Ауылдың йәмен, бәҫен төшөрмәй, уҡыусылар менән ауылды таҙа тотоу, байрам һайын концерт ҡуйыу, алдынғы эшселәр һәм комбайнсылар алдында ҡырға барып сығыш яһау – барыһы ла уҡытыусы елкәһендә булған. Агитатор эшен дә уҡытыусы алып барған. Ул ғына түгел, Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы ике тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлана. Был эште лә тоғро башҡарыр өсөн ал-ял белмәй эшләргә тура килә уға. Ауыл халҡы уҡытыусыларға ныҡ ышанып йәшәгән. Шуға күрә, абруйлы уҡытыусы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән эш алып барыу өсөн председатель булып та эшләй.

IV бүлек. Ҡәйнәле уҡытыусы ғаиләһе

Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы ҡәйнәһе менән ғүмер буйы бергә йәшәй. Ҡәйнәһе, Сажиҙә Сабирйән ҡыҙы, һуғыш ветераны, ул йылдарҙа ашнаҡсы булып эшләй. Баҫыу эшселәрен тәмле аштары менән һыйлай. Шуға ла, Рәүзилә апай хуш еҫле йомшаҡ икмәк – күмәстәрен, ҡәйнәһенән бешерергә өйрәнеп ҡала. Ә үҙенең әсәһенән төрлө матур бәйләм эштәренә өйрәнә. Ашнаҡсы булып эшләгән ҡәйнәһе тураһында, ауылымдың яҙыусыһы Фәрит Билалов, төртмә телле таҡмаҡтарында ошо юлдарҙы яҙа:

Көн-төн тимәй, ялды белмәй

Өлөштәрҙе өләшә.

Сажидәнең хеҙмәтенә

Шеф-поварҙар көнләшә.

Ысынлап та, эшкә уңған ҡәйнәһе булған Рәүзилә апайҙың.

Үкенескә ҡаршы, егерме һигеҙ йыл бергә йәшәгәндән һуң, 2007 йылда яратҡан тормош иптәшен, йәндәй күргән ике улын, ҡәҙерле әсәһен

ҡалдырып, Радик Сәғит улы бик иртә был яҡты һәм тыныс донъянан китеп бара.

Шулай ҙа, көслө рухлы Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы, ҡыйынлыҡтарға бирешмәйенсә, тормош йөгөн үҙ иңендә генә күтәреп, балаларын кеше итеп тәрбиәләп, ҡәйнәһен хөрмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Ҡәйнәһен ташламай, бергә йәшәй.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй өлкән улы Ринат (1980 йылғы) төрлө һөнәргә эйә була. Өйләнеп, ике һылыу ҡыҙға атай булып, Учалы ҡалаһында ғүмер итә. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы ейәнсәрҙәрен күрергә йыш ҡына улар эргәһенә барып тора. Лийә инде 5-се класҡа барһа, икенсе ейәнсәре Нилә 3-сөгә бара. Кесе улы Раят Өфө ҡалаһында экономист, баш бухгалтер булып эшләй.

Әле лә Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә. Балаларына ул изге әсәй, ейнәсәрҙәренә ҡайғыртыусан, өлгөлө өләсәй. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы – оло йөрәкле, сабыр холоҡло, изге күңелле кеше. Үҙемдең урамда йәшәүсе, беҙҙең йәш быуынға үрнәк булған уҡытыусы менән һоҡланам.

Наши рекомендации