Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 1 страница

Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 176 аяттан тора. Һижрәттән һуц Мәҙинәлә ингән. Был сүрәлә ҡатындар тураһында, йәмғиәт эсендә уларҙын, хаҡтары, хоҡуҡтары, ижтимәғи майҙандағы тотҡан урындары тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Ән-Нисә», йәғ­ни «Ҡатындар» тип аталған.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, кешеләр! Һезҙҙе бер йәндән яралтҡан һәм уға ҡа­тынды бар иткән, уларҙың икеһенән ир енес һәм ҡатын енесен үрсеткән Раббы ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡығыҙ. Исемен теләктәрегеҙҙә ҡуллана торған Аллаһ алдында ғәйеп­ле булыуҙан һәм ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән һаҡланығыҙ. Шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең өҫтән күҙәтеп тороусыҙыр.

2. Йәтимдәргә малдарын бирегеҙ. Йәтимдәрҙең затлы ма­лын үҙегеҙҙең насар малығыҙға алыштырмағыҙ. Уларҙың малдарын үҙ малдарығыҙҙыҡы менән ҡатыштырып ашама­ғыҙ. Сөнки был оло гөнаһтыр. (3) Әгәр уларға (йәтимәдәр­гә) ғәҙел була алмам, тип ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған ҡа­тындарға өйләнегеҙ: икеһенә, өсөһөнә, дүртеһенә (никахла­ша алаһығыҙ). Әгәр ғәҙел була алмау ҡурҡынысы бар икән, берһен генә алығыҙ, улай ҙа булмаһа, кәнизәктәр ҙә еткән. Был — Аллаһ юлынан тайпыл­маҫ өсөн ҡулай эш.

(«Дҗәһилиәт-наҙанлыҡ-ҡараңғылыҡ осоронда, йәғни Ҡөръән-и Кәрим ингәнгә саҡлы замандарҙа ирҙәр, малдарына ҡыҙыҡҡанға күрә, үҙ ҡарамаҡтарындағы йәтимә ҡыҙҙарға өйләнә торған булғандар. Бер ­нисә йәтимә ҡыҙға өйләнгәндәр ҙә булған. Яҡлаусыһы булмаған йәтимә ҡатындарға ирҙәре рәнйетеүле мөғәмәләлә булып, ғәҙелһеҙ ғәмәлдәр ҡыла торған булғандар. Хатта мираҫтарын алыр өсөн уларҙың үлеп китеүҙәрен теләгәндәр. Был аят ана шундай йәтимә­ләрҙең хоҡуғын яҡлай. Исламдан әүүәлге замандарҙа ирҙәргә нисә ҡатын алһа ла тыйылмаған була. Унар ҡатынлы, хатта унан да артыҡҡа өйләнөүҙәр ғәҙәти хәл булған. Ислам ҡанундары зинаны тыя. Шуға күрә, зина ҡылыуҙың мөмкинлектәрен бөтөрөү кәрәк. Ир кешенең ғәйрәтле һәм көр тормошлы булыуы, ҡатынының, зәғиф йәки бала таба алмауы, дәртһеҙ булыуы, ирҙәрҙең һуғыштарҙа күпләп һәләк булыуҙары арҡаһында йәки башҡа сәбәптәргә күрә, ирҙәрҙең әҙәйеүе ҡатындарҙың һаны артыуға килтерә. Шуға күрә, ирҙәргә берҙән артыҡ ҡатынға өйләнеү зарурийәте барлыҡҡа килгән. Сөнки ирһеҙ ҡыҙҙар, ирһеҙ ҡатындар зина юлынан киткән булырҙар ине. Ләкин күп ҡатын менән, йәтимәләр менән никахлашҡан ир һәм ҡа­тынына ғәҙел булырға тейеш». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

4. Ҡатындарға мәһәрҙе ысын күңелдән, мул бирегеҙ. Әгәр ҙә киң күңеллелек менән (һеҙ биргән) мәһәрҙең бер өлөшөн һеҙгә ҡайтарһалар, уны рәхәтләнеп ашағыҙ.

5. Терәк булһын тип, Аллаһ һеҙгә мал бирҙе, һеҙ ул мал­ды аҡылһыҙҙарға (мал тота белмәгәндәргә, аҡылы сәләмәт булмағандарға) бирмәгеҙ. Шул мал менән уларҙы ашатығыҙ-эсертегеҙ һәм уларға йыуатыусы һүҙҙәр һөйләгеҙ.

6. Бәлиғлеккә ирешкәнгә тиклем йәтимдәрҙе (тәрбиә ҡылығыҙ, ҡарап үҫтерегеҙ) һынағыҙ. Аҡылы өлгөргәнлеген күреүгә үк, малдарын үҙҙәренә тапшырығыҙ. Ул малды ис­раф итеп (тотоноп),(йәтимдәр үҫеп етер тип) ҡабаланып ашап бөтөрмәгеҙ. Бай кеше олпат (ғәҙел) булырға тырышһын, (йәтим малына ҡулын һуҙмаһын), фәҡир булһа, тейешлеһен генә ашаһын. Малдарын шаһиттар алдында тапшырығыҙ. Юҡһа, Аллаһ һәр кемдең ғә­мәлен белеп, хисап аласаҡ.

7. Ата-әсә йәки яҡындары ҡалдырған (малдан) ирҙәргә бер өлөш тейә, ата-әсә һәм яҡындары ҡалдырғандан ҡатындар­ға бер өлөш тейә. Мал күп булһа ла, әҙ генә булһа ла тигеҙ бүле­нергә тейеш. (8) Мираҫ бүлгәндә (васыятта исеме әйтелмәгән) яҡындар, йәтимдәр һәм ярлылар булһа, уларға ла ризыҡлыҡ өлөш сығарығыҙ һәм уларға яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ.

(«Дҗәһилиәт дәүерендә мираҫ малы ҡатындарға бирелмәй ине, был иҫке йоланы инҡар итеп, ошо ике аят индерелгән. Йыраҡ туған­дарға, йәтимдәр һәм мираҫ бүлешкәндә осраҡлы тура килгәндәргә лә өлөш сығарыу — ғәҙеллек ҡануны». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

9. Үлем түшәгендә:

— Зәғиф, сабый балам ҡала, (уны кемдәр генә ҡарар инде, уны балалыҡҡа алған кешеләр минән ҡалған малды ашап бөтөр­мәҫтәрме), — тип борсолған кешеләр кеүек, (йәтимдәрҙе үҙ тәрбиәһенә алып ҡалғандар ҙа), йәтим малын ашауҙан тыйыл­һындар. Аллаһтың язаһынан ҡурҡһындар һәм дөрөҫ һүҙ һөйләһендәр.

10. Хәйлә һәм һылтау менән йәтим хаҡын ашаған кешеләр ҡарындарына утлы киҫәү тыҡҡан кеүек буласаҡтар, быны­һы хаҡ, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып керәсәк.

11. Аллаһ балаларығыҙ хаҡында былай тине: — Ир улға ике ҡыҙ бала өлөшө тиклем өлөш бирелер. Әгәр балаларҙың барыһы ла ҡыҙ енесле булып, икенән артһа, мәрхүм ҡалдырған мираҫтың өстән икеһе уларға тейеш. Әгәр бер генә бөртөк ҡыҙ бала булһа, малдың яртыһы уға тейәр. Мәрхүмдең балаһы ҡалһа, мәрхүмдең ата-әсәһенә һәр берһенә айырым итеп, мираҫтың алтынан бер өлөшө бирелергә тейеш. Мәрхүмдең балаһы ҡалмайынса, ата-бабаһы уның малына ва­риҫ булыр, әсәһенә өстән бер өлөшө (атайға ҡалғаны) булыр. Мәрхүмдең (бер туған) ҡәрҙәштәре булһа, уның васыятын үтәп, бурыстарын түләп бөтөргәндән һуң, әсәһенә алтынан бер өлөш (ҡалғаны ҡәрҙәштәренә) булыр. Атағыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа файҙа килтереү мәсьәләһендә ҡайһыһы һеҙгә яҡыны­раҡ икәнлеген һеҙ Аллаһ билгеләгәнсә белмәйһегеҙ. Хаҡтыр, Аллаһ ғилем һәмхикмәттәр хужаһыҙыр.

(«Ни өсөн Ҡөръән мираҫ өлөшөн ирҙәргә күберәк бүлергә бойора? — тигән һорауға яуап ошо: ирҙәрҙең тормош сығымдары ҡатындарҙыҡына ҡарагғанда күберәк. Өйләнгәндә мәһер биреү ир яҡтың бурысы, туй сығымдарын да ирҙәр тарафы ҡаплай. Өйләнгәндән һуң да ирҙәр — кәрәкһә, мохтажлыҡтағы яҡын ту­ғандарына ярҙам итеүсе, кәрәкһә ҡатыны, балаларын ҡараусы. Уларҙы ашау-эсеү, кейем-һалым, тораҡ менән тәьмин итеү ирҙәр елкә­һендә. Шул сәбәпле ирҙәрҙең өлөшө ҡатындарҙыҡына ҡарағанда артығыраҡ». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

12. Ҡатынығыҙ вафат булып, балаһы булмайынса, малы ҡалһа, васыяты үтәлгәндән һуң һәм бурыстары ҡайтарылған­дан һуң ҡалған малдың яртыһы һеҙгәҙер. Балалары ҡалған булһа, малдың дүрттән бер өлөшө һеҙҙеке. Балағыҙ булмаһа, һеҙ ҡалдырған малдың дүрттән бер өлөшө ҡатындарығыҙға. Балағыҙ булһа, васыятты, бурыстарҙы башҡарғандан һуң, ҡатындарығыҙға һигеҙҙән бер өлөш сығар. Әгәр ҙә мәрхүм­дең йәки мәрхүмәнең ата-әсәһе һәм балалары булмаған хәлдә ир туғаны йәки ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәше булһа, һәр берһенә алты­нан бер өлөш сығарылыр. Икенән артып китһәләр, мираҫтың өстән бер өлөшө тигеҙ бүленер. Васыят шарттарын һәм бурыстарын үтәгәндән һуң, һис кемгә лә зыян килтермәҫтән, мираҫ малы тигеҙ итеп, Аллаһ хөкөм иткәнсә бүленергә тейеш. Аллаһ бар нәмәне лә белеп тороусы һәм ғәҙел. 13. Былар Аллаһ ҡуйған (ҡануни) сиктәрҙер. Кем Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә итәғәт итһә, Аллаһ уны үҙәндәренән шишмәләр ағып ята торған йәннәттәргә урынлаштырасаҡ, улар шунда оҙаҡҡа ҡаласаҡ, бына шул бөйөк ҡо­толоу булыр.

14. Кем дә кем Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә ҡаршы булып, буйһонмаһа һәм әлеге сиктәрҙе боҙһа, Аллаһ уны мәңгелек утҡа ташлаясаҡ, был (гөнаһлылар өсөн) хурлыҡлы яза бу­лыр.

15. Уйнаш ҡылған ҡатынығыҙ өҫтөнән арағыҙҙан һай­ланған дүрт ир шаһит булһын. Әгәр улар шаһитлыҡ ҡылһа, ҡатынды үлгәнсегә тиклем йәки Аллаһ бер юл эшләгәнсе тиклем өйөгөҙҙә ябып тотоғоҙ. (16) Арағыҙҙан икәү бергә зина ҡылһа, икеһенә лә яза бирегеҙ, әгәр ҙә тәүбә итһәләр, үкенһәләр, (язалауҙан) ваз кисегеҙ. Аллаһ тәүбәләрҙе ҡа­бул итеүсе һәм ярлыҡаусыҙыр.

17. Наҙанлығы арҡаһында ғына яманлыҡ ҡылған кеше һуңынан иҫенә килеп, тиҙ тәүбә итһә, Аллаһ уның тәүбәһен ҡа­бул итер. Аллаһ бар нәмәне лә белеүсе хикмәт эйәһелер. (18) Тик, (ғүмере буйы) яманлыҡтар ҡылып та, яғаһынан үлем килеп тоткас ҡына:

— Мин инде тәүбә иттем! — тигәндәргә һәм кәфер булып үлгәндәр өсөн ярлыҡау юҡ. Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән.

19. Әй, мөьминдәр! Ҡатындарҙы ирекһеҙләп мираҫ итеү­егеҙ хәләл түгел. Асыҡтан-асыҡ хыянат (зина) итмәгән булһа, уларға, (китергә теләһә) мәһеренең бер өлөшөн үҙегеҙгә алыу маҡсаты менән, ҡатындарҙы ирекһеҙләп тотмағыҙ (айырып ебәрегеҙ). Хатта һеҙ ҡатындарығыҙҙы яратмаһағыҙ ҙа, уның менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә ул оҡшамай икән, тимәк, һеҙ Аллаһ уға биргән һөйкөмлөлөктө (шундағы мөмкинлектәрҙе) күрмәйһегеҙ.

20. Әгәр ҙә һеҙ ҡатынығыҙҙы айырып, башҡаһына өйләнер­гә уйлаһағыҙ, (айыраһы ҡатынығыҙға бирелгән) мәһәрҙән бер ­нимә лә алмағыҙ. Һеҙ уға нахаҡ яла яғып, асыҡтан-асыҡ ха­таланып, биргән мәһәрегеҙҙе кире алырһығыҙмы?

21. Ваҡытында һеҙ бер-берегеҙ менән ҡушылып йәшәнегеҙ, вәғәҙәләр бирештегеҙ, шунан һуң да нисек итеп һеҙ ҡатын малын кире алырһығыҙ икән?

22. Булаһы булған инде, әммә әүүәлге кеүек, атайығыҙ айырған үгәй әсәгеҙгә өйләнмәгеҙ. Сөнки был—оятһыҙлыҡ, боҙоҡ бер ғәмәл һәм яманлыҡтыр.

23. Әсәләрегеҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ҡыҙ туғандарығыҙ, апайҙарығыҙ, туғандарығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙҙең ҡыҙҙары, һеҙҙе имеҙгән һөт әсәләрегеҙ, һөт ҡәрҙәштәрегеҙ, ҡатындарығыҙҙың әсәләре, ҡатындарығыҙға эйәреп килгән үгәй ҡыҙҙарығыҙ һеҙгә харам ҡылынды. Әгәр никахлашып та ҡатынығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһағыҙ, уны айырғас, ул ҡатындың баш­ҡа ирҙән тыуған ҡыҙына өйләнеүҙең ғәйебе юҡ. Үҙ улдарығыҙҙың ҡатындары һәм ике ҡыҙ ҡәрҙәште бер юлы никах­лап алыу харам ҡылынды. Уҙған замандарҙа һеҙ шулай ҡыла инегеҙ. Аллаһ, ысынлап та, ярлыҡаусы, кисереүсеҙер.

24. Башҡа ир никахындағы бөтөн ҡатындар ҙа һеҙгә ха­рам (һуғышта әсир алынған ҡатындар) йәриәләрҙән башҡа. Ул ҡатындарҙың үҙ илдәрендә ҡалған ирҙәре менән булған никах­тары боҙола. Уларҙы ҡатын итеп алыу мосолмандар өсөн харам түгел). Аллаһтың һеҙгә әмере шулдыр. (Никахлы ҡатындар­ҙан) башҡаһын намыҫлы рәүештә һәм зина ҡылмайынса ғына, малдарығыҙ ярҙамы менән (мәһер әҙерләп) теләгән ҡатын менән никахлашыу хәләл ителде. Уларҙы файҙаланғанығыҙ өсөн алдан килешенгәнсә мәһер бирегеҙ. Бынан һуң нимә ҡылһағыҙ ҙа, гөнаһ булмаҫ. Хаҡтыр, Аллаһ ғилем эйәһе һәм хикмәттәр хужаһыҙыр. (25) Мосолман ҡатындарға өйлә­нергә малы етмәгән кеше, бойороғоғоҙҙа булған, иман килтергән йәриәләргә өйләнә ала. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы бик яҡшы белә. Һеҙ икегеҙ ҙә тигеҙ (иманлы йәриәләр, кәнизәктәр ҙә һеҙҙең кеүек үк әҙәм балаһы). Шулай итеп, хужаларынан рөхсәт алып, зина ҡылмаған, йәшерен һөйәркәләре булмаған, намыҫлы йәриәләргә өйләнегеҙ. Мәһәрҙәрен дә етәрлек миҡдарҙа бирегеҙ. Никахтан һуң зина ҡылһа, уларға ирекле ҡатындарға бирелә торған язаның яртыһы бирелер. Был — гөнаһтан ҡурҡҡандар өсөн. Сабырлыҡ һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Аллаһ ярлыҡаусы һәм ки­сереүсеҙер.

26. Белмәгәндәрегеҙҙе белдереү һәм һеҙҙән алда йәшәгән изгеләр (Ибраһим менән Исмәғил) юлына күндереү өсөн, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡарға теләй. Шик юҡтыр, Аллаһ белеп тороусы хөкөм һәм хикмәт эйәһе.

27. Ысындан да, Аллаһ һеҙҙең тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итергә теләй. Енси теләктәренә ҡол булған кешеләр иһә һеҙҙе, мот­лаҡ, юлдан яҙҙырмаҡсы булалар.

28. Аллаһ һеҙҙең йөгөгөҙҙө еңеләйтергә теләй, сөнки кеше ҡеүәтһеҙ итеп яралтылған.

29. Әй, мөьминдәр! Малдарығыҙҙы үҙ-ара һатыу итеп, ки­лешеп кенә ашағыҙ. Харам юл менән, әшәкелек менән (тартып алып) малдарығыҙҙы ашамағыҙ. Бер-берегеҙҙе үлтермә­геҙ. Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙе ярлыҡаусы.

30.Кем дә кем хакһыҙлыҡ менән шулай ҡылһа, (харам ризыҡ йыйһа, әҙәм үлтерһә), уны утта яндырырбыҙ. Был эш Аллаһ өсөн бик тә еңел.

31. Әгәр тыйылған оло гөнаһтарҙан ҡасһағыҙ, һеҙҙең бәләкәй гөнаһтарығыҙҙы кисерербеҙ һәм һеҙҙе шәрәфле бер ергә урынлаштырырбыҙ.

32. Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән өҫтөн ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнлөктәренә ҡыҙыҡмағыҙ. Ирҙәрҙең тапҡаны (сауабы, гөнаһаһы) үҙенә, ҡатындарҙың тапҡаны (сауабы, гөнаһаһы) үҙҙәренә. Аллаһтың рәхмәтен һорағыҙ, шик юҡ: Аллаһ һәр нәмәне лә белеп тора.

33. Һәр кемде (ирҙе, ҡатынды) ата-әсәһенән һәм туғанда­рынан ҡалған малға мираҫсы итеп ҡуйҙыҡ. Антлашҡандарға үҙ өлөштәрен бирегеҙ. Аллаһ һәр нәмәне күреп тора.

34. Аллаһ кешеләрҙе бер-берҙәренән өҫтөн ҡуйғаны сәбәпле, ирҙәр ҡатындарҙың етәксеһе һәм һаҡлаусыһы, туйҙырыусыһы-кейендереүсеһе. Шуға күрә лә, иманлы ҡатын­дар әҙәпле. Улар Аллаһ һаҡларға ҡушҡан серҙе (ғийффәтле­лек һәм намыҫтарын) һаҡлаусылар. Буйһонмау ғәләмәттәре күренһә, ҡатынығыҙҙы өгөтләгеҙ, ятаҡта яңғыҙ ҡалдырып китегеҙ, (шулай ҙа яйға килмәһә, ҡурҡырлыҡ итеп) һуғығыҙ. Әгәр ҡатын яйға килһә, уны кәмһетә торған сара эҙләмәгеҙ. Аллаһ — олуғтыр, Ул — бөйөктөр.

(«Ғаилә — ул бер дәүләт. Дәүләттең төҙөк бер тәртибе булырға тейеш. Уның етәксеһе, рәисе, идарасыһы булырға тейеш. Дәүләт­тәге кеүек, ғаиләлә лә итәғәт булырға тейеш. Ана шул итәғәт сиктәрен боҙоп, итәғәт ҡанундарынан сыҡҡанды өгөтләү, уға тейешенсә яза биреү — идарасының бурысыҙыр. Бында ҡатындарҙың ғаилә ҡанундарын боҙоуы тураһында һөйләнә. Хәҙрәти Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһи вә сәлләмдең бер ҡасан да ҡатын туҡмағаны булмаған. Ул: ишәкте туҡмаған кеүек ҡатын туҡмап, кис менән шул туҡмалған ҡатыныңды ҡосаҡлап ятыу ир кеше эшеме ни? — тип өммәтенә һабаҡ биргән зат. «Туҡмау» һүҙен эт итеп, имгәт­кәнсе, йәрәхәтләгәнсе туҡмау, тип аңламаҫҡа кәрәк». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

35. Ир менән ҡатындың айырылышыу мәсьәләһе килеп сыкҡһа, әммә татыуланырға теләһәләр, ир яғынан бер ғәҙел кеше­не, ҡатын яғынан икенсе ғәҙел бер кешене һайлап алығыҙ. Аллаһ уларҙы килештерер. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да белеүсе, барыһынан да хәбәрҙар.

36. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ һәм Уға һис бер тиң зат эҙләмәгеҙ. Ата-әсәгә, туғандарға, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, яҡын күршеләргә, йыраҡ күршеләргә, яҡын дуҫҡа, юл­сыға, бойороғоғоҙҙа булғандарға (ҡол, йәриә, хеҙмәтсе һәм башҡаларға) яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Аллаһ үҙ-үҙенә ғашиҡ тәкәбберҙәрҙе, өҙлөкһөҙ маҡтанған кешеләрҙе яратмай. (37) Ул кешеләр һаран була, башҡаларҙы ла һаран булырға ҡоторта, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе улар йәшереп тота. Беҙ шундый кәферҙәр өсөн сыҙай алмаҫлыҡ яза әҙерләнек. (38) Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә инанмаған килеш, малдарын кешеләргә күрһәтер өсөн генә сарыф иткәндәр ҙә (Әхирәттә ғазапҡа дусар булыр). Шайтан берәйһенә иптәш була икән, бик тә яман иптәш ул. (39) Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтереп, үҙҙәренә Аллаһ тарафы­нан бирелгәнде (дин юлында) сарыф итһәләр, ни була ине инде? Аллаһ уларҙың хәлен бик яҡшы белеп тора.

Наши рекомендации