Хижр (Хижр иле) сүрәһе

(Хижр сүрәһе 99 аяттан тора. 80-84 нсе аяттарҙа Хижр исемле ер тураһында һөйләнә. Сүрәнең исеме шунан килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әлиф. Ләм. Ра. Былар Китаптың — Ҡөръәндең ап-асыҡ аяттары.

2. (Ҡиәмәт) ваҡыты килгәс, инҡарсылар:

— Их, беҙ ҙә мосолман булһаҡ инек, — тип уфтанырҙар.

3. Уларҙы ташла, ашаһындар, истирәхәт ҡылһындар (ял итһендәр) һәм буш өмөткә алданһындар. Ахырҙа нимә буласағын оҙаҡламай беләсәктәр. (4) Яҙмышында булмаған, алдан киҫәтелмәгән бер генә шәһәрҙе лә беҙ (сәбәпһеҙгә) харап итмәнек. (5)Һис бер халыҡ әжәлен уҙып китә алмай, әжәлен кисектерә лә алмаҫ.

6. Әйттеләр:

— Әй, һин, үҙеңә Ҡөръән индерелгән Мөхәммәд! Моғайын, һине ен алыштырғандыр. (7) Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, беҙгә фәрештәләрҙе индерт, — тинеләр.

(«Боронғо ғәрәп халҡы: шағирҙар ендән илһам ала, тип инан­ғандар. Нәфис һүҙле һәм тәмле телле шиғри әҫәрҙәрҙән дә өҫтөн бер Китап (Ҡөръәнде) алып килгәне өсөн, Пәйғәмбәребеҙгә «Мәжнүн, Енле шағир» ҡушаматы таҡтылар».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

8. Фәрештәләрҙе Беҙ фәҡәт (ихтыяж булғанға ғына) Хәҡиҡәт менән бергә индерәбеҙ. Ул уаҡытта (фәрештәләр иңгәс) (кәферҙәргә гөнаһтарын йыуар өсөн) форсат бирелмәҫ (фәрештәләр уларҙың эшен бик тиҙ бөтөрөр). (9) Ҡөръәнде Беҙ индерҙек. Был — Хәҡиҡәт. Әлбиттә, уны Беҙ үк һаҡлаясаҡбыҙ ҙа. (10) Хаҡтыр, Һинән әүүәл дә Беҙ халыҡтарға илселәр күндергән инек. (11) Улар (кәферҙәр) үҙҙәренә килгән һәр пәйғәмбәрҙән көләләр ине. (12) Бына шулай итеп, Беҙ (изгелекле кешенән мәсхәрә итеп көлөү теләген) гөнаһлыларҙың ғәҙәтенә һалабыҙ. (13) Әүүәл йәшәгән халыҡтарҙың ба­шына килгән язаларҙан һабаҡ алмайынса, улар һаман быңа (Ҡөръәнгә) ышанмайҙар. (14) Күк ҡапҡаһы асылып, улар юғарыға менһәләр. (15)Тағын:

— Күҙ ҡараштарыбыҙ иҫерҙе, дөрөҫөрәге: беҙҙе сихырланылар, — тип әйтерҙәр ине. (16) Хаҡтыр, Беҙ Күктә байтаҡ ҡына йондоҙлоҡтар хасил иттек. (Ҡарап һоҡланыр өсөн Күкте) шулай биҙәнек. (17) Уларҙы таш бәреп ҡыуылған шайтандан һаҡланыҡ. (18) Ҡолаҡ һалып, тыңлап йөрөй торған шайтан бар, уның артынан да ялтырап, ут сыбыртҡыһы атыла. (19) Ер­ҙе яҫтыҡ кеүек итеп ҡабарттыҡ. Шунда ҡаты тоҡомло тауҙарҙы урынлаштырҙыҡ, йәнә шунда теүәл миҡдарҙа үлсәүле итеп (һәр нәмәне) үҫтерҙек. (20) Шунда һеҙҙең өсөн дә, һеҙ тәрбиә­ләмәй торған (ҡырғай йәнлек, ҡош-ҡорт, үҫемлектәр) нәмәләр өсөн дә йәшәү шарттары яралттыҡ. (21) Һәр нәмәнең хазинаһы бары тик Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. Беҙ уны кәрәк миҡдарҙа ғына индерәбеҙ. (22) Беҙ уңдырыш килтереүсе елдәр­ҙе яһаныҡ, Күктән ямғыр яуҙырҙыҡ; шулай итеп, һеҙҙең һыу­һау ихтыяжығыҙҙы баҫтыҡ. Ләкин һеҙ ул һыуҙарҙы һаҡлай алмайһығыҙ. (23) Шик юҡ, Беҙ терелтеүсе лә, үлтереүсе лә. Һәр нәмәгә Беҙ вәриҫ. (24) Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙән элек йәшәп киткәндәрҙе лә, һеҙҙең арттан киләсәктәрҙе лә беләбеҙ. (25) Һис шикһеҙ, Аллаһ уларҙың барыһын да үҙ янына туплая­саҡ. Ул — хакимдыр, ғалимдыр.

26. Хаҡтыр, Беҙ кешене зыңғылдап торған (саф) балсыҡтан яралтып, рәүешле иттек. (27) Ендәрҙе лә электән үк уттан яралттыҡ.

(«Енде, иблисты, шайтанды уттан яралтты» һүҙҙәре ҡайнар холоҡло, ут кеүек етеҙ, буйһонмаҫ һәм тәкәббер, мәғрүр ке­шеләр тураһында һөйләнгәндә ҡулланыла, ундай тиктормаҫ, ғәҙәттә, кешеләрҙе ярамаған мажараларға ҡоторта. «Әҙәмде тупраҡтан, балсыҡтан, ендәрҙе уттан» тигән ғийбәрәләр, һис шикһеҙ, сағыштырма мәғәнәлә кешеләрҙең тәбиғәтен, холҡон һүрәтләгәндә ҡулланыла, сабырҙар Аллаһтың ҡағиҙәләренә буй­һона, енле кешеләр һәр ваҡыт тәртип боҙа. «Зыңғылдап торған балсыҡтан» ғийбәрәһе башҡа йән эйәләренән айырмалы булараҡ, әҙәм затының һөйләшә, йырлай белеүенә ишара икәне күренеп тора. Был аңлатма Мәүләнә Али китабынан алынды.)

28.Шулай итеп, Аллаһ фәрештәләргә әйтте:

— Мин зыңғылдап торган (саф) балсыҡтан, уға рәүеш биреп, бер кеше яралтасаҡмын. (29) Уға рәүеш биргәс, йән өрөлгәс, һеҙ уға сәждә итерһегеҙ, — тине. (30) Фәрештәләрҙең барыһы ла шунда уҡ сәждә итте. (31) Иблистән башҡалары. Ул сәждә итеүселәр менән сәждәгә йығылманы. Баш тартты.

32.— Әй, Иблис, ни өсөн һин сәждә итеүселәр менән бергә түгел инең? Сәждә итмәүеңдең сәбәбен әйт, - тине Аллаһ.

33. — Ни эшләп мин кибеп бөткән балсыҡтан яһалған бер кешегә сәждә итәйем! (сөнки мин уттан яралтылған зат), — тине Иблис.

34. Аллаһ бойорҙо:

— Кит бынан! Мин һине (ләғнәт ебәреп) ҡыуа­м! — тине. — (35) — Хаҡтыр, һин Ҡиәмәт көнөнә саҡлы ләғнәтләнгән килеш ҡалырһың.

36. — Раббым, — тине Иблис. — Бөтөн кешеләр яңынан терелгәненә саҡлы (язамды кисектер) форсат бир миңә.

37. Аллаһ әйтте:

— Ысындан да, һин кисектерелгәндәрҙең берһе. (38)Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы.

39. (Иблис) әйтте:

— Раббым, мине (тура юлдан) яҙҙырғаныңа күрә, мин дә Ер йөҙөндәгеләргә гөнаһтарын ләззәтле һәм гүзәл ғәмәл итеп күрһәтермен һәм юлдан яҙҙырырмын. (40) Тура ҡолдарыңдан ҡалған барсаһын, — тине.

41. Шулай бойорҙо:

— Ана шул юл — Минең тарафҡа тура юл булыр. (42) — Шөбһәһеҙ, ҡолдарым өҫтөнән һин хакимлыҡ итә алмаҫһың. Аҙғын­лыҡҡа батҡандарҙан тыш. (43) Хаҡтыр, йәһәннәм улар өсөн ҡоролған урын. (44) Йәһәннәмдең ете ҡапҡаһы бар. Кешеләр (ни дәрәжәлә ҡылған гөнаһтарына күрә) төркөм-төркөм шул ҡапҡаларҙан керер.

(«Ҡайһы бер дин ғалимдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, беренсе төркөм Һәүийә ҡапҡаһынан керер: улар — гөнаһлы мосолмандар. Икенсеһе

— Саҡар: йәһүдтәр өсөн; өсөнсөһө — Сәғийр: христиандар өсөн; дүртенсеһе — Жаһим: Ҡояш, Ай, йондоҙҙарға табыныусылар (Сәбийә) өсөн; бишенсеһе — Ләзә: утҡа табыныусыларға; алтынсыһы — Хүтәмә: боттар, һынға, һәйкәлдәргә табыныусылар өсөн; етенсеһе: монафиҡтар өсөн». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

45. (Аллаһтың язаһынан ҡурҡып, Уның юлында тоғро булып тормош кисергән) тәҡүә мосолмандар, һис шикһеҙ, йәннәт баҡсаларында, шишмә буйҙарында буласаҡ. (46)Уларға:

- Именлек һәм сәләмәтлек менән керегеҙ, — тип әйтелер.

47. Беҙ улар күңелендәге (хөсөтлөк, мәкер) сәнскеләрҙе һурып алдыҡ: улар инде туғанлашып, ултырғыстарға ҡапма-ҡаршы ултырасаҡ. (48) Улар шунда бер ҡасан да (ауыр эш эшләп) алйымаясаҡ һәм уларҙы унан бер кем бер ҡасан да сығармаясаҡ. (49) (Ий, Рәсүлем) ҡолдарыма Минең ярлыҡаусы һәм ғәфү итеүсе икәнемде һөйлә. (50) Мин бирәсәк язаның бик тә хәтәр буласағын да белдер. (51) Уларға Ибра­һим өйөнә килгән ҡунаҡтар (фәрештәләр) менән булған ваҡиға тураһында ла хәбәр бир. (52) Ибраһим өйөнә кергәс, ҡунаҡтар әйтте:

- Сәләм, — тинеләр. Ибраһим иһә уларға:

— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙҙән ҡурҡабыҙ, — тине. (53) Тегеләр әйтте:

— Ҡурҡма, беҙ һинең ғилемле улың тыуасағы тураһында хәбәр килтерҙек, — тинеләр. (54)

- Ҡартлығым килеп еткәс кенә һеҙ мине (балаң тыуа­саҡ, тип) ҡыуандырырға килдегеҙме? Мине нәмә менән ҡыуандырасаҡһығыҙ? — тине Ибраһим. (55) — Беҙ һиңә дөрөҫөн һөйләргә килдек, аң бул, өмөтөңдө өҙмә, — тинеләр. (56) — Раббымдың рәхмәтенән бары тик юлдан яҙғандар ғына өмөт өҙә, — тине Ибраһим. (57) — Әй, илселәр, тағын ниндәй йомошоғоҙ бар? — тине Ибраһим. (58) Әйттеләр:

— Беҙ гөнаһлы халыҡтарға (һәләк итергә) күндерелдек.

(59) Лут ғәйләһенән тыш. (Лутныҡыларҙы) ҡотҡарасаҡбыҙ.

(60) Луттың ҡатынынан башҡаһын (ҡотҡарасаҡбыҙ). Уны (ҡатынды) беҙ (язаға тартыр өсөн) аҙғындарҙан һананыҡ.

(61) Илселәр Лут ғәйләһенә килгәс, (62) Лут уларға:

— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙ мин танығандарҙан түгел, — тине (63) (Ҡунаҡтар) әйтте: — Беҙ улар (кәферҙәр) шикләнеп ҡараған нәмәне (ғазапты, һәләкәтте) алып килдек. (64) Һиңә Хәҡиҡәт алып килдек. Беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ. (65) Төн урталарында ғәйләңде юлға сығар, үҙең дә уларҙан ҡалма. Һаҡ булығыҙ, артығыҙға боролоп ҡарамайынса, бойоролған яҡҡа китегеҙ, — тинеләр. (66) Уға (Лутҡа) ошо хөкөмөбөҙҙө уахи иттек:

— Таң атҡанда уларҙың (Луттың гөнаһлы ҡәрҙәштәренең) юлы, һис шикһеҙ, киҫеләсәк. (67) Шәһәр ирҙәре (шәһүәти ҡытыҡланыу) ҡыуаныс менән (сибәр егеттәр ҡиәфәтенә кергән) фәрештәләр янына килде.(68)Лут уларға әйтте:

— Былар минең ҡунаҡтарым, — тине. (69) — (Уларға ҡағылып) зинһар, мине оятҡа ҡалдырмағыҙ, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ.

70. — (Беҙҙең был эштәребеҙгә ҡыҫылма) бөтөн ерҙән килгән егеттәрҙе өйөңә керетеп ҡунаҡ итмә, тимәнекме?

71. — Бына һеҙгә ҡыҙҙарым! (Улар менән теләгәнегеҙсә) ҡыланығыҙ (кәрәкһә, өйләнегеҙ, ҡунаҡтарыма ғына ҡағылмағыҙ), - тине.

72. — (Рәсүлем) Һинең ғүмерең менән ант итәм, улар (енси-шәһүәти боҙоҡлоҡ) иҫереклек эсендә аҙашып йөрөй торған хәлдә ине. (73) Ҡояш сыҡҡан саҡта уларҙы дәһшәтле-ҡурҡыныс бер тауыш баҫты. (74) Шулай итеп, Беҙ улар өлкәһендәге ерҙең аҫтын өҫкә килтерҙек. Баштарына яндырылған таштар яуҙырҙыҡ. (75) Хаҡтыр, ғибрәт алыусылар өсөн бында хикмәттәр бар. (76) Улар (хәрәбәләр) һаман үтеп-һүтеп йөрөй торған юл өҫтөндә тора.

(«Лут халҡы араһында күтләклек (педерастия) боҙоҡлоғо тарал­ған була. Шул гөнаһтары өсөн Аллаһ Тәғәлә улар өҫтөнә дәһшәтле-ҡурҡыныс тауыш ишеттерә, тауыштан һуң ер тетрәй баш­лай, баштарына таш яуҙыра, уларҙың шәһәре хәрәбәләргә әүерелә. Халыҡ юҡҡа сыға».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

77. Ысынлап та, бында (был ваҡиғаларҙа) иманлы ке­шеләр өсөн бер ғибрәт бар.

78. Әйкә халҡы ла ысынлыҡта ғәҙелһеҙ-залим ҡәүем ине.

79. Беҙ уларға яза бирҙек. Икеһе лә (Әйкә менән Мәдйән халыҡтары) күренеп тора торған юл өҫтөндә (ге хәрәбәләр аҫ­тында).

80. Бына тағын Хижр халҡы ла пәйғәмбәрҙәрен ялған­сыға сығарҙы.

81. Беҙ уларға мөғжизәле аяттарыбыҙҙы индерҙек, ләкин улар баш тартты. (82) Улар именлек өсөн ҡая-тауҙарҙы тишеп, өйҙәр яһанылар. (83) Уларҙы ла иртәнге яҡта ҡурҡыныс тауыш (һәләкәт) ҡапланы. (84) Йыйған байлыҡта­ры уларҙы һис бер язанан ҡотҡара алманы. (85) Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы хаҡлыҡ менән яралттыҡ. Ул Сәғәт (Ҡиәмәт), һис шикһеҙ, һуғасаҡ. Хәҙерҙән үк уларға хөрмәт менән ҡара. (86) Дөрөҫтән дә, Раббың бар итеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы. (87) Хаҡтыр, Беҙ һиңә ҡабатланыусы ете аятты һәм изге Ҡөръәнде бирҙек.

(«Бер хәдистә был аяттарҙың ете аяттан торған Фатиха сүрәһе икәнлеге әйтелә. Фатиха сүрәһе һәр рәкәғәттә ҡабатлана».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

88. Һаҡ бул, беҙ уларҙың бер ҡәүеменә биргән донъя малына ҡыҙығып ҡарама, уларға эсең бошмаһын һәм мөьминдәргә кесе күңелле бул.

89. Әйт:

— Хаҡтыр, мин бары тик (гөнаһ ҡылһағыҙ, язаланыр­һығыҙ, тип) киҫәтеүсе генә, — тип.

90. Фетнә ҡороусыларға Беҙ ғазап индерҙек. (91)Улар Ҡөръәнде уаҡ-уаҡ киҫәктәргә бүлгеләнеләр. (92) Валлаһи, тип әйтәм, беҙ уларҙы яуапҡа тартырбыҙ. (93) Ҡылған гөнаһтары өсөн. (94) Бойоролғандарҙы яҡшы аңлат һәм (Аллаһҡа) тиң (тип ташҡа, ботҡа) табынғандарҙан йыраҡ тор. (95) Һине мыҫҡыллағандарға ҡаршы көрәшергә Беҙҙең ярҙамы­быҙ етер. (96) Улар: Аллаһ менән бер дәрәжәлә, тип, башҡа бер уйҙырма тәңрегә табына башланылар. Оҙаҡламай барыһы ла асыҡланасаҡ. (97) Улар һөйләгәндәргә һинең (күкрәгең ҡыҫылып) йәнең һыҡрағанды ла бик яҡшы беләм. (98) Һин бөгөндән Раббыңды маҡтауҙы данла, тәсбих әйт һәм сәждә иткәндәр сафында бул. (99)Әжәлең килгәнгә ҡәҙәр Раббыңа ғибәҙәт ҡыл.

Наши рекомендации