Бәйинә (Асыҡ аңлатыу) сүрәһе
(Бәйинә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Бәйинә» — асыҡ дәлил, иҫбатлау, аңлатыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә, ап-асыҡ аяттар килгәнгә саҡлы кәферлектәренән айырылманылар. (2) Аллаһ тарафынан күндерелгән Пәйғәмбәр (Мөхәммәд) шул паҡ сәхифәләрҙе уҡыны. (3) Ул сәхифәләргә тура хөкөмдәр яҙылған. (4) Шул тура хөкөмдәр килгәнгә саҡлы, китаплы халыҡ үҙ-ара талашып айырылманы. Фәҡәт улар ап-асыҡ аяттар килгәс кенә айырылып бөттөләр. (5) Гәрсә уларға: Аллаһҡа, уның диненә ихласлыҡ менән иман килтереп, изгелек ҡылып, намаҙҙарҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡырға, зәкәт бирергә кәрәк, тип әйтелде. Иң дөрөҫ дин - ошо дин! (6)Хаҡтыр, китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә — бөтөн кәферҙәр ҙә йәһәннәм утында янасаҡ. Аллаһ яралтҡан йән эйәләре араһында улар иң ямандыр.
7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшылары. (8) Раббы янындағы иң олуғ әжер (йәннәт) уларға булыр. Арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы Ғәден йәннәттәрендә улар мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Бына быларҙың барыһы ла Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр өсөн әҙерләнгән әжер.
Зилзилә (Ер тетрәү) сүрәһе
(Зилзилә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Зилзилә» — ер тетрәү.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ер үҙенә генә хас тетрәү менән айҡала-сайҡала башлағанда, (2) үҙ эсендәгеләрҙе (мәйеттәрҙе, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, ҡайнаған магманы) тышҡа сығарып ташлағанда, (3)кешеләр:
— Нимә булды был Ергә? — тип аптырар. (4) Ул Көндө (Ҡиәмәттә) Ер өҫтөндә нимәләр ҡылынғандың барыһы тураһында ла Ер үҙе хәбәр итер. (5) Аллаһтың әмере менән, Ер барыһын да һөйләп бирер. (6)Ул көндө кешеләр, ниндәй ғәмәлдәр ҡылғанлыҡтарына ҡарар өсөн, төркөм-төркөм булып, хисап бирергә барырҙар. (7) Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер. (8)Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙерле әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер.
Дийәт (Яу уҙышы) сүрәһе
(Ғәдийәт сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәдийәт» —уҙышыусы аттар, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Йөрәк ҡағып, тупылдап сапҡан аттар, (2) тояҡтарынан ут сәсрәтеп уҙышыусы саптарҙар, (3)таң атҡанда (Жиһад өсөн) яу сапҡан арғымаҡтар, (4) (Күкте) туҙан менән ҡаплаған сабышҡылар, (5) дошман өйөрөнөң уртаһына бәреп кергән юрғылар исеме менән ант итәм: (6)бәндәләр, ысындан да, шөкөрһөҙҙөр. (7) Хаҡтыр, ул үҙ кәферлектәренә үҙе шаһит. (8) Ысынлап та, (әҙәм балаһы) донъя малына бик тә хирыҫтыр. (9)Улар шуны аңламайҙармы икән ни һуң? Улар ҡәберҙәренән ҡубарылып сығарылыр. (10)Күкрәктәрендә, күңелдәрендә ниндәй хөсөтлөк йәшеренгән булһа, барыһы ла фаш ителер. (11)Хаҡтыр, Аллаһтың барыһы тураһында да белгәнлеге шул көндө асыҡланыр.
Ариғә (Әфәт) сүрәһе
(Ҡариғә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ҡариғә» һүҙен төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыусылар бар. Ул — ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиәмәт көнө, әфәт килеү мәғәнәләрендә лә йөрөй. И. Крачковский иһә: яралаусы, язалаусы, тар-мар итеүсе, кеүек мәғәнәһен алған. Был осраҡта Ҡариғә — Ҡиәмәт, йәғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүәлерәк мәғәнәһен табырһығыҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Әфәт ҡапҡа ҡаға! (2) Нимә — ул ҡапҡа ҡағыусы әфәт? (Ҡиәмәт). (3)Әфәттең ҡасан ҡапҡа ҡағасағы тураһында Һиңә кем әйтә алыр? (4) Ул көндө кешеләр ҡыуып таратылған күбәләктәр кеүек булыр. (5) Тауҙар ҙа ул көндө тетелеп бөткән йөн пәрәүездәре кеүек булыр. (6)Бына, (ошо көндә кешеләрҙең ҡылған изгелектәре, сауаптары — үлсәүҙең бер төпсәһенә, ҡылған яманлыҡтары үлсәүҙең икенсе төпсәһенә ҡуйылыр) изгелектәр яғы ауыр баҫһа, (7) ул кеше рәхәт тормошта (йәннәттә) йәшәр. (8) Төпсәнең гөнаһтар яғы ауыр баҫҡан бәндәнең урыны — хәтәр (9) Һәүийә исемле йәһәннәм упҡыны уға әсәһе булыр. (10) Нәмә ул Һәүийә, һин беләһеңме? (11)Ул —хәтәр ҡыҙған ут.
Тәкәҫүр (Байырға ярышыу) сүрәһе
(Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм Мәҙинәлә ингән, тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа ярышыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Байлыҡ туплау, (ҡатындар, балалар күплеге менән) маҡтанышыу һәүәҫлеге һеҙҙе (2)гүр эйәһе булғанға саҡлы ысҡындырмаҫ. (3) Ләкин һеҙ оҙаҡламай (бының гөнаһ икәнен) аңларһығыҙ. (4) Юҡ, һеҙ уны тиҙҙән аңларһығыҙ. (5) Һаҡ булығыҙ, әгәр ҙә һеҙ алда нимә буласағын белһә инегеҙ, (ярамаған был ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартыр инегеҙ). (6) Һис шикһеҙ, һеҙ йәһәннәмде күрерһегеҙ. (7)Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ. (8)Унан һуң, әлбиттә, байлығығыҙ (донъяла кеше талап, аҙғынлыҡта нисек рәхәт йәшәгәнегеҙ) тураһында һораласаҡ.
Аср (Ғасыр, Быуат) сүрәһе
(Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ғасрҙар исеме менән ант итәм: (2) кеше һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа осрай. (3) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына, бер-берҙәренә Хәҡиҡәтте иҫбат иткәндәр, түҙеп, сабыр иткәндәр улай булмаҫ.
Мәзә (Ғәйбәтсе) сүрәһе
(Һүмәзә сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә ингән, «һүмәзә» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әсе ҡәһәр төшһөн кеше артынан яман һүҙ йөрөтөүселәргә, (2) байлыҡ туплап, уны ҡат-ҡат һанап торған һарандарға, (3) байлығым-малым мине мәңге йәшәтер, тип уйлағанға. (4) Юҡ, ул кеше Хутәмәгә (йәһәннәмгә) ташлатыласаҡ. (5)(Эй, Мөхәммәд) Хутәмәнең нимә икәнлеген һиңә кем аңлатып бирер? (6) Аллаһ яндырған хәтәр тамуҡ булыр ул Хугәмә. (7)Йөрәктәрҙе яндырыусы хәтәр уттыр ул Хутәмә. (8)Ул тамуҡ бар яҡлап томаланған булыр. (9) Көмбәҙҙәре оҙон утлы терәүҙәр менән терәтелгән булыр.
Фил (Фил) сүрәһе
(Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Раббыңдың фил хужаларын нимә эшләткәнен күрмәнеңме ни? (2) Аллаһ уларҙың мәкерле теләктәрен юҡҡа сығарманымы ни? (3) Аллаһ уларҙың өҫтөнә төркөм-төркөм Әбәбил ҡоштарын ебәрҙе. (4) Улар өҫтөнә ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы. (5)Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткәләп бөтөрҙө.
(Әбәбил — яр ҡарлуғасы, керәшә. Әбрәхә ғәскәренең ҡалдыҡтарын радиоуглерод һәм химия ҡулланып тикшергәндән һуң, был ғәскәрҙең ни сәбәпле тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғәскәрҙәгеләрҙең ҡырылыуына сәсәк муры сәбәпсе булған икән 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шәрехләргә кәрәк. Йәғни, ғәскәргә сәсәк ауырыуы йоҡтороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткән. X. Чантай тәфсирендә лә ундай кинәйә бар.)