Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап) сүрәһе
(Мәғәриж сүрәһе 44 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғәриж» — баҫҡыстар буйлап өҫкә менеү, дәрәжәгә күтәрелеү мәғәнәләрен эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Берәүһе хәтәр яза килеүен (йүрей генә) һораған булды. (2) Кәферҙәр өҫтөнә төшәсәк (был ғазапты) бер кем дә кире ҡайтара алмай. (3) Ул (ғазап) дәрәжәләргә күтәрелеү эйәһе Раббы тарафынан буласаҡ. (4) Фәрештәләр ҙә, рух та (Жәбраил дә) дәрәжә баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең йыл булған араны бер көндә менеп етерҙәр. (5) Шуға күрә, һин (Мөхәммәд, кәферҙәрҙең йәберҙәренә) һоҡланырлыҡ сабырлыҡ менән түҙ, сыҙа. (6) Хаҡтыр, (Кәферҙәр) быны (Ҡиәмәтте): хәҙер генә килмәҫ, ул әле йыраҡ, тинеләр.
7. Беҙ уны яҡын итеп күрәбеҙ. (8) Ул көндө Күк йөҙө эрегән баҡыр төҫөнә керер. (9) Ул көндө тауҙар тетелгән йөн кеүек буласаҡ. (10) Һис бер дуҫ икенсе дуҫтың хәлен белмәҫ (һорашмаҫ). (11) Улар бер-берҙәрен күрер (ләкин хәл-әхүәл һорашыу булмаҫ). Ул көндө гөнаһлы язанан ҡотолор өсөн улдарын, (12) ҡатынын, аға-энеһен, (13)үҙенә торорға ҡыуыш һәм ашарға ризыҡ биргән нәҫел-нәсәбен, (14) Ер йөҙөндә кем бар — барыһын да ҡорбан итергә әҙер булыр. (Бары тик үҙе генә ҡотолһон.) (15) Ләкин — ниндәй файҙа! Йәһәннәм — тамуҡ уты (16) уны (гөнаһлы кешене) башынан аяғына ҡәҙәр ялмап алыр. (17) Ул (ҡот осҡос ялҡын хәтәр ҡөҙрәт менән имандан) ҡасҡандарҙы үҙенә тартып-саҡырып торор. (18) (Байлыҡ, мал) йыйып, йоҙаҡта бикләп тотҡандарҙы (тамуҡ ялҡыны) үҙенә һурыр. (19) Хаҡтыр, кеше хөсөтлө һәм сабырһыҙ, түҙемһеҙ итеп яралтылған зат. (20) Башына бәлә килһә, ярҙам һорап аҡыра башлай. (21) Уға байлыҡ килһә, һаранлана.
22, 23. Һәр саҡ намаҙҙа Аллаһҡа сәждә итеүселәр ундай түгел. (24) Малдарының мәғлүм бер өлөшө (25) һораныусы һәм (һорамаусы) мохтаждарға тейеш, тип ғәмәл ҡылғандар (хәйер-саҙаҡа, зәкәт биргәннәр), (26) хисап һәм яза көнө киләсәк, тип инанғандар, (27) Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡҡан, (28) — хаҡтыр, Раббының ғазабынан бер кем дә ситтә ҡалмаҫ (бер кем дә: мин —мосолман, миңә Аллаһ яза бирмәҫ, тип ҡурҡмайынса ғына йәшәргә тейеш түгел); (29) ғиффәттәрен (оят ерҙәрен) һаҡлағандар; (30) үҙ ҡатындарына, йәриәләренә яҡынлыҡ ҡылғандар, ысындан да, ғәйепләнмәҫ. (31) Әммә быларҙан тыш (башҡа никахһыҙ ҡатындар, сит-ят ҡыҙҙар) артынан йөрөүселәрҙе Беҙ хаттин ашҡандар (хәләлдән харамға күскәндәр) рәтенә ҡуясаҡбыҙ. (32) Аманат һаҡлағандар, антҡа тоғро булғандар, (33) дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылғандар, (34) дөрөҫ итеп намаҙ уҡығандар, (35) барыһы ла (шәрәф һәм ғиззәт алып) йәннәт баҡсаларында йөрөр.
36. (Эй, Мөхәммәд) нимә булған уларға (кәферҙәргә, мөшриктәргә, монафиҡтарға)? Аҡылдан яҙғандармы? Улар өйөрөлөшөп, (37) уңдан да, һул тарафтан да һинең яныңа ырғыла. (38) Улар шулай итеп, һәр береһе йәннәт баҡсаларына керергә ашҡынамы? (39) Өмөттәре бушҡа! Улар үҙҙәренең ниндәй тоҡомдан (балсыҡтан) яһалғанын бик яҡшы белә.
(40) Юҡ! (Эш улар уйлағанса булмаҫ.) Көнсығыш-көнбайыш (бөтөн ғәләм) хужаһының исеме менән ант итеп әйтәм: (41) әлбиттә, Беҙ улар урынына үҙҙәренән дә яҡшыраҡ халыҡты килтереп ҡуйырға ҡөҙрәтлебеҙ; был эштә Беҙҙән алға сыға алырлыҡ ҡеүәт юҡ. (42) (Эй, Мөхәммәд) хәҙер һин инде уларҙы ташла. Вәғәҙә ителгән көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы гөнаһ эсендә типтерә-уйнай торһондар. (43) Ул көндө улар ҡәберҙәренән ҡубарылып сығыр ҙа, баҫтырып ҡуйылған һындарға табан ағылған һымаҡ, шашып йүгерә башлар. (44) Һуңынан хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа текәлер, улар рисуай булыр. Бына был көн уларға (күптән, фани донъяла уҡ) вәғәҙә ителгән Мәхшәрҙер.
Нух (Нух) сүрәһе
(Нух сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрә хәҙрәти Нух пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөтә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. — Хаҡтыр, баштарына хәтәр яза килгәнгә тиклем, үҙ халҡыңды киҫәтеп-ҡурҡытып ҡуй, — тип, Нухты үҙ ҡәүеменә күндерҙек. (2, 3, 4) Нух (халҡына) әйтте:
— Әй, ҡәрҙәштәрем, һеҙ шик тотмағыҙ, — тине. — Мин һеҙҙе: Аллаһҡа буйһоноғоҙ, Уға ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡланығыҙ, (һөйләгәндәремә ышанып) миңә эйәрегеҙ, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн генә булһа ла ярлыҡаһын һәм һеҙҙе билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы йәшәтһен, тип асыҡ рәүештә киҫәтеүсе бер кешем. Мәғлүмдер, Аллаһ вәғәҙә иткән (Ҡиәмәт әжере) күпкә кисектерелмәҫ. Их, һеҙ (Ҡиәмәттең ниндәй икәнен) белһә инегеҙ! (Бер уаҡытта ла гөнаһ ҡылмаҫ инегеҙ.) (5) Ахырҙа Нух әйтте:
— Шуныһы хаҡ, Раббым, мин халҡымды кис-көндөҙ иманға саҡырҙым. (6) Ләкин минең саҡырыуым уларҙың бары тик ҡасыуҙарын тиҙләтте генә. (7) Ысындан да, (иманға килегеҙ) Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, тип күпме генә өндәһәм дә, бармаҡтары менән ҡолаҡтарын томалап, сапандары менән баштарын ҡаплап, аяҡ терәп ҡаршы торалар, тәкәббер рәүештә аҙғынлыҡтарын дауам итәләр. (8)Шунан һуң мин, әлбиттә, уларҙы ҡатыраҡ тауыш менән саҡырырға тотондом. (9)Йәнә лә мин улар менән асыҡтан-асыҡ та, аулаҡта ла ҡат-ҡат һөйләштем, вәғәз уҡыным. (10) Шунан әйттем: Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, Аллаһ — ысындан да, мәрхәмәтле ярлыҡаусы, тинем. (11) (Яманлыҡтан баш тартһағыҙ) Аллаһ өҫтөгөҙгә мул ямғыр яуҙырыр, тинем. (12)Һеҙҙең малдарығыҙҙы, улдарығыҙҙы арттырыр, һеҙгә баҡсалар (емеш бостандары), шишмәләр бирер, тинем. (13)Ни эшләп һуң һеҙ Аллаһты кәрәгенсә ололамайһығыҙ? (14) Гәрсә, Ул һеҙҙе үҫештең төрлө-төрлө шәкелдәрендә яралтты. (Балсыҡтан Әҙәмде, унан Һауаны, унан аналыҡта яралғыны, тыуыуҙы, үҫеүҙе, ҡартайыуҙы, әжәлде бар итте). (15) Күрмәйһегеҙме ни, Аллаһ ете күкте бер-берһенә яраҡлаштырып яһаны. (16) Шунда Ай нур сәсә, Ҡояш та ҡәндил (шәмдәл)кеүек яҡтырта. (17) Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан шытып сыҡҡан үҫемлек кеүек итеп үҫтерҙе. (18) Ахырҙа ул һеҙҙе тағын тупраҡ эсенә кертәсәк һәм сығарғаны кеүек тағын сығарасаҡ. (19) Аллаһ Ерҙе һеҙҙең өсөн түшәк-яҫтыҡ кеүек итеп ҡабартты.
20. Ер өҫтөндәге юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөһөндәр тип. (21) Нух әйтте:
— Йә, Раббым, шуныһы хаҡ, улар миңә дошман булды. Малдары, балалары менән улар яманлыҡтан башҡа нәмә килтермәй торғандарға эйәрҙеләр. (22) Былары ла мәкерле хәйләләр ҡора башланы. (23) (Нух халҡы бер-береһенә әйтте):
— Аң булығыҙ! Табына торған һындарҙы ташламағыҙ. Вәдд, Сүвәғ, Йәғүс, Йәғуҡ һәм Нәсерҙәрҙән ваз кисмәгеҙ, — тинеләр. (24) Шулай итеп, улар байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырҙы. (Йә, Раббым) һин ул залимдарға аҙашыуҙан башҡа һис нимә арттырып бирмә.
25. Ошо гөнаһтары арҡаһында улар һыуға батырылды. Ахырҙа утҡа ташландылар. Аллаһтан башҡа һис бер ярҙамсы таба алманылар. (26) Нух былай тине:
— Йә, Раббым, кәферҙәрҙең береһен дә Ер йөҙөндә ҡалдырма. (27) Әгәр ҙә һин уларҙы ҡалдырһаң, улар кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр һәм улар яман әхләҡһеҙ, кәферҙәрҙән башҡа бала тыуҙырмаҫтар. (28) Йә, Раббым, минең үҙемде, әсәйемде, атайымды, иман килтереп, өйөмә кергән кешеләрҙе, мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, зинһар, ярлыҡа. Яуыз залимдарға һәләкәттән башҡа нәмә арттырма.
Джинн (Ен) сүрәһе
(Ен сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡайһы бер ендәрҙең дә Ҡөръән тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Ендәр ҡәүеменең бер төркөмө (мин Ҡөръән уҡығанда) тыңлап, иман килтергән икән. Был турала мин уахи аша белдем, — тип.
Ен ҡәүеменән булғандарҙың бер төркөмө былай тигән:
— Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәҙәттән тыш гүзәл Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ, (2) ул тура юлға өгөтләй, һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ. (3) Хаҡтыр, Раббыбыҙҙың бөйөклөгө һәр бөйөклөктән дә бөйөк. Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ. (4) Хаҡтыр, ахмаҡ бер наҙаныбыҙ (Иблис) Аллаһ хаҡында хаттин ашҡан уйҙырмалар, ялған һөйләп йөрөй ине. (5) Гәрсә, беҙ — кешеләр ҙә, ендәр ҙә Аллаһ тураһында ялған түгел, дөрөҫөн һөйләй, тип уйлай инек. (6) Шуныһы ла ысынбарлыҡ, ҡайһы бер кешеләр, ҡайһы бер ендәргә эйәреп, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын арттыра ине. (7) Улар ҙа һеҙҙең кеүек үк, Аллаһтың ҡабат терелтәһенә ышанмай ине. (8) Хаҡтыр, беҙ (ендәр) Күккә менергә (Аллаһ менән фәрештәләрҙең һөйләшкәнен тыңларға) тырышып ҡараныҡ. Ләкин Күктең хәтәр һаҡсылар-ҡарауылсылар менән һәм атыла торған утлы йондоҙҙар менән тулғанлығын күрҙек. (9) Йәшеренеп тыңлар өсөн беҙ (Күктең) уңайлы ҡырҙарына боҫтоҡ. Ләкин тыңларға теләгәнде шунда ут сыбыртҡыһы һағалап тора икән. (10) Хаҡтыр, беҙ аңламай ҡалдыҡ: ерҙәге кешеләргә зыян-зәхмәт килтерер өсөн шулай маҡсат ителгәнме, әллә Раббы уларға изгелек ҡылырға теләйме? Белгән юк. (11) Ысынлап та, беҙҙең арала изгелекле булғандар ҙа бар, гөнаһлыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Беҙ төрлө-төрлө юлдар менән киттек. (12) Без шуны ла аңланыҡ, Ерҙә булһаҡ та, ҡайҙа ҡасһаҡ та, беҙ Аллаһты меҫкен хәлгә ҡалдырып, еңә алмаясаҡбыҙ. (13) Хаҡтыр, беҙ (Ҡөръәнде) тыңлап, иман килтерҙек. Аллаһҡа иман килтергән зат әжерҙән дә мәхрүм ҡалмаҫ, нахаҡҡа рәнйетелмәҫ тә. (14) Ысынлыҡта, ҡайһыбыҙ мосолман булды, ҡайһыбыҙ юлдан яҙҙы. Тура юлды эҙләп тапҡандар - мосолман булыр. (15) Ғәҙелһеҙ залимдар йәһәннәм киҫәүе булыр.
(Ендәр тип әкиәттәрҙәге һәм кешеләрҙең күҙ алдына килтерә торған «ҡойроҡло ендәр» күҙ алдында тотолмай. Мәүләнә Али нөсхәһендә «ендәр» тип атала торған халыҡтар — кешеләр тураһында һөйләнә. Был «ендәр» астрологтар, фекерҙәре менән Күккә менеп, сихыр һәм ырымдары менән халыҡты алдаусы ҡәүем икәнлеге әйтелә.)
16. Әгәр ҙә улар тура юлдан сыҡмайынса барһа, әлбиттә, уларға Беҙ мул итеп ямғыр яуҙырыр инек. (17) Шулай итеп, Беҙ уларҙы һынап ҡарар инек. Раббыны зикер итеүҙән баш тартҡан кешене Аллаһ хәтәр ғазапҡа тартыр.
18. Барса мәсеттәр бары тик Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу урыны. Шуға күрә, һеҙ Аллаһҡа тиң тип, һис бер башҡа затҡа табынмағыҙ. (19) Хәҡиҡәт, Аллаһтың ҡоло (Мөхәммәд) Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн ҡалҡҡанда (Ҡөрьән тыңлар өсөн килгән ендәр) араларынан ел үтмәҫлек булып, тығыҙ урынлашты.
20. Әйт һин:
— Мин бары тик Раббыма доға ҡыламын. Уға һис бер тиңдәш тотмам, — тип. (21) Әйт һин:
- Хаҡтыр, мин һеҙҙең өсөн зарар ҙа, файҙа ла эштәр дәрәжәләге зат түгелмен, — тип. (22) Әйт һин:
— Хаҡтыр, (Кәферлек ҡылһам) мине Аллаһтың язаһынан берәү ҙә ҡотҡара алмаҫ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат мин таба алмам, - тип. (23) - Минең ҡулымдан килгән эш — Аллаһтың хөкөмдәрен, киҫәтеү-һөйөнсөләрен һеҙгә ирештереү. Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә ҡаршы баш күтәргән кеше, һис шикһеҙ, йәһәннәм утына лайыҡ булыр, ул шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
24. Ниһайәт, улар вәғәҙә ителгән язаны күргәс, кемдең ярҙамсылары әҙ, кемдеке күп икәнен белер.
25. Әйт һин:
— Вәғәҙә ителгән ғазаптың яҡынмы, әллә Раббы уны оҙаҡ ваҡытҡа кисектергәнме икәнен мин белмәйем,- тип. - (26) Йәшерен серҙәрҙе бары тик Ул ғына белә. Һәм Аллаһ йәшерен серҙәрҙең асҡысын бер кемгә лә бирмәй. (27) Үҙенә айырыуса яҡын, Уның ризалығын ҡаҙанған Пәйғәмбәренән башҡа. Ул (Пәйғәмбәрҙең) алдына ла, артына ла күҙәтеүселәр (һаҡсылар) ҡуйылған. (28) Шулай итеп, уларҙың (пәйғәмбәрҙәрҙең) Раббы күндергән әмерҙәрҙе дөп-дөрөҫ итеп еткерәме икәнлектәрен барлар өсөн, Аллаһ Пәйғәмбәр янында булғандарҙың барыһын да ғилеме менән уратып алған һәм һәр береһенең һанын берәмләп теркәгән.