Зухруф (Алтын хазина) сүрәһе
(Зухруф сүрәһе 89 аяттан тора. «Зухруф» - алтын, аҫыл таштар мәғәнәһендәге һүҙ. Тура мәғәнәһендәге алтындар, зиннәт түгел, күңелдәге зиннәт, рухи биҙәктәр тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме шулай алынған.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим. (2, 3) Барса нәмәне ап-асыҡ аңлатыусы Ҡөръән исеме менән әйтәм: һеҙ аңлаһын өсөн Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән иттек. (4) Ул хозурыбыҙҙа, Китаптарҙың Әсәһе (Ләүхел Мәхфүз) янында һаҡлана. Бөйөклөк һәм хикмәттәр тулы бер Китап ул — Ҡөръән.
5. Һеҙ сығырҙан сыҡты тип кенә, Беҙ һеҙҙе Ҡөръән менән киҫәтеүҙән баш тартайыҡмы? (6) Әүәл йәшәп киткән байтаҡ халыҡтарға күпме пәйғәмбәр күндерҙек. (7)Улар (кәферҙәр, мөшриктәр) үҙҙәренә килгән һәр пәйғәмбәрҙе мыҫҡыллайҙар ине. (8) Беҙ уларҙан да ҡеүәтлерәк рәхимһеҙ хакимдарҙы ла һәләк иттек. Әүәл йәшәгән ул халыҡтарҙың миҫалдарын әллә нисә аятыбыҙҙа ғибрәт итеп күрһәттек. (9) Уларҙан:
— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтты? — тип һораһаң.
— Шик юҡтыр, уларҙы көслө булған, бар нәмәне белеүсе Аллаһ яралтты, — тип әйтәләр.
10. Ул Ерҙе һеҙҙең өсөн бишек кеүек итеп яралтты. Дөрөҫ юлдан йөрөһөндәр тип, һеҙгә юлдарҙы бар итте. (11)Кәрәгенсә генә Күктән ямғыр яуҙырған — Аллаһтыр. Беҙ (ул ямғыр менән ҡороп бөткән) үле тупраҡҡа йән бирәбеҙ. Һеҙ ҙә бына шулай (терелеп) ҡәберҙәрегеҙҙән сығарыласаҡһығыҙ. (12) Бөтөн хайуандарҙы (ҡош-ҡорттарҙы, кешеләрҙе) пар-пар яралтты. Һәм һеҙ егеп-атланып йөрөр өсөн хайуандар һәм ултырып йөрөр өсөн кәмәләр яралтты. (13, 14) Шуларға атланғас һәм ултырып йөрөгәндә Раббығыҙҙың ниғмәттәрен иҫегеҙгә төшөрөп:
— Быларҙы беҙҙең хеҙмәтебеҙгә биргән Аллаһҡа (сөбхөналла, әлхәмдуллилләһ, Аллаһу әкбәр, тип) тәсбих әйтәбеҙ. Юҡһа, беҙ быларҙы барлыҡҡа килтерә алмаған булыр инек, — тип Аллаһҡа шөкөр итегеҙ. — Беҙҙең Аллаһ хозурына ҡайтарыласағыбыҙ көн кеүек асыҡ, — тип ҡабатлағыҙ.
15. Әммә улар Аллаһ бәндәләренең бер өлөшөн (пәйғәмбәрҙәрҙе) Уға тиң һананылар. Ысындан да, кешенең асылы кәферлеккә тарта.
16. Әллә һуң Аллаһ юҡтан бар иткән ҡыҙҙарын үҙенә алып, һеҙгә уландарҙы бирҙеме?
17. Шуларҙың (Аллаһтың ҡыҙҙары бар, тигән) берәйһенән:
— Һинең ҡатының ҡыҙ бала алып ҡайтты, — тип һөйөнсө алырға теләһәң, ул ирҙең йөҙө (ҡайғыһынан) ҡарайыр, ул асыуынан шартлар дәрәжәгә етер. (18) Зиннәтле, бай тормошта үҫеп, яуҙарҙа (көрәштәрҙә) ҡатнаша алмаған (ҡыҙҙар)ҙы Аллаһҡа нисбәт итәләрме? (19) Аллаһтың хеҙмәтендәге фәрештәләрҙе лә улар ҡатын-ҡыҙға һынайҙар. Әйтерһең, улар фәрештәләрҙең яралтылышын күреп торған. Ғәжәп. Уларҙың был ялған шаһитлығы яҙылып ҡуйыласаҡ һәм улар яуапҡа тартыласаҡ.
20. Һәм улар:
— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (боттарға) табынмаҫ инек, — тип әйтәләр. Был хаҡта уларҙың хәбәре юҡ. Улар бары тик ялған ғына һөйләй. (21) Әллә һуң Аллаһ уларға электән үк (Аллаһтан башҡа нәмәләргә табынығыҙ тип) китап бирҙеме? Һәм улар шул (ялған) китапҡа йәбешеп яталармы?
22. Юҡ! (Ундай китап уларға бирелмәне).
— Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың бер дин (һындарға табыныу, христианлыҡ, мәжүсилек) тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тип әйтәләр.
23. Һинән алда ла нисә халыҡтарға киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек, ләкин шундағы муллыҡта йәшәгән кешеләр:
— Ата-бабаларыбыҙҙың бер дин тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тинеләр. (24) — Мин һеҙгә ата-бабаларығыҙ тотҡан диндән дә яҡшырағын килтерҙем, — тип әйткәс, улар:
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ уға (һин килтергәнгә) ышанмайбыҙ! — тинеләр.
25. Беҙ уларға яза бирҙек. Ҡара! Ялғансыларҙың яҙмышы нимә менән бөттө?
26, 27. Бер ваҡыт Ибраһим атаһына һәм ҡәүеменә әйтте:
— Мин һеҙ табынған нәмәләргә табынмаясаҡмын, — тине. — Мин фәҡәт мине яралтҡанға (Аллаһҡа) ғына ғибәҙәт ҡыласаҡмын. Сөнки Ул мине тура юлға күндереүсе.
28. Был һүҙҙәрҙе ул үҙенән һуң киләсәк быуындарға (Аллаһтың диненә күсһендәр өсөн), васыят итеп ҡалдырҙы.
29. Хаҡтыр, быларҙы һәм аталарын үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) менән Пәйғәмбәр килгәнсегә саҡлы Беҙ уларҙы ниғмәт эсендә йәшәттек.
30. Ләкин улар үҙҙәренә Хәҡиҡәт килгәс:
— Был бер сихыр. Беҙ уны танымайбыҙ, — тинеләр.
31. Һәм әйттеләр:
— Был Ҡөръән ике шәһәрҙең берәй олуғ әҙәменә индерелһә, яҡшы булыр ине, — тинеләр.
32. Раббының рәхмәтен улар бүлешергә баҙнат итәме? Донъялағы тормошта уларға дәрәжәләрҙе Беҙ бүлеп бирҙек. Береһе икенсеһенә хеҙмәт итһен тип, Беҙ уларҙы береһен икенсеһенән өҫтөн ҡылдыҡ. Раббының рәхмәте улар туплаған байлыҡтан хәйерлерәк.
33. Әгәр барлыҡ кешеләр (кәферҙәрҙең бай тормошона ҡыҙығып, кәферлеккә күсеп) бер кәфер өммәте хасил итер, тигән ҡурҡыныс булмаһа, Рахмәәнды инҡар итеүселәрҙең өйҙәрендәге түбәләрен һәм шул түбәгә менә торған баҫҡыстарын көмөштән яһап, бөтөн ерен йыһазлап, биҙәр инек. (34) Ишектәрен дә, ҡырын ятып истирәхәт ҡыла (ял итә) торған ятаҡтарын да (көмөштән яһар инек). (35) Уларҙы зиннәт-алтынға күмәр инек. Быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына булып, тиҙ генә уҙып китә торған нәмәләр, әлбиттә.
(Мәңгелек байлығы булған) Әхирәт иһә Аллаһҡа һыйынғандарға аталған.
36. Кем Рахмәәнды зикер итеүҙән уаз кисһә, уның янына шайтанды ҡуйырбыҙ, шайтан гел уның артынан тағылып (ҡотортоп) йөрөр. (37) Әлбиттә, шайтандар уларҙы тура юлдан яҙҙырыр һәм кешеләр үҙҙәрен: беҙ тура юлда, тип уйлар. (38) Ниһайәт, ахырҙа Минең хозурыма килгәс, юлдан яҙған кеше дуҫы шайтанға әйтер:
— Их, һинең менән минең ара Көнсығыш менән Көнбайыш араһы кеүек йыраҡ булған булһа ине. Һинән дә яман юлдаш юҡ икән.
39. Һеҙҙең бөгөнгө (Ҡиәмәттәге) үкенеүҙәрегеҙ бер файҙа ла бирмәҫ, сөнки һеҙ (фани донъяла) ғәҙелһеҙлектәр ҡылдығыҙ. Һеҙ язаны бер тигеҙ аласаҡһығыҙ.
40. (Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) һаңғырауҙарға һин (Ҡөръәнде) ишеттерә алырһыңмы икән йәки (күңел күҙе) һуҡырҙарға (Ҡөръән күрһәтеп) асыҡтан-асыҡ аҙғындарҙы тура юлға баҫтыра алырһыңмы икән?
41. Беҙ һине уларҙан айырһаҡ (улар һине язалап үлтергәнсе һинең йәнеңде алып, хозурыбыҙға мендерһәк), барыбер уларҙы язаға тартасаҡбыҙ. (42) Йәки уларға вәғәҙә иткән ғазабыбыҙҙы һин дә күреп торорһың. Был эштәрҙе башҡарырға ҡөҙрәтебеҙ етә.
43. Һиңә уахи ителгәнде (Ҡөръән күрһәткән юлды) ныҡ тот. Әлбиттә, һин тура юлдағы кеше. (44) Хаҡтыр, Ҡөръән һиңә һәм халҡыңа өгөт булараҡ индерелде. Ахырҙа һеҙ (Аллаһ хозурында) имтихан тотасаҡһығыҙ.
45. Үҙеңдән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙән һорап ҡара: Рахмәәндан башҡа (тәңреләр уйлап сығарығыҙ ҙа шулар)ға табынығыҙ, тип әмер бирҙемме икән?
46. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны аяттарыбыҙ менән бергә Фирғәүенгә һәм уның янындағы олуғтарына күндерҙек. Муса әйтте:
— Мин ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһтың илсеһе булам, — тине.
47. Уларға аяттарыбыҙҙы килтергәс, уны мыҫҡыл итеп көлдөләр. (48) Уларға береһенән-береһе әһәмиәтле аяттарыбыҙҙы индерә барҙыҡ. Тура юлды күрһендәр тип, уларҙы ғазапҡа дусар иттек.
49. Һәм, ниһайәт, улар былай тине:
— Әй, сихырсы, күҙ буяусы! Һинең аша Аллаһ беҙгә биргән антын тормошҡа ашырһын, тип һин Уға ялбар. Беҙ ҙә тура юлға керергә булабыҙ.
50. Ләкин ғазаптан ҡотолғандан һуң, улар һүҙҙәрендә тормай.
51. 52, 53. Фирғәүен үҙ ҡәүеменә былай тине:
— Әй, халҡым, Мысыр мөлкәте һәм аяҡ аҫтымдан ағып ятыусы ошо йылғалар минеке түгелме ни? Шуны ла күрмәйһегеҙме ни? Әллә һуң мин үҙе меҫкен, әйтеп һүҙен аңлата алмаған ошо (һаҡау) әҙәмдән дә түбәнерәк булып сыҡтыммы ни? Әгәр ҙә инде уның алтын беләҙектәре һәм янында ярҙамсы фәрештәләре булһа (беҙ уға ышаныр инек).
(Фирғәүен Мусаның тотлоғоп һөйләшкәненә, фәҡирлегенә төрттөрөп әйтә. Йәғни, Фирғәүендең байлығы ла бар, ул тотлоҡмай ҙа, ләкин Аллаһ пәйғәмбәрлекте уға түгел, Мусаға биргәненә ул ғауға ҡуптара.)
54. Фирғәүен үҙ халҡын алданы; халҡы уға буйһонды. Улар тура юлдан яҙған ҡәүем булды. (55) Шулай итеп, улар Беҙҙе асыуландырҙы. Беҙ уларға тейешле язаһын бирҙек. Барыһын да һыуға батырҙыҡ. (56)Һуңынан килгән быуындар өсөн уларҙың яҙмышын ғибрәт итеп һаҡланыҡ.
57. Мәрйәмдең улы Ғайсаның яҙмышын миҫал итеп килтергәс, һинең халҡың аҡырыша (буҙа ҡуптара) башланы.
58. — Беҙҙең тәңреләребеҙ яҡшыраҡмы, әллә улмы (Ғайсамы)? — тинеләр. Һинең менән бәхәсләшер өсөн шулай һоранылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар ғауғалы халыҡ.
59. Ул (Ғайса) үҙенә ниғмәт бирелгән һәм Исраил тоҡомона үрнәк ителгән бер бәндәбеҙҙер. (60)Әгәр ихтыяр итһәк, Беҙ, киләсәк быуындарға мираҫ итеп, һеҙҙең урынға Ер йөҙөндә фәрештәләрҙе яралтҡан булыр инек.
61. Шөбһәһеҙҙер, ул (Ғайса) Ҡиәмәт (тең ҡасан буласағының) ғәләмәтелер. Быға һис тә шикләнмәгеҙ һәм Миңә йүнәлегеҙ. Аллаһ юлы — иң тура юл.
62. Һаҡ булығыҙ, шайтан һеҙҙе тура юлдан яҙҙырмаһын. Ул һеҙгә хәтәр дошман.
63. Ғайса ҡәтғи дәлилдәр менән килгәс әйтте:
— Мин һеҙгә хикмәт алып килдем һәм ҡаршылыҡлы бәхәстәрегеҙҙең бер өлөшөн һеҙгә аңлатып бирер өсөн килдем. Шулай булғас, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ.
64. — Аллаһ — минең Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Тура юл бына шул булыр.
65. Әммә улар төрлө фирҡәләргә бүленеп, ғауға ҡуптарҙылар. Хәтәр көндөң ғазабына килеп терәлгәс, ул кәферҙәрҙең хәле, һай, яман буласаҡ.
66. Улар Ҡиәмәт көнөнөң үҙ баштарына абайламаҫтан киләсәге тураһында уйлап та ҡарамай.
67. Ул Көндө үҙ-ара (эскерле) дуҫ булғандар бер-береһенең дошманына әүерелер. Аллаһҡа ҡаршы кәфер итмәгәндәрҙән башҡалар.
68, 69.Һәй, аяттарыбыҙға инанған мосолмандарым! Ул Көндө (Ҡиәмәттә) һеҙгә ҡурҡыныс булмаҫ. Һеҙгә, аяттарыма инанып, мөьмин булғандарға ҡайғы иңмәҫ, (70)шатлык урыны - йәннәткә һөйөнөшөп, ҡатындарығыҙ менән бергә керерһегеҙ.
71.Уларға алтын һауыттар (менән татлы ризыҡ) һәм алтын касалар (менән татлы эсемлектәр) таратылыр. Күңелдәре нимә теләһә, күҙҙәренә (зәүҡи) ләззәт биреүсе нимә булһа, барыһы ла шунда булыр. Һеҙ йәннәттә мәңгегә ҡаласаҡһығыҙ. (72) Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, һеҙгә мираҫ итеп ҡалдырылған йәннәттер ул. (73) Шунда һеҙҙең өсөн төрлө-төрлө емештәр бар. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.
74. Шик юҡтыр, гөнаһлылар йәһәннәм ғазабында мәңге ҡаласаҡ. (75) Был ғазап еңеләйтелмәйәсәк. Улар ут эсендә өмөтһөҙ килеш ҡала бирәсәк. (76) Беҙ уларға ғәҙелһеҙ булманыҡ. Ләкин улар үҙҙәре ғәҙелһеҙ залим булды. (77) (Йәһәннәмдә яныусылар зобаниға) әйтер:
— Әй, Мәлик, Раббың беҙҙең йәнебеҙҙе алһын ине, — тип ялбарырҙар. Мәлик:
— Һеҙ, һис шикһеҙ, ғазап эсендә ҡаласаҡһығыҙ,—тип әйтер. (78) Хаҡтыр, Беҙ һеҙгә дөрөҫлөк алып килдек. Ләкин күбегеҙ шул дөрөҫлөктө яратмаҫ булды.
79. Әллә һуң улар (Мәккә кәферҙәре, мөшриктәр берәй мәкерле) эш эшләргә ҡарар ҡылдымы? Улайһа, Беҙ ҙә, ысынлап та, (тик ятмайбыҙ) ҡарар ҡылырбыҙ.
80. (Мөслимдәргә ҡарата) уларҙың эскерлектәрен һәм (Аллаһ динен хурлап) үҙ-ара йәшертен кәңәштәрен Аллаһ ишетмәй-белмәй, тип уйлайҙар. (Яңғылышалар. Барыһын да) ишетеп торабыҙ. Улар янында илселәребеҙ ҙә бар, бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы яҙып баралар.
81. (Эй, Мөхәммәд) әйт:
— Әгәр ҙә ул (Ғайса) мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың улы булһа ине, уға табынғандарҙың иң беренсеһе мин булыр инем, — тип.
82. Күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы, Ғәрештең Раббыһы улар (мөшриктәр, йәһүдтәр, христиандар) һылтағандарҙан өҫтөн һәм азат. Аллаһү әкбәр!
(Һылтағандар — ата булыу, ҡатын тотоу кеүек ер кешеһенә хас булған эштәрҙән Аллаһ азат һәм паҡ килеш ҡала.)
83. Инде һин уларҙан айырыл, (нәжес эсендә) ҡалһындар шунда. Вәғәҙә ителгән ғазап менән ҡауышаһы Көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы улар шулай (ялған һөйләп) донъяла күңел асһындар.
84. Күктең дә Тәңреһе, Ерҙең дә Тәңреһе — бер Аллаһ. Ул — берҙән-бер хөкөмдар һәм (аҡыл-зиһен) хикмәттәренең хужаһы. Ул — ысын асылы менән бөтөнөһөн белеп тороусы.
85. Күктәрҙәге, Ерҙәге һәм улар араһындағы бөтөн нәмәләрҙе милек булараҡ барлыҡҡа килтергән (Аллаһ) ни ҡәҙәр бөйөк. Һуғасаҡ Сәғәттең (Ҡиәмәттең ҡасан буласағы тураһындағы) мәғлүмәте Уның хозурындалыр. Бөтөнөгөҙ ҙә Уның хозурына килтереләсәкһегеҙ.
86. Аллаһты инҡар итеп, табына торған нәмәләре (боттары) улар өсөн шәһәдәт итерлек ҡөҙрәткә эйә түгел. Хәҡиҡәтте ысын күңелдән таныған-белгәндәр шәфәғәт итеүҙән мәхрүм түгел.
87. Хаҡтыр, уларҙан:
— Һеҙҙе кем яралтты? — тип һораһаң:
- Аллаһ! - тип яуап бирерҙәр. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар (Аллаһҡа) ғибәҙәт ҡылмай, Хаҡтан йөҙ сөйөрә? (88)Ул (Пәйғәмбәр):
- Йә,Раббым, былар иман килтермәҫ берҡәүемдер, -тине (89)(Аллаһ бойорҙо):
- (Эй, Мөхәммәд) инде һин: һеҙгә сәләм, тип әйт тә, уларҙан айырылып кит. Оҙаҡламай белерҙәр.
Духан (Төтөн) сүрәһе
Духан сүрәһе 59 аяттан тора. «Духан» — төтөн, томан мәғәнәләрендәге һүҙ. Унынсы аяттағы духан кәлимәһенән алынған исем).
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим. (2, 3) (Хәләл менән харамды) ап-асыҡ аңлатыусы Китап (Ҡөръән) исеме менән әйтәм: әлбиттә, Беҙ уны мөбәрәк бер кисәлә (Ҡәҙер кисәһендә) индерҙек. Ысынлыҡта иһә, Беҙ (уның менән кәферҙәр башына төшәсәк ғазап тураһында) хәбәр биреп, киҫәтәбеҙ.
4, 5, 6. Бер әмеребеҙ менән һәр хикмәтле эш шул кисәлә хәл ителер. Сөнки Беҙ, Раббының рәхмәте булараҡ, пәйғәмбәрҙәр күндерәбеҙ. Аллаһ ишетеп-белеп тора.
7. Әгәр ҙә һеҙ ысынлап иман килтерер булһағыҙ, (белегеҙ): Күктәрҙәге, Ерҙәге һәм улар араһындағы бөтөн нәмә Раббынан. (8) Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һәм терелтер һәм үлтерер, Ул һеҙҙең дә, мәрхүм аталарығыҙҙың да Раббыһылыр.
9. Эйе, иманһыҙҙар (яңынан терелеүгә) һаман шик менән ҡарай һәм (Әхирәттәге терелеште инҡар итеп) шунан (үҙҙәренә) тәм табалар.
10. (Мөхәммәд) Күктең күрәләтә төтөн менән ҡапланғанын күҙәтеп тор. (11) Был (төтөн) кешеләрҙе һырып аласаҡ. Был (төтөн) яман бер ғазап ғәләмәтеҙер. (12)
— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙән был ғазапты ал, зинһар. Беҙ иман килтерәсәкбеҙ, — тип ялбарырҙар.
(«Был төтөн тураһында бер-береһенә оҡшамаған ике төрлө шәрехләү бар. Төтөн — ҡытлыҡ, ҡоролоҡ. Ғәрәбстандағы ҡот осҡос был ҡоролоҡ, аслыҡ заманында Ҡурайш кешеләре хәҙрәти Мөхәммәдкә баш эйҙе. Икенсе аңлатма былайыраҡ, был төтөн Ҡиәмәт ғәләмәте булараҡ, Күкте ҡаплай. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Ҡиәмәт башланыр алдынан көнсығыштан көнбайышҡаса булған араны шундай төтөн ҡаплаясаҡ икән». Али Тургут тәфсиренән )
13. Ҡайҙа инде ул уларға фекерләп, ғибрәт алыу! Уларға дөрөҫлөктө асып һалыусы Пәйғәмбәр килгән ине бит инде.
14. Һуңынан унан (Пәйғәмбәрҙән) йөҙ сөйөрҙөләр һәм:
— Был (башҡалар тарафынан ҡотортоп ебәрелгән) бер тиле, — тинеләр.
15. Беҙ был ғазаптың бер аҙын кәметәсәкбеҙ, әммә һеҙ (барыбер кәферлегегеҙгә) ҡайтасаҡһығыҙ.
16. Беҙ ул (Ҡиәмәт) Көндө һеҙҙе дәһшәт менән тотасаҡбыҙ һәм үс ҡайтарасаҡбыҙ.
17. Хаҡтыр, был кәферҙәрҙән алда Беҙ Фирғәүен тоҡомон (күп мал биреп) һынап ҡараныҡ. Уларға бик тә шәрәфле илсе (Мусаны) күндерҙек.
18. 19, 20, 21.Уларға әйтте:
— Аллаһтың бәндәләре, миңә эйәрегеҙ! Сөнки мин һеҙгә (Аллаһ тарафынан күндерелгән) ышаныслы бер илсе булып килдем, — тине. - (Илсеһе алдында үҙегеҙҙе) Аллаһтан ҙурға ҡуймағыҙ. Сөнки мин һеҙгә (Уның илсеһе икәнлегемә) асыҡ дәлилдәр (мөғжизәләр) килтерҙем. Миңә таш бәрһәгеҙ, мин һеҙҙең дә Раббығыҙ булған Раббыма һыйынасаҡмын. Әгәр миңә ышанмаһағыҙ, һис юғында, янымда тормағыҙ.
22. Шунан һуң Муса доға ҡылып Аллаһҡа:
— Былар гөнаһлы-енәйәтсе бер өйөр, — тине.
23. — Улайһа, һин бәндәләремде төндә юлға алып сығып кит. Һеҙҙең (юҡлыҡты белеп, улар) артығыҙҙан ҡыуа сығасаҡтар, — тине Аллаһ.
24. (Диңгеҙ икегә айырылып, һеҙгә юл һалыр, шул юлдан иҫән-һау сығып ҡотолғандан һуң) диңгеҙ һуҡмағын шул килеш ҡалдыр (Шул юлға алданып кереп) улар һыу аҫтында ҡалып, батып һәләк буласаҡ.
25, 26, 27. Уларҙан ни ҡәҙәр баҡсалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, игендәр, мөһәбәт һарайҙар, татлы-ләззәтле ни ҡәҙәр ризыҡтар ҡалды. (28) Бына эш шулай, беҙ әйткәнсә булды. Шул байлыҡты мираҫ итеп, башҡа халыҡҡа ҡалдырҙыҡ. (29) Күк менән Ер (Фирғәүен тоҡомоноң батып үлгәненә) илап ҡалманы. Уларҙың язаһы кисектерелмәне.
30, 31. Ысынлап та, Беҙ Исраил тоҡомон рисуайлыҡ ғазабынан — Фирғәүендән ҡотҡарып ҡалдыҡ. Хаҡтыр, ул (Фирғәүен) тәкәбберлектә хаттин ашҡан рәхимһеҙ залим ине.
32. Хаҡтыр, Беҙ уларҙың (Исраил тоҡомоноң) ниндәй хәлдә икәнен белеп, заманында башҡа белемле халыҡтарҙан өҫтөн ҡылдыҡ.
33. Беҙ уларҙы һынап ҡарар өсөн, асыҡ мәғәнәле һәм сағыштырмалы аяттар, мөғжизәләр индерҙек.
34, 35, 36. Хаҡтыр, улар (Мәккә кәферҙәре) ҡәтғи әйтә:
— Үлем бер генә тапҡыр була. Беҙ бер ҡасан да яңынан терелмәйәсәкбеҙ. Әгәр, ысындан да, һеҙ дөрөҫ һөйләйһегеҙ икән, аталарыбыҙҙы яңынан терелтеп ҡайтарығыҙ (шунан һуң беҙ һеҙҙең хаҡлы икәнегеҙгә ышанырбыҙ), — тип әйтәләр.
37. Былар хәйерлерәкме, әллә Тубба халҡымы йәки уларҙан әүәлге (гөнаһлы) ҡәүемдәр яҡшыраҡмы? Беҙ уларҙы ла һәләк иттек. Улар ҙа гөнаһлылар ине.
(«Йәмән илендәге хаким Тубба исемле була. Африканың көнсығышынан алып бөтөн Ғәрәбстанды биләгән дәүләт. Был хөкөмдар яҡшы әхләҡле була. Ләкин халҡы аҙғынлыҡ менән дан ҡаҙана». Али Тургуг тәфсиренән )
38. Күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағыларҙы Беҙ (тик торғанда ғына, эс бошҡандан) күңел асыу өсөн генә яралтманыҡ. (39) Бөтөнөһөн дә бары тик бер сәбәп менән (Аллаһтың Хәҡиҡәте өсөн) яралттыҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны аңламай. (40) Шөбһә юҡтыр, айырыу (Әхирәт) Көнө барыһы өсөн дә билгеләнгән.
41. Ул Көндө дуҫ дуҫҡа һис нисек тә файҙа итә алмаҫ. Уларға (башҡаларҙан да) ярҙам булмаҫ.
42.Аллаһ ярлыҡаясаҡ әҙәмдәр былар хәлендә түгел. Аллаһ (кәферҙәргә яза бирерлек) ҡөҙрәтле. Аллаһ — (мөьминдәрҙе ярлыҡаусы) миһырбан эйәһе.
43. 44. Шик юҡ, зәҡҡум ағасы — гөнаһҡа батҡан кешенең ризығылыр. (45, 46) (Зәҡҡум ағыуы) эретелгән баҡыр кеүек, ашҡаҙандарында ҡайнап торасаҡ.
47, 48, 49, 50. Шул миҙгелдә ауаз яңғырар:
— Һәй, уны тотоп алығыҙ! Тотоғоҙ ҙа йәһәннәмдең уртаһына ташлағыҙ. Башына ҡайнар яза һыуы ҡойоғоҙ. Татып ҡара, «тәҡсир!» Һин бит үҙеңсә ниндәй ҡөҙрәтле, данлыҡлы инең! Һин ышанмаған, һин шикләнгән яза бына ошо булыр!
51, 52, 53, 54. Мөттәҡийҙәр (тәҡүә мосолмандар) иһә именлек тулы ышаныслы урында булыр: баҡсаларҙа һәм шишмә буйҙарында (истирәхәт ҡылырҙар). Нәфис ебәктәргә һәм балҡып тороусы атластарға уранып, ҡапма-ҡаршы әңгәмә ҡорорҙар. Бына шулай бойорҙоҡ: һәм Беҙ ҙур күҙле хур ҡыҙҙарын уларға ҡатын итербеҙ. (55) Шунда — именлек эсендә йәндәре ниндәй емеш теләһә, шул булыр. (56) Үлем әсеһен бер татығандан һуң, улар үлемһеҙ булыр. Һәм Аллаһ уларҙы йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарыр. (57) Был ниғмәттәр уларға Раббы тарафынан тәғәйенләнгән. Бөйөк Сәғәдәт бына ошо булыр.
58.(Эй, Мөхәммәд) Беҙ уны (Ҡөръәнде) яҡшы аңлаһындар һәм өгөт алһындар тип, һинең Әсә телеңдә индерҙек. (59)Улар көтә. Һин дә көт.
(Улар һинең башыңа бәлә килгәнде көтә. Һин дә көт улар иман килтерерме, әллә кәферлектәрен дауам итеп, һәләк булырмы? Хәҡиҡәтте белер өсөн ваҡыт кәрәк.)
Жәҫиә (Теҙләнеү) сүрәһе
(Жәҫиә сүрәһе 37 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡиәмәт көнөндә теҙләнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйләнгәнгә күрә, исеме «Жәҫиә», йәғни «теҙләнеп тороу» шунан килә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим.
2. Был Китап (Ҡөръән) ҡөҙрәтле һәм хаким һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан индерелде.
3. Шик юҡ, иманлы кеше өсөн күктәрҙә һәм Ерҙә (Ҡөръәндең дөрөҫлөгөнә) байтаҡ дәлилдәр бар.
4. Кешеләрҙең юҡтан бар ителеүе лә, Ер йөҙөнә таралған йән эйәләренең (Аллаһ тарафынан) яралтылышы ла, иман килтергән халыҡтар ғибрәт алырлыҡ кинәйәлар (сағыштырмалар), ишаралар аша хәбәр ителә.
5. Төндөң һәм көндөң алмашыныуы, Аллаһтың Күктән индергән ризыҡтары (ямғыры) һәм үлемдән һуң тупраҡтың яңынан терелеүе, елдәрҙең төрлө яҡҡа иҫеүе аҡылы булған халыҡҡа (Аллаһтың бер булғанына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныслы) дәлилдәрҙер.
6. Бына Аллаһтың аяттарын һиңә дөрөҫлөк булараҡ уҡыйбыҙ. Аллаһтың ошо (ысын-дөрөҫ) аяттарынан һуң, улар (кәферҙәр, мөшриктәр) ниндәй һүҙгә ышанырҙар икән инде?
7. Ялғанға, гөнаһҡа батҡан кешенең хәле ҡот осҡос булыр.
8. Үҙенә Аллаһтың аяттарын уҡығанда ул (мөшрик, кәфер, монафиҡ) тыңлаған булыр, һуңынан танауын юғары күтәреп, ишетмәмешкә һалышыр. Бына шуларға һин (Мөхәммәд) хәтәр яза буласағы тураһында әйт.
9. Берәй аятыбыҙҙы (Ҡөръәндән икәнен) белеп алһа, ул мыҫҡыллап көлә башлай. Улар өсөн хурлыҡлы яза буласаҡ.
10. Барасаҡ юлдары — йәһәннәм. Уларҙың йыйған нәмәләре (мал-тыуарҙары, балалары, байлыҡтары), Аллаһты инҡар итеп, табына торған (сын) дары бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ. Уларҙың әжере – хәтәр яза.
11. Ҡөръән — тура юлдыр. Раббының аяттарына кәфер итеүселәр өсөн хәтәр ғазаптарҙан тороусы бик тә ҡаты яза булыр.
12. Уның әмере менән кәмәләрҙә йөҙөп, (Аллаһ үҙҙәренә насип иткән) ризыҡтарын эҙләп тапһындар һәм (тапҡандарына) шөкөр итһендәр тип, Аллаһ һеҙҙең ҡулланышығыҙға диңгеҙҙе бирҙе.
13. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Әлбиттә, был турала уйлап ҡараған кешеләр өсөн ғибрәттәр бар.
14. (Эй, Мөхөммәд) иман килтергәндәргә әйт:
— Аллаһ яза бирә торған Көндөң (Әхирәттең) киләсәгенә ышанмағандарҙы кисерһендәр. (Хөкөмдарлыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ!) — тип әйт. Аллаһ һәр халыҡты ҡылмышына күрә язалаясаҡ.
15. Кем изгелек ҡыла — үҙ файҙаһына. Кем яманлыҡ ҡыла — үҙ зарарына. Ахырҙа барыбер Раббы хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.
16. Хаҡтыр, Беҙ Исраил тоҡомона китап, хөкөм һәм пәйғәмбәрлек бирҙек. Уларҙы татлы ризыҡтар менән тәрбиә ҡылдыҡ. Уларҙы донъя халыҡтарынан өҫтөн иттек.
17. Дин мәсьәләһендә уларға (Исраил нәҫеленә) асыҡ дәлилдәр бирҙек. Әммә үҙҙәренә ғилем килгәндән һуң, араларында ҡупҡан, хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һәм хөсөтлөктәре (яманлыҡтары) арҡаһында, улар (төрлө фирҡәләргә) бүленеп бөттө. Шөбһәһеҙ, Раббың уларҙың фирҡәләргә бүленгәнлектәре хаҡында Ҡиәмәт көндө Үҙ хөкөмөн сығарасаҡ.
18. Унан һуң һине дин эштәрендә бер шәриғәт сахибы иттек. Һин шуға тоғро ҡал. Белмәгәндәрҙең ҡотҡоһона бирелмә.
19. Улар Аллаһ юлында һиңә һис тә ярҙам итә алмаҫ. Дөрөҫө шул, залимдар (ғәҙелһеҙҙәр, әхләҡһеҙҙәр, кәферҙәр) үҙ-ара дуҫ. Аллаһ — паҡ мөслимдәрҙең дуҫы.
20. Был (Ҡөръән) кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур. Ныҡ иманлы кешеләр өсөн тура юл һәм (Аллаһтың) рәхмәте ул — Ҡөръән.
21. Әллә һуң улар — яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһ беҙҙе иман килтереп, изгелек ҡылғандар менән тигеҙ күрер, йәшәйешебеҙҙе лә, әжәлебеҙҙе лә мөьминдәрҙеке төҫлө итер, тип өмөтләнәләрме? Ни ҡәҙәр яңғылыш фекер!
22. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт өсөн яралтты. Шулай булғас, һәр кем ҡылғанына күрә әжерен дә алыр. Уларға ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ.
23. (Байлыҡҡа ҡомһоҙ) нәфсене һәм (енси ләззәткә артыҡ) һәүәҫлекте үҙ маҡсаты итеп, Аллаһ урынына ҡуйған кешене күрҙеңме һин, (эй, Мөхәммәд)? Ҡолаҡтары һәм күңеле йоҙаҡланған, күҙе томаланған бер бәндәгә Аллаһтан башҡа кем тура юлды күрһәтер? (Әй, кешеләр) һеҙ шул турала яҡшылап уйлап ҡарамайһығыҙмы?
24. Әйттеләр:
— Был донъялағы тормоштан башҡа тормош юҡ. Йәшәйбеҙ, үләсәкбеҙ. Беҙҙе бары тик дауамлы ваҡыт үлтерә, — тинеләр. Ләкин уларҙың был турала һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фаразлайҙар ғына.
25. Ҡаршыларында асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған ваҡытта улар һаман бер һүҙҙе ҡабатлай:
— Әгәр һеҙ хаҡты һөйләй торған булһағыҙ, мәрхүм аталарыбыҙҙы терелтеп ҡайтарығыҙ,— тигәндән башҡа уларҙың дәлиле юҡ.
26. Әйт һин:
— Һеҙҙе Аллаһ терелтәсәк. Унан һуң Ул һеҙҙе вафат иттерер. Ахырҙа, килеүенә һис шик-шөбһә булмаған, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ һеҙҙе йәнә (терелтеп) янына йыясаҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быға ышанмай.
27. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милек (идара) Аллаһтыҡылыр. Ҡиәмәт ҡупҡан Көн — кәферҙәрҙең ҙур юғалтыу Көнө.
28. (Мөхәммәд) һин һәр өммәтте теҙләнгән килеш күрерһең, һәр өммәт (үҙенең сауабы-гөнаһы яҙылған) китап янына саҡырыласаҡ.
— Бөгөн (донъялағы) ҡылғандарығыҙ өсөн әжер биреләсәк!
29. — Дөрөҫөн һөйләй торған китап ҡаршығыҙҙа тора, ул беҙҙең китабыбыҙ. Хаҡтыр, һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа, Беҙ (барыһын да фәрештәләргә) яҙҙыра барҙыҡ.
30. Хәҙер инде иман килтереп, изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы Раббы рәхмәтенә (йәннәтенә) ҡабул итер. Бына был — ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешеү, тигән һүҙ. (31.) Кәферҙәргә әйтелер:
- Аяттарымды уҡығанда танау сөйөрөп, гөнаһлы булғандар өйөрө — ул һеҙ инегеҙ түгелме?
32. — Аллаһтың (үлгәс тереләсәкһегеҙ, тигән) вәғәҙәһе хаҡ. Ул замандың киләсәгенә һис шөбһә юҡ, — тигәс, һеҙ:
— Ул ниндәй заман ул? Беҙ ул заманды белмәйбеҙ. Ай-һай, (килерме икән ул заман?) беҙ быға шикләнеп ҡарайбыҙ. Уның киләсәге тураһында мәғлүмәтебеҙ юҡ, — тип әйттегеҙ.
33. Улар ҡылғандарҙың яманлыҡтары үҙҙәренә ап-асыҡ күренер. Мыҫҡыл итеп көлгәндәре арҡаһында улар (ғазап менән) сорнап алыныр.
34. 35. Әйтелер:
— Һеҙ бөгөнгө көн менән осрашасағығыҙҙы нисек онотҡан булһағыҙ, (Әхирәттә ҡауышыуҙы инҡар иттегеҙ) Беҙ ҙә һеҙҙе шулай (ярлыҡарға «онотоп» ғазапта) ҡалдырасаҡбыҙ. Урынығыҙ — ут булыр. (Донъялағы) ярҙамсыларығыҙҙың береһе лә һеҙҙе (бөгөн) ҡотҡарасаҡ түгел. Сөнки һеҙ Аллаһтың аяттарын (Ҡөръәнде) көлкөгә алдығыҙ. Һеҙ донъя рәхәтенә алдандығыҙ.
Бөгөн улар бынан (йәһәннәмдән) сығарылмаясаҡтар, уларҙың тәүбәләре лә ҡабул ителмәҫ.
36. Ысынлап та, бөтөн маҡтау күктәрҙең Раббыһы, Ерҙең Раббыһы һәм ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһҡа.
37. Күктәрҙә лә, Ерҙә лә Аллаһ ҡына бөйөк (Аллаһү әкбәр). Ул (еңелеү белмәҫ) ҡөҙрәтле һәм (зиһен һәм) хикмәт эйәһе.
Хҡаф (Ҡом тауы) сүрәһе
(Әхҡаф сүрәһе 35 аяттан тора.Ғәд ҡәүеме йәшәй торған сүлдәге ҡом бархандары ғәрәпсә «Әхкәф» тип атала. Сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим.
2. Был Китап еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер хөкөмдар һәм хикмәт эйәһе Аллаһтан индерелде.
3. Күктәрҙе, Ерҙе, улар араһындағыларҙы Беҙ Хәҡиҡәт булараҡ, тәртип иттек һәм мәғлүм бер мөддәткә саҡлы хәрәкәт итһендәр тип, яралттыҡ. Кәферҙәр киҫәтелгәндәрҙән йөҙ сөйөрә.
4. Әйт:
— Аллаһты инҡар итеп, табынған нәмәләрегеҙҙең ниндәй (ҡөҙрәткә эйә) булғандары тураһында фекерҙәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ. Уларҙың донъяла барлыҡҡа килтергән нәмәләрен күрһәтегеҙ, — тип. — Юҡһа, күктәрҙе барлыҡҡа килтереүҙә уларҙың ҡатнашы бармы? Бынан әүәл (индерелгән) бер китап йәки ғилем ҡалдығы булһа, дөрөҫлөккә дәғүә итһәләр, миңә (дәлил) килтерегеҙ.
5. Аллаһты инҡар итеп, башҡа (боттарға, һындар)ға табыналар. Ул нәмәләр (боттар, һындар, таш, ут...) уларға Ҡиәмәткә ҡәҙәр ләм-мим һүҙ әйтмәһә лә. Шулар кеүек аҙашҡан берәй кеше булырмы? Гәрсә улар (боттар, һындар) үҙҙәренә табынғандары тураһында белмәйҙәр ҙә.
6. Кешеләр мәхшәрҙә бер майҙанға тупланған ваҡытта улар (һындарға табыныусылар) үҙҙәре табынғандарҙың дошманына әүерелер. Улар (ағасҡа, ташҡа, һындарға) табынғандарын инҡар итерҙәр.
7. Аяттарыбыҙ уларға асыҡ итеп уҡылғанда, йәғни уларға Хәҡиҡәт килгәс, барыһын да инҡар иттеләр.
— Был — көн кеүек асыҡ бер сихыр, — тинеләр.
8. Юҡһа:
— Уны (Ҡөрьәнде) ул үҙе уйлап сығарған, -тип әйтәләрме?
Әйт һин:
— Әгәр уны мин уйлап сығарған булһам, Аллаһ тарафынан миңә киләсәктән — язанан мине ҡотҡарырға көсөгөҙ етмәҫ ине. Ул һеҙҙең Ҡөръән хаҡында һөйләгән ғәйбәттәрегеҙҙе яҡшы белеп тора. Минең менән һеҙҙең арала шаһит булыр өсөн бер Аллаһ етә. Аллаһ — рәхимле ярлыҡаусы.
9. Әйт һин:
— Мин беренсе килгән пәйғәмбәр түгел, — тип. - Үҙемә һәм һеҙгә нимә буласағын да мин белмәйем. Мин бары тик үҙемә йөкләнгән уахигә йөҙ тотам. Мин бары тик асыҡтан-асыҡ киҫәтеүсе генә.
10. Әйт:
— Уйлағанығыҙ бармы? Был (Ҡөръән) Аллаһ тарафынан килгән булһа ла, һеҙ уны инҡар иттегеҙ һәм Исраил тоҡомонан булған берәү үҙенә оҡшаш (тағын бер пәйғәмбәр киләсәгенә) шаһитлыҡ итте һәм иман килтерҙе. Шулай ҙа һеҙ һаман кирелегегеҙгә табан бараһығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға күндермәҫ.
(«Исраил тоҡомло — Яҡуп нәҫелле, йәғни йәһүдиләрҙең береһе, Ғабдулла ибн Сәләм исемлеһе Мусаға индерелгән Тәурәттә һуңғы Пәйғәмбәр булып Мөхәммәдтең киләсәге тураһында хәбәр таба һәм Исламды ҡабул итә». Хәсән Чантай тәфсиренән )
11. Ул кәферҙәр иман килтергәндәр хаҡында әйттеләр: - Әгәр ул эш (иман килтереү) яҡшы булһа, улар беҙҙе уҙып иман килтермәгән булыр ине, — тинеләр. Улар (Ҡөръәнгә эйәрмәне) тура юлдан китмәне һәм:
— Был — әүәлдән килә торған ялған, — тинеләр.
12. Унан (Ҡөръәндән) әүәл дә тура юл күрһәтеүсе һәм рәхмәт булараҡ, Мусаға Китап (Тәүрәт) индергән инек. Бына был (Ҡөръән)дә гөнаһлы залимдарҙы киҫәтер өсөн, изгелек ҡылғандарҙы һөйөндөрөр өсөн, ғәрәпсә индерелде һәм ул Тәүрәтты дөрөҫләп, раҫлаусы бер Китап.
13. — Раббыбыҙ — Аллаһ! — тип, һуңынан да шуға тура булғандар өсөн (Ҡиәмәттә) бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Уларға ҡайғы килмәҫ.
14. Улар йәннәт әһеле булыр. Ҡылған изгелектәренә күрә, әжер булараҡ, шунда (йәннәттә) мәңгегә ҡаласаҡтар.
15. Беҙ әҙәм балаһына ата-әсәгә изгелекле булырға васыят иттек. Әсәһе уны ҡарынында йөрөтә. Ауырлыҡ менән таба. Баланың әсә ҡарынында йөрөүе һәм һөт имә торған ваҡыты утыҙ айҙыр. Ниһайәт, ул (бала) егетлек осорына етә. Ҡырҡ йәшкә еткәс, әйтер:— Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәмде ниғмәтләндергәнеңә шөкрәнәмде ҡабул ит, Һине ризалатырлыҡ изгелекле ғәмәлдәрҙә булыуыма миңә илһам бир. Үҙемде лә, нәҫелемде лә рәхмәтеңдән ташлама. Хаҡтыр, мин Һиңә йүнәлдем. Шикһеҙ, мин (иман килтереп) мосолман булдым.