Мөхәммәд (Мөхәммәд) сүрәһе

(Мөхәммәд сүрәһе 38 аяттан тора. Был сүрә Пәйғәмбәре­беҙ хәҙрәти Мөхәммәд исемен йөрөтә. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Иманға килмәгән һәм (иманлыларҙы) юлдан яҙҙырған кешеләрҙең (яҡшы) эштәрен Аллаһ заяға сығарыр.

2. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың, хәҡиҡәт бу­лараҡ, Раббы тарафынан Мөхәммәдкә индерелгән (Ҡөръән)гә инанғандарҙың гөнаһтарын Аллаһ ҡаплар һәм хәлдәрен еңеләйтер.

3. Шулай буласаҡ, сөнки инҡар иткәндәр яманлыҡҡа эйәрҙе, иман килтергәндәр иһә Аллаһтан килгән дөрөҫлөккә йөҙ тотто. Бына, шулай итеп, Аллаһ кешеләргә үҙ ҡылғандарынан ғибрәтле миҫалдар килтерә.

4. (Яуҙа) кәферҙәр менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан саҡта, муйындарына ҡаты итеп сабығыҙ. Ниһайәт, ҡаты һуғышып, уларҙы хәлһеҙләндергәндән һуң, ныҡлап бәйләгеҙ (әсир ите­геҙ). Һуғыштан һуң уларға изгелек ҡылып, түләү алмайынса йәки түләү урынына азат итегеҙ. Йәки улар һуғыш сығымдарын түләһендәр. Бойороҡ ошолор. Аллаһ ихтыяр иткән булһа, уларҙы, (һуғышһыҙ ҙа) һис шикһеҙ, тар-мар иткән булыр ине. Ләкин һеҙҙе һынап ҡарау ине был һуғыш. Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙең ғәмәлдәре мотлаҡ, заяға булмаҫ.

5, 6. Аллаһ уларҙы мораҙҙарына ирештерәсәк, күңелдәренә шатлыҡ индерәсәк һәм уларҙы Үҙе вәғәҙә иткән йәннәткә урынлаштырасаҡ.

7. Һәй, иман килтергән кешеләр, әгәр һеҙ Аллаһҡа бойһоноп, (Уның диненә, Уның пәйғәмбәре килтергән Исламға) ярҙам итһәгеҙ, Ул да (дошмандарығыҙға ҡаршы) һеҙгә ярҙам итер һәм теҙ быуындарығыҙҙы нығытыр (егәрегеҙҙе арттырыр).

8. Иман килтермәгәндәрҙең йөҙө аҫҡа килер. Уларҙың ғәмәли тырышыуҙары бушҡа китер. (9) Сөнки улар Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) ерәнеп (шикләнеп) ҡаранылар. Аллаһ уларҙың ғәмәлдәрен заяға сығарҙы. (10)Улар (Мөхәммәд ҡәүеменең кәферҙәре) донъя буйлап сәйәхәт иткәндә үҙҙәренән алда йәшәп-киткәндәрҙең ниндәй хәлдә ҡалғандарын күрмәнеме? Аллаһ уларҙың тамырын ҡоротто. Был кәферҙәргә лә шул ук тәҡдир буласаҡ. (11)Сөнки Аллаһ — иман килтергәндәрҙең яҡлаусыһы. Кәферҙәрҙең яҡлаусыһы булмаҫ.

12. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандар­ҙы аҫтарынан йылғалар ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Кәферлек ҡылыусылар был донъяла кәйеф-сафа ҡорор (ләззәтләнерҙәр), хайуан кеүек ашап туймаҫ. Уларҙың урыны - тамуҡ.

13. Беҙ күпме мәмләкәтте һәләк иттек. Юҡһа, улар һинең шәһәреңдән (Мәккәнән дә) ҡеүәтлерәк ине. (Беҙ уларҙы язаға тартҡанда) һис бер ярҙамсы булманы.

14. Раббының ап-асыҡ бәйән ителгән хаҡ динен ихлас тотоусы (мосолман) менән яман эштәре үҙенә яҡшы булып күренгән һәм нәфсе һәүәҫлегенә дусар булған (кәфер) бер тигеҙ булырмы?

15.(Гөнаһтан) һаҡланғандарға вәғәҙә ителгән йәннәттең сифаты шулдыр: шунда төҫө, иҫе-тәме, асылы боҙолмаған һыуҙар ағып тороусы шишмәләр; әсемәй торған һөт йылғалары, күңел күтәреүсе, ләззәтле шәрбәт йылғалары, шыйыҡ бал аға торған йылғалар булыр. (Теләгән кешегә) төрлө-төрлө емештәр. Раббынан ярлыҡау булыр. Былар (ожмахтағылар) утта ҡалған һәм эсәктәрен, ашҡаҙандарын телгәләүсе ҡай­нар һыу эсеүләр менән бер тигеҙ булырмы?

16. Кәферҙәрҙән шундайҙары ла бар, ул һинең өгөтөңдө тыңлап тора. Яныңдан китеүгә үк белеме булған кешеләрҙән:

- Әле яңы ғына ул нимә тураһында һөйләне һуң? - тип һорар. Аллаһ уларҙың күңеленә кәферлек мөһөрө баҫты. Улар — нәфсе һәүәҫлегенә бирелгән бәндәләр.

17. Тура юлға баҫҡандарҙың (мөьминдәрҙең) һиҙәйәтен Аллаһ тағын да арттырыр. (Диндәге) паҡлыҡтарын һаҡларға форсат бирер.

18. Ул Сәғәттең (Ҡиәмәттең) өҫтәренә көтмәгәндә киләсәгенән башҡа яҙмыш көтәләрме ни һуң улар? Уның ғәлә­мәттәре инде күренә лә башланы. Шулай булғас, ул (Ҡиәмәт язаһы) килгәс кенә ғибрәт алып, тәүбә итеүҙәре фай­ҙа бирмәҫ.

19. Һин белеп тор:

— Аллаһтың Үҙенән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ, -тигән Хәҡиҡәтте онотма. Һәм үҙең, һәм мосолман ирҙәр менән мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙың гөнаһтары ярлыҡанһын, тип телә. Аллаһ(көндөҙ) ҡайҙа йөргәнегеҙҙе лә, (төндә) ҡайҙа барғанығыҙҙы ла белеп тора.

20. Иман килтергән кешеләр әйтте:

— Жиһад һуғышы тураһында ла берәй сүрә индерелһә ине, - тинеләр.

Ләкин һуғыш тураһында ап-асыҡ әйтелгән сүрә индерелә ҡалһа, эстәрендәге сир ҡуҙғала һәм улар әжәлде күреп, һуш­тан яҙа башлаған кеше кеүек, һиңә ҡарай. Әжәлдән ҡурҡҡан кешене әжәл тиҙерәк таба.

21. (Уларҙың бурысы) итәғәтле булыу һәм матур һөйләшеү. Эш етди төҫ алғас, (һуғыш сыҡҡас) Аллаһҡа тоғролоҡ күрһәтһәләр, һис шикһеҙ, үҙҙәренә хәйерле булыр ине.

22. (Исламды ташлап, кәферлеккә) кире ҡайтһағыҙ (һәм һеҙгә хакимиәт бирелһә), Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ сығарып, ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөп ташламаҫһығыҙмы? (23) Бына шуларҙы Аллаһ ләғнәтләне, уларҙы һаңғыраулатты, (күңел күҙҙәрен) һуҡырайтты. (24) Улар Ҡөръәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы? (25) Хаҡтыр, үҙҙәренә тура юл мәғлүм булғандан һуң да, шул юлдан сыҡҡандарҙы шайтан тотоп ала. Һәм шайтан: боҙоҡлоҡ ҡылыу—гөнаһлы эш түгел, тип ҡоторта-өмөтләндерә башлай. (26) Сөнки улар Аллаһ индергән (Ҡөръән)дән риза булмағандарға:

— Ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ һеҙгә бойһонасаҡбыҙ, — тинеләр.

Аллаһ уларҙың йәшерен эштәрен белеп тора. (27) Фә­рештәләр (монафиҡтарҙың) йөҙҙәренә, арҡаларына һуға-һуға йәндәрен алғанда, уларҙың хәле нисек булыр икән? (28) Был язалар уларға шуның өсөн бирелә, сөнки улар Аллаһты асыуландырған (кәфер) нәмәләргә эйәрҙеләр, Аллаһ риза булған (сауаплы) нәмәләрҙе яратманылар. Шуға күрә, Аллаһ уларҙың эштәрен-тырышыуҙарын юҡҡа сығарҙы. (29) Эстәрендә (Пәйғәмбәргә, Исламға ҡаршы) хөсөтлөк сире бул­ғандар:

— Аллаһ беҙҙең хөсөтлөгөбөҙҙө фаш итмәҫ, — тип уйлай­мы? (30) Ихтыяр итһәк, Беҙ уларҙы һиңә күрһәтер ҙә инек, һин уларҙы йөҙҙәренән таныр инең. Әммә һин уларҙы һөйләү рәүешенән дә таный алырһың. Аллаһ һеҙҙең бар ғәмәлдәрегеҙҙе белеп тора. (31) Хаҡтыр, Жиһадта ҡатнашҡандарығыҙ менән (һуғыш ауырлыҡтарына) түҙем булған­дарҙы асыҡлағанға саҡлы һәм (һуғыш ҡырынан килгән) хәбәрҙәрегеҙҙе дөрөҫләгәнгә ҡәҙәр, һеҙҙе үҙ ҡаршығыҙҙа һынарбыҙ.

32. Үҙҙәре иманһыҙ булған кәферҙәр — башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; үҙҙәре алдында тура юл асылғанды күреп тә, Пәйғәмбәргә ҡаршы күтәрелгәндәр Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Уларҙың ҡылғандарын Аллаһ юҡҡа сығарасаҡ.

(«Хәҙрәти Мөхәммәдкә ҡаршы баш күтәреүселәрҙе Ҡурайш мөшриктәре менән йәһүдиләр ҡотортоп торғанлығы мәғлүм. Юҡһа, мөшриктәр ҙә, йәһүдиләр ҙә саҙаҡа бирә, бер ҡараһаң, изгелек тә ҡыла кеүек, ләкин Аллаһ, аҫтыртын эштәренә күрә, уларҙың был изгелектәрен ҡабул итмәй». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.,)

33. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ. Ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен.

34. Инҡар итеп, башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙыр­ғандарҙы һәм һуңынан кәферлектә үлгәндәрҙе Аллаһ яр­лыҡамаҫ.

35. Өҫтөнлөк һеҙҙең тарафта булған саҡта, йомшап, (кәферҙәрҙән) солох (килешеү) һорамағыҙ Аллаһ һеҙҙең менән бергә. Аллаһ (изгелекле) ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығармаҫ.

36. Дөрөҫө шул, донъялағы тормош бары тик уйын, ҡыҫҡа ваҡытлы күңел асыу ғыналыр. Әгәр иман килтереп, (гөнаһтар­ҙан) һаҡланыр булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә әжерен бирер. Һеҙҙән малдарығыҙҙы тартып алмаҫ. (Сарыф ителергә тейешле зәкәт, саҙаҡа, хәйерҙән башҡа.)

37. Әгәр ҙә (Аллаһ, шул саҙаҡаларҙан ҡалған) малдарығыҙҙы (ҡырып-һепереп) алырға теләһә, һеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалды­рыр, һәм һеҙҙең һаранлыҡ, хөсөтлөк һәм нәфрәт хистәрегеҙҙе фаш итер ине.

38. Бына шулай итеп, һеҙ Аллаһ юлында сығымдар то­торға (зәкәт, саҙаҡа, хәйер бирергә, мәсет һалдырыуға өлөш кер­тергә) саҡырылаһығыҙ. Арағыҙҙа һарандар бармы? Кешенең һаранлығы (яза булып) үҙенә ҡайтыр. Аллаһ — бай, һеҙ иһә фәҡир. Әгәр Унан йөҙ сөйөрһәгеҙ, һеҙҙең урынға Ул башҡа тоҡомдо килтерер. Улар һеҙгә оҡшамаған булыр.

Фәтех (Еңеү) сүрәһе

(Фәтех сүрәһе 29 аяттан тора. «Фәтех» — еңеү тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һиңә, ысынлап та, бөйөк еңеүгә юл астыҡ.

2. Шулай итеп, Аллаһ һинең ҡылған һәм кисектерелгән хаталарыңды ярлыҡар. Һиңә булған ниғмәтте тамамлар һәм һине тура юлға күндерер.

3. Һәм һиңә (данлы бер еңеү биреп) ярҙам итер.

4. Имандарын тағын да нығытһындар тип, мөьминдәр­ҙең күңеленә өмөт индереүсе — Аллаһ. Күктәрҙәге, Ерҙәге хеҙмәтселәр ғәскәре лә — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ - белеп тороусы, һәр бер эште хикмәте менән башҡарыусылыр.

5. (Аллаһтың ғәләмдәр өҫтөндәге ул ғилеме һәм хикмәттәре) мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәңге йәшәп ҡаласаҡ, арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәренә урынлаштырыу өсөн һәм уларҙың гөнаһтарын кисерер өсөн (ҡулланыла). Бына, (ҡотолған мөьминдәргә) Аллаһ хозу­рындағы Сәғәдәт шул булыр.

6. Аллаһ хөкөмдәре тураһында яман фекерҙә тороусы мо­нафиҡ (ике йөҙлө) ирҙәр, ике йөҙлө ҡатындар һәм мөшрик ирҙәр һәм мөшрик ҡатындарҙы — үҙҙәрен әсе ҡәһәр һуҡҡан язаға тартыу өсөн (Аллаһ тәдбир ҡорҙо). (Сөнки) улар­ға Аллаһтың асыуы сыҡты, уларҙы рәхмәтенән мәхрүм итте. Улар өсөн йәһәннәмде әҙерләп ҡуйҙы. Улар барасаҡ ер бик тә хәтәр урын.

7. Күктәрҙәге (фәрештәләр), Ерҙәге (яза һәм һидәйәт) ғәскәрҙәрҙең хужаһы — Аллаһ ҡөҙрәтле, Ул — хикмәт эйәһе.

8. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине (кешеләрҙең ҡылғандарына) шаһит бул тип, (йәннәт менән) һөйөндөрөүсе, (йәһәннәм менән) көйөндөрөүсе сифатында күндерҙек.

9. Әй, әҙәм балалары, (Мөхәммәдте һеҙгә күндерҙем) һеҙ Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанһын, тип. Уға ярҙам итерһегеҙ, уны хөрмәтләрһегеҙ, тип. Аллаһты зикер итеп, иртә-кис тәсбих әйтһендәр, тип.

10. Шуныһы хаҡтыр, (эй, Мөхәммәд) һиңә һүҙ бир­гәндәр (ант иткәндәр) Аллаһҡа һүҙ биргән кеүек булыр. Аллаһтың (хуплаусы) ихтыяры уларҙың (һүҙ биргәндәрҙең) өҫтөндәлер. Кем (һүҙендә тормаһа) ант бауын өҙһә, анты үҙ башына булыр. Аллаһҡа биргән һүҙендә кем ныҡ тора, Аллаһтың олуғ әжере шуға булыр.

11. (Һинең менән барырға риза булмайынса) өйҙәрендә ҡал­ған бәҙәүиҙәр әйтәсәк:

— Малдарыбыҙ, ғаиләләребеҙ арҡаһында беҙ бара алманыҡ, һин беҙҙең өсөн доға ҡыл: бәлки, Аллаһ беҙҙе кисерер, ә?

Улар күңелдәрендә булмағанды телдәре менән һөйләй. Әйт һин уларға:

— Аллаһ һеҙгә зыян һалырға теләһә лә, файҙа килтерергә ихтыяр итһә лә (Уның хозурында), Уға берәү ҙә ҡаршы килә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар.

12. Ысынлыҡта, һеҙ Пәйғәмбәр ҙә, мосолмандар ҙа иҫән-аман килеш ғаиләләренә ҡайтыр, тип уйламанығыҙ. Һеҙҙең был яман уйығыҙ үҙегеҙгә яҡшы булып тойолдо. Һеҙ мәкер ҡор­ҙоғоҙ. Тик, һеҙ һәләкәткә мәхкүм бер ҡәүем булдығыҙ.

13. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәренә иман килтермәгән кеше ҡәтғи белеп торһон, Беҙ кәферҙәр өсөн йәһәннәм уты әҙерләнек.

14. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милектең барыһы ла — Аллаһтыҡы. Ул ихтыяр иткән кешеһен ярлыҡай, кемдеҙер яза­ға тарта. Аллаһ — ярлыҡаусы, киң рәхмәтле кисерә белеүсе.

15. Һеҙ ғәнимәт малдарын бүлешергә киткәндә, (һуғыш­ҡа бармайынса) өйҙәрендә ултырып ҡалғандар әйтер:

— Мал бүлешергә беҙҙе лә эйәртегеҙ, — тип ялбарырҙар. Шулай итеп, улар Аллаһтың һүҙен үҙгәртергә теләр.

Әйт һин уларға:

— Һеҙ беҙгә эйәрмәҫһегеҙ. Аллаһ башта уҡ шулай бойорҙо, — тип.

— Юҡ-юҡ, һеҙ беҙҙән көнләшәһегеҙ, шуға күрә эйәртмәйһегеҙ, — тип әйтәсәктәр. Дөрөҫтән дә, улар — бик тә сай фекерләүсе ҡәүем.

16. Өйҙәрендә ултырып ҡалған бәҙәүиҙәргә әйт һин:

— Һеҙ оҙаҡламай ғәйәт көслө ғәскәргә ҡаршы һуғышыр­ға саҡырыласаҡһығыҙ, — тип. — Уларға ҡаршы ахырға ҡәҙәр (ҡырып бөтөргәнсе йәки улар мосолман булғансы) һуғышасаҡһығыҙ. Әгәр әмергә буйһонһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе яҡшы бүләкләйәсәк.Әммә теге ваҡыттағы кеүек, (Жиһадтан) баш тартһағыҙ, һеҙ хәтәр язаға дусар буласаҡһығыҙ.

17. Һуғышҡа бармаһа ла, һуҡырға гөнаһ юҡ, аҡһаҡҡа гөнаһ юҡ, сирлегә гөнаһ юҡ (былар һуғышҡа барыу бурысынан азат).

Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кешене Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып торған йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Кем йөҙ сөйөрһә, хәтәр ғазапҡа мәхкүм булыр.

18. Хаҡтыр, ағас күләгәһендә һиңә ант биргән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Уларҙың күңелендә нимә бар, шуны белде, уларға именлек тойғоһо бирҙе. Уларҙы тиҙ арала еңеүгә ирештерҙе.

19. Унан һуң байтаҡ ҡына ғәнимәт биреп, уларҙы бүләкләне. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.

20. Аллаһ һеҙгә үҙегеҙ ҡаҙанасаҡ ғәнимәт малын вәғәҙә итте. Һәм ул табышты (Аллаһ ярҙамы менән) һеҙ тиҙ ҡулға төшөр­ҙөгөҙ. Аллаһ дошмандарҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ). Был эш мөьминдәргә бер кинәйә һәм һеҙ тура юлға баҫһын өсөн һабаҡ булһын, тип әмер ителде.

21. Ләкин быларҙан тыш Аллаһтың һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйған башҡа ғәнимәттәре лә бар, ләкин хәҙергә һеҙ уларҙы ҡулға төшөрә алманығыҙ. Уныһын Аллаһ үҙ янында әҙер тота. Аллаһтың ҡөҙрәте киң.

22. Инҡар итеүселәр һеҙгә ҡаршы һуғышҡа сыҡһалар, артҡа сигенеп ҡасалар. Бер генә дуҫ та, бер генә ярҙамсы ла таба алмайынса йөрөйҙәр.

23. Был — Аллаһтың быңа ҡәҙәр килеп-киткән ҡәүемдәре хаҡындағы ҡанундыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.

24. Мәккәнең үҙәгендә һеҙҙе улар өҫтөнән еңеүсе итте, уларҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ), һеҙҙең ҡулдарҙы улар өҫтөнән алды. Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙы белеп тора.

25. Инҡар итеүселәр һеҙҙе Мәсжед-и Харамға кертмә­неләр һәм ҡорбанлыҡтарығыҙҙы тотҡарлап, (ҡорбан сала торғган) ергә ебәрмәҫкә маташтылар, был — мөшриктәр эше. Әгәр уларҙың араһында мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар булмаһа, бер-берегеҙҙе белештермәй (теләмәҫтән) үлтереү (мосолман­ды үлтереп, үҙ өҫтөгөҙгә гөнаһ алыу) ҡурҡынысы булмаһа (Аллаһ һеҙҙе һуғыштан тыйып тормаҫ ине). Аллаһ үҙе ихтыяр иткән кешегә генә рәхмәтле. Әгәр ҙә мөьминдәр кәферҙәрҙән айырым булһа ине, кәферҙәргә бик тә әсе ғазап биргән булыр инек.

26. Инҡар итеүселәр күңелдәрендә тәкәбберлек, маһайыу тәрбиә иттеләр, наҙанлыҡ маһайыуы. Аллаһ илсеһенә һәм иман килтергән кешеләрҙең күңеленә именлек индерҙе һәм уларға тәҡүәлекте әмер итте. Улар быңа хаҡлы һәм лайыҡ ине. Аллаһ барыһын да белә.

27. Хаҡтыр, Аллаһ илсеһенең (йоклағанда) күргән төшөн дөрөҫкә сығарҙы. Аллаһ ихтыяр итһә, сәсегеҙҙе ҡыҫҡартып, баш сәсегеҙҙе ҡырып, һис ҡурҡмайынса, һис шикһеҙ, Мәсжед-и Харамға керерһегеҙ. Аллаһ һеҙ белмәгәндәрҙе белә. Бынан әүүәл дә һеҙгә еңеү килтергән ине.

28. Бөтөн диндәрҙән өҫтөн ҡылыу өсөн, Пәйғәмбәрҙе тура юл һәм хаҡ дин менән Аллаһ күндерҙе. Шаһит булараҡ та Аллаһ бер үҙе етәр.

29. Мөхәммәд - Аллаһтың Пәйғәмбәре. Уның янында­ғылар кәферҙәргә ҡаршы ҡаты торалар, үҙ араларында мәрхәмәтле ғәмәлдә. Уларҙы һин рәкүғҡә барғанда ла, сәждәгә киткәндә лә күрерһең. Улар Аллаһтан ниғмәт һәм ризалыҡ теләйҙәр. Уларҙың йөҙҙәрендәге тамғалар сәждә эҙелер. Был уларҙың Тәүрәттәге сифаттары. Инжилдәге ва­зифалары ла шундай уҡ: үҫенте сығарыусы иген кеүек, ул үҫен­те ебәрә, унан һабағын нығыта, унан һуң тулып өлгөрә, игенсене ҡыуандырып, кәферҙәрҙе хурландырып, шаулап иген уңа. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм олуғ әжерҙәр булыр.

Наши рекомендации