Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 3 страница
84. Аллаһ юлында һуғыш. Үҙеңә йөкләтелгәндән башҡаһына һин яуаплы түгел. Мөьминдәрҙе өгөтләп рухландыр. Бәлки Аллаһ кәферҙәрҙең һөжүмен тыйыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәм язаһы дәһшәтлеҙер.
85. Кем берәй изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем әшәкелек ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул әшәкелектән булыр. Аллаһ һәр нәмәгә хакимдер.
86. Сәләм (бүләк) биргәнгә һеҙ унан да матурыраҡ (артығыраҡ) сәләм (бүләк) бирегеҙ. Йәки уны тигеҙ сәләмләгеҙ (бүләкләгеҙ) Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне хисапта тота.
87. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ, әлбиттә, Ул һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә бергә туплаясаҡ; бында бер ниндәй ҙә шик булыуы мөмкин түгел. Һүҙҙә тороу мәсьәләһендә Аллаһтан да вәғәҙәлерәк кем бар?
88. Һеҙ ни өсөн монафиҡтар мәсьәләһендә икегә айырылдығыҙ. Гәрсә, Аллаһ ҡылғандарына күрә уларҙы йөҙ түбән килтерҙе. Уларҙы Аллаһ ҡыуып ебәргән тура юлға кире бормаҡсы булаһығыҙмы? Һин уларҙы Аллаһ аҙаштырған юлдан алып сығырға дөрөҫ юл таба алмаҫһың.
89. Үҙҙәре кеүек кәфер булыуығыҙҙы теләгәндәр менән дуҫлашмағыҙ. Улар йорттарын ташлап сыҡҡанға (Аллаһ юлы менән башҡа ергә күсеп киткәнгә, һижрәт иткәнгә, йәғни мосолманлыҡҡа күскәнгә) саҡлы. Әгәр ҙә улар йөҙ сөйөр(өп, һеҙҙе һатһа, һеҙгә хыянат ит)һә, уларҙы тотоғоҙ, тотҡан ерҙә үлтерегеҙ һәм уларҙың берһен дә дуҫ йәки ярҙамсы итеп алмағыҙ, әгәр ҙә (90) улар һеҙҙең менән килешеүҙәр төҙөгән халыҡтан булмаһа йәки улар, күңелдәре төшөп, һеҙҙең менән дә, үҙ халҡы менән дә үҙ-ара ла һуғышмаҫҡа ҡарар ҡылған булмаһалар. Аллаһ ихтыяр итһә, уларҙың күңеленә яулап алыу теләге кертер ине, улар һеҙҙең менән һуғышыр ине. Әгәр ҙә улар һуғыштан баш тартып, ситкә китһәләр, һеҙҙе килешеүгә саҡырһалар, ул ваҡытта Аллаһ уларға ҡаршы барырға һеҙгә юл ҡуймаҫ.
91. Һеҙҙең ышанысты, үҙ халҡының да ышанысын ҡаҙанырға (күренеп, ләкин хыяныт итеүселәрҙе) тырышыусыларҙы ла осратырһығыҙ. Уларҙы фетнәгә ҡыҫтаһалар, баш-аяҡтары менән фетнәгә ҡатнашырҙар. Әгәр улар (һөжүмде туҡтатып) һеҙҙән йыраҡлашмаһалар, килешеү тәҡдим итмәһәләр, һеҙгә ҡулдарын оҙайтһалар, уларҙы осратҡан ерҙә үлтерегеҙ. Бына шулай итеп, һеҙгә шундай ҡәтғи фарман бирҙек.
92. Яңылышлыҡ менән булмағанда, мосолманды мосолман үлтерергә тейеш түгел. Яңылышлыҡ менән мосолманды үлтергән кеше бер мосолман ҡолон азат итергә тейеш һәм мәрхүмдең ғаилаһенә ҡан һалымы түләргә тейеш, әгәр мәрхүмдең ғаилаһе, киң күңелле булараҡ, ул һалымдан баш тартһа ғына инде. Үлтерелгән мөьмин һеҙгә дошман ғаилаһенән булған саҡта, бер мөьмин ҡолдо азат итеү зарур. Мәрхүм һеҙҙең менән дуҫ ҡәүемдән булһа, ғаилаһенә ҡан һалымы һәм бер мөьмин ҡолдо азат итеү тейеш. Был шарттарҙы үтәй алмаған кеше иһә, уның тәүбәһен Аллаһ ҡабул итһен өсөн, тоташтан ике ай ураҙа тоторға тейеш. Аллаһ барыһын да белә, Ул — хикмәт эйәһеҙер. (93) Кем дә кем мәкер менән кеше үлтерһә, эстәрендә дөрләп ут янған йәһәннәм уның мәңгелек язаһыҙыр. Аллаһ уға ғазап бирер, ләғнәт ебәрер һәм уның өсөн ауыр яза әҙерләр.
94. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ юлында һуғышырға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ. Һеҙгә сәләм биргәнгә, фани донъяның ваҡытлыса малына ҡыҙығып:
- Һин мосолман түгел! – тип әйтмәгеҙ.
Сөнки Аллаһтың хозурында бик күп мал бар. Әүүәлеңдә һеҙ ҙә шундай инегеҙ, әммә Аллаһ һеҙгә рәхимле булды. Шуға күрә, аҡты ҡаранан айыра белегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙан хәбәрҙар.
95. Сәбәп менән (һуғышҡа бармай) ҡалған мосолмандарҙан башҡа, өйөндә (сәбәпһеҙ) ултырып ҡалған мосолмандар Аллаһ юлында малдарын, йәндәрен ҡыҙғанмайынса, Жиһад һуғышына биргән мосолмандар менән бер тигеҙ булмаҫ. Аллаһ Жиһад юлында малдарын, йәндәрен ҡыҙғанмағандарҙы өйҙә ултырып ҡалғандарҙан өҫтөн итте. Гәрсә, Аллаһ уларҙың барыһына ла гүзәллек (ожмах) вәғәҙә итһә лә. Әммә мөжәһидтәрҙе (иман өсөн һуғышыусыларҙы) өйҙә ҡалғандарға ҡарағанда ғәйәт оло әжер менән бүләкләйәсәк. (96) (Уларға) Аллаһ дәрәжәләр, ярлыҡауҙар һәм рәхмәт бирҙе. Аллаһ ярлыҡаусы һәм гөнаһтарҙы кисереүсеҙер.
97. Үҙҙәренә үҙҙәре ҡыйынлыҡтар килтергәндәрҙең йәндәрен алғанда фәрештәләр:
— Нәмә генә эшләнегеҙ һуң һеҙ? — тип һорарҙар. Улар иһә:
— Беҙ Ер йөҙөндә (кәферҙәр араһында) көсһөҙ инек, — тип яуапланыр.
Фәрештәләр:
— Аллаһтың биргән ере һеҙгә киң түгел инеме ни? Һижрәт итергә кәрәк ине, - тип әйтерҙәр.
Бына уларҙың барасаҡ ере — тамуҡтыр. Аһ, ул бик тә хәтәр ерҙер. (98) Яйын һәм тура юлын таба алмаған, меҫкенлектә булған ирҙәр, ҡатындар, балаларҙы, күсенергә көсө етмәгәндәрҙе (99), бәлки, Аллаһ ғәфү ҙә итер. Аллаһ ярлыҡауға әҙер тора, Ул — кисерә белеүсе.
100. Аллаһ юлында һижрәт иткән кеше Ер йөҙөндә үҙенә йәшәрлек матур урын һәм муллыҡ таба алыр. Кем Аллаһ һәм Рәсүленә йүнәлеп, һижрәт итер өсөн, өйөн-ватанын ташлап китеп, шунда үҙ үлемен тапһа, уның әжере Аллаһ тарафынан бирелер. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсе.
(«Кәферҙәрҙең рәнйетеүҙәренә сыҙай алмайынса, мосолмандарҙың, йорт-ерҙәрен, малдарын ташлап, Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеп китеүе «Һижрәт» тип атала. Миләди менән 622 йылда сәхәбәләре менән хәҙрәти Мөхәммәд Мәҙинәгә күсә. Аллаһ өсөн, иман һаҡлау маҡсаты менән Рәсүлгә эйәреп, улар яңы ерҙә яңы тормош ҡороп йәшәй башлайҙар. Кәферҙәр золомында йәшәүсе башҡа ерҙәге мосолмандар ҙа торған урындарын ташлап, Мәҙинәгә күсенәләр. Хәлһеҙҙәр, сирлеләр, күсеп китергә мәтди-бәдәни көсө етмәгәндәрҙән башҡа, барса мосолмандарға ла һижрәт итеү зарур ҡылынды. Күсәр мөмкинлектәре булған хәлдә лә, имандарын ҡотҡарып ҡалыу форсатынан файҙаланмайынса, малдарын ҡыҙғанып, йорт-ерен ҡалдыраһы килмәйенсә, кәферҙәр араһында ҡалып, ниндәй яфалар, кәмһетеүҙәр кисерергә мәжбүр булғандарға кинәйә. Һижрәт тураһындағы аяттар ингәс, Мәккәлә йәшәүсе бер сирле мосолман күп аҡса биреп, үҙен Мәҙинәгә саҡлы күтәреп барырға кешеләр яллай. Ләкин юлда барғанда үлә. Бохариҙың бер хәдисендәгесә, мосолмандар Мәккәне алғандан һуң, һижрәт зарурлығы ла юҡҡа сыға. Шарттар үҙгәрә торған һайын, зарурлыҡтар ҙа үҙгәрә»
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
101. Донъя буйлап сәйәхәт иткән сағығыҙҙа кәферҙәр тарафынан һеҙгә һөжүм ҡурҡынысы янай икән, намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыһағыҙ, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, кәферҙәр һеҙҙең асыҡ дошмандарығыҙ. (102)Мөьминдәр менән бергә булып, уларға намаҙ ваҡытында, уларҙың бер өлөшө, ҡоралдарын яндарына ҡуйып, һинең менән бергә намаҙ уҡыһын. Шулай итеп, намаҙҙа сәждә иткән саҡта башҡалары арҡа тарафта һаҡта торһондар. Һуңынан намаҙ уҡымағандары һинең янға килеп, намаҙ уҡыһындар һәм улар ҙа һаҡланыу йөҙөнән ҡоралдарын яндарына алһындар. Кәферҙәр улар һеҙҙең ҡоралдарығыҙ, кәрәк-яраҡтарығыҙҙың һаҡһыҙ ҡалыуын самалап, өҫтөгөҙгә ташланырға әҙер тора. Әгәр ҙә һеҙ ямғырҙан интекһәгеҙ йәки сирле булһағыҙ, ҡоралдарығыҙҙы бер ҡырға ҡуйып тороуҙан һеҙгә гөнаһ юҡ. Ләкин барыбер һаҡ булығыҙ. Шик юҡ, кәферҙәргә хур итеүсе ғазап әҙерләнгән. (103) Намаҙҙы бөтөргәс, аяҡ үрә лә, ултырып та, уң яҡҡа ҡырын ятып торғанда ла уйығыҙ Аллаһҡа йүнәлгән булһын. Именлек ваҡытында ла намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Сөнки намаҙ мосолмандарҙың теүәл ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгән ғибәҙәтеҙер.
104. Дошмандарығыҙҙы эҙәрлекләгәндә арыу-талыуҙы белмәгеҙ. Һеҙ (һуғышта) интеккән кеүек улар ҙа интеккән бит. Шулар өҫтөнә һеҙ Аллаһтан улар өмөт итә алмағандарҙы(ярҙамын, ризалығын, йәннәтен) өмөт итә алаһығыҙ. Аллаһ — ғилем һәм хикмәттәр эйәһеҙер.
105. Хаҡтыр, кешеләр араһында Аллаһ өйрәткәнсә хөкөм йөрөтһөн тип, һиңә Китап индерҙек. Хыянат ҡылыусыларҙы (хатта мосолман булһа ла) яҡларға булма.
106. Һәм Аллаһтан ярлыҡау һора, сөнки Аллаһ ярлыҡаусы һәм мәрхәмәтле.
107. Үҙҙәренә хыянат иткәндәрҙе яҡлама, Сөнки Аллаһ хыянатлыҡты һөнәр итеп һайлағандарҙы һәм гөнаһлыларҙы яратмаҫ.
108. Кешеләрҙән йәшерә алһалар ҙа, Аллаһтан йәшерә алмаҫтар. Гәрсә төндәр буйы Уның ризаһына ҡаршы һүҙҙәр һөйләп, аҫтыртын эштәр маташтырһалар ҙа, Аллаһ улар янында булыр. Аллаһ хыянатсыларҙың ғәмәлдәрен сорнап алыусыҙыр.
109. Ярай, һеҙ донъяла уларҙы яҡланығыҙ, ләкин Аллаһҡа ҡаршы (йәғни ялған шаһитлыҡ ҡылған, алдашҡан, урлашҡан, зина ҡылған) кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөндә, вәкил булараҡ, кем яҡларға алыныр?
110. Яманлыҡ ҡылып та, үҙенә зыян эшләп тә, һуңынан Аллаһтың ғәфү итеүен теләһә, Аллаһ ярлыҡар, ғәфү итер.
111. Гөнаһ эшләгән кеше үҙенә зыян эшләгән кеше булыр. Аллаһ барыһын да белә, Ул - хикмәттәр эйәһеҙер.
112. Кемдер яңғылышмы, яңғылышмайсамы хаталанһа йәки гөнаһ ҡылһа, һуңынан ғәйебе булмаған кешегә үҙ ҡылғанын һылтаһа, хаҡтыр, яла яғыусы ҙур гөнаһҡа тарыған кеше булыр.
113. Әгәр ҙә Аллаһтың һиңә ҡарата мәрхәмәте һәм рәхмәте булмаһа ине, уларҙың бер өйөрө һине юлдан яҙҙырырға тырышҡан булыр ине. Улар бары тик үҙҙәрен аҙаштырҙылар. Һиңә һис бер зарар эшләй алманылар. Аллаһ һиңә Китап һәм хикмәттәрҙе индерҙе һәм һиңә белмәгәнеңде өйрәтте. Аллаһтың рәхмәте һиңә, ысындан да, киң булды.
114. Йәшертен кәңәштәренең күбеһенән файҙа юҡ. Саҙаҡа биреү, кешеләрҙе татыулаштырыу тураһында һөйләшкәндәр былар һанына кермәй. Аллаһтың хуплауын теләп, ошо эштәрҙе башҡарған кешегә Беҙ оҙаҡламай олуғ әжер бирәсәкбеҙ.
115. Тура юлды (Исламды) табып та, Пәйғәмбәргә ҡаршы сығып, тура юлдан яҙып, яман юлға керһә, уны ярҙамдан ташларбыҙ, йәһәннәмгә кертербеҙ. Аһ, бик тә хәтәр ер ул йәһәннәм.
116. Аллаһҡа тиң эҙләгәнде Аллаһ кисермәҫ. Ошо гөнаһтан башҡа гөнаһтарҙы, теләгән кешеһен ғәфү итер. Аллаһҡа тиң эҙләгән кеше — тура юлды таба алмаҫ дәрәжәлә аҙашҡан иң ҙур гөнаһлы булыр.
117. Улар (мөшриктәр) Аллаһты инҡар итеп, бары тик бер төркөм тешеләргә (ҡатын-ҡыҙ енесенән булған һындарға) табына башланылар, улар бары тик шайтанға эйәрәләр.
(Теше — әсә енесле бот, таш һын, ағас һәйкәл. Элек әсә һындарға табыныу ғәҙәти булған. Ярҙам һорап, теләктәр теләп, доға уҡыу, Аллаһтан башҡа затҡа ялбарыу - иң ҙур гөнаһ. Теше - әсә, һаулыҡ, һыйыр, бейә, һарыҡ, кәзә, тигәндәрҙе лә үҙ эсенә ала.)
118. Аллаһ шайтанға ләғнәт ебәрҙе. Шайтан әйтте:
— Ант итәм, ҡолдарыңдан үҙ өлөшөмә тигәнен алырмын. (119) Уларҙы, һис шикһеҙ, (тура юлдан) яҙҙырып, буш хыялдар менән аҙҙырасаҡмын,теләктәрен уятырмын, ҡәтғи әмер итәсәкмен (улар күп илаһтәргә табына торған ҡәүем булараҡ,) малдарҙың ҡолаҡтарына тамға һалырға, шик юҡ, уларға Аллаһ яралтҡандарҙы (китаптарҙы, динде) үҙгәртергә бойорасаҡмын, — тине.
Аллаһты инҡар итеп, шайтанға эйәргән кеше ҙур зарарҙарға дусар булыр.
120. (Шайтан) уларға һүҙ бирер һәм уларҙы (ялған вәғәҙәләре менән) өмөтләндерер, гәрсә шайтандың вәғәҙәләре ялғандан башҡа була алмай. (121)Бына уларҙың урыны — йәһәннәмдер. Унан ҡасып ҡотолорлоҡ ер таба алмаясаҡтар.
122. Иман килтергәндәрҙе һәм изгелек ҡылғандарҙы мәңге шунда йәшәр өсөн үҙәндәренән шишмәләр ағып ятҡан йәннәттәргә урынлаштырасаҡбыҙ. Аллаһ быларҙы ысынлыҡ булараҡ вәғәҙә итә. Ә вәғәҙәлә тороу яғынан Аллаһтан да ғәҙел кем бар?
123. Был (йәннәткә кереү-кермәү) һеҙҙең хыялдарығыҙҙан тормай, был китап тотҡандарҙың хыялынан да килмәй, кем дә кем берәй яманлыҡ ҡылһа, уның язаһын татыр һәм Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла таба алмаҫ.
124. Ир кешеме ул, ҡатынмы — изгелекле эш ҡылған һәр мосолман йәннәткә керер һәм хөрмә орлоғо ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.
125. Ғәҙел эштәр ҡылып, үҙен Аллаһҡа бағышлап, Ибраһим хәнифтең Аллаһты бер тип таныған динендә булған кешенән дә дини кеше булырмы икән? Аллаһ Ибраһимды үҙенә дуҫ итте.
126. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтың милкелер. Аллаһ барыһын да Үҙ ҡосағында (идараһында) тота.
127. Һинән ҡатындарға ҡағылышлы шәриғәт хөкөмдәрен һорайҙар. Әйт Һин:
— Уларға ҡағылышлы хөкөмдәрҙе һеҙгә Аллаһ былай аңлата. Уларға Китапта яҙылғанды (мираҫты, мәһерҙе) бирмәйенсә никахлашырға теләһәгеҙ, йәтим ҡатындар, көсһөҙ балалар һәм үкһеҙҙәр менән ғәҙел мөғәмәләлә булырға тейешлегегеҙ хаҡында һеҙгә уҡылған аяттар бар. Ғәҙеллек ҡылһағыҙ, Аллаһ уны белеп тора, — тип. (128) Әгәр бер ҡатын иренең үҙен оҡшатмауын һиҙһә йәки үҙенән биҙгәнен аңлап та, үҙ-ара килешеп, айырылмайынса йәшәһәләр, гөнаһ юҡ. Килешеү һәр ваҡыт хәйерлерәк. Кешенең эсендә һәр ваҡыт көнләшеү-һаранлыҡ йәшәй. Әгәр татыуланып, (ҡатынығыҙҙы рәнйетеүҙән) һаҡланһағыҙ, изгелек ҡылып, яҡшы йәшәһәгеҙ, хәйерлерәк булыр. Шик юҡ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙар. (129) Бик теләһәгеҙ ҙә, һеҙ ҡатындарығыҙҙың барыһына ла тигеҙ ғәҙел була алмаҫһығыҙ, берһенә генә тартылып, башҡаларын ирле килеш, тол хәлендә мәхрүм ҡалдырмағыҙ. Әгәр араларығыҙ татыуланһа, гөнаһтан ҡурҡһағыҙ: шик юҡ, Аллаһ ярлыҡар һәм кисерер.
(«Бер нисә ҡатын менән ғүмер кисереү ир кешенең ғәҙел булыуын талап итә. Һәм мәтди яҡтан ир кеше ҡатындарын тигеҙ ҡарарға, торор-ятыр урындар, ашау-эсеү, биҙәнеү, кейем-һалым, бүләк тигеҙ булырға, икәүҙән-икәү генә ҡалыу ваҡыттарын да ир кеше тигеҙ бүлергә тейешле. Хис һәм мөхәббәт мәсьәләһендә, әлбиттә, уларҙың барыһын да тигеҙ яратыу мөмкин түгел, әммә бар нәмәнең дә уларға тигеҙ бүленеүе зарури».
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
130. Әгәр ир менән ҡатын айырылыр булһа, Аллаһ уларҙың икеһенә лә үҙенең сикһеҙ хазинаһынан мул өлөш бирер. Аллаһ сикһеҙ йомарт, хикмәттәре төкәнмәҫ.
131. Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр булһа — барыһы ла Аллаһтың милке. Һеҙҙән элек йәшәп киткәндәргә лә, Китаплы булғандарға ла:
— Аллаһтан ҡурҡығыҙ! — тип бойорҙоҡ. — Инҡар итһәгеҙ, белегеҙ, күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ сикһеҙ бай, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ. (132) Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡы. Рәхмәте булараҡ, Аллаһ бер үҙе етәрлек (башҡа уйҙырма тәңрегә ихтыяж юҡ). (133)Һәй, кешеләр, Аллаһ һеҙҙе юҡҡа сығарып, башҡаларҙы бар итә ала. Аллаһ бындай ҡөҙрәткә эйә. (134) Кем дә кем донъя ниғмәттәрен теләһә, ул ниғмәттәр ҙә, Әхирәт әжерҙәре лә Аллаһ хозурындаҙыр. Аллаһ барыһын да ишетә, барыһын да күрә.